Сыуаш-Олҡан
Сыуаш-Олҡан (рус. Чуваш-Улканово) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 157 кеше[1]. Татар-Олҡан ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452773, ОКАТО коды — 80251865012.
Ауыл | |
Сыуаш-Олҡан | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Координаталар | |
Сәғәт бүлкәте | |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
Тарихы
үҙгәртергәОлҡан ауылы яҙма сығанаҡтарҙа беренсе тапҡыр 1736 йылда телгә алына. Ауылда керҙәштәр йәшәгән. Улар башҡорттар ҙа, татарҙар ҙа, типтәрҙәр ҙә булған. Быҙаулыҡ өйәҙенең Тамъян улусы башҡорттары Ҡыр-Йылан аҫабалары тарафынан 1736 йылдың 1 ғинуарындағы килешеү хаты менән ҡабул ителәләр, дөрөҫөрәге, уларҙың Олҡан ауылында электән булыуҙары законлаштырыла. Хатта улар сыҡҡан Бурһыҡ (Барсуково) ауылының исеме лә күрһәтелгән. Килешеүҙе ҡыр-йыландар менән тамьяндың Ҡасим Бикметов төҙөй, ул индергән өсөн 100 һум түләй һәм бер ихатаға йылына 10 тин аҡса түләргә ризалаша. Керҙәштәрҙе Ҡыр-Йылан аҫабалары Күлбай Тәңкәев, Мәҡсүт Абдуллин, Усман Бирҙебаевтар индерәләр, улар бер исемдәге тораҡ пункттың тәүге күскенселәре булараҡ билдәле.
Ауылда башлыса типтәрҙәр, башҡорттар, сыуаштар йәшәгәндәр. Марк Григорьев етәкселегендәге сыуаштар 15 ир-ат иптәштәре менән (Ҡаҙан губернаһы Ядрин өйәҙендә тыуғандар) 1834 йылдың 5 мартындағы ҡабул итеү хаты менән ауылға индереләләр. Уларҙың килгән урындары ла билдәле: Ҡазан губернаһының Ядрин өйәҙенән Әлкә (шулай уҡ «Караево ла»), Йәнмурҙа (шулай уҡ «Утәй»). Сыуаштар дәүләт крәҫтиәндәре ҡатламынан булғандар, 1862 йылда крепостнойлыҡты бөтөрөү тураһындағы манифест баҫылып сыҡҡандан һуң, улар 1870 йылда 3-4 саҡырым алыҫлыҡта 40 ир-ат һәм 52 ҡатын-ҡыҙ булған 15 ихатанан торған үҙ тораҡ пунктын булдыралар. 1905 йылда был ауылдар исемдәре менән дә айырылалар: татар Олҡаны һәм сыуаш Олҡаны. 1920 йылда улар хәҙерге кеүек атала: Татар-Олҡан һәм Сыуаш-Олҡан. 1905 йылда Сыуаш-Олҡанда 35 йортта 110 ир-ат һәм 98 ҡатын-ҡыҙ йәшәй, 1920 йылда 49 ихатала — 122 ир-ат һәм 123 ҡатын-ҡыҙ сыуаш булған[2]. Бында XIX быуат аҙағынан башланғыс училище булыуы билдәле[3]. Игенселек, малсылыҡ, сабата үреү менән шөғөлләнгәндәр[4].
Ауыл исеме тураһында бер нисә һүҙ. Шул уҡ исемле йылға буйында урынлашҡан. Әммә гидроним антропонимдан — типтәр Олҡан исменән килеп сыҡҡан. Уның улы Итей Олҡанов (тамға £) 1792 һәм 1795 йылдарҙа хеҙмәтле татарҙарҙы индереүҙә ҡатнаша. Уның менән бергә килешеү хаттарында үҙҙәренең тамғаларын башҡорт Мостафа Исмеев, типтәрҙәр Балтаҡай Аҙнағолов (улдары Хөсәйен, Баҡый), Әбйәлил ҡуялар.
Хәҙерге осор
үҙгәртергәАуылда сыуаштар йәшәй (2002). Фельдшер‑акушерлыҡ пункты бар[5]..
Халыҡ һаны
үҙгәртергәБөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 245 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 241 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 238 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 159 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 140 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 158 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек халыҡ сыуаштар (96 %)[6].
Географик урыны
үҙгәртергәАлыҫлығы:[7]
- Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 9 км
- Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Татар-Олкан): 3 км
- Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 9 км.
Урамдары
үҙгәртергәУрам исеме[8]:
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 255. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 255. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Сыуаш-Олҡан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Сыуаш-Олҡан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка) (рус.)
- ↑ Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
- ↑ «Налог Белешмәһе» системаһында Сыуаш-Олҡан ауылы
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Сыуаш-Олҡан // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- «Налог Белешмәһе» системаһында Сыуаш-Олҡан ауылы
- Совет муниципальных образований Республики Башкортостан
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 255. — ISBN 978-5-295-04683-4.