Мәһәҙиев Марат Шәриф улы

Мәһәҙиев Марат Шәриф улы (рус. Магадеев Марат Шарифович) (20 июль 1962 йыл) — комсомол, дәүләт органдары һәм хәрби хеҙмәт ветераны, ғалим-инженер. 1987—1990 йылдарҙа ВЛКСМ-дың Стәрлетамаҡ ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары; 1995 йылдан Башҡортостан Республикаһының граждандар оборонаһы эштәре һәм ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса министрының беренсе урынбаҫары, 1999 йылдан — министры; 2005—2010 йылдарҙа Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан Республикаһы буйынса идаралыҡ начальнигы; 2012—2018 йылдарҙа Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары. Генерал-майор. Техник фәндәр кандидаты. Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш (1990—1993) Юғары Советы депутаты. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған экологы (2007). II дәрәжә «Ватан алдындағы ҡаҙаныштар өсөн» орденының миҙалы һәм «Башҡортостан Республикаһында фиҙакәр хеҙмәте өсөн» отличие билдәһе менән бүләкләнеүсе.

Мәһәҙиев Марат Шәриф улы
Зат ир-ат
Тыуған көнө 20 июль 1962({{padleft:1962|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:20|2|0}}) (62 йәш)
Тыуған урыны Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Биләгән вазифаһы Башҡортостан Республикаһының халыҡ депутаты
Уҡыу йорто Рәсәй химия-технология университеты

Биографияһы

үҙгәртергә

Марат Шәриф улы Мәһәҙиев 1962 йылдың 20 июлендә Башҡорт АССР-ының Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Милләте буйынса башҡорт, юғары белемле — 1985 йылда Д. И. Менделеев исемендәге Мәскәү химия-технология институтын (хәҙерге Российский химико-технологический университет имени Д. И. Менделеева) тамамлаған[1].

Хеҙмәт юлын 1979 йылда «Салауатнефтемаш» производство берекмәһендә смена начальнигы вазифаһында башлай, артабан «Каустик» производство берекмәһенең комсомол комитеты секретары була.

1987—1990 йылдарҙа — ВЛКСМ-дың Стәрлетатаҡ ҡала комитетының икенсе һәм беренсе секретары [2].

Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Башҡорт АССР-ының 12-се саҡырылыш Юғары Советының халыҡ депутаты итеп һайлана, Юғары Советтың йәштәр эштәре, физик культура һәм туризм буйынса комиссия рәйесе була [3].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Сайт УГАТУ(недоступная ссылка)
  2. // Парламентаризм в Башкортостане: история и современность. — Т. 2. — Уфа, 2005.УДК 930 ISBN 5-8258-0204-5
  3. Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 34

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә
  • Народные депутаты Республики Башкортостан. Двенадцатый созыв. — Уфа, Китап, 1994. — с. 104

Һылтанмалар

үҙгәртергә