Сәлимов Йәнмырҙа Сәйфулла улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1986)

Сәлимов Йәнмырҙа Сәйфулла улы (5 июль 1914 йыл — 19 сентябрь 1989 йыл) — 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры, гвардия кесе сержанты. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1986).

Сәлимов Йәнмырҙа Сәйфулла улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  СССР
Тыуған көнө 1914
Тыуған урыны Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы
Вафат булған көнө 19 сентябрь 1989({{padleft:1989|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:19|2|0}})
Вафат булған урыны Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө яугир
Хәрби звание кесе сержант
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
«Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (СССР) I дәрәжә Ватан һуғышы ордены

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәлимов Йәнмырҙа Сәйфулла улы 1914 йылдың 5 июлендә Башҡортостандың Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуа.

Хәрби хеҙмәте

үҙгәртергә

1941 йылда Ғафури район хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына алына. 16-сы гвардия кавалерия дивизияһының 58-се гвардия кавалерия полкында 1-се эскадрондың ҡылыссылар отделениеһы командиры булып хеҙмәт итә. Ике тапҡыр «Батырлыҡ өсөн» (1944, 1945) миҙалы, «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» (1946) миҙалы менән бүләкләнә[1].

Сәлимов Йәнмырҙа Сәйфулла улы Бранденбург ҡалаһы өсөн алышта шәхси карабинынан дошмандың өс һалдатын юҡ итә. Артабанғы хәрби хәрәкәттәр барышында дошмандың һигеҙ һалдатын юҡ итә[2].

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә

Һуғыштан иçән-һау йѳрѳп kайтҡас, Сәлимов Йәнмырҙа Сәйфулла улы бар дәрт-дарманын, кѳсѳн йәлләмәй туған колхозында эшләй. Оҫта ҡурайсы булараҡ ауылдыӊ, райондыӊ мәҙәни тормошонда әүҙем ҡатнаша. 60-сы йылдарҙа Сәйетбаба ауыл Советы үҙешмәкәр коллективы менән Өфөлә, Мәскәүҙә сығыш яһай.

Ветеран 1989 йылдың 19 сентябрендә вафат була.

Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре

үҙгәртергә
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1944)[1].
  • «Батырлыҡ өсөн» миҙалы (1945)[1]
  • «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы (1946)[1]
  • I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1986)[1]

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Рамаҙан Өмөтбаев. «Генерал Кусимов». Ѳфѳ, «Китап», 1990 йыл, 93 -сѳ бит.
  • Т.Х Әхмәҙиев. «Башкирская гвардейская кавалерия» («Башкорт гвардия кавалерияһы»). Ѳфѳ, «Китап» ,1999 йыл,284-се бит
  • Айҙар Буранғолов. "Совет Башҡортостаны " гәзите (№ 267, 1984 йыл, 20 ноябрь,3-сѳ бит), очерк «Сәлимовтар».

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 687572. Единица хранения 603.
  • ЦАМО. Фонд 33. Опись 690155. Единица хранения 2880.
  • ЦАМО. Юбилейная картотека награждений, шкаф 53, ящик 11. Номер документа 51.