Абдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составында һуғышҡан. Рядовой.

Абдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улы (рус. Абдразаков Габдрахим Абдрафикович; 28 ноябрь 1914 йыл — 25 май 2004 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының 275-се кавалерия полкы разведчигы. Рядовой ҡыҙылармеец[1][2].

Абдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 28 ноябрь 1914({{padleft:1914|4|0}}-{{padleft:11|2|0}}-{{padleft:28|2|0}})
Тыуған урыны Яңы Байрамғол, Учалы районы
Вафат булған көнө 2004
Вафат булған урыны Яңы Байрамғол, Учалы районы, Башҡортостан Республикаhы, Рәсәй
Һөнәр төрө яугир, хәрби хеҙмәткәр
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
I дәрәжә Ватан һуғышы ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы Жуков миҙалы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улы Абдразаҡов 1914 йылдың 28 ноябрендә Ырымбур губернаһы Верхнеурал өйәҙенең (хәҙер — Башҡортостан Республикаһы Учалы районы) Яңы Байрамғол ауылында тыуған. Башланғыс белемде тыуған ауылында ала.

Хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә

1941 йылдың ноябрендә БАССР-ҙың Учалы районы хәрби комиссариаты тарафынан Эшсе-Крәҫтиән Ҡыҙыл Армияһы сафына саҡырыла. Рядовой Ғәбдрәхим Абдразаҡов 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы 275-се кавалерия полкы разведчигы булып хеҙмәт итә.

Күп тапҡырҙар яралана. Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улының батырлығы орден һәм миҙалдар менән баһалана.

Берлинға тиклем барып етә, фронт юлын Германияның Премниц ҡалаһында тамамлай[3].

2004 йылдың 25 майында 90-сы йәшендә вафат була[1].

Наградалары

үҙгәртергә

Абдразаҡов Ғәбдрәхим Абдрафиҡ улының исеме Башҡортостанда нәшер ителгән баҫмаларҙа[5] һәм БР-ҙың Учалы районы Яңы Байрамғол ауылында Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар хөрмәтенә ҡуйылған һәйкәлдәге исемлеккә индерелгән.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә