Спендиаров Александр Афанасьевич
Александр Афанасьевич Спендиаров (Спендиарян; әрм. Ալեքսանդր Սպենդիարյան; 1 ноябрь1871 йыл, Каховка — 7 май1928 йыл, Ереван) — әрмән композиторы һәм дирижёры. Әрмән ССР-ының халыҡ артисы (1926).
Александр Афанасьевич Спендиаров Ալեքսանդր Սպենդիարյան | |
Төп мәғлүмәт | |
---|---|
Тыуған | |
Тыуған урыны |
Каховка ҡалаһы, Таврия губернаһы, Рәсәй империяһы |
Үлгән | |
Үлгән урыны | |
Ил | |
Һөнәрҙәре |
композитор |
Наградалар | |
Аудио, фото, видео Викимилектә | |
Н. Кленовский һәм Н. А. Римский-Корсаков шәкерте. Спендиаров — әрмән классик музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе (Комитас, Т. Чухаджян һәм башҡалар менән), талантлы композитор, күренекле музыка йәмәғәтселеге эшмәкәре, йәштәрҙең кәңәшсе-тәрбиәсеһе, дирижёр. Үҙе әйтеүенсә, ижад өсөн материалды ул халыҡ көйҙәренән, әрмән шиғриәтенән, әҙәбиәтенән һәм тарихынан алған. Әрмән халыҡ музыкаһы традицияларына тоғролоҡто ул рус музыка классикаһы тәжрибәһе менән бергә ҡушҡан.
Биографияһы
үҙгәртергәАлександр Афанасьевич Спендиаров 1871 йылдың 20 октябрендә (1 ноябрендә) Каховкала (хәҙер Украинаның Херсон өлкәһендәге ҡала) тыуған. Атаһы Афанасий Авксентьевич, ер биләүсе, урман сәнәғәтсеһе була; әсәһе — Наталья Карповна. Бала сағы Симферополдә үтә.
Музыкаль һәләттәрен фортепианола һәйбәт уйнаған әсәһенән алған. Спендиаровтың бәләкәй сағынан уҡ күп төрлө һәләттәре асыла, ә музыкаға ҡыҙыҡһыныуы һуңыраҡ өҫтөнлөк ала. Ете йәшенән ул көй сығара, туғыҙ йәштән фортепиано менән скрипкала уйнарға өйрәнә башлай. 1890 йылда гимназия тамамлағандан һуң Мәскәүгә күсә, биш йылдан университеттың юридик факультетын тамамлай.
1896 йылда Н. А. Римский-Корсаков менән Спендиаров өсөн хәл иткес осрашыу була. Римский-Корсаков уның композиторлыҡ талантын юғары баһалай һәм уны Петербург музыканттары даирәһенә ылыҡтыра. Артабанғы йылдарҙа Спендиаров романстар, хор әҫәрҙәре, оркестрлы вокал әҫәрҙәре, инструменталь һәм оркестр пьесалары яҙа.
Һуңғылары араһында ике «Ҡырым эскиздары» дәфтәре (1903 һәм 1912) менән «Өс пальма» (1905) тигән симфоник картинаһы айырылып тора. Спендиаров Ҡырымда төпләнә, һирәк-һаяҡ Мәскәүгә, Петербургҡа, Тифлисҡа бара, унда дирижёрлыҡ итә. Ул рус мәҙәниәтенең мәшһүр эшмәкәрҙәре — А. П. Чехов, Л. Н. Толстой, Ф. И. Шаляпин, А. М. Горький (уның поэмаһы буйынса бас һәм оркестр өсөн «Балыҡсы менән фея» тигән балладаһын яҙа, 1902) менән аралаша; остазы Н. А. Римский-Корсаков, шулай уҡ А. К. Глазунов менән бик ныҡ дуҫлаша.
Бала сағында Спендиаров Украинаның һәм Ҡырымдың халыҡ музыкаһы менән таныша. Күп һанлы украин һәм ҡырымтатар халыҡ йырҙарын яҙып ала. 1921 йылда «Украин сюитаһы»н һәм Тарас Шевченконың «Васыят» тигән шиғырына музыка яҙа.
XX быуаттың икенсе тиҫтә йыллығынан әрмән сәнғәте менән ҡыҙыҡһыныуы көсәйә. 1922 йылда Совет Әрмәнстаны хөкүмәте Спендиаровҡа Ереванға күсергә һәм республиканың музыкаль тормошона етәкселек итергә тәҡдим яһай. Был осорҙа Спендиаровтың композиторлыҡ, педагогик һәм музыкаль йәмәғәтселеге тормошо әүҙемләшә. Халыҡ әрмән музыкаһының асылына тәрән үтеп ингән Спендиаров оркестр өсөн «Ереван этюдтары» (1925) һәм «Алмаст» операһын — әрмән музыкаль театрының иң сағыу әҫәрҙәренең береһен — ижад итә.
Композиторҙың башҡа әҫәрҙәренән симфоник оркестр өсөн Концерт вальсы (1906), тауыш һәм оркестр өсөн «Бэда-вәғәзсе» (1907) әҫәре (М. И. Глинка премияһына лайыҡ булған) билдәлелек алған.
1928 йылдың 7 майында Ереванда вафат була.
Хәтер
үҙгәртергә- 1971 йылда Спендиаровҡа бағышлап СССР почта маркаһы сығарыла.
- 2000 йылда Спендиаровҡа бағышлап Әрмәнстан почта маркаһы сығарыла.
- Еревандағы Әрмән академия опера һәм балет театры А. Спендиаров исемен йөрөтә. Композитор ошо театр эргәһендә ерләнгән.
- Ереванда Спендиаровтың йорт-музейы бар.
- Ҡырымдағы Ялта ҡалаһында Спендиаров урамы бар. 1972 йылдан Ялта музыка мәктәбе лә уның исемен йөрөтә.
- Ҡырымдағы Судак ҡалаһында үҙәк урамдарҙың береһе Спендиаров урамы тип атала.
Ғаиләһе
үҙгәртергәСпендиаровтың ҡыҙы Марина репрессиялана; 1950-се йылдар башында ул Слюдянкала тотҡондарҙың үҙешмәкәр түңәрәгенең художество етәксеһе була[1][2]. Һуңғары атаһы тураһында китап яҙа, ул «Жизнь замечательных людей» серияһында баҫылып сыға.
Спендиаровтың ҡыҙы Елена билдәле авиаконструктор Владимир Мясищевта кейәүҙә була. Улар 1927 йылда өйләнешә. 1930 йылда ҡыҙҙары Мария тыуа.
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
үҙгәртергә- Әрмән ССР-ының халыҡ артисы (1926)
- М. И. Глинка исемендәге премия (1908, 1910, 1912).
Төп әҫәрҙәре
үҙгәртергәСәхнә әҫәрҙәре
үҙгәртергә- «Алмаст» операһы (София Парнок либреттоһы)
- «Ендәр батшаһының ете ҡыҙы» балеты
Оркестр музыкаһы
үҙгәртергә- Концерт вальсы (1906)
- Оркестр өсөн концерт увертюраһы
- Оркестр өсөн «Ҡырым эскиздары» сюитаһы — беренсе һәм икенсе дәфтәрҙәр (1903 һәм 1905)
- Лермонтов буйынса «Өс пальма» симфоник картинаһы (1906)
- «Ереван этюдтары» (1925)
Вокаль-симфоник музыка
үҙгәртергә- «Алла ҡошсоғо» квартеты (Пушкин шиғырына)
- «Фәләстин ботағы» квартеты (Лермонтов шиғырына)
- «Балыҡсы менән фея» (М. Горький шиғырына)
- «Ҡыҫылмаған һыҙат» элегияһы (Н. А. Некрасов шиғырына)
- «Бэда-вәғәзсе» (1907)
Башҡалар
үҙгәртергә- «Berceuse» менуэты;
- романстар.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Ильзен-Титкова Юлиана Алексеевна. 2012 йыл 2 март архивланған.
- ↑ Хава Волович. 2016 йыл 13 октябрь архивланған.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Спендиаров, Александр Афанасьевич // Большая советская энциклопедия : [в 30 т.] / гл. ред. А. М. Прохоров. — 3-е изд. — М. : Советская энциклопедия, 1969—1978.
- Биография на сайте Энциклопедии фонда «Хайазг»
- Спендиаров Александр Афанасьевич
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Спендиаров А. А. Письма. — Ереван, 1962
- Спендиаров А. А. О музыке. — Ереван, 1971.
- Спендиарова М. А. Спендиаров. — М. : Молодая гвардия, 1964. — 208 с. — (ЖЗЛ; Вып. 380). — 65000 экз.
- Спендиарова М. А. Жизнь музыканта. М.: «Детская литература», 1971.— 112 с.— 100 000 экз.
- Спендиарова М. А. Летопись жизни и творчества А. А. Спендиарова. — Ереван, 1975.