Сәйетбаба

Рәсәйҙең Башҡортостан Республикаһы Ғафури районындағы ауыл

Сәйетбаба, икенсе исеме Мырҙаҡай — Башҡортостан Республикаһының Ғафури районында урынлашҡан ауыл. Сәйетбаба ауыл Советы үҙәге. Донъялағы иң ҙур башҡорт ауылы. 2010 йылдың 14 октябренә ҡарата халыҡ һаны 2452 кеше[2]. Почта индексы — 453064, ОКАТО коды — 80221828001.

Ауыл
Сәйетбаба
рус. Саитбаба
Ил

Рәсәй

Федерация субъекты

Башҡортостан

Муниципаль район

Ғафури районы

Ауыл биләмәһе

Сәйетбаба ауыл Советы (Ғафури районы)

Координаталар

54°05′11″ с. ш. 56°42′04″ в. д.HGЯO

Беренсе мәртәбә телгә алынған

1765

Элекке исеме

Мырҙаҡай

Халҡы

1452[1] кеше (2010)

Милли состав

башҡорттар

Сәғәт бүлкәте

UTC+6

Почта индексы

453064

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

02, 102

ОКАТО коды

80 221 828 001

ОКТМО коды

80 621 428 101

ГКГН номеры

0519228

Сәйетбаба (Рәсәй)
Сәйетбаба
Сәйетбаба
Сәйетбаба (Башҡортостан Республикаһы)
Сәйетбаба

Халыҡ һаны

үҙгәртергә

Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)

Иҫәп алыу йылы һәм көнө Бөтә халыҡ Ир-егеттәр Ҡатын-ҡыҙҙар Ир-егеттәр өлөшө (%) Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%)
1836 йыл
1850 йыл 27 сентябрь
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар)
1920 йыл 26 август
1926 йыл 17 декабрь
1939 йыл 17 ғинуар
1959 йыл 15 ғинуар
1970 йыл 15 ғинуар
1979 йыл 17 ғинуар
1989 йыл 12 ғинуар
2002 йыл 9 октябрь
2010 йыл 14 октябрь 2452 1233 1119 50,5 49,5

Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.

1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны

Географик урыны

үҙгәртергә

Сәйетбаба ауыл Советы үҙәге. Район үҙәгенән төньяҡ‑көнсығышта 57 саҡрым һәм Аҡкүл тимер юл станцияһынан төньяҡ‑көнсығышҡа табан 72 саҡрым алыҫлыҡта Мәндем йылғаһы буйында урынлашҡан. Ауылға Нуғай даруғаһы Кесе‑Табын улусы башҡорттары аҫаба ерҙәрендә нигеҙ һала. 1765 йылдан документтарҙа телгә алына. Тәүге төпләнеүсе Сәйетбаба Көбәков исеме менән йөрөтөлә. 1795 йылда 33 йортта 300 кеше йәшәгән, 1865 йылда 148 йортта — 864 кеше. Ауыл халҡы малсылыҡ, игенселек, умартасылыҡ, урман кәсептәре һәм тирмән ташы яһау менән шөғөлләнгән. 1906 йылда 2 мәсет, 2 мәҙрәсә, 2 тимерлек, 2 мануфактура һәм 4 бакалея кибете теркәлгән. XIX быуат башында Сәйетбабаға XVIII быуат аҙағында нигеҙләнгән Яңы Сәйетбаба бүлендек ауылы ҡушыла[3]. Ауыл эргәһендәге сәтләүек ағасы ҡыуаҡлығы — тәбиғәт ҡомартҡыһы. Халҡы: 1906 йылда — 1092 кеше; 1920 йылда — 1798 кеше; 1939 йылда — 1960 кеше; 1959 йылда -__1938 кеше; 1989 йылда — 1396 кеше; 2002 йылда — 1543 кеше; 2010 йылда- 1452 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Сәйетбаба урта мәктәбе, балалар баҡсаһы, участка дауаханаһы, мәҙәниәт йорто (халыҡ театры), китапхана, мәсет бар. Башҡорт тарихи‑мәҙәни үҙәге эшләй[4].

  Сәйетбаба — яҡынса 300 йыллыҡ тарихҡа эйә булған Республикалағы иң ҙур башҡорт ауылдарының береһе. Был тирәлә элек-электән Кесе Табын ырыуы башҡорттары йәшәгән. Ғалимдарҙың иҫбатлауынса, кесе табындарҙың йәйләүҙә мал көтөүҙән ултыраҡ тормошҡа күсеп йәшәй башлауҙары ХVIII быуат баштарына тура килә. Сәйетбаба ауылына ла ана шул осорҙа нигеҙ һалынған. Ауылдың икенсе исеме — Мырҙаҡай. Сәйетбаба менән Мырҙаҡай икеһе — бер туған тарихи шәхестәр. Улар икеһе лә Өйә йылғаһы буйына ауыл нигеҙләгән һәм һуңғараҡ был ауылдар ҙурайып, бергә тоташҡан.

Башҡа ауыл кешеләре кеүек Сәйетбаба халҡы ла, башлыса, малсылыҡ, ҡортсолоҡ, игенселек менән шөғөлләнгән, ағастан яһалған төрлө йыһаздар, тирмән таштары, сарҙар эшләп һатҡан. ХIХ быуат аҙағында ауылда ике мануфактура, дүрт аҙыҡ-түлек кибете булған, һәр кесе йома һайын баҙар уҙғарылған, һыу тирмәне эшләгән. ХХ быуат башын барлағанда инде ауылдағы өс мәсеттең икеһе эргәһендә ике мәҙрәсә һәм мәктәп эшләгәне билдәле.

1937 йылдан ете йыллыҡ мәктәп урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Жәлил Кейекбаев — мәктәп директоры, күренекле яҙыусы Сәғит Агиш уның урынбаҫары булып эшләй. 1969 йылда белем усағына Жәлил Кейекбаев исеме бирелә. Ауылдан сыҡҡан күренекле шәхестәр — төбәктең, халҡыбыҙҙың һынмаҫ терәге лә, ғорурлығы ла. Жәлил Кейекбаев, Әнүр Вәхитов, Кәбир Аҡбашев, Гөлнур Яҡупова, Лира Фәйзуллина, Ҡунафин Ғиниәт Сафиулла улы, Әбүбәкер Ишмырҙин, Мәҡсүт Шәйхулов һәм башҡа шәхестәрҙе, ғалимдарҙы, атҡаҙанған мәҙәниәт һәм мәғариф хеҙмәткәрҙәрен ауылдың күркәм һәм сағыу биҙәге тип атарға мөмкин.

Бөгөн иһә Сәйетбабала 620-нән ашыу йортта 2000-гә яҡын кеше йәшәй. Ауыл халҡы ҡортсолоҡ, ҡул эштәре, малсылыҡ менән шөғөлләнә. [5]

 

Урамдары

үҙгәртергә

Исемдәре:[6]

Еңеүгә 30 йыл урамы (рус. 30 лет Победы (улица))

Ә.Вәхитов урамы (рус. А.Вахитова (улица))

Дәминовтар Туғандары урамы (рус. Братьев Даминевых (улица))

Ж.Кейекбаев тыҡрығы (рус. Ж.Киекбаева (переулок))

Ж.Кейекбаев урамы (рус. Ж.Киекбаева (улица)

Еҙем урамы (рус. Зилим (улица))

К.Сәғәҙиев урамы(рус. К.Сагадиева (улица))

Каширин урамы (рус. Каширина (улица))

Каширин тыҡрығы (рус. Каширина (переулок))

Колхоз урамы (рус. Колхозная (улица))

Комсомол урамы (рус. Комсомольская (улица))

Мәндем урамы (рус. Мендим (улица))

Молодежная (улица) (рус. Молодежная (улица))

Йәштәр тыҡрығы (рус. Молодежный (переулок))

Октябрь урамы (рус. Октябрьская (улица))

Партизан урамы (рус. Партизанская (улица))

Утягановых (улица) (рус. Утягановых (улица))

Үҙәк урамы (рус. Центральная (улица))

Шишмә урамы (рус. Чишмы (улица))

Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица))

Юбилей урамы (рус. Юбилейная (улица))

Юбилей тыҡрығы (рус. Юбилейный (переулок))

Билдәле шәхестәре

үҙгәртергә
 
Партизан урамы

Иҫтәлекле урындары

үҙгәртергә

Видеояҙмалар һәм матбуғатта

үҙгәртергә

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Всероссийская перепись населения 2010 года. Численность населения по населённым пунктам Республики Башкортостан. Дата обращения: 20 август 2014. Архивировано 20 август 2014 года.
  2. Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник.  (рус.)
  3. А. З. Асфандияров «История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий» 154-се б. 2022 йыл 24 апрель архивланған.
  4. Башҡорт энциклопедияһы. Сәйетбаба ауылы
  5. «Усағында, йөрәгендә — Һүнмәҫ уттар, Сәйетбаба». Йәшлек гәзитенән 2016 йыл 4 март архивланған.
  6. «Налог Белешмәһе» статистикаһында Сәйетбаба ауылы
  7. Башҡорт энциклопедияһы — Шәйхулов Нурислам Фәтхелислам улы(недоступная ссылка) (Тикшерелеү көнө: 9 февраль 2019)
  8. В Уфе скончалась молодой ученый, эпосовед Гульнар Юлдыбаева. ИА «Башинформ», 27 ноября 2020 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 27 ноябрь 2020)
  9. Башҡорт энциклопедияһы.Шәйәхмәтов Ғиндулла Шириаздан улы

Һылтанмалар

үҙгәртергә