Яңы Бишенде (рус. Новые Бишинды) — Башҡортостандың Туймазы районындағы ауыл. 2009 йылдың 1 ғинуарына ҡарата халыҡ һаны 266 кеше[1]. Үрге Бишенде ауыл Советы составына инә. Почта индексы — 452797, ОКАТО коды — 80251810009.

Ауыл
Яңы Бишенде
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Туймазы районы

Координаталар

54°27′47″ с. ш. 53°40′08″ в. д.HGЯO

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 251 810 009

ОКТМО коды

80 651 410 111

ГКГН номеры

0522465

Картаны күрһәтергә/йәшерергә
Яңы Бишенде (Рәсәй)
Яңы Бишенде
Яңы Бишенде
Яңы Бишенде (Башҡортостан Республикаһы)
Яңы Бишенде

Ауылдың атамаһы ‘яңы’ һүҙе һәм Бишенде йылғаһы исеменән яһалған[2]

Ауылға XIX быуаттың 2‑се яртыһында Бәләбәй өйәҙе Ҡыр‑Йылан улусы Үрге һәм Түбәнге Бишенде ауылдарының башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала. 1896 йылда 75 йортта 437 кеше йәшәгән. Игенселек менән шөғөлләнгәндәр. Мәсет, мөгәзәй булған. 1906 йылда 3 һыу тирмәне теркәлгән[3]. 1920 йылда Яңы Бишенде 795 башҡорт йәшәгән 35 ихатанан тора[4].


Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август 795
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар 645
1959 йыл 15 ғинуар 453
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар 227
2002 йыл 9 октябрь 261
2010 йыл 14 октябрь 274

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Бөтә Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу (2002) мәғлүмәте буйынса күпселек милләт — башҡорттар (87 %)[5].

Географик урыны

үҙгәртергә

Алыҫлығы:[6]

  • Район үҙәгенә тиклем (Туймазы): 20 км
  • Ауыл советы үҙәгенә тиклем (Үрге Бишенде): 3 км
  • Яҡындағы тимер юл станцияһы (Туймазы): 20 км.

Урамдары

үҙгәртергә

Урам исеме[7]:

  • Ҡайынлы урамы (рус. улица Березовая)
  • Йылға аръяғы урамы (рус. улица Заречная)
  • Үҙәк урам (рус. улица Центральная)
  • ДНГ N3 биләмәһе (рус. территория ДНГ N3)

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Башҡортостан Республикаһының райондары буйынса белешмә китабы 2016 йыл 4 март архивланған.
  2. Хисаметдинова Ф. Г., Сиразитдинов З. А. Русско-башкирский словарь справочник названий населенных пунктов Республики Башкортостан. — Уфа: Китап, 2001. — С. 265. — 320 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-88185-205-4.
  3. Яңы Бишенде // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
  4. Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — С. 267. — ISBN 978-5-295-04683-4.
  5. Единый электронный справочник муниципальных районов Республики Башкортостан — Excel форматында ҡушымта(недоступная ссылка)  (рус.)
  6. Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник / Сост. Р. Ф. Хабиров. — Уфа: Белая Река, 2007. — 416 с. — 10 000 экз. — ISBN 978-5-87691-038-7.
  7. «Налог Белешмәһе» системаһында Яңы Бишенде ауылы