Максим Горький

(Пешков Алексей Максимович битенән йүнәлтелде)

Максим Горький — (Алексей Максимович Пешко́в; 16 (28 март) март 1868 йыл, Түбәнге Новгород, Рәсәй империяһы — 18 июнь 1936 йыл, Горки[1], Мәскәү өлкәһе, СССР) — рус яҙыусыһы, прозаик һәм драматург.

Максим Горький
Исеме:

Алексей Максимович Пешков

Псевдонимдары:

Максим Горький,
Иегудиил Хламида

Тыуған көнө:

1868({{padleft:1868|4|0}})

Тыуған урыны:

Рәсәй империяһы, Түбәнге Новгород ҡалаһы

Вафат булған көнө:

1936({{padleft:1936|4|0}})

Вафат булған урыны:

СССР, Мәскәү өлкәһе, Горки ҡасабаһы

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

яҙыусы, драматург

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

рус

Наградалары:

Ленин ордены

(аудио)
(аудио)
[[:Файл:{{{Имя_файла}}}|М. Горький тауышы]]
[[Файл:{{{Имя_файла}}}|left|180px|noicon]] 1934 йылдағы СССР Яҙыусылар съезы
Помощь по воспроизведению

Биографияһы

үҙгәртергә

Бала сағы

үҙгәртергә

Алексей Максимович Пешков 1868 йылда Түбәнге Новгородта олатаһы, буяу оҫтаханаһы хужаһы Василий Васильевич Кашириндың таш нигеҙле ҙур ағас өйөндә яҡты донъяға килә[2]. Атаһы вазифаһынан төшөрөлгән офицер улы ағас оҫтаһы Максим Савватьевич Пешков (1840—1871) була.[3][4]. Православие дине буйынса суҡындырылған[5]. Өс йәшендә Алёша Пешков ваба холера ауырыуынан терелә. Атаһы, пароход контораһы идарасыһы булып эшләгән М. С. Пешков, улынан ошо сирҙе йоҡтороп, 29 июля 1871 йылдың 29 июлендә Әстерханда вафат була. Алёша атаһын иҫләмәй тиерлек, әммә яҡындарының уның тураһында һөйләгәне тәрән эҙ ҡалдыра — 1892 йылда «Максим Горький» псевдонимын алыуы ла Максим Савватьевич хөрмәтенә була. Әсәһе — Варвара Васильевна, ҡыҙ фамилияһы — Каширина (1842—1879) — мещан ғаиләһенән; икенсе тапҡыр тормошҡа сыға, 1879 йылдың 5 авгусында ҡара үпкә сиренән (чахотка) үлә. Максимды өләсәһе Акулина Ивановна тәрбиәләй. Горькийҙың ҡартатаһы Савватий Пешков — офицер, һалдаттарға ҡаты мөғәмәләһе өсөн Себергә оҙатыла, мещан ҡатламына яҙыла. Уның улы Максим атаһынан биш тапҡыр ҡасып китә һәм 17 йәшендә өйөнән бөтөнләйгә китә[6][7].

Иртә етем ҡалған Алексей Түбәнге Новгородта әсәһе яғынан олатаһы һәм өләсәһендә тәрбиәләнә. 11 йәшенән хеҙмәт юлын башлай — «хәлле кешеләргә яллана»: «магазинда йомошсо малай», пароходта һауыт-һаба йыуыусы, икмәк бешереүсе улып эшләй, икона төшөрөү оҫтаханаһында өйрәнсек була.

Алексейҙы уҡырға әсәһе, олатаһы сиркәү грамотаһына өйрәтә. Бик аҙ ғына ваҡыт земство мәхәллә мәктәбендә уҡый, сәсәк ауырыуын йоҡторғандан һуң, уҡыуы туҡталып ҡала. Артабан Канавин слобода училищеһында ике класс тамамлай. Малайҙың уҡытыусы һәм рухани менән мөнәсәбәте ҡатмарлы була. Әстерхан һәм Түбәнге Новгород епискобы Хрисанф (Ретивцев) владыканың килеүе Горькийҙың хәтерендә иң яҡты иҫтәлек булып һаҡлана. Владыка Пешков менән оҙаҡ итеп әңгәмәләшә, изгеләр житияһын һәм Псалтырҙы белгәне өсөн маҡтай, тәртипле булырға, «аптыҡ шуҡланмаҫҡа» өндәй. Әммә епископ китеү менән Алексей олатаһы Каширинға үс итеп үҙенең яратҡан Изге Писаниеһын йыртҡылай, изгеләрҙең биттәрен ҡайсы менән ҡырҡҡылай. Автобиографияһында Пешков бала саҡта сиркәүгә йөрөргә теләмәүен, ләкин ҡартатаһы уны көсләп йөрөтөүен билдәләй. Мәктәптә Пешков ауыр холоҡло үҫмер тип һанала[8]. Горький ғүмер буйы атеист була. Күренекле яҙыусы: «Алла уйлап сығарылған — кешеләр менән идара итер өсөн, һәм ул хужаға кәрәк, ә эшсе халыҡҡа ул — күрәләтә дошман»[9].

Алексей үгәй атаһын, әсәһен ҡыйырһытҡаны өсөн, саҡ сәнсеп үлтермәй һәм яңынан бөлгөнлөккә төшкән олатаһы Каширинға ҡайта. Күпмелер арауыҡта урам малай өсөн «мәктәпкә» әүерелә, ул ата-әсә ҡарауынан ситләшкән үҫмерҙәр компанияһы менән аралаша; унда Башлык ҡушаматына эйә була. Ярлы ҡатлам балалары башланғыс приход училищеһында уҡый. Дәрестәрҙән һуң сепрәк-сапраҡ йыя, тиҫтерҙәре менән келәттәрҙән утын урлаштыралар; Пешковтан «хәйерсе» тип көләләр. Пешковтан йыуынты һыу еҫе килә һәм уның янында ултырыу ҡыйын, тип ошаҡлашыуҙары уны ныҡ ғәрләндерә, Алексей училищены ташлай. Урта белем булмағас, университетҡа инерлек документы булмай. Әммә Пешковтың уҡыу теләге көслө була. Пешков китаптарҙы ҡомһоҙлоҡ менән күп уҡый, бер нисә йыл үтеүгә фәйләсуф-идеалистар — Ницше, Эдуард фон Гартманды, Шопенгауэрҙы, Эльм Мари Кароны, Джеймс Селлиҙың яҙған фекерҙәрен яттан һөйләй; кисәге берәҙәк дипломлы иптәштәрен классиктар әҫәрҙәре менән таныш булыуы менән аптырата. Хатта 30 йәшенә еткәндә лә, Пешков бик хаталы, орфографик һәм пунктуацион хаталар менән яҙа, ҡатыны Екатерина, профессиональ корректор бик күп тапҡыр төҙәтә[10].

Йәшлек йылдарынан алып ғүмер буйына Горький, даими «яҙмайым», бары тик «яҙырға ғына өйрәнәм», тип ҡабатлар була. Үҙенең «был донъяға ризалашмай йәшәр өсөн килгәнлеген» һыҙыҡ өҫтөнә ала[11][12].

Бала саҡтан Алексей пироман була, уттың арбауыс яныуын күҙәтергә яратҡан[13].

Әҙәбиәт белгестәренең уртаҡ фекере буйынса, Горькийҙың «Детство», «В людях» һәм «Мои университеты» әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған автобиографик трилогияһын документаль итеп ҡабул итеү кәрәкмәй. Был художество әҫәрҙәрендә яҙылған ваҡиғалар авторҙың фантазияһы һәм ижади күҙ алдына килтереүе, революция осоро контексы менән икенсе төҫкә индерелгән. Кашириндар һәм Пешковтар ғаилә һыҙаттары мифологик итеп төҙөлгән, яҙыусы әҫәр геройы Алексей Пешковты үҙе менән тигеҙләмәгән, трилогияла заманына тап килгән ысын ваҡиғалар һәм персонаждар ҙа, уйлап сығарылғандары ла бар[14].

Горький, ҡартайғансы, үҙенең тыуған йылын 1869 йыл тип иҫәпләгән; 1919 йылда Петроградта уның 50 йәшлек «юбилейы» киң билдәләнә[15]. Яҙыусының 1868 йылда тыуыуын, сығышын һәм бала сағы хәлдәрен раҫлаусы документтар (метрик яҙыуҙар, йәниҫәп һәм ҡаҙна палаталары ҡағыҙҙарын 1920 йылда Горькийҙың биографы, тәнҡитсе һәм әҙәбиәт тарихсыһы Илья Александрович Груздев һәм крайҙы өйрәнеүсе энтузиастар таба; тәүләп «Горький и его время» китабында баҫылып сыға[16].

1907 йылда уҡ әле Горький үҙенең социаль сығышын «Түбәнге Новгород ҡалаһының буяу оҫтаханаһының цех мастеры Алексей Максимович Пешков» тип күрһәткән. Брокгауз һәм Ефрон энциклопедик һүҙлегендә Горький мещан тип күрһәтелгән[17].

Йәшлек йылдары һәм әҙәбиәттә тәүге аҙымдары

үҙгәртергә

1884 йылда Алексей Пешков Ҡазанға килә һәм [[Ҡазан университеты]]на уҡырға инергә тырышып ҡарай, ләкин уңышһыҙлыҡҡа осрай. Ул йылды университет уставы менән иң ярлы ҡатламдарҙан сығыусыларҙы уҡырға алыу киҫкен сикләтелгән була, етмәһә, Пешковтың урта белем тураһында аттестаты булмай. Пристандарҙа эшләй һәм революцион йәштәрҙең йыйылыштарына йөрөй. Марксистик әҙәбиәт һәм пропагандистик эш менән таныша. 1885—1886 йылдарҙа В. Семёновтың кондитер крендель заведениеһында икмәк бешереүсе булып эшләй. 1887 йылда народник Андрей Степанович Деренковтың икмәкханаһында (1858—1953) эшләй, унан алынған килем Ҡазанда народниктар хәрәкәтен финанслауға йүнәлтелә. Был йылды уның олатаһы һәм өләсәһе Кашириндар вафат була[18].

1887 йылдың 12 декабрендә Ҡазанда Иҙел йылғаһының бейек ярында, монастырь ҡоймаһы янында, 19 йәшлек Пешков йәшлек депрессияһы тәьҫирендә, үҙенә мылтыҡтан ата. Алексейҙы земство дауаханаһында, үпкәһенә операция яһап, ҡотҡаралар. Был эштең эҙемтәһе — ғүмер буйына үпкә сире менән яфалана. Ҡазан духовный консисторияһы үҙенә ҡул һалғаны һәм тәүбәгә килмәгәне өсөн сиркәүҙән ҡыуыла[19][20].

В марте 1888 йылдың мартында Николай Евграфович Федосеев түңәрәге менән элемтә тотҡаны өсөн тәүге тапҡыр ҡулға алына. Полицияның даими күҙәтеүе аҫтында тора. Пешков күпмелер ваҡыт батраклыҡта йөрөй. 1888 йылдың октябрендә Грязе-Царицын тимер юлының Добринка станцияһына ҡарауылсы булып урынлаша. «Сторож» һәм «Скуки ради» автобиографик хикәйәләрен яҙа. Һуңынан Каспий диңгеҙендә балыҡсылар артелендә эшләй[21][6]

1889 йылдың ғинуарында Борисоглебск станцияһына үлсәүсе булып күсә[22]. Бында Алексей станция начальнигы ҡыҙы Мария Басаргинаға ғашиҡ була[23]. Крәҫтиәндәр өсөн Лев Николаевич Толстой булдырған тибындағы игенселек общинаһы төҙөп маташа. Лев Николаевич Толстой менән Ясная Полянала һәм Мәскәүҙә орашырға хыяллана. Әммә Толстой йөрөксөнө ҡабул итмәй, һәм Пешков Түбәнге Новгородҡа мал вагонында ҡайта[24].

1889 йыл аҙағы — 1890 йыл башында Түбәнге Новгородта яҙыусы Владимир Галактионович Короленко менән осраша, һәм уға үҙенең тәүге әҫәрен «Песнь старого дуба» поэмаһын күрһәтә. Короленко был поэманы үтә ныҡ тәнҡитләй. 1889 йылдың октябренән Пешков адвокат А. И. Ланинда хат ташыусыһы була. Ошо айҙа тәүге тапҡыр ҡулға алына һәм төрмәгә ябыла[25]. Студент-химик Н. З. Васильев Алексейҙы фәлсәфә менән таныштыра[6].

1891 йылдың 29 апрелендә Пешков Түбәнге Новгородтан «Русь буйлап» сәйәхәткә сыға. Иҙел буйында, Донда, Украинала (Николаевта дауаханаға эләгә), Ҡырымда һәм Кавказда була, юлдың күп өлөшөн йәйәү үтә, ҡайһы берҙә ылау, тимер юлы йөк вагондарының тормоз майҙансыҡтарында бара. Ноябрҙә Тифлисҡа килә. тимер юл оҫтаханаһына эшкә урынлаша. 1892 йылдың йәйендә Абхазияла Сухуми — Новороссийск шоссеһын төҙөүҙә ҡатнаша, бик аҙ ғына арауыҡ Баҡы нефть-газ районы промыслаларында хеҙмәт итә — был хеҙмәтте яҙыусы иң ауыр хеҙмәт тип атай[26]. Тифлисҡа килгәс, механик, ер үлсәүсе, семинарист, студент һәм тимер юл эшсеһе менән подвалда йәшәй. Эшселәргә предприятие хакимиәте тарафынан иҙеү, башбаштаҡлыҡ факттарын дәфтәргә яҙып барырға өйрәтә, ә ҡағыҙға төшөрөлгән мәғлүмәт шаһитлыҡ көсөнә эйә һәм социаль ғәҙелһеҙлекте ҡаҡшатырына ышана. Тифлис таныштары Пешковтың мөһабәт фигураһын, тупаҫыраҡ манера, хәрәкәт һәм ишараларын тасуирлай. Тифлис осоронда Джордж Байрондыҡына оҡшаған шиғырҙар ижад итә, «Каин» һәм "Манфред"ты яттан һөйләй. Һуңғараҡ уларға нигеҙләнеп поэму «Девушка и Смерть» поэмаһын (1918 йылда баҫыла) яҙа. Пешковтың телдән һөйләгәндәрен тыңлаусылар тормошҡа яҡын, бер аҙ ирониялы стилдә һәм деталдәргә бай тип хәтерләп һөйләгән[27]. 1892 йылға Пешков йөк ташыусы, балта оҫтаһы, туҡыма буяусы, икмәк бешереүсе, бурлак, төҙөүсе, ҡарауылсы, репортёр һ.б. эштәрҙә тәжрибә туплап өлгөргән була.[28] Тифлиста Пешков революционер Александр Калюжный менән таныша. Ил буйлап сәфәре тураһында һөйләгәндәрен тыңлағас, Калюжный Пешковҡа шул тарихтарын яҙып барырға кәңәш итә. «Макар Чудра» ҡулъяҙмаһы әҙер булғас, Калюжный уны «Кавказ» гәзитендә 1892 йылдың 12 сентябрендә М. Горький исеме аҫтында баҫтыра.[28]

 
Горькийҙың берҙән-бер законлы ҡатыны[29] Пешкова Екатерина Павловна

1893 йылда Түбәнге Новгородтың «Волгарь» һәм «Волжский вестник» гәзиттәрендә баҫыла. Короленко уның әҙәби остазы була.

1894 йылдың авгусында Короленко тәҡдиме менән Пешков йолҡош-контрабандист мажаралары тураһында «Челкаш» хикәйәһен яҙа. 1895 йылда Пешков Һамарға күсә, профессиональ журналист булып китә, Иегудиил Хламида псевдонимы аҫтында мәҡәләләр, фельетондар һәм очерктар яҙа. [30]. «Русское богатство» журналы, ниһәйәт, июнь һанында "Челкаш"ты баҫтыра, һәм ул Максим Горькийға тәүге әҙәби танылыу алып килә[31].

1896 йылдың 30 авгусында һамар Вознесенский соборында Горький «Самарская газета» корректоры Екатерина Павловна Волжина менән никахлаша. 1896 йылдың октябрендә Горький үпкә сиренән дауалана, ә ғинуарҙа — туберкулёз диагнозы ҡуйыла. Ҡырымда, Украинала, Полтава эргәһендә дауалана. 21 июля 1897 йылдың 21 июлендә тәүге балалары — улы Максим тыуа[32].

1897 йылда Горький — «Русская мысль», «Новое слово», «Северный вестник» журналдарында «Коновалов», «Зазубрина», «Ярмарка в Голтве», «Супруги Орловы», «Мальва», «Бывшие люди» һ.б. хикәйәләре баҫылып сыға. Октябрҙә тәүге ҙур әҫәрен, «Фома Гордеев» романын, яҙа башлай[31].

Әҙәби һәм йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Тәүге билдәлелектән — танылыуға (1897—1902)

үҙгәртергә

1897 йылдың октябренән 1898 йылдың ғинуар уртаһына тиклем Горький Каменка ҡасабаһында (хәҙер Тверь өлкәһе Кувшиново ҡалаһы) Николай Васильевтың фатирында йәшәй, ул йәшерен марксистик түңәрәк етәксеһе була. Артабан бында алған тормош кисерештәре «Жизнь Клима Самгина» романына нигеҙ була.

1898 йылда Горький әҫәрҙәренең ике томы донъя күрә.[33], икеһе лә тиҙ арала һатылып бөтә. Китапҡа рецензияһында «Русское богатство» журналының баш редакторы Н. К. Михайловский Горький ижадына «үҙенә бер башҡа» һәм Ницшеның мессиан идеялары үтеп инеүен күрһәтә[34].

 
1900 год, Ясная Поляна. Лев Толстой һәм Максим Горький

1899 йылда Горький тәүге тапҡыр Санкт-Петербургҡа килә. Әҫәрҙәренең 3-сө томы һәм «Фома Гордеев» романы, поэма в прозе «Песня о Соколе» позма-поэмаһы донъя күрә. Горькийҙың сит телдәргә тәржемә ителгән әҫәрҙәре сыға[35].

1900—1901 йылдарҙа Горький Антон Павлович Чехов, Лев Николаевич Толстой менән шәхсән таныша.

 
Нестеров Михаил Васильевич. А. М. Горький портреты. (1901 г.) А. М. Горький музейы, Мәскәү

1901 йылдың мартында Түбәнге Новгородта кескәй генә форматлы, әммә һирәк, үҙенсәлекле жанр әҫәрен, прозалағы йыр — киң билдәле «Песня о Буревестнике» әҫәрен ижад итә. Түбәнге Новгород, Сормово, Санкт-Петербург марксистик эшсе түңәрәктәре ҡатнаша; самодержавие менән көрәшкә саҡырыусы прокламация яҙа. Шуның өсөн Түбәнге Новгородтан һөрөлә.

1901 йылда Горький тәүге тапҡыр драматургияға мөрәжәғәт итә. «Мещане» (1901), «На дне» (1902) пьесаларын яҙа. 1902 йылда ул йәһүд Зиновий Алексеевич Свердловтың крёстныйы һәм уллыҡҡа алған атаһы булып китә, ул Пешков фамилияһын ала һәм православие диненә күсә. Зиновий Мәскәүҙә йәшәү хоҡуғына эйә була.

Әҙәби эшмәкәрлеге алты йыл ғына дауам итеүенә ҡарамаҫтан, 1902 йылдың 25 февралендә Горькийҙы Санкт-Петербург Император Фәндәр Академияһының нәфис әҙәбиәт дәрәжәһе буйынса Почётлы академик итеп һайлайҙар. Николай II, асыуланып, зәһәр иҫкәртеүле резолюция һала: «Артыҡ оригиналь». Горький үҙенең яңы хоҡуҡтары менән файҙаланып та өлгөрмәй, яңы һайланған академик полиция күҙәтеүе аҫтында торғанлыҡтан", хөкүмәт һайланыуын юҡҡа сығарып та ҡуя. Бының менән бәйле Чехов һәм Короленко Академияла ағза булып тороуҙан баш тарта[36]. Горький «социаль реализм» ағымына нигеҙ һалыусы һәм әҙәбиәт модаларын законлаштырыусыға әйләнә: «подмаксимка» тип йөрөтөлгән йәш яҙыусылар төркөмө (Елеонов, Юшкевич, Скиталец, Сергей Иванович Гусев-Оренбургский, Александр Иванович Куприн һәм тиҫтәләгән башҡалар), улар мыйыҡ үҫтерә, киң эшләпә кейә, ябай кешеләргә хас булғанса, ҡырҡыу һәм тупаҫ ҡыланалар, әҙәби телмәргә тоҙло һүҙ ҡыҫтыра белеүҙәре, волга оканьеһы менән Горькийға оҡшарға тырышалар[37]. 1917 йылдың 20 мартында Февраль революцияһы монархияны бәреп төшөргәндән һуң, Горькийға почётлы академик хоҡуғы кире ҡайтарыла (СПбФ АРАН. Ф. 9. Оп. 5. Д. 5. Л.10 об.—11).

1902 йылда году «Валашская легенда», аҙаҡ «Легенда о Марко» тигән танылған шиғырын яҙа. «Легенда о Марко» башта «О маленькой фее и молодом чабане (Валашская сказка)» тигән хикәйәгә инә. Һуңғараҡ Горький шиғырҙы айырым әҫәргә әйләндерә һәм композитор Спендиаров Александр Афанасьевичҡа музыкаға һалырға ризалыҡ бирә. 1903 йылда көйө яҙылған яңы текст баҫыла[38]. 1906 йылда шиғыр «М. Горький. Песня о Соколе. Песня о Буревестнике. Легенда о Марко» тигән китапҡа индерелә[39].

Түбәнге Новгородтағы фатиры

үҙгәртергә

1902 йылдың сентябрендә бөтә донъяға танылған һәм яҡшы гонорарҙар алыусы Горький ҡатыны Екатерина Павловна һәм балалары Максим (1897 й. 21 июле тыуған) һәм Катя (1901 й. 26 майы тыуған), Түбәнге Новгород бароны Н. Ф. Киршбаумдан ҡуртымға алынған 11 бүлмәле йортҡа күсә (хәҙер — Түбәнге Новгородтағы Горький йорт-музейы[40]. Был ваҡытта Горький 6 том әҙәби әҫәрҙәр авторы 16 телгә тәржемә ителгән 50-гә яҡын әҫәр авторы була. 1902 йылда Горький тураһында 260 гәзит һәм 50 журнал мәҡәләһе яҙылған була, 100-ҙән артыҡ монография баҫыла. 1903 һәм 1904 йылдарҙа Рус драма яҙыусылары һәм композиторҙары йәмғиәте Горькийға «Мещане» һәм «На дне» пьесалары өсөн ике тапҡыр Грибоедов премияһы тапшыра. Яҙыусы баш ҡала йәмәғәтселегенең абруйын яулай: Санкт-Петербургта Горький «Знание» китап нәшриәте эшмәкәрлеге буйынса, ә Мәскәүҙә Мәскәү художество театрының (МХТ) әйҙәүсе драматургы булараҡ билдәле була.

Горькийҙың йомарт аҡса һәм ойоштороу ярҙамы менән Түбәнге Новгородта Халыҡ йорто төҙөлә, халыҡ театры булдырыла, Фёдор Иванович Шаляпин исемендәге мәктәп асыла.

Яҙыусының Түбәнге Новгородтағы фатирын замандаштары «Горький академияһы» тип йөрөтә, В. Десницкий баһаһы буйынса, унда «юғары рух ынтылышы атмосфераһы» урын ала. Яҙыусының фатирына көн һайын тиерлек ижади интеллигенция вәкилдәре килә, иркен ҡунаҡ бүлмәһендә йыш ҡына 30 — 40 мәҙәниәт эшмәкәре йыйыла торған була. Ҡунаҡтар араһында Лев Николаевич Толстой, Леонид Николаевич Андреев, Иван Алексеевич Бунин, Антон Павлович Чехов, Евгений Николаевич Чириков, Илья Ефимович Репин, Константин Сергеевич Станиславский була. Иң яҡын дуҫы — Фёдор Иванович Шаляпин.

Ошо фатирында Горький «На дне» пьесаһын тамамлай, ул Рәсәйҙә һәм Европа сәхнәләрендә ҡуйыла, уңыштан илһамланған яҙыусы «Мать» романын башлап ҡуя, «Человек» поэмаһын яҙа, «Дачники» пьесаһының канваһын күҙаллай[41].

Мария Андреева менән мөнәсәбәттәре

үҙгәртергә
 
Горькийҙың фактик ҡатыны, МХТ актрисаһы Мария Фёдоровна Андреева

1900-сы йылдар сигендә Горькийҙың тормошонда статуслы, матур һәм уңышлы ҡатын-ҡыҙ барлыҡҡа килә[42]. 1900 йылдың 18 апрелендә Мәскәү Художество театры Севастополдә А. П. Чеховтың «Чайка»һын күрһәтә, спектакль барышында, өсөнсө акттан һуң, А. Чехов Горькийҙы билдәле мәскәү актрисаһы Мария Фёдоровна Андреева менән таныштыра.

«Мине уның һәләтенең матурлығы һәм көсө арбағайны», — тип хәтерләй Андреева. Танышҡан саҡтарында икеһенә лә 32 йәш була. Ҡырым гастролдәренән башлап, яҙыусы һәм актриса йыш осраша башлайҙар, Горький башҡа ҡунаҡтар менән бер рәттән Андреева һәм, мөһим тимер юл чиновнигы Желябужскийҙың бай йыһазландырылған 9 бүлмәле фатирына йыш саҡырыла[43]. Андреева Горькийҙың тәүге «На дне» пьесаһында Наташа ролен уйнауы менән һоҡландыра: «Күҙ йәштәре менән яҡын килде, ҡулымды ҡыҫты, рәхмәт әйтте. Шунда тәүге тапҡыр бөтә кеше алдында мин уны ҡыҫып ҡосаҡланым һәм үптем»[44][45][43]. Андрееваға тоҡанған хисе Горький эволюцияһында әһәмиәтле фактор була тип билдәләй Павел Валерьевич Басинский һәм Дмитрий Львович Быков, 1904—1905 йылдарҙа Андреева йоғонтоһо менән Горький Ленин партияһы РСДРП-ға яҡыная һәм ағзаһы була. 1905 йылдың 27 ноябрендә Горький тәүге тапҡыр бер ай элек кенә сәйәси эмиграциянан ҡайтҡан Владимир Ильич Ленин менән осраша[46][47][48][49].

1903 йылда Андреева ғаиләһенән (унда фәҡәт хужабикә һәм ике бала әсәһе булараҡ йәшәй) китә, Горькийҙың граждан ҡатыны һәм әҙәби сәрҡәтибе була[50]. Ялҡынлы мөхәббәт хисе менән ҡармаҡланған яҙыусы Түбәнге Новгородты бөтөнләйгә ташлап китә, Мәскәүҙә һәм Санкт-Петербургта йәшәй, әҙәби абруйы һәм башланып киткән йәмәғәт эшмәкәрлеге уға яңы перспективалар аса. 1906 йылдың йәйендә Горький Андреева менән АҠШта йөрөгәндә, Түбәнге Новгородта 16 августа менингиттан ҡапыл ғына 5 йәшлек ҡыҙы Катя үлә. Горький Американан ташланған ҡатынына йыуатҡыс хат яҙа һәм улын һаҡлауын үтенә[51]. Ирле-ҡатынлы айырылышырға ҡарар итә, Горькийҙың Андреева менән рәсмиләштерелмәгән бәйләнештәре 1919 йылға тиклем дауам итә, тәүге ҡатыны менән рәсми рәүештә айырылышмай. Е. П. Пешкова ғүмеренең аҙағына саҡлы уның ҡатыны булып ҡала, һәм был ябай яһалмалыҡ ҡына булмай. 1928 йылдың 28 майында, ете йыл эмиграциянан һуң, Италиянан СССР-ға ҡайтып, 60 йәшен билдәләгәндә, Горький Мәскәүҙә Тверь урамында СССР-ҙағы берҙән-бер асыҡ эшләгән сәйәси тотҡондарҙың хоҡуғын яҡлаусы Комитетты етәкләүсе Екатерина Пешкованың фатирында туҡтай. 1936 йылдың июлендә Горькийҙы ерләгәндә, Екатерина Павловна законлы, бөтәһе лә таныған тол ҡатыны булып ҡала, һәм И. В. Сталин ҡайғыһын уртаҡлашыу хатын уға төбәй[52][53][54][55].

Горькийҙың ике ҡатыны араһындағы мөнәсәбәт ҡырҡыу булмай: Е. П. Пешкова улы Максим менән Горькийға Каприға ҡунаҡҡа килгәндә лә М. Ф. Андреева менән аралаша. 20 июля 1936 йылдың 20 июлендә Горькийҙы ерләгәндә лә, Союздар Йорто Колонна залында төшөрөлгән фотографиянан күренеүенсә, Е. П. Пешкова һәм М. Ф. Андреева катафалк артынан тигеҙ атлап килә[48][56][49].

Пролетариат яҙыусыһы

үҙгәртергә
 
Максим Горький, 1905

1904—1905 йылдарҙа Максим Горький «Дачники», «Дети солнца», «Ва́рвары» пьесаларын яҙа. Революцион прокламациялар һәм Ҡанлы йәкшәмбе ваҡиғаларынан һуң Петропавловский ҡәлғәһенә ябыла. Горькийҙы иреккә сығарыуҙы талап итеп күп сәнғәт әһелдәре: Герһарт Гауптман, Анатоль Франс, Огюст Роден, Томас Харди, Джордж Мередит, итальян яҙыусылары Грация Деледда, Марио Раписарди, Эдмондо де Амичис, серб яҙыусыһы Радое Доманович сығыш яһай[57], композитор Джакомо Пуччини, философ Бенедетто Кроче, Германия, Франция, Англиянан донъя ижади һәм фән вәкилдәре үҙ фекерен белдерә[58]. Уны иреккә сығаралар. 1905 йылдың ноябрендә Горький РСДРП сафына баҫа.

1904 йылда Горький һәм Андреева Репинола дачала йәшәй. Күршеләге «Пенаты» усадьбаһына рәссам Илья Ефимович Репинға киләләр. Ригала гастролдә булалар. Старая Русса курортының шифалы сығанаҡтарында ял итәләр. Бер ваҡыт Горький менән Андреева Вспольный тыҡрығы, 16 -сы йортта актриса фатирында үткәрә[59]. 1905 йылдың мартынан май айына тиклем Горький Андреева менән Ялтала, артабан тағы Куоккалала ял итә. 13 майҙа Ницце ҡалаһында уртаҡ дуҫтары һәм меценат Савва Морозов үҙенә ҡул һалып яҡты донъянан китеү хәбәрен ишетәләр[43][54].

Горький — нәшриәтсе

үҙгәртергә
 
М. Горький, Д. Н. Мамин-Сибиряк, Н. Д. Телешов һәм И. А. Бунин. Ялта, 1902 йыл

Максим Горький нәшриәтсе булараҡ та үҙенең талантын күрһәтә. 1902—1921 йй. өс нәшриәтте етәкләй — «Знание», «Парус» һәм «Всемирная литература». Горький 1900 йылдың 4 сентябренән «Знание» нәшриәтендә философия, иҡтисад һәм социология буйынса әҙәбиәт һәм халыҡ өсөн арзан китаптар баҫтырырға ниәт итә. Әммә был башланғыс та, реалист яҙыусыларҙы баҫтырыу ҙа, сауҙа көрсөгөнән ҡурҡыу арҡаһында хупланмай. 1901 й. ҡаршы яҡ нәшриәттән китә, Горький менән К. П. Пятницкий тороп ҡала. «Знание» нәшриәте беллетристика баҫтыра. Ай һайын 200 мең тираж менән 20 китап сығарып, А. С. Суворин, А. Ф. Маркс, М. О. Вольф кеүек Петербург нәшриәтселәрен артта ҡалдыра. 1903 йылға «Знание» ҙур тираж менән Горькийҙы, Леонид Андреевты, Иван Бунинды, Александр Купринды, Серафимовичты, Телешовты, Гусев-Оренбургскийҙы баҫтыра. 1904 йылда яҙыусы-реалистарҙың беренсе коллектив йыйынтығы сығарыла[60].

Горький гонорар сәйәсәтендә ыңғай үҙгәрештәргә килә — «Знание» аҡса түләй. гонорар 300 һум (XX б. башында 100 г. араҡы 3 тин, 1 буханка икмәк — 2 тин) ҡуйыла. [60].

 
Максим Горький, 1906 йыл

1906 йыл башында, Горький сәйәси эҙәрлекләүҙәр арҡаһында Рәсәйҙән китә, сәйәси эмигрантҡа әйләнә. 1912 йылда «Знание» эшен туҡтата[61].

1906 йылдың февралендә Владимир Ильич Ленин һәм Леонид Борисович Красин ҡушыуы буйынса Горький һәм актриса Мария Фёдоровна Андреева Финляндия, Швеция, Германия, Швейцария һәм Франция аша пароходта Америкаға китә[62].[59].

Горький менән Андреева Америкала сентябргә саҡлы була. Маҡсат — Рәсәйҙә революция әҙерләү өсөн большевиктар кассаһына аҡса йыйыу. Нью-Йоркта, Бостонда, Филадельфияла бер нисә митинг үткәрелә (партия кассаһына 1200 доллар йыйыла). Репортёрҙар интервью ала. Горький Марк Твен менән таныша. Горький менән Андрееваны ирле-ҡатынлы Мартиндар үҙҙәренең Статен-Айлен утрауындағы йортонда йәшәтәләр[59][63][62].

Америкала Горький Франция һәм АҠШ-та «буржуаз» мәҙәниәте тураһында сатирик памфлеттар яҙа («Мои интервью», «В Америке»). Мартиндар поместьеһында Горький «Мать» романын яҙа башлай[64]. Рәсәйгә ҡайтҡас, «Враги» пьесаһын башлай һәм «Мать» романын тамамлай[4][65].

1906 йылдың октябрендә туберкулёздан дауаланыу маҡсатында Горький Андреева менән Италияға килә. Неаполдә митинг ойоштора, һуңынан Горький Капри утрауында туҡтай, һәм 7 йыл йәшәй[66]. Grand Hotel Quisisana ҡунаҡханаһында йәшәйҙәр[67][68]. Каприҙа ҙур ғына рус колонияһы була[69].

 
Капри. Горький 1909—1911 йй. ҡортомға алған вилла (ҡыҙыл-көрән төҙтә)

Йәй көнө виллаға Горький менән күрешергә рәсәйлеләр килә. Е. П. Пешкова, улы Максим, һәм уллыҡҡа алынған Пешков Зиновий Алексеевич та килгән[70] Горький Ленин менән даими рәүештә хат алышҡан. Сит телдәр өйрәнә алмай[71].

Каприҙа Ленин йоғотоһо менән марксизм фәлсәфәһенә күсә. Горькийҙың етеп килгән революцияны идеалләштереүе, Октябрь революцияһы еңгәндән һуң, уның аяуһыҙлығын Рәсәйҙә үҙ күҙе менән күргәнгә тиклем дауам иткән[72][73]. Каприҙа йәшәгән дәүерҙә:

  • 1907 йыл — РСДРП-ның V съезы делегаты. Ленин менән осрашыуы.[74].
  • 1908 й. — «Последние» пьесаһы, «Жизнь ненужного человека» повесы.
  • 1909 й. — «Городок Окуров», «Жизнь Матвея Кожемякина» повестары.
  • 1913 й — «Сказки об Италии» әҫәрен тамамлай.

1906—1913 йй. Каприҙа Горький «Сказки об Италии» циклына берләшкән 27 ҙур булмаған хикәйә яҙа. Эпиграф итеп Ханс Кристиан Андерсендың: «Тормош үҙе барлыҡҡа килтергән әкиәттәрҙән дә яҡшырағы юҡ» тигән һүҙҙәрен ала[72].

Рәсәйгә ҡайтыуы, 1913—1917 йылдар ваҡиғалары һәм эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1913 йылдың 31 декабрендә, Италияла «Детство» повесын яҙып бөтөп, Романовтар йортона 300 йыл тантанаһы уңайынан дөйөм амнистия иғлан ителгәнлектән, Горький Рәсәйгә ҡайта. Мария Андреева менән Финляндияла туҡтала, һуңынан 1914—1919 йй. Санкт-Петербургта йәшәй[73][75].

1914 йылда Горький большевистик газеты «Звезда» һәм «Правда» гәзиттәрен мөхәррирләй, «Просвещение» большевистик журналының художество бүлеген етәкләй, пролетар яҙыусыларының беренсе йыйынтығын баҫтыра. 1915—1917 йй. «Летопись» журналын нәшерләй, «Парус» нәшриәтенә нигеҙ һала[75].

1912—1916 йй. Горький «По Руси» йыйынтығына ингән хикәйәләр һәм очерктар серияһын булдыра, «Детство», «В людях» автобиографик повестарын баҫтыра.[75]. Трилогияның «Мои университеты» тигән һуңғы өлөшө 1923 йылда яҙыла.

Февраль һәм Октябрь революциялары, 1917—1921 йылдарҙағы эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

1917—1919 йылдарҙа Февраль революцияын да, һуңғараҡ Октябрь революцияһын да һалҡын ҡаршылаған Горький ҙур йәмәғәтһәм кеше хоҡуҡтарын яҡлау эшмәкәрлеген алып бара, большевиктарҙың алымдарын тәнҡитләй[76][77].

 

«Новая жизнь» гәзитендә Горький колумнист сифатында сығыш яһай; баҫылып сыҡҡан публицистик материалдарынан ике китап — «Несвоевременные мысли» һәм «Революция һәм культура» йыйынтыҡтарын баҫтыра. 1917 йылдың ноябрендә Горький «Ленин… үҙен рус халҡы менән алдан уҡ уңышһыҙлыҡҡа осрауы күренеп торған аяуһыҙ тәжрибә эшләргә хоҡуҡлы тип һанай» тип яҙа[78]. Горький публицистикаһында рус халҡының азатлыҡҡа әҙерлеге, наҙанлыҡты йырып сығып, белемгә ынтылыу, ижад һәм фән менән мәшғүллек, мәҙәни ҡомартҡыларҙы һаҡлау мәсьәләләре сағылыш таба. Горький алпауыт имениеларын туҙҙырыуға (Сергей Николаевич Худеков һәм Александр Дмитриевич Оболенский), байҙарҙың китапханаларын һәм музыка ҡоралдарын, крәҫтиән көнкүрешенә ят тип, яндырыуға ҡарата ризаһыҙлығын белдерә.

Спекуляция сәскә ата. Рәсәйҙә люстрация, охранканың йәшерен агенттары исемдәрен асыу, ойошторола һәм ошаҡсылар меңәрләгән булып сыға. «Был хурлыҡлы ғәйеп, был илдең тарҡалыуын һәм сереүен күрһәтә, ҡурҡыныс билдә», — ти Горький. Яҙыусының бындай сығыштары үҙе һәм яңы эшсе-крәҫтиән власы араһында көсөргәнешлек тыуҙыра[79][80][81].

Октябрь түңкәрелешенән һуң, революцион властарға азат матбуғат кәрәк булмай, 1918 йылдың 29 июлендә «Новая жизнь» гәзите ябыла. Революция еңгәндең тәүге ваҡиғаларын намыҫлы һәм тәнҡитле баһалаған «Несвоевременные мысли» СССР-ҙа 70 йыл үткәс кенә, 1988 йылда баҫылып сыға[82].

Гоькийҙың Петроградтағы 11 бүлмәле фатирында, ҡунаҡсыл хужалар рөхсәте менән 30-ҙан артыҡ туғаны, танышы һ.б. урынлаша. Уларҙың күбеһе хужалыҡ эштәрендә лә ярҙам итмәй һәм бер ниндәй аҙыҡ паегы ла алмай. Желябужскаяның иҫтәлектәренән биш йыл эсендә был фатир ҡабул итеү бүлмәһенә әйләнә. Горькийға бында «барыһы ла: академиктар, профессорҙар, рәнйегән интеллигенттар һәм псевдоинтеллигенттар, тормоштарын Революция боҙған А. И. Деникинға, сит илгә ҡасып өлгөрмәгән ниндәйҙер кенәздәр, ҡыйырһытылған рәсәй капиталистары килә». Ҡунаҡтар араһында киң билдәле кешеләр — Фёдор Шаляпин, Борис Пильняк, Корней Чуковский, Евгений Замятин, Лариса Рейснер, нәшриәтсе Зиновий Исаевич Гржебин, академик С. Ольденбург, режиссёр С. Радлов, М.В. Добужинский, әҙәбиәтселәр А. Пинкевич, В. Десницкий, революционерҙар Л. Красин, А. Луначарский, А. Коллонтай, Петросовет рәйесе Григорий Евсеевич Зиновьев]] һәм Эшсе-крәҫтиән оборонаһы Советы уполномоченныйы Лев Борисович Каменев була, Мәскәүҙән Владимир Ильич Ленин килә[83]. Горький фатирында көн күргән һанһыҙ ҡунаҡтың эше — ашау, эсеү, бейеү, лото һәм (мотлаҡ аҡсаға) ҡомарлы кәрт уйындары. «Әллә ниндәй сәйер йырҙар» йырлағандар, «ҡарттар өсөн» атамалы ул ваҡытта таралыш тапҡан баҫмаларҙы һәм XVIII быуат порнографик романдарын уҡығандар (маркиз де Сад). Б Андрееваның ҡыҙына «ҡолаҡтары янырлыҡ» әңгәмәләр ишетергә тура килә[73].

1919 йылдың 19 ноябрендә Мойка, 19 адресы буйынса Елисеев йортонда, 29 Горький башланғысы менән «Сәнғәт йорто» (ДИСК), яҙыусылар профсоюзы прообразы асыла, бында лекциялар, уҡыуҙар, докладтар һәм диспуттар ойошорола, яҙыусылар аралаша һәм матди ярҙам ала. Сәнғәт йор онда реалистар, символистар һәм акмеистар үҙ-ара бәхәсләшә, Николай Степанович Гумилёвтың «Звучащая раковина» шиғри студияһы эшләй, Александр Александрович Блок сығыш яһай, дни и ночи проводили Корней Иванович Чуковский, Владислав Фелицианович Ходасевич, Александр Степанович Грин, Осип Эмильевич Мандельштам, Виктор Борисович Шкловский көнө-төнө бында була. 1920 йылда Горький тырышлығы менән Ғалимдарҙың көнкүрешен яҡшыртыу буйынса үҙәк комиссия (ЦЕКУБУ) барлыҡҡа килә, ул аҙыҡ-түлек паектарын бүлеп таратыу менән шөғөлләнә, һәм был Петроградтың ғилми хеҙмәткәрҙәренә «Хәрби коммунизм» осорон үткәрергә ярҙам була. Горький шулай уҡ «Серапионовы братья» тигән йәш әҙәбиәтселәр төркөмөнә лә ярҙам итә[82].

1919 йылда Горький һәм Андрееваның ирле-ҡатынлы мөнәсәбәттәре һыуыныуы уларҙың сәйәси ҡараштары тап килмәүҙән генә түгел. Горький, күтәренке рухлылыҡ менән «яңы идеаль кешеләр» хаҡында хыялланған һәм үҙенең әҫәрҙәрендә уларҙың романтик образын булдырырға тырышҡан Горький, уның ҡанһыҙлығын һәм рәхимһеҙлеген күреп, Октябрь революцияһын ҡабул итмәй, — сөнки хатта ул Владимир Ильич Лениндан шәхсән яҡлау эҙләп юллаған саҡта ла бөйөк кенәз Павел Александрович һәм шағир Николай Степанович Гумилёв ҡанһыҙ рәүештә атып үлтерелә. Андреева менән шәхсән өҙөлөүгә, уның ҡыҙы Екатерина әйтеүенсә, Горькийҙың Варвара Шайкевич — уртаҡ дуҫы, нәшриәтсе һәм яҙыусы Александр Тихоновтың (Серебров) ҡатыны менән мауығыуы килтерә[73].

1919 йылдың февралендә Горький һәм Андреева Сауҙа һәм сәнәғәт халыҡ комиссариатының Хаҡтар ҡуйыу антиквар комиссияһы етәкселәре итеп ҡуйыла. Был эшкә Петроградтың антиквариат өлкәһендәге иң яҡшы 80 белгесе йәлеп ителә. Уның маҡсаты булып сиркәүҙәрҙә, байҙарҙың һарайҙарынан һәм особняктарынан, банктарҙан, антиквар лавкаларҙан, ломбардтарҙан тартып алынған мөлкәтенән художество һәм тарихи ҡиммәткә эйә предметтарҙы һайлап алыу торған. Артабан был предметтарҙы музейҙарға биреү күҙ уңында тотолған, конфискацияланғандың бер өлөшөн сит илдәрҙә аукциондарҙа һатыу планлаштырылған. Бер ни тиклем ваҡыт үтеүгә, Зинаида Николаевна Гиппиус әйтеүенсә, Горькийҙың фатиры «музей йә иҫке менән сауҙа иткән лавканы» хәтерләтә ине. Әммә ВЧК следователе Назарьев үткәргән тикшереү Хаҡтар ҡуйыу антиквар комиссияһы етәкселәренең шәхси табыш һымаҡ ынтылыштары юҡлығын раҫлай, ә 1920 йыл башында, экспорт фондын тулыландырыу маҡсатында, шәхси коллекцияларҙы ла һатып алырға рөхсәт бирәләр[73].

Ошо йылдарҙа Горький сәнғәт предметтарын йыйыусы булып таныла, гигант ҡытай вазалары коллекцияһын йыя, Петроградта был өлкәлә белгес тип һанала. Яҙыусы шулай уҡ (тексы өсөн генә түгел) полиграфия сәнғәтенең ҡупшы, нәзәкәтле һәм хикмәтле әҫәрҙәре кеүек биҙәлгән һирәк осрай торған ҡиммәтле китаптарын да йыйған. Революция еңгән йылдарҙа хәйерселектә йәшәгән күп кеше фонында Горький яҡшы уҡ тәьмин ителгән кеше кеүек тойолған. Ул үҙенең нәшриәт проекттарын финанслаған, мәрхәмәтлек менән шөғөлләнгән, фатирында 30 кеше йәшәткән, аҡсаһыҙ интеккән әҙәбиәтселәргә, провинциаль уҡытыусыларға, һөргөндәгеләргә, хаттар аша үтенестәр яҙған бер ҙә таныш булмаған кешеләргә хатта матди ярҙам ебәргән[84].

1919 йылда Горькийҙың хәл иткес ҡатнашлығы менән организовано издательство «Всемирная литература» нәшриәте ойошторола. Уның маҡсаты үҙ эсенә 200 томдан артығыраҡ китаптан торған эталон тәржемә ителгән, ҙур әҙәбиәт белгестәренең юғары квалификациялы комментарийҙары һәм интерпретациялары менән, донъя классикаһын баҫтырып сығарыу ойошторола[85][86]

1918 йылдың 30 авгусында Лениндың ғүмерен өҙөү ынтылышы булғас, Горький менән Лениндың, ыҙғышып, татыулыҡтары бөткән мөнәсәбәттәре яңынан нығына. Горький Ленинға теләктәшлек менән хат яҙа, һәм ҡапма-ҡаршы тороу һәм шелтәләргә яратыу арҡаһында, киҫәтеүҙәр менән булышмаҫҡа һүҙ бирә (фрондёр эшмәкәрлегенән туҡтарға). Фатирында ҡануниәт боҙолоуын эҙләп, темтеү ойошторған питер чекистарынан яҡлау һорап Горький Ленинға мөрәжәғәт итә. Горький бер нисә тапҡыр Мәскәүгә Ленин, Дзержинский, Троцкий менән осрашыуҙарға бара, хәҙер Октябрь революцияһы тип атап йөрөтөлгән элекке дуҫына төрлө үтенестәр менән, ҡайһы берҙә хөкөм ителгәндәр буйынса ла мөрәжәғәт итә. Горький Александр Александрович Блокка сит илгә сығыу мөмкинлеген юллай, әммә рөхсәт шағир үлеме алдынан ғына бирелә. Николай Гумилёвты атып үлтергәндән һуң, Горькийҙың күңелендә үҙенең тырышлығының сараһыҙлыҡтан ғына эшләнгәнен аңлау өлгөрә, һәм яҙыусы ит илгә китеү тураһында уйлана башлай. Ленин, Горькийҙы элекке ҡаҙаныштары һәм ижадындағы социаль реализм өсөн хөрмәт иткәнлектән, уға Европаға дауаланырға барыу һәм бер ыңғай 1921 йылғы ҡоролоҡтан һуң, Волга буйындағы аслыҡтан интегеүселәргә ярҙам йыйыу идеяһын бирә. 1920 йылдың июлендә Горький Петроградҡа Коммунистик интернационалдың Икенсе когресына килгән Ленин менән осраша. Ленин Мәскәүгә ҡайтыр алдынан Горькийҙың фатирына килә һәм яңы ғына баҫылып сыҡҡан «Детская болезнь левизны в коммунизме» китабын бүләк итә, улар Таврический һарайы колонналары янында фотоға төшәләр. Был Горький менән Лениндың һуңғы осрашыуы була[87].

Октябрь революцияһынан һуң эмиграция

үҙгәртергә
 
Иосиф Виссарионович Сталиндың СССР Яҙыусылар союзы рәйесе Максим Горький менән әңгәмәһе

1921 йылдың 16 октябрендә — M. Горькийҙың сит илгә китеүе, уның китеү контексында «эмиграция» һүҙе ҡулланылмаған. Уның китеүенең рәсми сәбәбе булып сиренең яңырыуы һәм Владимир Ильич Лениндың ҡәтғи талабы буйынса сит илгә дауаланырға барыу була. Икенсе фараз буйынса, Горький совет идеологияһы менән ҡараш төрлөлөгө ҡырҡыулашыуынан китергә мәжбүр була[88]. 1921—1923 йылдарҙа Гельсингфорста (Хельсинки), Берлинда, Прагала йәшәй. Горькийҙы «сәйәси ышанысһыҙ булғаны өсөн» Италияға шундуҡ ебәрмәйҙәр[11].

Владислав Фелицианович Ходасевич хәтирәләренән сығып, 1921 йылда Горький, Григорий Евсеевич Зиновьев һәм совет махсус хеҙмәттәре инициативаһы буйынса, икеләнеүсе һәм ышанысһыҙ аҡыл эйәһе булғанлыҡтан, Лениндың ризалығы менән, Германияға сыға, ә Андреева «уның сәйәси тәртибен һәм аҡса тотоноуын ҡурсалау маҡсатында» элекке граждан ире артынан сит илгә йүнәлә. Андреева үҙе менән, артабан НКВД-ға яҡын тороусы яңы һөйәркәһен, Пётр Петрович Крючковты, эйәртә[89]. Улар Берлинда урынлаша, шул уҡ ваҡытта Горький улы һәм килене менән ҡала янында урынлаша. Германияла Андреева, совет хөкүмәте менән бәйләнештәре менән файҙаланып, Крючковты «Международная книга» тигән совет китап сауҙаһы һәм нәшриәт предприятиеһына баш редактор итеп урынлаштыра. Шулай итеп, Крючков Андреева булышлығы менән Горькийҙың әҫәрҙәрен сит илдә баҫтырыусы һәм яҙыусының рәсәй журналдары һәм нәшриәттәре менән үҙ-ара бәйләнештәрендә аралашсы була. Шуның арҡаһында Андреева һәм Крючков Горькийҙың байтаҡ аҡсаһын тотоноуын тулы контролдә тота[90][91][92].

1922 йылдың яҙында Горький Алексей Иванович Рыковҡа һәм Анатоль Франсҡа Мәскәүҙә эсерҙар өҫтөнән үлемесле приговор сығарыу ҡурҡынысы янаған суд үткәрелеүе тураһында асыҡ хат яҙа. Резонансҡа эйә булған хатты «Vorwärts» немец гәзите, шулай бер нисә рус эмигрант баҫмаһы баҫтыра. Ленин Горькийҙың хатын «хөрт» ти һәм «дуҫын хыянатсы» тип атай. Карл Радек «Правда» гәзитендә һәм Демьян Бедный «Известия» гәзиттәрендә Горькйҙың хатын тәнҡитләй. Әммә Горький аҡ эмиграцияға һағайып ҡарай, һәм уны 1928 йылға саҡлы асыҡтан-асыҡ тәнҡитләмәй. Берлинда Горький әҙәби эшмәкәрлек менән шөғөлләнеүенә 30 йыл уңайынан үҙенә ыңғай мөнәсәбәттә булған А. Белый, А. Толстой, В. Ходасевич, В. Шкловский һ. б. рус әҙәбиәтселәре хөрмәтләп саҡырыуҙарын да ҡабул итмәй[11].

1922 йылда «революцияның аяуһыҙ формалары өсөн» «зоологик хосуси милексе инстинктлы» Рәсәй крәҫтиәндәренә яуаплылыҡ һалған «Рус крәҫтиән ҡатламы тураһында» тигән әсе телле брошюра яҙа. Был брошюра, СССР-ҙа баҫылмаһа ла, П. В. Басинский фекере буйынса, киләсәктә сталиндың тотош коллективлаштырыу сәйәсәтенә әҙәби-идеологик нигеҙ биргәндер ҙә. Горькийҙың китабы менән бәйле, рус эмигрант матбуғатында «народозлобие» тигән неологизм барлыҡҡа килә [93].

1922—1928 йылдарҙа Горький «Заметки из дневника», «Мои университеты», шулай уҡ «Рассказы 1922—24 гг.» тигән әҫәрҙәр яҙа. Берҙәм сюжетҡа ҡоролған йыйынтыҡтың үҙәгендә («Рассказ о необыкновенном» һәм «Отшельник») Горький үҙенең ижадында берҙән-бер тапҡыр Рәсәйҙәге Граждандар һуғышы темаһына мрәжәғәт итә. Октябрь революцияһы һәм артабанғы Граждандар һуғышы китапта дөйөм ябайлаштырыу, яҫы рационалләштереү һәм деградация ваҡиғалары һәм ғәжәп һәм кешелекле күренештәрҙе метафораларын — ғәҙәттәгегә, артыҡ ябайға йәки камиллашмағанға, күңелһеҙгә һәм шәфҡәтһеҙ кимәлгә төшөрөү [94]. 1925 йылда «Дело Артамоновых» романы яҡты донъя күрә[11].

1924 йылдан Горький Италияла, Соррентола — «Il Sorito» виллаһында һәм шифаханаларҙа йәшәй. Владимир Ильич Ленин тураһында иҫтәлектәр баҫтыра. Соррентола рәссам Павел Дмитриевич Корин Горькийҙың иң яҡшы портреттарының береһен яҙа; картинаның үҙенсәлеге булып яҙыусыны, тау алпамышаһы Везувий вулканы фонында, унан юғарыраҡ баҫтырып һүрәтләй. Шуның менән бер рәттән картина сюжетында яңғыҙлыҡ темаһы сағылыш тапҡан[95].

Европала Горький рус эмиграцияһы һәм СССР араһында үҙенсәлекле «күпер» ролен үтәй, беренсе тулҡын рус эмигранттарын тарихи тыуған иле менән таныштырырға уйлаған[96].

Виктор Борисович Шкловский һәм Ходасевич менән бергә Горький үҙенең Европалағы берҙән-бер нәшриәт проектын — «Беседа» журналын булдыра. Концептуаль баҫмала Горький Европа әҙәбиәтселәренең, рус эмиграцияһының һәм Советтар Союзының мәҙәни потенциалын брләштерергә уйлаған. Журналды Германияла баҫтырырға, ә башлыса СССР-ҙа таратырға ниәтләйҙәр. Идеяһы шундай: йәш совет яҙыусыларына Европала баҫылыу мөмкинлеге, ә рус эмиграцияһы яҙыусыларын тыуған илендә уҡыу мөмкинлеге асылыр ине. Шулай итеп, Европа һәм Совет Рәсәйе араһында күпер булдырылыр ине. Юғары автор гонорарҙары фаразланғанлыҡтан, иктең ике яғындағы яҙыусылар ҙа дәртләнеп китә. 1923 йылда Берлинда «Эпоха» нәшриәтендә «Беседа» журналының беренсе һаны баҫылып сыға. Горький етәкселеге аҫтында редакция коллективы: Ходасевич, Белый, Шкловский, Адлер туплана, европа авторҙары Р. Роллан, Дж. Голсуорси, С. Цвейг; эмигрант яҙыусылар А. Ремизов, М. Осоргин, П. Муратов, Н. Берберова; совет яҙыусылары Л. Леонов, К. Федин, В. Каверин, Б. Пастернак саҡыртыла. Ул саҡта Мәскәүҙә проектты һүҙҙә хуплаһалар ҙа, һуңыраҡ Главлит архивтарында баҫманы дошман идеологияһына тартым баҫма тип ҡылыҡһырлаған документтар табыла. Барлығы 7 номер сыға, әммә РКП(б) Үҙәк Комитеты Политбюроһы журнал тиражын СССР-ға индереүҙе тыя, алдағы көнө билдәһеҙ булғанлыҡтан, проект ябыла. Горький әхлаҡи яҡтан түбәнһетелә. Горький, эмиграция яҙыусылары алдында ла, совет әҙәбиәтселәре алдында ла вәғәҙәһен үтәй алмағанлыҡтан, үҙенең тормошҡа ашмаған социаль идеализмы менән уңайһыҙ хәлдә ҡала, һәм был уның абруйын кәметә[97][98].

1928 йылдың мартында Италияла Горький үҙенең 60 йәшлек юбилейын билдәләй. Уны Стефан Цвейг, Лион Фейхтвангер, Томас һәм Генрих Манндар, Джон Голсуорси, Герберт Уэлс, Сельма Лагерлёф, Шервуд Андерсон, Эптон Билл Синклер һ. б. Европаның билдәле яҙыусылары телеграммалар һәм хаттар менән ҡотланы. Горькийҙың юбилей байрамын СССР-ҙа ла юғары кимәлдә ойошторалар. СССР-ҙың бик күп ҡалаларында һәм ауылдарында Горькийҙың тормошо һәм ижады тураһында күргәҙмәләр эшләй, театрҙарҙа уның әҫәрҙәре буйынса спектаклдәр бара, мәғариф учреждениеларында, клубтарҙа, предприятиеларҙа Горький һәм уның хеҙмәттәренең социализм төҙөлөшөндә әһәмиәте тураһында лекциялар һәм докладтар уҡыла[99].

Горький һәм уны оҙатыусы кешеләрҙе Италияла йәшәтеү һәм тәьмин итеү яҡынса айына 1000 долларға тиң булған. 1922—1927 йылдарға иҫәп тотолоп, Горький ҡултамға ҡуйған СССР-ҙың Германиялағы Торгпредставительство менән Горький араһындағы килешеүгә ярашлы, яҙыусы үҙ аллы ла, башҡа кешеләр аша ла, үҙенең әҫәрҙәрен — Рәсәйҙә лә, сит илдә лә рус телендә баҫтыра алмай. Берҙән-бер килешелгән баҫма каналдарынан — Госиздат һәм Торгпредство ҡала. Горькийға уның әҫәрҙәр йыйынтығын һәм башҡа китаптарын баҫтырған өсөн айлыҡ гонорар 100 мең герман маркаһы, йәғни 320 доллар тәшкил иткән. Горькийҙы финанслауҙы Пётр Петрович Крючков алып барған, Андреева һүҙҙәренә ҡарағанда, яҙыусы өсөн СССР-ҙан аҡса алыу бик ауыр булған[100].

СССР буйлап сәфәр итеү

үҙгәртергә

1928 йылдың майында Совет хөкүмәте һәм шәхсән Иосиф Виссарионович Сталин саҡырыуы буйынса эмиграцияға киткәненә 7 йыл үтеүгә Горький приехал в СССР-ға ҡайта. 1928 йылдың 27 майы төнөндә Берлин поезы тәүге совет станцияһы Негорелоела туҡтай, Горькийҙы перронда митинг сәләмләй. Яҙыусыны тағы ла бик күп станцияларҙа илһамланып ҡаршылайҙар, Белорусский вокзал алдындағы майҙанда Горькоийҙы күп меңләгән халыҡ төркөмө ҡаршылай, өйөнә илткән (ҡатыны Е. П. Пешкова фатирында туҡтай) юлының байтаҡ өлөшөн халыҡ уны ҡулдарына күтәреп алып бара[101].

Горький социализм төҙөлөшө уңыштарына баһа бирергә тейеш була. Яҙыусы ил буйлап биш аҙна дауамлы сәйәхәттә йөрөй. 1928 йылдың июль уртаһынан Горький Курск, Харьков, Ҡырым, Дондағы Ростов, Баҡы, Тбилиси, Ереван, Владикавказ, Царицын, Һамар, Ҡазан, Түбәнге Новгород (тыуған ҡалаһында өс көн була) ҡалаларында һәм төбәктәрҙә була, 10 августа Мәскәүгә әйләнеп ҡайта. Сәфәр барышында Горькийға СССР-ҙың ҡаҙаныштарын күрһәтәләр, уны иң һоҡландырғаны хеҙмәтте ойоштороу һәм таҙалыҡ, бөхтәлек була (яҙыусыны алдан әҙерләнгән объекттарға йөрөтәләр). Константин Александрович Фединды, яҙыусыларҙә һәм әҙәбиәтселәрҙе Горькийҙың бик яҡшы физик формаһы, өс тиҫтә йылдар дауамында ауыр сирҙән ыҙаланған кешенең ҡартайғанлыҡ сифаттары бөтөнләй булмауы һәм бәһлеүәндәрсә ҡул ҡыҫыуы, һәм шул хәтлем юл ауырлығын күтәрә алыуы таң ҡалдыра. Сәфәр тәьҫораттары «По Союзу Советов» очерктар циклында сағылыш таба. Әммә Горький СССР-ҙа ҡалмай, көҙгә тағы Италияға китә[102].

1929 йылдың 20-23 июндәрендә Горький СССР-ға икенсе тапҡыр килә, уны ҡасандыр Соловецкие острова каторгаһына тотҡодарҙы оҙатып килеүсе Глеб Иванович Бокий исемен йөрөтөүсе «Глеб Бокий» тигән билдәле шомло теплоходта Махсус тәғәйенләнештәге Соловецкий лагерына алып киләләр. «Соловки» очергында Горький төрмә режимына һәм тотҡондарҙы дөрөҫ тәрбиә менән үҙгәрте эшенә ыңғай баһа бирә[103]. 1929 йылдың 12 октябрендә Горький ҡабат Италияға китә.

1931 йылда Горькийға Мәскәүҙә даими йәшәү өсөн совет хөкүмәте Малая Никитская урамында урынлашҡан С. П. Рябушинский особнягын бирә[Комм 1], 1965 йылдан — Мәскәүҙә А. М. Горькийҙың музей-фатиры.

СССР-ға ҡайтыуы

үҙгәртергә

1928—1933 йылдарҙа, П. В. Басинский раҫлауынса, Горький «ике өй араһында, ҡышын һәм көҙөн Соррентола» Il Sorito виллаһында ғүмер итеп, йәшәй, 1933 йылдың 9 майында СССР-ға бөтөнләйгә ҡайта[104]. Күп сығанаҡтар, Горький СССР-ға йылы миҙгелдәрҙә ҡайтып йөрөгәнлеген, 1930 йылда сәләмәтлеге насарайыу сәбәпле, бөтөнләй ҡайтмауын раҫлай, 1932 йылдың октябрендә бер юлы ҡайта. Сталин Горькийға, аҙаҡ та ҡыш көндәре Италияла үткәреү мөмкинлеге булыр тип вәғәҙә бирһә лә, 1933 йылдан яҙыусыға Николай Тессели морононда (Ҡырым) ҙур дача бирәләр, һәм ул 1933—1936 йылдарҙың һалҡын миҙгелдәрен Ҡырыда үткәргән. Горькийҙы башҡа Италияға сығармайҙар[105].

1930-сы йылдар башында Горький Әҙәбиәт буйынса Нобель премияһына иҫәп тотҡан. Иван Сергеевич Шмелёв, Дмитрий Сергеевич Мережковский һәм Иван Алексеевич Бунин был бүләк тирәләй Горькийҙың көнәркәштәре булған. 1933 йылда премия Бунинға бирелә, Горькийҙың донъяға танылыу өмөтө селпәрәмә килә. Алексей Максимовичтың СССР-ға ҡайтыуын әҙәбиәтселәр премия тирәләй интрига менән дә бәйләйҙәр. Нобель комитеты, әлбиттә, премияны Аҡ рус эмиграцияһы яҙыусыһына бирергә маҡсат ҡуйған, ә Горький был һүҙҙең ысын мәғәнәһендә тулыһынса эмигрант булмаған[106].

Яҙыусыны тыуған илгә ҡайтыуға улы Максим өгөтләгән, СССР СНК-һы ҡарамағындағы ОГПУ йоғонтоһо ла була. Горькийға Италияға килеүсе йәш, күтәренке кәйефле, ҙур пландары, СССР-ҙа тәүге бишйыллыҡтар уңыштарына ҡыуанған яҙыусылар Леонид Максимович Леонов һәм Всеволод Вячеславович Иванов та күпмелер тәьҫир яһағандыр[11][91].

Мәскәүҙә хөкүмәт Горькийҙы тантаналы ҡаршылай, яҙыусыға һәм уның ғаиләһенә Мәскәү үҙәгендәге Рябушинский особнягы, Горкиҙа һәм Тесселиҙа (Ҡырым) дача бирелә, тыуған Түбәнге Новгород ҡалаһына Горький исеме бирелә. Шул уҡ ваҡытта Горький Сталиндың заказын — совет яҙыусыларының 1-се съезын әҙерләү буйынса аңлатыу эшен ойоштороу бурысын ҡуя. Горький бик күп гәзит-журналдар булдыра: «Жизнь замечательных людей» серияһы яңыртыла, «История фабрик и заводов», «История гражданской войны», «Библиотека поэта», «История молодого человека XX столетия» китап сериялары асыла, журнал «Литературная учёба» журналына баҫыла; ул «Егор Булычов и другие» (1932), «Достигаев и другие» (1933) пьесаларын яҙа.

1934 йылда Горький Совет яҙыусыларының I Бөтә Союз съезын үткәрә, унда төп доклад менән сығыш яһай.

Шул уҡ йылда Горький — «Беломорско-Балтийский канал имени Сталина» китабының мөхәррирҙәше. Был әҫәрҙе Александр Исаевич Солженицын охарактеризовал как «рус әҙәбиәтендә ҡол хеҙмәтен данлаусы тәүге китап» тип атаны[103][107].

1934 йылдың 23 майында Иосиф Виссарионович Сталин заказы буйынса бер үк ваҡытта «Правда» һәм «Известия» гәзиттәрендә Горькийҙың «Пролетарский гуманизм» тигән мәҡәләләре донъя күрә, «коммунизм-фашизм» идеологик ҡаршы тороуҙы кәүҙәләндергән мәҡәлә яҙа (Германияла властҡа Адольф Һитлер килгән): «Ҡыйыу һәм батыр пролетариат еңгән илебеҙҙә йәштәрҙе аҙҙырыусы гомосексуализм социаль енәйәтсел һәм язаға тарттырырлыҡ, ә бөйөк философовтар, ғалимдар, музыканттарҙың «мәҙәниәтле» илендә ул иректә һәм язаланмай...»[108][109].

1935 йылда Горький Мәскәүҙә Ромен Роллан менән осраша, августа Волга буйлап пароходта сәйәхәт итә. 1935 йылдың 1 октябрендә МХАТта Горькийҙың «Враги» пьесаһының премьераһы була[110].

Тормошоноң һуңғы 11 йылында (1925 — 1936 годы) Горький үҙенең иң ҙур, йомғаҡлау әҫәрен, 4 бүлектән торған «Жизнь Клима Самгина» роман-эпопеяһын — һынылыш осоронда рус интеллигенцияһын, уның мәҙәни тормошон, уның инаныстарының һәм сәйәси ҡараштарының емерелеүен тасуирлап яҙа. Роман аҙағына тиклем яҙылып бөтмәй, шулай булыуға ҡарамаҫтан, уны әҙәбиәтселәр, Дмитрий Львович Быков фекеренсә, рус XX быуатын төшөнөргә тырышыусы һәр кеше тотош уҡырға тейеш тип иҫәпләй [111]. Горькийҙың һәм уның геройының, Клим Самгиндың, кешеләрҙә тупланған «иң йәмһеҙ һыҙаттарҙы, сирҡаныс деталдәрҙе һәм ҡурҡыныс тарихтарҙы» тоҫҡалған иғтибарлы күҙ менән шәйләп алыуын Быков «Жизнь Клима Самгина» әҫәрен «ысын әҙәбиәт тыуҙырыу өсөн үҙеңдең кәмселектәреңде ҡулланыуҙың» шәп өлгөһө булып тора ти[112]. 1988 йылда «Жизнь Клима Самгина» романы буйынса Виктор Абросимович Титовтың телесериалы экранлаштырылды, СССР-ҙың күп театрҙарында ҡуйылған спектаклдәрҙең әҙәби нигеҙе булып торҙо.

1934 йылдың 11 майында, Мәскәү янындағы Горки дачаһында һалҡын ер өҫтөндә төн ҡунып һыуыҡ тейҙергән улы — Максим Алексеевич Пешков крупоз үпкә шешенән ҡапыл вафат була. Улы үлгән төндә, Горький Горки дачаһының беренсе ҡатында профессор Алексей Дмитриевич Сперанский менән Үлемһеҙлек мәсьәләләре буйынса Эксперименталь медицина институтының ҡаҙаныштары һәм перспективалары темаһына һөйләшеп ултырған була, һәм был мәсьәлә актуаль һәм фән тормошҡа ашырырлыҡ тип иҫәпләй. Төнгө сәғәт 3-тә әңгәмәләшеүселәргә Максимдың үлемен хәбәр иткән саҡта, Горький ҡаршы төшөп: «Был инде тема түгел» ти һәм мауығып үлемһеҙлек тураһында теория төҙөүен дауам итә[91][113].

 
Максим Горький үлем түшәгендә

1936 йылдың 27 майында Горький бик шәптән түгел хәлдә Ҡырымдан Мәскәүгә ҡайта. Вокзалдан үҙенең «резиденцияһы», С. П. Рябушинский особнягына, ул саҡта киҙеү менән сирләгән ейәнсәрҙәре Марфа һәм Дарьяны күрергә бара; вирус олатайға ла күсә[114]. Икенсе көндө, Новодевичье зыяратына улының ҡәберенә барғанда, Горький һалҡын елле һауа торошо тәьҫирендә һалҡын тейҙерә һәм сирләй башлай; Горкиҙа өс аҙна ята. 8 июнгә яҙыусының һауыҡмаҫы асыҡ күренә. Үлергә ятҡан Горький эргәһенә Иосиф Виссарионович Сталин — 8, 10 һәм 12 июндәрҙә, өс тапҡыр килә, Горький яҙыусы ҡатын-ҡыҙҙар һәм уларҙың һәйбәт китаптары, француз әҙәбиәте һәм француз крәҫтиәндәре тормошо тураһында әңгәмәгә ҡушылырлыҡ көс таба[115]. Горький менән иң яҡын кешеләре, Екатерина Павловна Пешкова, килене Тимоша ҡушаматлы Надежда Алексеевна Пешкова, Соррентолағы шәхси сәркәтибе Мария Игнатьевна Будберг, шәфҡәт туташы һәм ғаилә дуҫы О. Д. Черткова (Липа), әҙәби сәркәтип, һуңынан Горький Архивы директоры Пётр Петрович Крючков хушлаша[91], художник И. Н. Ракицкий, несколько лет живший в семье Горького[55].

18 июндә иртәнге сәғәт 11-ҙә Максим Горький Горкиҙа, ғүмеренең 69-сы йәшендә, вафат була. Горькийҙың шәфҡәт туташы Липаға (О. Д. Черткова) әйткән һуңғы һүҙҙәре — «Беләһеңме, мин әле генә Алла менән бәхәсләштем. Ух, нисегерәк бәхәсләштем!»[90][55].

Шул уҡ мәлдә, йоҡо бүлмәһендә үткәрелгән аутопсия (вскрытие) күрһәтеүенсә, мәйеттең үпкәһе бик насар хәлдә булғаны асыҡлана: плевра ҡабырғадарға йәбешкән, эзбизләнгән, ике үпкә лә таш кеүек ҡатҡан, — табиптар, Горький нисек тын алғанына хайран ҡала. Был факттар, оҙаҡҡа һуҙылған сирҙе дауалағанда табип хатаһы булмағанлығына дәлил була һәм яуаплылыҡтан ҡотҡара. Асып ҡарау барышында Горькийҙың мейеһен артабанғы тикшеренеүҙәр өсөн Мәскәү Мейе фәнни-тикшеренеү интитутына тапшыралар. Сталин ҡарары буйынса мәйет кремациялана, көлө Ҡыҙыл майҙандағы Кремль стенаһына урынлаштырыла[55].

 
Кремль стенаһындағы ҡәбер плитаһы

Ерләгәндә, Горький әйетенең көлөн Иосиф Виссарионович Сталин һәм Вячеслав Михайлович Молотов тотоп барған.

1938 йылғы Өсөнсө Мәскәү прцесында Генрих Григорьевич Ягода һәм Пётр Петрович Крючковты Горькийҙың улын ағыулауҙа ғәйепләйҙәр. Ягоданан яуап алыуға ярашлы, Максим Горький Лев Давидович Троцкий бойороғо буйынса үлтерелде, ә Горькийҙың улын, Максим Алексеевич Пешковты, үлтереү минең шәхсән инициативам булды ти. Крючков та шундай уҡ шаһитлыҡ ҡыла. Башҡа хөкөм ителгәндәр менән бергә, Ягода ла, Крючков та, суд ҡарары буйынса атып үлтерелә. Улар һөйләгән буйынса объектив дәлилдәр юҡ, һуңғараҡ Крючков аҡланды[90][91].

Ҡайһы бер баҫмалар Горькийҙың үлемендә Сталинды ғәйепләй[116]. «Сталин репрессиялары» Өсөнсө Мәскәү процесында (1938) Горькийҙы һәм башҡаларҙы үлтереүҙә ғәйепләнеүсе өс табип (Игнатий Николаевич Казаков, Лев Григорьевич Левин һәм Дмитрий Дмитриевич Плетнёв) мөһим эпизод булып тора[91]. Плетнёв язаларға сыҙай алмай «ғәйебен таный»[117], әммә Берияға яҙған хаттарынан күренеүенсә, был таныу ғәйепте үҙ өҫтөнә алыу була[118]. Судта Плетнёв Генрих Григорьевич Ягода ҡушҡанды эшләнем ти, 25 йылға хөкөм ителә, өс йылдан судһыҙ атып үлтерелә[119].

Ғаиләһе һәм шәхси тормошо

үҙгәртергә
  1. 1896—1903 йй. ҡатыны — Екатерина Павловна Пешкова (ҡыҙ фамилияһы Волжина) (1876—1965). Айырылыу рәсми теркәлмәгән[120]
    1. Улы — Максим Алексеевич Пешков (1897—1934), уның ҡатыны Надежда Алексеевна Пешкова (Введенская) («Тимоша»)
      1. Ейәнсәре — Пешкова Марфа Максимовна, уның ире Берия Серго Лаврентьевич
        1. Бүләсәрҙәре — Нина һәм Надежда
        2. Ейәне — Сергей (Берияның яҙмышы буйынса «Пешков» фамилияһын йөрөткәндәр)
      2. Ейәнсәре — Пешкова Дарья Максимовна, уның ире Граве Александр Константинович
        1. Бүләһе — Пешков Максим Александрович — СССР һәм Рәсәй илсеһе
        2. Бүләсәре — Екатерина
          1. Бүләһенең улы — Алексей Пешков, Екатеринаның улы[121]
          2. Бүләһенең улы — Тимофей Пешков, PR-технолог, Екатеринаның улы[122][123]
    2. Ҡыҙы — Екатерина Алексеевна Пешкова (1901—1906), менингиттан вафат була[48][49]
    3. Уллыҡҡа алған һәм крёстный улы — Пешков Зиновий Алексеевич, Яков Михайлович Свердловтың ир туғаны, Горькийҙың фамилияһын алған крестнигы, һәм де-факто уллыҡҡа алған улы, уның ҡатыны (1) Лидия Бураго
  2. Факт буйынса ҡатыны[50][120][124] 1903—1919 йй. — Мария Фёдоровна Андреева (1868—1953) — актриса, революционер, совет дәүләт һәм партия эшмәкәре
    1. Ҡыҙлыҡҡа алған ҡыҙы — Екатерина Андреевна Желябужская (атаһы — действительный статский советник Андрей Алексеевич Желябужский) + Абрам Гармант
    2. Уллыҡҡа алған улы — Желябужский Юрий Андреевич (атаһы — действительный статский советник Андрей Алексеевич Желябужский)
  3. 1920—1933 йй. никахһыҙ йәшәгән ҡатын — Будберг Мария Игнатьевна (1892—1974) — баронесса, фараз ителгәнлек буйынса РСФСР НКВД ҡарамағындағы Дәүләт Сәйәсәт Идаралығының (ГПУ) һәм инглиз разведкаһының икеләтә агенты[125]

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Романдар

үҙгәртергә
  • 1899 — «Фома Гордеев»
  • 1900—1901 — «Трое»
  • 1906 — «Мать» (вторая редакция — 1907)
  • 1925 — «Дело Артамоновых»
  • 1925—1936 — «Жизнь Клима Самгина»

Повестар

үҙгәртергә
  • 1894 — «Горемыка Павел»
  • 1900 — «Мужик. Очерки» (осталась неоконченной, третья глава при жизни автора не печаталась)
  • 1908 — «Жизнь ненужного человека».
  • 1908 — «Исповедь»
  • 1909 — «Лето»
  • 1909 — «Городок Окуров», «Жизнь Матвея Кожемякина».
  • 1913—1914 — «Детство». Максим Горькийҙы ҡартатай «Башҡорт һымаҡ ябай булма» тип өйрәтте[126].
  • 1915—1916 — «В людях»
  • 1923 — «Мои университеты»
  • 1929 — «На краю Земли»

Хикәйәләр, очерктар

үҙгәртергә
  • 1892 — «Девушка и смерть» (поэма-сказка, опубликована в июле 1917 в газете «Новая жизнь»)
  • 1892 — «Макар Чудра»
  • 1892 — «Емельян Пиляй»
  • 1892 — «Дед Архип и Лёнька»
  • 1895 — «Челкаш», «Старуха Изергиль», «Песня о Соколе» (поэма в прозе)
  • 1897 — «Бывшие люди», «Супруги Орловы», «Мальва», «Коновалов».
  • 1898 — «Очерки и рассказы» (сборник)
  • 1899 — «Двадцать шесть и одна»
  • 1901 — «Песня о Буревестнике» (поэма в прозе)
  • 1903 — «Человек» (поэма в прозе)
  • 1906 — «Товарищ!»
  • 1908 — «Солдаты»[127]
  • 1911 — «Сказки об Италии»[128]
  • 1912—1917 — «По Руси» (цикл рассказов)
  • 1924 — «Рассказы 1922—1924 годов»
  • 1924 — «Заметки из дневника» (цикл рассказов)
  • 1929 — «Соловки» (очерк)

Пьесалар

үҙгәртергә
  • 1901 — «Мещане»
  • 1902 — «На дне»
  • 1904 — «Дачники»
  • 1905 — «Дети солнца»
  • 1905 — «Варвары»
  • 1906 — «Враги»
  • 1908 — «Последние»
  • 1910 — «Чудаки»
  • 1910 — «Дети» («Встреча»)
  • 1910 — «Васса Железнова» (2-я редакция — 1933; 3-я редакция — 1935)
  • 1913 — «Зыковы»
  • 1913 — «Фальшивая монета»
  • 1915 — «Старик» (поставлена 1 января 1919 г. на сцене Государственного Академического Малого театра; опубл. 1921 в Берлине).
  • 1930—1931 — «Сомов и другие»
  • 1931 — «Егор Булычов и другие»
  • 1932 — «Достигаев и другие»

Публицистика

үҙгәртергә
  • 1906 — «Мои интервью», «В Америке» (памфлеты)
  • 1917—1918 — цикл статей «Несвоевременные мысли» в газете «Новая жизнь» (в 1918 вышел отдельным изданием[129]).
  • 1922 — «О русском крестьянстве» 2014 йыл 15 июль архивланған.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Боровкова Серафима Николаевна. Заповедная звенигородская земля. 3-е изд. — М.: Моск. рабочий, 1982.
  2. Басинский, 2005, с. 21
  3. Биография на Biographer.ru 2009 йыл 18 апрель архивланған.
  4. 4,0 4,1 Пешков, Алексей Максимович // Брокгауз һәм Ефрондың энциклопедик һүҙлеге: 86 томда (82 т. һәм 4 өҫтәмә том). — СПб., 1890—1907. (рус.)
  5. Басинский, 2005, с. 15
  6. 6,0 6,1 6,2 Басинский, 2005, с. 442
  7. Нефедова И. М. Максим Горький. Биография писателя: Пособие для учащихся. — Л.: Просвещение, 1971.
  8. Басинский, 2005, с. 17—18, 51—52
  9. Настольный календарь 1981. — М.: Политиздат, 1980. — С. 45
  10. Басинский, 2005, с. 49—54
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 11,4 Басинский, 2005, с. 369
  12. Дмитрий Колесников Максим Горький: «Я в мир пришёл, чтобы не соглашаться…» // Советская Россия. — 2013.
  13. Быков, 2012, с. 342
  14. Басинский, 2005, с. 8—14, 26
  15. Басинский, 2005, с. 445
  16. Басинский, 2005, с. 8
  17. Басинский, 2005, с. 45, 293
  18. Басинский, 2005, с. 40, 442
  19. Басинский, 2005, с. 59—65, 94—111
  20. Груздев, 1958, с. 210
  21. ГАЛО:Алексей Максимович Горький. К 140-летию со дня рождения 2009 йыл 14 июль архивланған.
  22. Шилин Н. К. Депо: История локомотивного депо станции имени Максима Горького Волгоградского отделения Приволжской железной дороги. — Волгоград: ГУ «Издатель», 2001. — 592 с.
  23. Классик из железнодорожной мастерской. Для путешествий из России в Европу и обратно Максим Горький обычно пользовался берлинским экспрессом. Гудок (20 ғинуар 2017). Дата обращения: 4 июль 2017.
  24. Басинский, 2005, с. 115, 442
  25. Басинский, 2005, с. 134
  26. Быков, 2012, с. 94
  27. Быков, 2012, с. 94—95
  28. 28,0 28,1 Быков, 2012, с. 107
  29. Басинский, 2005, с. 128, вкл. 7
  30. Быков, 2012, с. 110—115
  31. 31,0 31,1 Басинский, 2005, с. 443
  32. Быков, 2012, с. 117
  33. Издатель А. П. Чарушников. Дата обращения: 1 июль 2011. Архивировано из оригинала 6 август 2011 года. 2011 йыл 6 август архивланған.
  34. Басинский, 2005, с. 136
  35. Басинский, 2005, с. 136—139
  36. Мирский Д. С. Максим Горький. ФЭБ. — С. 585. Дата обращения: 20 март 2011.
  37. Быков, 2012, с. 158
  38. Спендиаров А. А. Рыбак и фея: Баллада для баса в сопровождении оркестра: Op. 7 / На слова М. Горького. — СПб.; М.: Бессель, 1903. — 21 с.
  39. Легенда о Марко
  40. Бывший дом Н. Ф. Киршбаума, ул. Семашко, 19 (б. Мартыновская). Государственный ордена Почета музей А. М. Горького.
  41. Государственный музей А. М. Горького. Музей-квартира А. М. Горького (Нижний Новгород, ул. Семашко, 19), 2008
  42. Быков, 2012, с. 160
  43. 43,0 43,1 43,2 А. Л. Желябужский. «Чудесная Человечинка». Мария Фёдоровна Андреева, актриса, революционер, общественный деятель (1 ғинуар 1967). Дата обращения: 11 декабрь 2016.
  44. М. Ф. Андреева. Поездка в Крым // Литературная газета. — 1938. — № 59.
  45. М. Горький в воспоминаниях современников / под ред. В. Э. Вацуро, Н. К. Гея, С. А. Макашина, А. С. Мясникова, В. Н. Орлова. — М.: Художественная литература, 1981. — Т. 1. — С. 162—164. — 447 с. — (Серия литературных мемуаров). — 75 000 экз.
  46. НОВОЕ ОБ ОТНОШЕНИЯХ ЛЕНИНА И ГОРЬКОГО. Педагогика школьная (24 ғинуар 2011).
  47. Мария Фёдоровна Андреева. Переписка. Воспоминания. Статьи. М., «Искусство». 1961
  48. 48,0 48,1 48,2 Басинский, 2005
  49. 49,0 49,1 49,2 Быков, 2012
  50. 50,0 50,1 Т. М. Родина. Андреева Мария Фёдоровна. Большая Советская Энциклопедия (1969—1978). Дата обращения: 11 декабрь 2016. 2016 йыл 20 декабрь архивланған.
  51. Быков, 2012, с. 340
  52. Быков, 2012, с. фотовкладка с. 4; 340
  53. Мария Фёдоровна Андреева. Переписка. Воспоминания. Статьи. Москва, 1961
  54. 54,0 54,1 Павлов, Михаил. Роковая любовь Саввы Морозова, Первый канал (17 июль 2012). 9 ғинуар 2016 тикшерелгән.
  55. 55,0 55,1 55,2 55,3 Горький Алексей Максимович. Cибирское университетское издательство (1 ғинуар 2009). Дата обращения: 10 декабрь 2016.
  56. Басинский, 2005, с. 320, вкл. 3
  57. Вученов Д. Радое Доманович — жизнь, эпоха и творчество. — Белград: Издательство «Рад», 1959. — С. 162. — COBISS.SR-ID 29498127
  58. Toronto Slavic Quarterly: М. Ариас — Одиссея Максима Горького на «острове сирен».
  59. 59,0 59,1 59,2 Н. Е. Буренин. С Горьким и Андреевой в Америке. Мария Фёдоровна Андреева, актриса, революционер, общественный деятель (13 ғинуар 1961). Дата обращения: 26 ноябрь 2016.
  60. 60,0 60,1 Басинский, 2005, с. 226—232
  61. Басинский, 2005, с. 232
  62. 62,0 62,1 Владимир Абаринов. Русские писатели в Америке «Радио Свобода», 25.05.2015
  63. Груздев, 1958, с. 172
  64. Быков, 2012, с. 169
  65. Воспоминания, 1981, с. 267—271
  66. Ариас М. Одиссея Максима Горького на «острове сирен»: «русский Капри» как социокультурная проблема // Toronto Slavic Quarterly. — Summer 2006. — № 17.
  67. В ней останавливался также Федор Шаляпин. Ныне Grand Hotel Quisisana входит во всемирную гостиничную ассоциацию The Leading Hotels of the World.
  68. Максим Горький на Капри. Дата обращения: 31 август 2011. Архивировано из оригинала 5 ноябрь 2012 года. 2012 йыл 5 ноябрь архивланған.
  69. Манучарьянц Ш. Н. Знакомство с Горьким // // М. Горький в воспоминаниях современников. — 1981. — С. 276—280.
  70. В. И. Ленин в гостях у А. М. Горького играет в шахматы с А. А. Богдановым. 1908 г., между 10 (23) и 17 (30) апреля. Капри, Италия
  71. М. Горький в воспоминаниях современников / под ред. В. Э. Вацуро, Н. К. Гея, С. А. Макашина, А. С. Мясникова, В. Н. Орлова. — М.: Художественная литература, 1981. — Т. 1. — С. 271—275. — 447 с. — (Серия литературных мемуаров). — 75 000 экз.
  72. 72,0 72,1 Московский В. П., Семёнов В. Г. Ленин в Италии, Чехословакии, Польше — 1910 год. Верные большой дружбе. Ленин: Революционер. Мыслитель. Человек (2015). Дата обращения: 21 ғинуар 2017.
  73. 73,0 73,1 73,2 73,3 73,4 Таисия Белоусова. Горький антиквариат. Совершенно секретно (1 ноябрь 2002). Дата обращения: 11 декабрь 2016.
  74. Московский В.П., Семенов В.Г. Глава III. Ленин у Горького на Капри // Ленин в Италии, Чехословакии, Польше. — М: Издательство политической литературы, 1986. — 176 с. — (Памятные места). — 100 000 экз.
  75. 75,0 75,1 75,2 Максим Горький — жизнь и творчество.
  76. Жуков Ю. Н. Проблема историко-культурного наследия до победы Великой Октябрьской социалистической революции // Становление и деятельность советских органов охраны памятников истории и культуры (1917—1920). — Москва : Наука, 1989. — С. 42-47. — ISBN 5-02-008500-6.
  77. Быков, 2012, с. 215—216
  78. Горький М. Вниманию рабочих. «Новая жизнь», № 177, 10 ноября 1917 г. // «Несвоевременные мысли» и рассуждения о революции и культуре. — М: Интерконтакт, 1990. — С. 84. — ISBN 5-278-00319-7.
  79. Горький М. Несвоевременные мысли: Заметки о революции и культуре. — М.: Советский писатель, 1990. — С. 400. — ISBN 5-265-02154-X
  80. Так, известно, что в 1918 году Горький посылал деньги нищенствовавшему в Сергиевом Посаде В. В. Розанову
  81. Быков, 2012, с. 215—217
  82. 82,0 82,1 Быков, 2012, с. 220—222
  83. Быков, 2012, с. 248—249
  84. Быков, 2012, с. 229—231
  85. Быков, 2012, с. 233—239
  86. Малахов, А. Великий пролетарский издатель. Коммерсантъ Деньги (14 апрель 2003). Дата обращения: 3 ғинуар 2020. Архивировано 1 ғинуар 2020 года.
  87. Быков, 2012, с. 249—256
  88. В. Ф. Ходасевич. О смерти Горького.
  89. Тайна смерти Горького: документы, факты, версии. Редакционная коллегия: Л. А. Спиридонова (отв. редактор), О. В. Быстрова, М. А. Семашкина — М.: Издательство АСТ, 2017. С. 199—200, 216—217 ISBN 978-5-17-099077-1
  90. 90,0 90,1 90,2 Быков, 2012, с. 345
  91. 91,0 91,1 91,2 91,3 91,4 91,5 Павел Басинский. Челкаш № 9. Горький: версия судьбы. Логос. Литературно-философский журнал (14 июль 2004). Дата обращения: 9 декабрь 2016.
  92. Герасимова Е. М. и др. Крючков Пётр Петрович // Современники А. М. Горького. Фотодокументы. Описание. — М.: Издательство института мировой литературы имени А. М. Горького РАН, 2002. — 693 с. — ISBN 5-9208-0117-4.
  93. Басинский, 2005, с. 368
  94. Быков, 2012, с. 230—231
  95. Басинский, 2005, с. 369—371
  96. Басинский, 2005, с. 370
  97. Басинский, 2005, с. 373—375
  98. Лебедев-Полянский — в Политбюро о журнале «Беседа» Максима Горького. АРХИВ АЛЕКСАНДРА Н. ЯКОВЛЕВА. Дата обращения: 15 июль 2012. Архивировано 29 сентябрь 2012 года.
  99. Басинский, 2005, с. 388—389
  100. Басинский, 2005, с. 372—373
  101. Басинский, 2005, с. 375
  102. Быков, 2012, с. 284—287
  103. 103,0 103,1 Быков, 2012, с. 287—288
  104. Басинский, 2005, с. 251
  105. Басинский, 2005, с. 389, 423—424
  106. Басинский, 2005, с. 249
  107. Солженицын, А. И. Архипелаг ГУЛАГ, 1918—1956. [В 3 кн.], Ч. III—IV: опыт художественного исследования. — М.: Астрель, 2009. — 560 с. — C. 49—51.
  108. Бурлешин, 2010
  109. Хили, 2008, с. 230—232
  110. Басинский, 2005, с. 446
  111. Быков, 2012, с. 280
  112. Быков, 2012, с. 279—283
  113. Быков, 2012, с. 339—340
  114. Басинский, 2005, с. 396
  115. Быков, 2012, с. 343—344
  116. Анненков Ю. П. Дневник моих встреч.
  117. Материалы процесса «антисоветского право-троцкистского блока» 2020 йыл 21 февраль архивланған. (1938)
  118. Дмитриев Ю. Дмитрий Плетнёв: «Я готов кричать на весь мир о своей невиновности…» Трагическая страница из жизни видного деятеля отечественной медицины // Труд : Газета. — 1988. — 5 июня.
  119. Шенталинский В. Воскресшее слово // Новый мир. — 1995. — № 4.
  120. 120,0 120,1 Три жены Максима Горького. 2014 йыл 30 ғинуар архивланған.
  121. Алеша Пешков пишет книгу о наркотиках // Известия
  122. PR-службу телеканала «Звезда» возглавил праправнук Максима Горького, Тимофей Пешков(недоступная ссылка)
  123. Пешков Тимофей. Люди PR-files
  124. Вайнберг, И. И. Горький Максим // Русские писатели. 1800—1917: Биографический словарь. — Москва: Советская энциклопедия, 1989. — Т. 1: А—Г. — С. 656. — 672 с. — ISBN 5-85270-136-X.
  125. The sexy Russian spy in Lib Dem leader hopeful Nick Clegg’s past (инг.)
  126. Бросай пустые то дела, брось! Через птиц никто в люди не выходил, не было такого случая, я знаю! Избери ка ты себе место и расти на нём свой разум. Человек не для пустяков живёт, он — богово зерно, он должен дать колос зёрен добрых! Человек — вроде рубля: перевернулся в хорошем обороте — три целковых стало! Думаешь, легко жить то? Нет, очень не легко! Мир человеку — темная ночь, каждый сам себе светить должен. Всем дано по десятку пальцев, а всякий хочет больше взять своими то руками. Надо явить силу, а нет силы — хитрость; кто мал да слаб, тот — ни в рай, ни в ад! Живи будто со всеми, а помни, что — один; всякого слушай, никому не верь; на глаз поверишь, криво отмеришь. Помалкивай, — дома да города строят не языком, а рублём да топором. Не будь прост как башкир, у кого всё богатство — вши да овцы…
  127. См. М. Горький. Солдаты на Викитеке.
  128. Сказки об Италии 2010 йыл 13 апрель архивланған.
  129. См. «Революция и культура» на Викитеке.

Һылтанмалар

үҙгәртергә



  Был яҙыусы тураһында тамамланмаған мәҡәлә. Һеҙ мәҡәләне төҙәтеп һәм тулыландырып   Википедия проектына ярҙам итә алаһығыҙ.
Өҙөмтә хатаһы: "Комм" төркөмөнөң ғәмәлдәге <ref> тамғалары өсөн кәрәкле <references group="Комм"/> тамғаһы табылманы