Кесе

(Кесе Табын битенән йүнәлтелде)

Кесе — көнбайыш табын башҡорттары составындағы ырыу.

Кесе
Һаны һәм йәшәгән урыны

Барлығы: билдәһеҙ
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Тел

башҡорт

Килеп сығышы

Табын

Урынлашыуы

үҙгәртергә

Монголдарҙың баҫып инеүе осоронда табын берләшмәһе тарҡалыуға дусар була. Уларҙың бер өлөшө төньяҡҡа — Башҡортостанға китә. Табындарҙың башта Ыҡ йылғаһының үрге ағымы, Асылыкүл буйында йәшәүе хаҡында мәғлүмәттәр халыҡ телендә әле лә һаҡланған. Борон Асылыкүлде «Ҡаратабын күле» тип аталыуы билдәле, уның был исеме ХIХ быуат уртаһына тиклем һаҡланған.

ХIV быуат аҙағынан алып табындар, Ыҡ, Дим һәм Асылыкүл буйҙарын ҡалдырып, көнсығышҡа һәм көньяҡҡа күсенә башлай. Көнсығыш табындарҙың ҡыуаҡан һәм һырҙы ырыуҙары Урал аръяғына китеп Яйыҡ йылғаһының үрге ағымын биләгән. Уларҙың ҡайһылары Йүрүҙән буйына күсенгән, бында уларҙың күршеләре әйлеләр булған. Көнбайыш табындар Башҡор­тостандың үҙәгендә нығынған, башта улар Ағиҙелдең һул яҡ ярын биләй, һуңынан ҡатайҙарҙы ҡыҫырыҡлап, Урал тауҙары буйына, Инйәр, Эҫем һәм Еҙем йылғалары үҙәндәренә килеп урынлашҡан. ХV—ХVI быуаттарҙа ҡара-табындарҙың бер өлөшө Ыҡтың түбәнге ағымына кире ҡайтҡан. Шәжәрәлә Ҡара Табын бейҙең Мейәс буйындағы ерҙәрҙе кире ташлап, Солман йылғаһы үҙәненә кире күсеүе хаҡында мәғлүмәттәр бар, һуңғараҡ улар Ирәкте ырыуы исемен йөрөтәләр.

Кесе ырыуы 18 ырыуҙан торған Табын ҡабиләһенә инә. Ырыуҙың күпселек халҡы хәҙерге Башҡортостандың үҙәк өлөшөндә — Ғафури районында йәшәй. Кесе Табын улусына ҡараған утарҙар Аралыҡ, Тирәкле, ауылдар — Ҡолған (Әлтәше), Уҫман, Йөҙимән, Яңы Ерек, Бурлы, Самыш (Яугилде), Тайыш, Некрасовка, Ҡарағай, Сәйетбаба, Толпар, Ләмиән, Елекле, Мораҙым (Мәндем); Сиктәш ауылдар: Юрмаш, Аҡташ, Ташаҫты, Имәндәш — Кәлсер ырыуы.

Кесе Табын ауылы хаҡындағы документтарҙа Бурлы йылғаһы телгә алына. Ә 1686 йылдың 1 ғинуарында яҙылған документта Табын улусының сирмештәр йәшәгән Бурлы ауылы хаҡында әйтелгән. Бурлы эргәһендә Кесе Табын ауылы булған. Үткән осор сирмеш ауылдары, мотлаҡ башҡорт ауылдары менән йәнәш урынлашыу тураһында дәлил йөрөй. XVII быуат аҙаҡтарында билдәһеҙ сәбәптәр арҡаһында Кесе Табын ауылы тарҡала һәм унда йәшәүсе халыҡ төрлөһө-төрлө яҡҡа тарала һәм улус биләмәһендә яңы ауылдар барлыҡҡа килә.

Кесе Табын ауылы хаҡындағы икенсе бер яҙма мәғлүмәт шулай уҡ суд документында теркәлгән. 1656 йылда хәҙерге Архангел районы биләмәһендә ер өсөн дәғүәләшеүселәрҙең алыҫ һәм яҡын күршеләре араһында воевода чиновниктары һорау алыу уҙғарған. Улар араһында Кесе Табын ауылы башҡорттары, «яһаҡ түләүсе Үтәш Туҡтағолов, Йәнекәй Илемов, Аҡбирҙе Битрәсев, Хоҙайбирҙе Үтәшев» бар. Үтәш Туҡтағолов бөгөнгө Үтәш ауылдарына (Оло, Бәләкәй, Урта) нигеҙ һалыусы кеше, уның улы — Хоҙайбирҙе Үтәшев. Документҡа һорауға яуап биреүселәрҙең тик береһе — Аҡбирҙе Битрәсев кенә үҙ тамғаһын ҡуйған[1][2][3]

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Курмаев Виктор. Кемдәр улар кесе табындар? «Табын», № 32, 38, 41, 44, 47, ? (17 апрель 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2016.(недоступная ссылка)
  2. Курмаев Виктор. Кемдәр улар кесе табындар? «Табын», № 32, 38, 41, 44, 47, ? (17 апрель 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2016.(недоступная ссылка)
  3. Курмаев Виктор. Кемдәр улар кесе табындар? «Табын», № 32, 38, 41, 44, 47, ? (17 апрель 2013). Дата обращения: 16 ғинуар 2016.
  • Башкирские шежере (сост., пер. текстов, введ. и комм. Р. Г. Кузеева). — Уфа: Башкирское книжное издательство, 1960. — С. 155—165. — 305 с. — 2000 экз. (рус.)
  • Йәнғужин Р. З. Башҡорт ҡәбиләләре тарихынан. — Өфө: Башҡортостан «Китап» нәшриәте, 1995. — 96 с. — ISBN 5-295-02551-3.
  • Кузеев Р. Г. Происхождение башкирского народа: Этнический состав, история расселения. — М.: Наука, 1974. — 572 с. (рус.)
  • Өмөтбаев М. И. Кесе Табын халҡының нәсабнамәһе // Йәдкәр. Шиғырҙар, публицистик яҙмалар, тәржемәләр, халыҡ ижады өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — С. 216—218. — 288 с.
  • Өмөтбаев М. И. Кесе Табын халҡының бабалары һәм унан айырылған Йомран Табын ере // Йәдкәр. Шиғырҙар, публицистик яҙмалар, тәржемәләр, халыҡ ижады өлгөләре, тарихи-этнографик яҙмалар. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1984. — С. 219—228. — 288 с.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә