Мортазин Әхәт Мотаһар улы
Мортазин Әхәт Мотаһар улы (6 февраль 1959 йыл — 13 март 2018 йыл) — журналист, 1986—2018 йылдарҙа Башҡортостан радиоһы һәм телевидение дикторы. Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2009).
Мортазин Әхәт Мотаһар улы | |
Тыуған көнө: | |
---|---|
Тыуған урыны: | |
Вафат булыу датаһы: | |
Вафат булған урыны: |
Башҡортостан Республикаһы, Өфө ҡалаһы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: | |
Ижад йылдары: |
1986—2018 |
Наградалары: | |
БиографияһыҮҙгәртергә
Әхәт Мотаһар улы Мортазин 1959 йылдың 6 февралендә Башҡорт АССР-ы Учалы районының Яңы Байрамғол ауылында тыуған[1].
1986 йылда Башҡорт дәүләт университетының башҡорт филологияһы һәм журналистика факультетын тамамлай.
1986 йылда «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһына ижади конкурсты уңышлы үтеп, радиотапшырыуҙар студияһында диктор булып эшләй башлай. Артабан «Башҡортостан» һәм «Юлдаш» радиоларында һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһында тапшырыуҙар алып бара.
Маҡтаулы исемдәре һәи башҡа бүләктәреҮҙгәртергә
- Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы
- Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы
ХәтерҮҙгәртергә
- Өфөлә легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры бара. Әхәт Мортазин «Юлдаш» радиоһының йыл һайын үткәрелгән волейбол кубогында ҡатнаша торғайны. Хәҙер турнир уның исемен йөрөтә[4].
- Башҡортостандың легендар дикторы, халыҡ артисының тыуыуына 60 йыл тулыуға арналған хәтер кисәһе 6 февралдә «Башҡортостан» дәүләт концерт залында уҙа[5].
ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә
- ↑ Рөстәм Хәмитов «Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазиндың туғандарына ҡайғы уртаҡлашыуын белдерҙе. Башинформ (2018-03-15). 15 март 2018 тикшерелгән.
- ↑ Башҡорт радиоһы дикторы, «Башҡортостандың алтын тауышы» Әхәт Мортазин арабыҙҙан китте. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 14 март (Тикшерелеү көнө: 17 март 2018)
- ↑ Өфөлә башҡорт радиоһы дикторы Әхәт Мортазин менән бәхилләштеләр. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2018, 15 март (Тикшерелеү көнө: 17 март 2018)
- ↑ Өфөлә легендар диктор Әхәт Мортазин иҫтәлегенә волейбол турниры бара. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 24 апрель (Тикшерелеү көнө: 24 апрель 2019)
- ↑ Өфөлә хәтер кисәһендә «башҡорт Левитаны» Әхәт Мортазинды иҫкә алалар. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2019 йыл, 11 ғинуар (Тикшерелеү көнө: 12 ғинуар 2019)
ҺылтанмаларҮҙгәртергә
- Мортазин Әхәт Мотаһар улы // Башҡорт энциклопедияһы — Өфө: «Башҡорт энциклопедияһы» ғилми-нәшриәт комплексы, 2015—2020. — ISBN 978-5-88185-143-9. (Тикшерелеү көнө: 2 февраль 2021)