Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы

Яҡупова Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы (24 июнь 1948 йыл) — башҡорт шағиры, яҙыусы, тәржемәсе. Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союздары ағзаһы (1992). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы (2020), Жәлил Кейекбаев (2006) һәм Муса Гәрәев (2012) исемендәге премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2018),

Гөлнур Якупова
Исеме

Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Якупова

Тыуған көнө

24 июнь 1948({{padleft:1948|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (76 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы, Ғафури районы, Сәйетбаба ауылы

Гражданлығы

СССР, Рәсәй

Эшмәкәрлеге

журналист, шағир, яҙыусы, тәржемәсе

Биографияһы

үҙгәртергә

Гөлнур Миҙхәт ҡыҙы Яҡупова 1948 йылдың 24 июнендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Салауат педагогия училищеһын, Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.

Хеҙмәт юлын Ғафури районының «Йондоҙ» гәзитендә әҙәби хеҙмәткәр вазифаһында башлай, артабан мөхәррир урынбаҫары була. 1986 йылдан «Башҡортостан ҡыҙы» журналында эшләй. 1990 йылдан — «Ағиҙел» журналының яуаплы сәркәтибе, 2003—2008 йылдарҙа — баҫманың өлкән мөхәррире.

Әҙәби ижад һуҡмағына иртә аяҡ баҫа, журналист ҡәләмен дә ташламай. Шиғырҙары 1964—65 йылдарҙа уҡ «Ленинсе», «Совет Башҡортостаны» гәзиттәрендә баҫыла башлай. Яҙыусы һөнәренә ныҡлап тотоноуы XX быуаттың 80-се йылдарына тура килә. «Йәш көстәр» (1982, 1984) альманахында тәүге шиғри шәлкемдәре донъя күрә. 1989 йылда «Нағыш» исемле китабы нәшер ителә. «Автограф» (1992) тигән йыйынтығы әҙип ҡәләменең көсөн һәм һәләтен ныҡлап иҫбатлай, уның ижадына һәр тарафтан ҡыҙыҡһыныу арта. Башҡортостандың халыҡ шағиры Мостай Кәрим: «...Тел бәҫен тота белеү, сама тойғоһо, фекер асыҡлығы, сағыу буяуҙар — бөтәһе лә өлгөргән талант хаҡында һөйләй...», — тигән баһа биреп, йәш шағирға Яҙыусылар берлеге ағзалығына фатиха бирә.

«Мөхәббәткә мәҙхиә» (1996), «Йөрәк хаты» (1998), «Әҙәм вә Һауа» (2008) исемле тос йөкмәткеле китаптары шиғриәт майҙанында һынатманы, Гөлнур Яҡупованы үҙ йөҙө, үҙ стиле булған, фекер һәм хис гармонияһына өлгәшкән шағир итеп танытты.

Уҡытыусы белеменә эйә авторҙың балалар әҙәбиәтендә лә хеҙмәттәре бар, кескәйҙәр өсөн ул «Ярғанат» (1993), «Ғәжәп хәбәр» (1995) тигән ҡыҙыҡлы һәм фәһемле китаптар яҙҙы. Ә инде «Башҡортостандың Ҡыҙыл китабы» фәнни баҫмаһынан сығып ижад ителгән «Ҡыҙыл китап аманаты» (2004, 2006) исемле ике томлыҡтың, унда ингән хикәйәләр, әкиәттәр, йомаҡтар һәм шиғырҙар аша еткерелгән, нәфис әҙәбиәт теле менән һеңдерелгән тәрбиәүи нотоҡтоң әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Башҡортостан Мәғариф министрлығының был баҫманы 2010 йылда мәктәптәр өсөн махсус нәшер итеүе лә быға дәлил.

Гөлнур Яҡупованың ижадында көтөлмәгән күренештәр булғылап тора. Мәҫәлән, үҙенең «Төш юрау китабы» (1998) менән дә аптыратты һәм ҡыуандырҙы ул уҡыусыларын. Ғәмәлдә был — заманса асҡыстар менән асылған, үҙ халҡыбыҙҙың йәшәйешен,ғөрөф-ғәҙәттәрен күҙҙә тотоп ҡоролған, башҡортса тәүге тәҡбирнамә.

Башҡорт шиғриәтендә үҙ урынын яулаған, абруйлы исеме булған Гөлнур Яҡупова ҡәләмен сәсмә әҫәр яҙып та һынамаҡ булды бер мәл. Һәм «Йыртҡыс ҡаны» (2003) тип аталған беренсе проза йыйынтығы менән үк уҡыусыларҙың күңелен яуланы. Татарстан китап нәшриәтендә лә донъя күрҙе был китаптағы повесть («Ерткыч каны», 2011).

Тел байлығы, образлы һүрәтләү маһирлығы, мауыҡтырғыс сюжеттар ҡороу һәләте Гөлнур Яҡупованың прозаһына тәм һәм ғәм бирә, уҡымлы итә. Һуңғы араларҙа әҙибә өс романдан торған «Ҡатындар» исемле трилогия ижад итте.

Был трилогия "Ҡыҙ бала","Бер һөйгәнем өсөн","Кесе йыһан - Оло йыһан" романдарынан тора.Трилогияһында яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар тормошон тотош ил-ҡәүем, ил яҙмышы, үҙе йәшәгән мәле һәм боронғо тарихтарға ялғап, сикһеҙ Йыһан менән бәйләндереп, фәлсәфәүи тәрән һығымталар яһаған. "Ҡатындар" трилогияһы - илебеҙҙең, халҡыбыҙҙың, уның айырым вәкилдәренең ХХ быуаттағы үткән юлын, ХХI быуатҡа аяҡ баҫҡандағы сағыу тормошон эҙмә-эҙлекле күрһәтә алған, эпик һулышлы әҙәби панорамаға әйләнгән әҫәр. Трилогияның теле - зауыҡлы, нәфис, ситуацияға ярашлы, сюжет һыҙығына урынлы. Ул китап уҡыусыларҙа яҡтылыҡ, сафлыҡ, матурлыҡ тыуҙырыусы, юғары зауыҡ тәрбиәләүсе тел. Гөлнур Яҡупованың китабы тормошсан, ҙур ышандырыу көсөнә эйә, сөнки унда энциклопедик характерҙағы көнкүреш, сәнғәт, мөхәббәт, сәйәси, хәрби, мәғариф, медицина, география,тарих, экология һәм башҡа өлкәләргә ҡараған материалдар китап геройҙарының тормош картиналары менән органик бәйләнештә бирелгән. Шулай уҡ был трилогияла үҙҙәре айырым хикәйәттәр, повестар булырлыҡ тарихтар һүрәтләнгән. Көнкүрештең атрибуттары яҙыусы әҫәрендә бөтә илдең, халыҡтың нисек йәшәүен күрһәтеүсе әҫәр. Ул атрибуттар әҫәрҙе байытып, яҙыусының маһирлығын дәлилләүсе бер күренеш булып тора.

Гөлнур Яҡупова уҡыусыларҙың ҙур һөйөүен яулаған мауыҡтырғыс хикәйәләү оҫтаһы, хис һәм аҡыл эйәһе. Уның был тормошсан, халыҡсан трилогияһын Башҡортостанда ғына түгел, ә унан ситтәге төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ, күрше Татарстан халҡы ла уҡыған һайын йышыраҡ уҡыйҙар, яҙыусыны был трилогияның дауамын яҙыуҙы һорайҙар. Һуңғы өс йыл эсендә яҙыусының "Ҡыҙыл китап аманаты" китабы рус телендә "Заветы Красной книги" тигән исемдә, ә трилогияһының беренсе томы "Ҡыҙ бала" "Бельские просторы" журналында "Девчоночка" исемендә тәржемә ителеп сыҡты. Хәҙерге көндә Республикабыҙҙың төрлө гәзиттәрендә шағир үҙенең шиғырҙарын яҙып сыға, ижадының тағы ла бер төрөнөң йүнәлеше булған тәржемәселекте лә онотмай.

«Ҡатындар» трилогияһы Зәйнәб Биишева исемендәге Башҡортостан «Китап» нәшриәте тарафынан 2016 йыл өсөн Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына тәҡдим ителде. Башҡортостан Республикаһы Башлығы ҡарамағындағы Әҙәбиәт, сәнғәт һәм архитектура өлкәһендә Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премиялары буйынса комиссия конкурста ҡатнашыуға алты дәғәүәсе менән бер рәттән Гөлнур Яҡупованы ла индерҙе[1].

Кесе һәм урта йәштәге мәктәп балалары өсөн тәғәйенләнгән әкиәттәр, хикәйәләр, шиғыр һәм йомаҡтар тупланып, «Китап» нәшриәтендә донъя күргән «Тылсымлы ҡәләм» йыйынтығы өсөн 2020 йылдың ғинуарында Гөлнур Яҡупова Башҡортостан Республикаһының Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ булды[2].

Йәмәғәт эштәре

үҙгәртергә

Әҙәби ижад менән бер рәттән яҙыусы төрлө йәмәғәт эштәрен дә атҡара. Яҙыусылар берлегенең идара ағзаһы, проза секцияһы сәркәтибе. Бына 20 йылдан ашыу Гөлнур Яҡупова тыуған Ғафури районы мәктәптәренең әҙәби ижад менән мауыҡҡан балалары араһында «Өмөтлө ҡәләм» бәйгеһе уҙғара, һөнәр серҙәре менән уртаҡлаша, нәфис әҙәбиәткә ылыҡтыра.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Ете шишмә (Нағыш) — Тәүге ҡарлуғасы
  • Автограф — Шиғырҙар
  • Ярғанат — Кескәйҙәр өсөн хикәйәләр
  • Ғәжәп хәбәр — Кескәйҙәр өсөн шиғырҙар
  • Мөхәббәткә мәҙхиә — Шиғырҙар
  • Йөрәк хаты — Шиғырҙар
  • Төш юрау китабы — Нәҫел мираҫы
  • Йыртҡыс ҡаны — Тәүге проза китабы: повестар һәм хикәйәләр
  • Ҡыҙыл китап аманаты, 2 томда — Шиғыр, хикәйә, әкиәттәр… Хайуандар донъяһы
  • Рух ҡиблаһы — Тыуған ауылы Сәйетбабаға бағыш
  • Память сердца — Шиғырҙар (русса)
  • Әҙәм вә Һауа — Шиғырҙар, поэмалар, тәржемәләр
  • Үләнле ер үлмәгән, кейекле ер бөлмәгән — Балаларға шиғырҙар, хикәйәләр (башҡортса)
  • Ерткыч каны — Повесть, роман. Ҡазан. Татарса
  • Заветы Красной книги — Шиғыр, хикәйә, әкиәттәр (русса)
  • Ҡатындар — Трилогия (башҡортса)
  • Патриот — Повесть. Мәскәү. (русса)
  • Тылсымлы ҡәләм — Балалар өсөн шиғыр, хикәйә, әкиәт, йомаҡтар. (башҡортса)
  • Һайланма әҫәрҙәр .1 том. Шиғырҙар, поэмалар (башҡортса)
  • "Женщины" - Трилогия (русса)

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • Салауат Юлаев ордены (2018)[3].
  • Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998).
  • Жәлил Кейекбаев исемендәге премия лауреаты (2006).
  • Ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәев исемендәге әҙәби премия лауреаты (2012).
  • "Тәбиғәт йәне" - "Душа Природы" Бөтә Рәсәй әҙәби Премияһы лауреаты (2022).

1.Газета “Башкортостан”:

Фарит Вахитов. “Заман шаңдауҙары“ - “Биение сердца эпохи (10.08.2016).

Факиха Тугузбаева. “Тыуыр әүлиәләй ҡатындар, тик рух тере ҡалһын халҡымда” - “У народа, не сломленного духом,  еще родятся  славные дочери...” (30.08.2016).

2. Газета “Кызыл тан”:

Сагидулла Хафизов. “Гүзәл үрнәк дип исәплим” – “Прекрасный образец”. (18.08.2016).

Айгуль Юлъякшина. “Сез – дөнья тоткасы” – “Надежда и опора .”(25.08. 2016).

3. Газета “Республика Башкортостан”:

Гульфира Гареева. “Судьба женщины – судьба страны”(23 августа,2016).

4. Газета “Вечерняя Уфа”:

Минзиля Хакимова. “Шагнуть с крылечка малой родины в мир, в жизнь Большой Вселенной...”(26.08.2016).

5. Газета “Истоки”:

Райса Илишева. “О судьбе народа – искренне и правдиво”(24.08.2016).

6. Газета “Йэшлек”:

Саня Сабирзянова. “Һөйөү йыһанына сәйәхәт” – “Путешествие во вселенную любви”(19.08.2016).

Зиляра Юлтаева. “ХХ1 быуат – беҙҙеке!” - “ХХ1 век – наш век!”(19.08.2016).

7. Газета “Омет”:

Гульфия Юнусова. “Югары бүләккә иң  лаек әсәр!” - “Самое достойное высокой награды произведение!”(26.08.2016).

8. Газета “Киске Өфө”:

Интервью редакции с Гульнур Якуповой. “Әҙәм үә Һауа балалары хаҡында...” - “О детях Адама и Евы...”(№ 35, 2016).

9. Газета “Йэншишма”:

Рима Мусина. “Киләсәккә етәкләр китап” - “Книга, ведущая в будущее”; Алина Гиззатуллина. “Тәртиптең әсәһе тәрбиә” – “Основа нравственности”(12.08.2016). 

10.Ҡоролтай. (Август.2016). Гөлнур Ҡасҡынова. “Ҡатындар”ҙа тәбиғәт образы”.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Писатели земли башкирской. Справочник / (сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина). Переработанное и дополненное второе издание. — Уфа: Китап, 2015. — 672 с. ISBN 978-5-295-06338-1 (рус.)
  • Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалин а. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с. (рус.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә
  • Башҡортса Викикитапханала Гөлнур Яҡупова әҫәрҙәре:

Ҡатындар. Ҡыҙ бала. (Трилогия. Беренсе китап)