Туймазы районы флагы
Туймазы районы флагы — Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районы символдарының береһе.
Туймазы районы | |
Башҡортостан Республикаһы Рәсәй Федерацияһы | |
Раҫланған | |
---|---|
Пропорция |
2:3 |
ДГР номеры |
3018[2] |
Флагтың авторы |
Салауат Ғиләжетдинов, Рузилә Имамова |
Туймазы районы флагы Башҡортостан Республикаһы Туймазы районы муниципаль районы Советының 2006 йылдың 13 июлендәге 134-се һанлы ҡарары менән раҫланған.
Башҡортостан Республикаһы Дәүләт символика регистрына 056 регистрацион номер бирелеп индерелгән. Рәсәй Федерацияһының Дәүләт геральдика регистрына 3018 регистрацион номер бирелеп индерелгән.
Флагтың авторҙары — Салауат Ғиләжетдинов, Рузилә Имамова.
Тасуирламаһы
үҙгәртергәФлаг дүртмөйөшлө күк келәм булып тора, уның киңлегенең оҙонлоғона ҡарата нисбәте — 2:3. Үҙәгендә алтын төҫөндә ҡурай сәскәһе төшөрөлгән, уның һабағында ике яғынан да өс япрағы бар. Ҡурай сәскәһен ике яҡтан һәм аҫтан өс рәтле бойҙай башаҡтарының тарҡатылған үреме менән уратып алынған.
Символиканың нигеҙҙәре
үҙгәртергәФлагта күк (лазурный) төҫ — тыныс күк йөҙөнөң төҫө, Туймазы районы кешелеренә хас булған ихласлыҡтың, оптимизмдың һәм әүҙем тормош позицияларын сағылдыра.
Флагтың үҙәгендә төшөрөлгән өс рәт итеп һалынған бойҙай башаҡтарынан барлыҡҡа килгән алтын ярым түңәрәк Туймазы районы еренең уңдырышлығын, быуындан-быуынға күскән игенселектең бай традицияларын, унда йәшәгән кешеләрҙең эшһөйрәлеген, именлеген, муллылығын һәм йомартлығын сағылдыра.
Башаҡтарҙан яһалған ярым түңәрәктең эсендә алтын сәскә атыусы ҡурай урынлашҡан, ул район территорияһында йәшәгән халыҡтарҙың күп милләтлеген, дуҫлығын һәм берҙәмлеген, бар нәмәгә тыныс башланғыстарҙы, яҡтылыҡҡа, совершенство һәм үҫеш үрҙәренә ынтылышты символлаштыра, был күп һанлы традицион конкурстарҙа һәм халыҡ байрамдарында сағылыш таба.
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергәӘҙәбиәт
үҙгәртергә- Башкортостан. Государственные символы и символика городов и районов. — Уфа, 2007. — С. 269—272.