Рәхимғолов Сафа Әхмәтша улы

112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры

Рәхимғолов Сафа Әхмәтша улы (1912 йыл — 9 май 1973 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, гвардия ҡыҙылармеецы, 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһының разведка дивизионында кавалерист-разведчик, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены[1] кавалеры.

Рәхимғолов Сафа Әхмәтша улы
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Совет Рәсәйе
 СССР
Тыуған көнө 1912
Тыуған урыны Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы
Вафат булған көнө 9 май 1973({{padleft:1973|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:9|2|0}})
Вафат булған урыны Сәйетбаба ауылы, Сәйетбаба ауыл Советы, Ғафури районы, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө разведчик
Хәрби звание ҡыҙылармеец[d]
Һуғыш/алыш Бөйөк Ватан һуғышы
Ғәскәр төрө кавалерия[d]
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
Ҡыҙыл Йондоҙ ордены «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалы «Берлинды алған өсөн» миҙалы "Варшаваны азат иткән өсөн" миҙалы

Биографияһы үҙгәртергә

Рәхимғолов Сафа Әхмәтша улы 1912 йылда Ғафури районы Сәйетбаба ауылында тыуған. Һуғышҡа тиклем колхозда эшләй. 1941 йылда Ғафури районы хәрби комиссариаты тарафынан Ҡыҙыл Армия сафына саҡрыла.112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы составындағы разведка кавалерия дивизионында кавалерист-разведчик булып хеҙмәт итә.
Һуғыштан һуң «Йондоҙ» колхозы Сәйетбаба ҡошсолоҡ фермаһында мөдир булып эшләй. 10 бала тәрбиәләп үҫтерә.1973 йылдың 9 майында Ғафури районы Сәйетбаба ауылында вафат була, шунда ерләнә[2]

Батырлығы үҙгәртергә

Сафа Рәхимғолов 1943 йылда Ивашка ауылы, Петровкино һәм Чернухино станциялары эргәһендә барған һуғышта үҙен тәүәккәл һәм ҡыйыу һуғышсы итеп күрәһәтә, аттарҙы ут аҫтынан алып сығып, хәүефһеҙ ергә урынлаштыра. Был батырлығы «Хәрби хеҙмәттәре өсөн» миҙалы менән баһалана[3]
1943 йылда Берёзки ҡалаһы өсөн барған һуғышта яу яланынан яраланған ҡыҙылармеецты һәм бер офицерҙы, аттарҙы алып сыға, уларҙың ғүмерен һаҡлап ҡала. Был батырлығы өсөн Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнә[1].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә