Ат, Йорт аты (лат. Equus ferus caballus ) — аттар ырыуынан булған берҙән-бер йомро тояҡлылар ғаиләһе; йомро тояҡлы, ялбыр ҡыл ҡойроҡло, яллы эре йорт хайуаны. Меңгегә, еккегә өйрәтелгән, кешегә хеҙмәт итеүсе эре мал[1] ; кешене, йөктө һ.б. йөрөтөү, ташыу өсөн файҙаланыла торған, йомро тояҡлы эре йорт малы, ат[1] .
Йылҡы — ирекле йөрөгән өйөр аты; ат[2] . Меңгегә һәм еккегә өйрәтелмәгән, тоҡом, һуғым, ҡымыҙ өсөн үҫтерелгән ат тоҡомло эре мал. Артабан өйрәтелгәндән һуң АТ була ала.
Ат беҙҙең эраға тиклемге 4-се мең йыллыҡта уҡ ҡулға эйәләштерелгән. Кешелектең рухи тормошонда, хәрби эштә, хужалыҡ итеүҙә аттың әһәмиәте ҙур. Аттар ауыл хужалығында ер ешкәртеү, йөк ташыу, һыбай йөрөү өсөн файҙаланылған. Хәрби эштә атланып йөрөү, хәрби припастар ташыу, артиллерияны һөйрәп йөрөү өсөн файҙаланылған. Ат спорт уйындарында ҡатнаша. Аҙыҡ-түлек сығанағы булараҡ йылҡысылыҡ бик күп халыҡтарҙың төп шөғөлдәренең береһе. Ҡымыҙ етештереү, йылҡы ите етештереү табышлы тармаҡ булып иҫәпләнә.
Шүлгәнташ мәмерйәһеендәге һүрәттәр (йылҡы һүрәте уртала)Искәндәр Зөлҡәрнәй Буцефалда (Сидон саркофагы)Фин почта маркаһында йылкыБыл бүлек ҡайҙандыр күсермә, яңынан яҙырға кәрәк!
Ат донъя халыҡтары тарихында
Кешенең йылҡыға булған мөнәсәбәте бер генә хайуанға ҡарата ла ҡабатланмай. Йылҡы үрсеткән бөтә халыҡта ла ат кеше өсөн екке йәки менге мал ғына түгел, бәлки тоғро дуҫ, айырылмаҫ иптәш, ышаныслы юлдаш, баһалап бөткөһөҙ хазина рәүешендә йөрөгән. Хәтерегеҙҙәме, бөйөк Шекспир һүрәтләгән яуыз лорд Глостер — король Ричард III: «Ат, ат! Ат өсөн батшалығымдың яртыһын бирәм!» — тип яр һалған.
Борон-борондан бөйөк полководецтарҙың тоғро юлдашы ат булған. Дарий, Кир, Ганнибал, Александр Македонский, Александр Невский, Дмитрий Донской, Богдан Хмельницкий, Петр Беренсе, Семен Буденный, Василий Чапаев — уларҙы атһыҙ күҙ алдына ла килтереүе мөмкин түгел. Рәсәй һәм БДБ илдәренең бик күп ҡалаһында һыбайлы Юрий Долгорукийға, Григорий Котовскийға, Амангилде Имановҡа, Вахтанг Горгасалға, Давид Сасунскийға, Салауат Юлаевҡа мөһабәт һәйкәлдәр ҡуйылған. Һеҙ Украинала Каховка эргәһендәге яланда дүрт ат егелгән тачанка-һәйкәлде хәтерләйһегеҙҙер. Ә Мәскәүҙәге Ҙур театр фронтоны өҫтөндәге бронза квадрига һуң? Ярһыу арғымаҡтар бына-бына ҡанатланыр ҙа, осоп асманға ашыр, бөркөткә әүерелер төҫлө.
Ошо яҙмаларҙы әҙерләгәндә йылҡы малына ҡағылышлы байтаҡ әҙәбиәтте аҡтарырға тура килде. Шуныһы ҡыуаныслы: йылҡысылыҡ бер ваҡытта ла ғалим-белгестәрҙең, яҙыусыларҙың, журналистарҙың иғтибар үҙәгенән ҡалмаған икән. Йылҡысылыҡтың төрлө проблемаһына арналған байтаҡ ғилми хеҙмәт яҙылған. Башҡортостанда йылҡысылыҡты фәнни нигеҙләүгә, уның киләсәктәге йүнәлештәрен билдәләүгә ауыл хужалығы фәндәре докторы, профессор Иван Андреевич Сайгиндан да күберәк хеҙмәт һалған кеше булмағандыр. Унан тыш, ветеринар табип Һ. Юлдыбаев, ғалим һәм белгестәр В. Мөрсәлимов, Д. Рәхмәтуллин, Б. Сатыев, Ш. Рәхмәтуллин, күп кенә райондарҙағы һәм хужалыҡтарҙағы энтузиастар был изге эшкә баһалап бөткөһөҙ өлөш индерҙе һәм индерә. Йылҡысылыҡтың яҙмышында СССР Халыҡ Комиссарҙары Советы һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының «Колхоздарҙа һәм совхоздарҙа йылҡы һанын арттырыу, уларҙы тәрбиәләү һәм ҡарауҙы яҡшыртыу саралары тураһында» 1942 йылғы ҡарары, СССР Министрҙар Советы һәм ВКП(б) Үҙәк Комитетының «1950—1951 йылдарҙа колхоздарҙа, совхоздарҙа һәм йылҡысылыҡ заводтарында йылҡысылыҡты үҫтереү тураһында» ҡарары ыңғай эҙ ҡалдырҙы.
Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер авторҙарҙың хеҙмәттәрендә йылҡысылыҡтың торошона һәм киләсәгенә ҡарата дөрөҫ булмаған фекер ҙә үткәрелә. Техниканың алға китеүе менән бәйле, йәнәһе, аттың тартыу көсө булараҡ әһәмиәте кәмей. Ошо ялған тезисҡа таянып, вайымһыҙыраҡ хужалыҡ етәкселәре һәм белгестәр йылҡысылыҡтың тәмле, калориялы ит, данлыҡлы ҡымыҙ биреү сығанағы икәнлеген дә оноторға тырышты. Һәм күп йылдар үткәрелгән бындай сәйәсәттең эҙемтәләрен бөтөрөү өсөн дә байтаҡ ваҡыт кәрәк булды.
Беҙ йылҡы малының халыҡ хужалығында тотҡан урыны тураһында әле һөйләшербеҙ. Унан алда аттың хәрби эшмәкәрлеге тураһында бер нисә генә һүҙ.
Тарихтың алыҫ төпкөлдәренә төшмәй ҙә Ватаныбыҙҙы һаҡлауға ат һәм һыбайлылар индергән өлөштө күреүе ауыр түгел. Михаил Кутузов армияһындағы казак генералы Матвей Иванович Платонов һыбайлылары һәм шулар менән өҙәңгегә-өҙәңге тороп дошманды ҡырған башҡорт атлылары. Бөйөк Ватан һуғышы йылъяҙмаһына генералдар Лев Доватор, Павел Белов, Исса Плиев, Миңлеғәле Шайморатов һыбайлылары алтын юлдар яҙҙы. Дан һәм ҡаһарманлыҡ юлдары. Хәҙер, ракета һәм электроника заманында, армияла кавалерия тарихи иҫтәлек кенә булып ҡалһа ла, уҙған һуғыштарҙа аттың роле ғәйәт ҙур булған. Беренсе донъя һуғышында армияла уртаса 1 миллион 350 мең ат иҫәпләнһә, маршал С. Буденныйҙың әйтеүенсә, Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында бер үк ваҡытта өс миллионға яҡын ат булған. Пулемет һәм артиллерия утынан, авиация һөжүменән һәләк булған аттарҙың иҫәбе лә иҫ китерлек. Уҙған һуғышта ғына 8 миллион самаһы ат ҡорбан булды.
Ғорурланыр урын да бар: Совет Армияһындағы кавалерия частарындағы 106 атлы яугир Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ булды. Шул ҡаһармандарҙың 76-һы — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһынан.
Башҡорт һыбайлы
Башҡорттарҙа атланып йөрөргә менге аттар, санаға, арбаға егергә екке аттар һәм айырым яу аттары — яу сабырға әҙерләнгән аттар булған. Яу толпарҙары хәрби походтарҙа хужаларына тоғро иптәш һаналған. Башҡорт яугирҙарының дошмандарға ҡаршы алыштарҙа яулаған еңеүҙәрендә башҡорт аттарының көслө, ғәйәт сыҙамлы булыуы ла ҙур роль уйнай.
1812 йылғы Ватан һуғышынан һуң башҡорт яугирҙары «Төньяҡ амурҙары» тигән исем менән тарихҡа инә. Аты булһа, башҡорт яугиры алдындағы бөтөн урман, тау-таш, тәрән кисеүҙәрҙе үтеү, боҙло-ямғырлы көндәрҙә лә дошман менән алышыу, башҡа ауырлыҡтарҙы еңеп сығыу бер ни тормаған.
Башҡорттарҙа ҡымыҙ бешеү серҙәре ныҡлы һаҡланып, быуындан быуынға тапшырыла килә. Башҡорт тоҡомло бейәләр һөтөнән эшләнгән ҡымыҙ айырыуса сихәтле сифаттарға эйә. Үҙенең иҫтәлектәрендә яҙыусы, яҡташыбыҙ Сергей Аксаков былай тип яҙа:
Яҙ етеп ер асылғас, туғай-болондар хуш еҫле йәшеллек менән ҡапланғас та ҡышҡыһын ябыҡҡан аттар тиҙ генә көрәйеп ала һәм башҡорттар ҡымыҙ әҙерләү эшенә тотона. Бер аҙҙан йәш балаларҙан алып ҡарыуы ҡайтҡан ҡарттарға тиклем был шифалы эсемлекте эсә башлай. Аҙ ғына ваҡыт эсендә оҙон һал-ҡын ҡышты аслы-туҡлы үткәреүҙән барлыҡҡа килгән ауырыуҙары һыпырып алдандай юҡҡа сыға. Кешеләрҙең ябығыуҙан һурыҡҡан йөҙҙәре тулыланып, йәшәреп китә. Хатта сабыйҙарҙың, йәштәрҙең генә түгел, ҡарттарҙың бит остарына алһыу төҫ ҡуна.
Ат тиреһенән эшләнгән һаба
Үҙгәртергә
Шифалы эсемлекте һалып йөрөтөү һауыттарын да башҡорттар йылҡы тиреһенән яһап алған. Халҡыбыҙҙың тормош-көнкүрешен өйрәнгән этнограф ғалимдар, сәйәхәтселәр йылҡы тиреһенән — күндән эшләнгән һауыттарҙың күбеһе йөйһөҙ булыуына иғтибар иткән. Уларҙың төбө генә ҡоршап тегеп ҡуйылған. Mуйын, баш, бот тиреләре тотош һыҙырып алып эшкәртелгән. Баш тиреһенән яһалған башкүнәккә бейәләрҙе һауғандар. Ҡымыҙ һауыттары — турһыҡ та, һаба ла күндән булған.
Йылҡы ите — башҡорттарҙың иң яратҡан ризығы. Уның сәләмәтлеккә лә шифаһы ҙур.
Ул ғына ла түгел: аттар дарыуҙар яһауҙа туранан-тура ҡатнаша. Бактериология институттарында донор аттарҙың ҡанынан гангрена — тәндең үлекләүе, столбняк — һеңерҙәр тартышыу, дифтерия — балаларҙың тамаҡ сире, ботулизм — аҙыҡтан ағыуланыу кеүек ҡур-ҡыныс сирҙәргә ҡаршы дарыуҙар эшләнә.
Башҡорт халҡында ат образы
Үҙгәртергә
Ат образы башҡорт фольклорында бик киң таралған. Борон халҡыбыҙ атты культҡа әйләндергән, изгелекле хайуан тип ҡараған. Был яҙма сығанаҡтар менән дә раҫлана. Мәҫәлән, 922 йылда Волга, Урал буйында булып киткән ғәрәп илсеһе ибн Фаҙлан, башҡорттар ун ике раббыға табына, шул раббыларҙың береһе — йылҡы, тип яҙып ҡалдырған. Ат башҡорт эпостарында батырҙың уң ҡанаты булараҡ һүрәтләнә.
Халыҡ әйтһә, хаҡ әйтә
Үҙгәртергә
Тупһаға, һикәлтәгә даға ҡағыу йолаһы бар. Кешенең яман уйы, яман һүҙе шул дағаға эләгеп ҡала тип һанала. Даға ен-шайтандан да һаҡлай. Уны ҡаҡҡан саҡта:
— Шайтан килмәһен өсөн,
Хәрәм кермәһен өсөн,
Тел-теш баҫмаһын өсөн,
Бәрәкәт ҡасмаһын өсөн, —
тип һамаҡлайҙар. Ул даға яңы түгел, ә ат тояғынан төшөп ҡалған булырға тейеш. Сөнки ат тояғы ҡатынан да ҡаты иҫәпләнгән, ундағы даға ла ҡаты тип һаналған.
Йорт тирәһенә тел-теш ҡағылмаһын өсөн кәртә-ҡура бағанаһына йылҡының башын, салыу һөйәген кейҙереп ҡуйыу ырымы бар.
Яҙ еткәс, арба юлы төшмәҫ элек, йәш ҡолон күрергә кәрәк. Шул саҡта йыл буйы ҡолон шикелле еңел йөрөрһөң, һау-сәләмәт булырһың.
Тирләгән атҡа ҡапыл һыу эсерергә ярамай, юғиһә ул «эҫеләй булып яна». «Эҫеләй булған» атҡа андыҙ үләненең төнәтмәһен эсерәләр. Андыҙ эсе киткән атҡа ла килешә. Шуға «андыҙ барҙа ат үлмәҫ» тигән әйтем бар.
Ат һатҡанда хужа һатып алыусыға уны йүгәне менән тоттора. Ҡото китмәһен тип малды аҙбарҙан арты менән сығаралар. Һатҡан кеше лә, алғаны ла бер-береһенә таҫтамал бирешә.
Малды йомарт кешенән алһаң, уңа. Кешенең ҡулы ауыр булһа, уға һатҡан мал киңгәй (һулый): ялы-ҡойроғо бөтә, күҙҙәре ыуҙыға.
Һатҡан саҡта малдың ҡотон алып ҡалалар. Ҡурала ҡалған мал өҙөлмәһен өсөн өс тапҡыр «Ҡотомдо алам» тип ҡабатлайҙар. Һырт буйынан, ҡолаҡ төбөнән өс мәртәбә берәр семтем йөн йолҡоп, ҡура егенә ҡыҫтыралар. Кеше ҡулынан мал алғас, артҡа ҡарарға ярамай, юғиһә алған малың үрсемһеҙ була.
Шүлгәндән ала-ҡола, сысҡан һыртлы (арҡа буйына ҡара һыҙат) мал сыҡҡан. Шундай йылҡы малы үрсемле, ҡотло була. Айғырҙарҙа тыуған өйөр, тыуған төбәк тойғоһо көслө була. Шуға ла борон юлға сыҡҡан кеше мотлаҡ айғыр эйәрләгән. Бер-бер хәл булһа йәки, барып еткәс, атты кире ҡайтарырға кәрәкһә, үҙен сығарып ебәргәндәр, ул әйләнеп ҡайтҡан. Йәйәүле ҡунаҡты ла айғыр мендереп оҙатҡандар. Малҡай шулай уҡ боролоп ҡайтҡан.
Арғымаҡ менгән арымаҫ
Аты барҙың ҡанаты бар
Йылҡы — малдың батшаһы
Тай атҡа еткерер, ат моратҡа еткерер
«Алтын ҡойроҡ, көмөш ял» тигән әкиәттәге тылсымлы толпарҙан көн дә күрә йөрөгән екке, менге, һуғым, һауын йылҡылары һис тә кәм түгел.
Ер өҫтөндә, ер аҫтында —
Иптәш булыр һәр урында:
Туңғаныңда йылыһын бирер,
Янғаныңда һалҡын өрөр:
Асыҡҡанда — туйындырыр,
Сарсағанда — һыу эсерер.