Шаляпин Фёдор Иванович

(Фёдор Иванович Шаляпин битенән йүнәлтелде)

Шаляпин Фёдор Иванович (1 февраль 1873 йыл, Ҡазан — 12 апрель 1938 йыл, Париж) — рус опера һәм камера йырсыһы (юғары бас, төрлө ваҡытта Ҙур һәм Мариин театрҙары, шулай уҡ Метрополитен Опера театры солисы, Республиканың беренсе халыҡ артисы (1918—1927, званиеһы 1991 йылда ҡайтарыла), 1918—1921 йылдарҙа — Мариин театрының художество етәксеһе. Үҙенең ижадында «тыумыштан бирелгән музыккалеген, сағыу вокаль һәләттәрен, иҫ китмәле актёрлыҡ оҫталығын» берләштергән. Төрлө ваҡытта һынлы сәнғәт, графика, скульптура менән шөғөлләнә һәм кинола төшә. Донъя опера сәнғәтенә ҙур йоғонто яһай.

Фёдор Иванович Шаляпин
Төп мәғлүмәт
Тыуған

1 февраль 1873({{padleft:1873|4|0}}-{{padleft:2|2|0}}-{{padleft:1|2|0}})

Тыуған урыны

Рәсәй империяһы Вятка губернаһы Ҡазан ҡалаһы

Үлгән

12 апрель 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:4|2|0}}-{{padleft:12|2|0}}) (65 йәш)

Үлгән урыны

Франция Париж ҡалаһы

Ил

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһы
Рәсәй Федерацияһы Рәсәй республикаһы
Рәсәй Совет Федератив Социалистик Республикаһы Совет Рәсәйе

Һөнәрҙәре

опера йырсыһы, актёр

Йырлау тауышы

Бас

Жанрҙар

Опера

Коллективтар

Зиминдың шәхси операһы
Ҙур театр
Мариин театры
Метрополитен Опера

Наградалар
III дәрәжә Изге Станислав ордены
III дәрәжә Изге Станислав ордены
Командор ордена Почётного легиона
РСФСР-ҙың халыҡ артисы— 1918
Автограф
Автограф
 Аудио, фото, видео Викимилектә
Викикатпхана логотибы Әҫәрҙәр в Викитеке

Биографияһы

үҙгәртергә
 
И. Я. Шаляпин — Ф. И. Шаляпиндың атаһы

Фёдор Вятка губернаһы крәҫтиәне, нәҫел ептәре был тарафтарҙа борондан уҡ йәшәгән Шаляпиндар (Шелепиндар)ға барып тоташҡан Иван Яковлевич Шаляпиндың (1837—1901) улы. Уның әсәһе Евдокия Михайловна (ҡыҙ фамилияһы Прозорова) (1845—1915) хәҙерге Киров өлкәһенең Кумен районы Дудинцы ауылы крәҫтиәндәренән була. Иван Яковлевич һәм Евдокия Михайловна Вожгалы ауылының Преображенск сиркәүендә никахлашалар. Бала сағында Шаляпин сиркәү хорында йырлай. Малай сағында уны итексе эшенә өйрәтеү өсөн итексе Н. А. Тонковҡа, һуңынан В. А. Андреевҡа бирәләр. Башланғыс белемде Ведерникованың шәхси мәктәбендә ала, артабан Ҡазанда Дүртенсе приход училищеһында, һуңғараҡ — Алтынсы башланғыс мәктәбендә уҡый. 1885 йылдың майында Шаляпин юғары балл алып, училищены тамамлай. Шул уҡ йылда атаһы уны Арсала яңы асылған һөнәрселек училищеһына бирә. «Мин ниндәйҙер бер матур илгә китәм икән тип уйлай инем, —тип хәтерләй Шаляпин, — һәм минең өсөн тормош һаман ауырлаша барған Суконная слободаһынан китеүемә шым ғына ҡыуана инем».

Карьераһының башы

үҙгәртергә

Шаляпин үҙенең артист карьераһының башы итеп 1889 йылды иҫәпләгән, тап ошо йылда ул В. Б. Серебряковтың драма түңәрәгенә статист вазифаһына яҙыла. 1890 йылдың 29 мартында Шаляпиндың беренсе сығышы үтә — ул Ҡазан сәхнә сәнғәтен һөйөүселәре йәмғиәте постановкаһында ҡуйылған П. И. Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһында Зарецкий партияһын башҡара. 1890 йылдың май айында һәм июнь башында Шаляпин В. Б. Серебряковтың оперетта антрепризында хорст була.

1890 йылдың 19 сентябрендә Шаляпин Ҡазандан Өфөгә күсә һәм С. Я. Семенов-Самарский етәкселегендәге оперетта труппаһы хорында эшләй башлай. Осраҡлы рәүештә сирләп киткән артисты алмаштырып, Монюшко операһы «Галька»ла Стольниктың соло партияһын башҡара. Ошо дебюты 17 йәшлек кенә Шаляпинды ҡапыл билдәле итә, уға һирәкләп булһа ла ҙур булмаған партияларҙы ышанып тапшыра башлайҙар, мәҫәлән, «Трубадур»ҙа Феррандо партияһын. Бер ваҡыт Шаляпин сәхнәлә ултырғысҡа яҙа ултыра һәм ҡолап китә — ошонан һуң ул ғүмере буйы ошондай осраҡҡа эләгеүҙән ҡурҡа.

Киләһе йылда Шаляпин Верстовскийҙың «Аскольд ҡәбере»ндә Билдәһеҙ партияһын башҡара. Уға Өфө земствоһында урын тәҡдим ителә, әммә йәш йырсы Өфөгә Малороссиянан килгән Г. И. Деркач төркөмөнә ылыға. Төркөм менән сәйәхәттәр уны Тифлисҡа алып килә һәм тап ошонда ул тәүге тапҡыр етди рәүештә йырсы Дмитрий Усатов хәстәрләүе арҡаһында үҙенең тауышына иғтибар бүлә. Усатов уның тауышын хуплап ҡына ҡуймай, матди средстволары булмауы сәбәпле, ул уға бушлай йыр дәрестәре бирә һәм, ғөмүмән, уның тормошонда ҡатнаша башлай. Шул уҡ Усатов Шаляпинды Тифлистағы Людвигов-Форкатти һәм Любимов операһына урынлаштыра. Шаляпин Тифлиста бер йыл йәшәй һәм операла бас партияларын башҡара.

 
Ф. Шаляпин 1893 йылда

1893 йылда ул башта Мәскәүгә, ә 1894 йылда — Санкт-Петербургҡа күсенә һәм Лентовский опера труппаһында «Аркадия»ла йырлай. 1894—1895 йылдарҙың ҡышында Панаев театрында опера ширҡәтендә Зазулин труппаһында сығыш яһай. Йәш артистың матур тауышы һәм айырыуса баҙыҡ музыкаль декламацияһы ышандырырлыҡ уйыны менән бер рәттән тәнҡитселәрҙең һәм тамашасыларҙың иғтибарын йәлеп итә. 1895 йылда Шаляпинды Император театрҙары дирекцияһы Санкт-Петербург опера труппаһы составына ҡабул итә. Мариин театры сәхнәһендә ул ҙур уңыш менән Мефистофель (Ш. Гуноның «Фауст»ы) һәм Руслан (М. И. Глинканың «Руслан һәм Людмила»һы) партияларын башҡара. Шаляпиндың күп төрлө таланты Д. Чимарозаның «Йәшерен никах» комик операһында ла сағылыш таба, әммә тейешле баһа алмай. 18951896 йылдарҙағы сезонда ул «һирәкләп кенә һәм уға бигүк килешмәгән партияларҙа сығыш яһай».

Мамонтов операһы

үҙгәртергә

Меценат С. И. Мамонтов шул осорҙа Мәскәүҙә опера театрын тота һәм Шаляпиндың ҙур һәләтен күреп, уны үҙенең труппаһына күсереп ала. 1896—1899 йылдарҙа ул Мамонтовтың «Шәхси рус опера»һында йырлай һәм ошо дүрт сезон эсендә ҙур билдәлелек яулай. Бында ул сәнғәти мәғәнәһендә үҫешә һәм бер нисә соло партияһын башҡарып, үҙенең сәхнә һәләтен үҫтерә. рус музыкаһын да һәм яңы музыканы ла бик нескә аңлауы арҡаһында ул рус композиторҙарының әҫәрҙәрен, атап йткәндә, Н. А. Римский — Корсаковтың «Псковитянка» (Иван Грозный), «Садко» (Варяг ҡунығы) һәм «Моцарт һәм Сальери» (Сальери);А. С. Даргомыжскийҙың «Русалка» (Мельник; М. И. Глинканың «Жизнь за царя» (Иван Сусанин); М. П. Мусоргскийҙың «Борис Годунов» (Борис Годунов) һәм «Хованщина» (Досифей) операларында тәрән һәм ысынбарлыҡҡа яҡын әһәмиәтле образдар тыуҙыра. Ошо уҡ ваҡытта ул сит ил операларында ла ролдәре өҫтөндә эшләй: шулай, Ш. Гуноның «Фауст» операһында Мефистофель роле уның башҡарыуында сағыу, көслө һәм үҙенсәлекле төҫ ала.

Мамонтов Шаляпинға карт-бланш биреп, йырсыға үҙ талантын асырға ярҙам итә. Һуңғараҡ үҙе Шаляпин хәтерләй:

С. И. Мамонтов миңә әйтте: « Феденька, һеҙ ошо театрҙа нимә теләйһегеҙ, шуны эшләй алаһығыҙ! Әгәр һеҙгә костюмдар кәрәк булһа, әйтегеҙ, һәм костюмдар буласаҡ. Яңы опера ҡуйырға кәрәк булһа — ҡуйырбыҙ!» Бына ошолар барыһы ла минең йәнемде байрам кейемдәренә кейендерҙе, һәм мин ғүмеремдә беренсе тапҡыр үҙемде ирекле, көслө, бөтә ҡаршылыҡтарҙы еңергә һәләтле итеп тойҙом"

«Битлек һәм йән» автобиографик китабында Шаляпин ижади тормошоноң ошо йылдарын иң мөһимдәре тип һүрәтләй: «Мамонтовта мин артист натурамдың бөтә төп һыҙаттарын, минең темпераментымды үҫтереүгә мөмкинлек биргән репертуар алдым».

Ижадының сәскә атыуы

үҙгәртергә
 
Шаляпин Мефистофель образында (С. М. Прокудин-Горский фотографияһы, 1915).
 
Ф. И. Шаляпин ғаиләһе менән хәрби госпиталдә Беренсе донъя һуғышы осоронда, 1915 год
«Эх, дубинушка, ухнем!» Фёдор Шаляпин башҡарыуында, 1902.
«Дубинушка» (слова А. Ольхина) Фёдор Шаляпин башҡарыуында, 1917 йылға тиклем.
«Из-за острова на стрежень» Фёдор Шаляпин башҡарыуында, 1938 йылға тиклем.

1899 йылда Шаляпин ҡабаттан Император театрҙарына эшкә төшә — был юлы ул Мәскәүҙә, Ҙур театрҙа, йырлай һәм бик ҙур уңыштарға өлгәшә. Император Мариин сәхнәһендәге Шаляпиндың гастролдәре Петербург музыкаль донъяһында үҙенә күрә ҙур ваҡиға була.

1901 йылда Шаляпин «Ла Скала» Милан театрында 10 тамаша бирә: А. Бойтоның «Мефистофель» операһында уның төп ролдәге сығышы бик юғары баһаға лайыҡ була.

1905 йылдағы революция осоронда ул сығыштарынан эшселәргә иғәнә бүлгән. Халыҡ йырҙары менән («Дубинушка» һ. б.) уның сығыштары ҡайһы берҙә сәйәси демонстрацияға әүерелгән. 1907—1908 йылдарҙа Шаляпин АҠШ-та һәм Аргентинала гастролдәрҙә була.

1914 йылдан алып Мәскәүҙә С. И. Зиминдың һәм Петроградта А. Р. Аксариндың шәхси опера антрепризаларында сығыш яһай.

1915 йылда Шаляпиндың кинола дебюты була, ул «Батша Иван Васильевич Грозный» тарихи кинодрамаһында (Лев Мейҙың «Псковитянка» драмаһы буйынса) Иван Грозный ролен башҡара.

1917 йылда Ҙур опера театрында Джузеппе Вердиҙың «Дон Карлос» операһында Шаляпин Филипп партияһын йырсы булараҡ ҡына башҡарып ҡалмай, ул режиссёр ҙа була. Артабан ул А. С. Даргомыжскийҙың «Русалка» операһы буйынса постановка ҡуя. Төп ролгә ул йәш йырсы К. Г. Держинскаяны һайлай.

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында йырсы үҙенең аҡсаһына яралы һалдаттар өсөн ике лазарет аса, йәмәғәтселеккә үҙенең мәрхәмәтлелеге тураһында хәбәр итмәй.

Революция осоро

үҙгәртергә
 
Шаляпин һәм Максим Горький Петроградта 1 май байрамына арналған тантаналы йыйылыш президиумында, (1920).

1918 йылдан — Шаляпин элекке Мариин театрының художество етәксеһе. Шул уҡ йылда ул Республикала беренсе булып Республиканың Халыҡ артисы исемен ала.

Эмиграцияла

үҙгәртергә

1922 йылдың июль айынан Шаляпин сит илдәрҙә гастролдәрҙә йөрөй, атап әйткәндә, АҠШ-та, унда уның импресариоһы Соломон Юрок була. Йырсы үҙенең икенсе ҡатыны Мария Валентиновна менән бергә китә. Уның оҙаҡ ҡайтмауы Совет власына ҡарата тиҫкәре мөнәсәббәте тураһында имеш-мимеш хәбәрҙәр тыуҙыра; шулай, 1926 йылда В. В. Маяковский "Горькийға хат"ында яҙа:

Или жить вам,
как живёт Шаляпин,
раздушёнными аплодисментами оляпан?
Вернись
теперь
такой артист
назад
на русские рублики —
я первый крикну:
— Обратно катись,
народный артист Республики!

1927 йылда Шаляпин бер концертынан йыйылған аҡсаны эмигранттар балалына иғәнә итә, был хаҡта 1927 йылдың 31 майында «ВСЕРАБИС» журналында С. Симон исемле әҙәм аҡгвардиясыларға ярҙам иткән тип яҙып сығара. Шаляпиндың «Битлек һәм йән» исемле автобиографияһында бының тураһында ентекләп бәйән ителә. 1927 йылдың 24 авгусындағы РСФСР-ҙың Совнаркомы ҡарана ярашлы ул Халыҡ артисы дәрәжәһенән һәм СССР-ға кире ҡайтыу хоҡуғынан мәхрүм ителә.

"Ф. И. Шаляпинға үлгәндән һуң Республика Халыҡ артисы исемен тергеҙеү тураһында тәҡдимдәр"е КПСС-тың Үҙәк комитеты һәм РСФСР-ҙың Юғары Советы тарафынан 1956 йылда уҡ ҡарала, әммә ҡабул ителмәй. 1991 йылдың 10 июнендә РСФСР-ҙың Юғары Советы 317-се һанлы ҡарар ҡабул итә:

Отменить постановление Совнаркома РСФСР от 24 августа 1927 года «О лишении Ф. И. Шаляпина звания „Народный артист“» как необоснованное.

1932 йылдың аҙағында Шаляпин кинола төшә, ул Георгий Пабстың Сервантес романы буйынса «Дон Кихот мажаралары» фильмында төп ролде башҡара. Фильм бер үк ваҡытта ике телдә төшөрөлә — ике составтағы актёрҙар менән инглиз һәм француз телдәрендә. Фильмға музыканы Жак Ибер яҙа, натурала төшөрөүҙәр Ницца ҡалаһы эргәһендә үтә. 1935—1936 йылдарҙа Шаляпин аккомпаниатор Годзинский Жорж де менән бергә Алыҫ Көнсығышҡа үҙенең һуңғы гастролдәренә сығып китә. Маньчжурияла, Ҡытайҙа һәм Японияла ул 57 концерт бирә.

1937 йылдың яҙында Шаляпинда лейкоз ауырыуын табалар. 1938 йылдың 12 апрелендә 66 йәшендә ул Парижда ҡатынының ҡулында вафат була. Париж зыяраты Батиньолдә ерләнә. 1984 йылда уның улы Федор атаһының кәүҙәһен Франциянан Рәсәйгә күсереүгә рөхсәт бирә. Күсереү буйынса барон Эдуард Александрович фон Фальц-Фейн бик күп тырышлыҡ һала, Федор Федоровичты был аҙымды эшләргә күндерә һәм уның вафатынан һуң Римда ҡалған ғаилә ҡомартҡыларын һатып ала һәм уларҙы Петербургтағы Шаляпин музейына бүләк итә. Ерләү тантанаһы Мәскәүҙә 1984 йылдың 29 октябрендә үтә. Ике йылдан һуң скульптор А. Елецкий һим архитектор Ю. Воскресенский эшләгән һәйкәл уның ҡәберенә ҡуйыла.

 
Ф. И. Шаляпин үҙен-үҙе пластилиндан әүәләй .

Йырсының тауышы — йомшаҡ тембрлы юғары бас (бәлки, бас-баритондыр) . Замандаштары билдәләүенсә, йырсының дикцияһы бик шәп була, тауышы көслө, сәхнәнән алыҫ урындарҙа ла яҡшы ишетелгән.

Киң таралған фекер буйынса, Шаляпин үҙенең популярлығына йырсы булараҡ ҡына түгел, күренекле артист, башҡаса кәүҙәләнә ала торған һәләте һәм нәфис һүҙе оҫтаһы булараҡ ирешә. Буйға оҙон, олпат һынлы, матур йөҙлө, үткер ҡарашлы Шаляпин үҙенең иң яҡшы трагик ролдәрендә онотолмаған тәьҫир ҡалдырған (Мельник, Борис Годунов, Мефистофель, Дон Кихот). Шаляпин үҙенең ярһыу темпераменты менән тамашасыларҙы тетрәндерә, һәр нотаны урынына еткереп, йырҙың һәр һүҙенә теүәл, ихлас интонациялар таба белгән, сәхнәлә һәр саҡ тәбиғи һәм ышаныслы булған.

Төрлө йылдарҙа йырсының партнерҙары А. М. Давыдов, Т. Даль Монте, Д. де Лука, Н. Ермоленко-Южина, И. Ершов,П. Журавленко, E. Збруева, Э. Карузо, К. Держинская, В. Касторский, E. Куза, Н. М. Ланская, Л. Липковская, Ф. Литвин, Е. Мравина, В. Петров, Т. Руффо, Н. Салина, Т. Скипа, П. Словцов, Д. Смирнов, Л. Собинов, Р. Сторкьо, Г. Угринович, М. Черкасская, В. Эберле, Л. Яковлев, А. Шеманскийҙар булалар.

Шаляпиндың таланттары музыкаль һәм актёрлыҡ һәләттәре менән генә сикләнмәгән, Федор Шаляпин иҫ киткес рәссам да булған, үҙен һынлы сәнғәттә һәм скульптурала ла һынап ҡараған. Уңың ҡулы аҫтынан сыҡҡан бик күп портреттар, автопортреттар, рәсемдәр һәм карикатура эштәре һаҡланып ҡалған. Шулай уҡ ҙур әҙәби һәләттәр күрһәткән, үҙенең яҙма әҫәрҙәрендә тәбиғәттән бирелгән аҡыл, айырылып торған юмор тойғоһо, күҙәтеүсәнлек һәләтенә эйә булғанлығын иҫбат иткән.

Максим Горький Шаляпинды сәйәси эшмәкәрлектән һәм ниндәй ҙә булһа сәйәси партияла ағза булыуҙан дүндерә, сөнки Шаляпин үҙенең талантын сәйәси ығы-зығыға әрәм итергә тейеш түгел, тип иҫәпләгән.

Шаляпин һәм Өфө

үҙгәртергә

1890 йылда С. Я. Семёнов-Самарскийҙың труппаһы Өфөгә юллана һәм Шаляпин, бәләкәй генә түләү хаҡына ризалыҡ биреп, үҙенең тәүге контрактына ҡул ҡуя. Уның гардеробында был мәлдә «сыбар» галстуктан һәм бер дуҫының әсәһе бүләк иткән иҫке шәлдән башҡа ҡиммәтле әйберҙән бер ни ҙә булмай. Ҡаҙандан килгән пароходтан Шаляпин Софронов майҙанына килеп төшә, буласаҡ йырсыға был ваҡытта 17 йәш була.

 
Өфөлә Ф. Шаляпин йәшәгән йорт

Өфөлә Фёдор Шаляпин 1890 йылдың сентябренән 1891 йылдың июненә тиклем йәшәй.

1890 йылдың 26 сентябрендә Шаляпин ғүмерендә беренсе тапҡыр А. Замараның «Палермонан йырсы» опереттаһында сығыш яһай. Театр бинаһы Ильин, Телеграф, Воскресенск урамдары һәм Театр тыҡрығы араһындағы кварталда урынлашҡан була (хәҙер З. Вәлиди, Цюрупа, Туҡай һәм Матросов урамдары). Театрҙың ағас бинаһы 1861 йылда төҙөлә, хәҙерҙе көнгә тиклем һаҡланмаған.

Яңы эш урынында лампаларҙы таҙартыуҙан башлап декорацияларҙы ҡуйғанға тиклемге эштәрҙән баш тармаған йәш егетте бик яратып ҡабул итәләр.

Был ваҡытта Шаляпин мәсет артында Трунилов ҡасабаһында Ағиҙелдең текә ярындағы ике этажлы йортта йәшәй (йорт яңыраҡ һүтелде). Йорттоң түбән тәҙрәләре тротуарға сыҡҡан, тәҙрәнән үтеп йөрөгән кешеләрҙең аяҡтары һәм тауыҡтар күренгән. Ағас түмәрҙә ҡунып йәшәгән Шаляпин сәнғәткә хеҙмәт итеүен ҙур ғорурлыҡ һәм ҡыуаныс менән ҡабул итә.

Фёдор Шаляпин тамағын туйҙырыр өсөн Ильин сиркәүенең хорында ла йырлай. Ильин сиркәүе 1855 йылда төҙөлгән һәм изге пәйғәмбәр Илья хөрмәтенә исемләнгән. Сиркәү З. Вәлиди урамында урынлашҡан була, 1931 йылда уны ябалар, һуңынан емерәләр.

1891 йылдың 6 майында Фёдор Иванович әсәһенең фамилияһы аҫтында (Прозоров) Дворян йыйылышы бинаһында Рубинштейндың «Демон» операһында ҡарт хеҙмәтсе ролендә сығыш яһай. Был бинала Шаляпин Гуно операһынан («Фауст») Мефистофель роле өҫтөндә эшләй.

 
Өфөлә Фёдор Шаляпиндың мәрмәр һәйкәле

Сығышынан һуң уның эш хаҡы арттырыла һәм Шаляпин башҡа ролдәрҙе ятларға мөмкинлек ала. Өфөлә Шаляпин Фернандо («Трубадур») һәм Билдәһеҙ («Аскольд ҡәбере») партияларын башҡара. Өфө интеллигенцияһы уны Өфөлә ҡалырға өгөтләй һәм земство управаһына эшкә урынлаштыра һәм артабан уны консерваторияға уҡыуға ебәрергә вәғәҙә итә. Әммә Шаляпинды ҡоро һандар менән эш итеү һис тә мауыҡтырмай, һәм ул Өфөнә ташлап китә. Губерна земствоһында 1891 йылдың апрель-июнендә писец булып хеҙмәт итә. Элекке земство бинаһында хәҙер «Өфөкабель» заводы бинаһы урынлашҡан. Таш ике этажлы бина 1880 йылдарҙа төҙөлгән, Цюрупа һәм З. Вәлиди урамдары киҫелешкән ерҙә тора.

Земствола эшләгән саҡта Шаляпин Гоголев урамындағы 1-се һанлы бер этажлы ағас өйҙә йәшәй (хәҙер Гоголь урамы 1-се һанлы йорто). Йорт XIX быуат аҙағында төҙөлгән һәм бөгөнгө көндә йәшәү торлағы булып файҙалана.

Шаляпиндың исеме тимер юлы вокзалы менән дә бәйле. Тап ошонан ул 1891 йылда Златоустҡа гастролдәргә китә.

1904 йәки 1905 йылда билдәле йырсы булып киткән рус йырсыһы юл ыңғайы үҙенең дуҫы Григорьевты күреп китә һәм эшселәр клубында сығыш яһай. Клуб Өфө тимер юлы оҫтаханалар территорияһында урынлашҡан була. Ул йырлаған «Дубинушка» йырын клубта йыйылғандарҙың барыһы ла күтәреп ала.

1967 йылдың 6 февралендә артистың ҡыҙы Шаляпина Ирина Фёдоровна алдында бинаға мемориаль таҡта ҡуйылды. Бина 1856 йылды төҙөлгән, хәҙерге көндә бында Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты урынлашҡан.

1991 йылдан алып Өфө ҡалаһында йыл һайын донъя йондоҙҙары ҡатнашлығында опера сәнғәте Шаляпин фестивале — «Өфөлә Шаляпин кистәре» («Шаляпинские вечера в Уфе») үткәрелә.

Кинолағы ролдәре

үҙгәртергә
  • 1915 — Иван Грозный, «Батша Иван Васильевич Грозный»
  • 1933 — Дон Кихот, — «Дон Кихот» (фильм, 1933) (режиссёры Георг Вильһельм Пабст)

Шәхси тормошо

үҙгәртергә
 
Ф. И. Шаляпин һәм И. И. Торнаги

Шаляпин ике тапҡыр өйләнгән була. Үҙенең беренсе ҡатыны, итальян балеринаһы Иола Торнаги [1] (Ле-Прести; 1873 (?), Монца — 1965, Рим[2]) менән Шаляпин Түбәнге Новгород ҡалаһында таныша. Улар Мәскәү өлкәһенең Гагино ауылы сиркәүендә 1898 йылды никахлаша. Был никахта Шаляпиндың алты балаһы тыуа: Игорь (4 йәшендә үлеп ҡала), Борис, игеҙәктәр Фёдор менән Татьяна[3], Ирина һәм Лидия.

Никахта булған саҡта Федор Иванович Петцольд Мария Валентиновна (ҡыҙ фамилияһы Элухен; 1882—1964), менән яҡынлаша, Мария Валенитиновнаның тәүге никахынан ике балаһы була. Шаляпин менән уның тағы ла өс ҡыҙы тыуа: Марфа (1910—2003), Марина (1912—2009) һәм Дасия (1921—1977). Ысынбарлыҡта Шаляпиндың икенсе ғаилә барлыҡҡа килгән саҡта, беренсе никахы тарҡалмаған була. Бер ғаиләһе Мәскәүҙә йәшәһә, икенсеһе — Петроградта. Мария Валентиновна менән Шаляпин рәсми рәүештә Прагала, рус сиркәүҙәренең береһендә, Шаляпиндың соло гастролдәре ваҡытында, яҡынса 1927 йылдың 10 ноябрендә никахлашалар.

Шаляпиндың барлыҡ балалары араһынан иң оҙаҡ йәшәгәне Марина була, ул 98 йәшендә вафат була.

Наградалары

үҙгәртергә

Федор Шаляпин. Маска и Душа. — М., 1997; с. 275, 277 китабы буйынса:

 
Почетлы легион командоры таныҡлығы
  • 1902 — III дәрәжә Алтын йондоҙ ордены (Бохара эмираты).
  • 1907 — Пруссия бөркөтө алтын тәреһе.
  • 1908 — Офицер почетлы исеме кавалеры.
  • 1910 — Ғәли йәнәптәре (Его Величества) Солисы почетлы исеме.
  • 1912 — Италия короле Ғәли йәнәптәре (Его Величества) Солисы почетлы исеме.
  • 1913 — Британия короле Ғәли йәнәптәре (Его Величества) Солисы почетлы исеме (Его Величества).
  • 1914 — Британия ордены — сәнғәт өлкәһендәге ҡаҙаныштары өсөн.
  • 1914 — III дәрәжә Изге Станислав ордены (Рәсәй).
  • 1916 — Офицер званиеһы.
  • 1918 — Республиканың Халыҡ артисы почетлы исеме (беренсе тапҡыр бирелә).
  • 1925 — Почётлы легион ордены командоры (Франция).

Адрестары

үҙгәртергә
 
Кисловодскиҙа Шаляпиндың ҡала ситендәге йорто

Санкт-Петербург — Петроградта

үҙгәртергә
  • 1894—1895 — «Пале Ройяль» ҡунаҡханаһы — Пушкин урамы, 20-се йорт;
  • 1899 — Колокол урамы, 5-се йорт;
  • 1901—1911 йылдың аҙағы — О. Н. Мухинаның мебелләгән бүлмәләре, Оло Диңгеҙ урамы, 16-сы йорт;
  • 1911 йылдың аҙағы — 1912 йылдың яҙы — табышлы йорт (доходный дом), Литей проспекты, 45-се йорт;
  • 1912 йылдың йәйе — 1914 йылдың көҙө — Никольск майҙаны, 4-се йорт, 2-се фатир;
  • 1914 йылдың көҙө — 1922 йылдың 22 июне— Пермь урамы (Графтио урамы), 2-се йорт, 3-сө фатир. Шаляпиндың Петроградтағы шәхси йорто. Ошо адрес буйынса (хәҙерге нумерация — 2Б) Ф. И. Шаляпиндың Мемориаль-фатир музейы урынлашҡан.

Мәскәүҙә

үҙгәртергә

Мәскәүгә Шаляпин тәүге тапҡыр 1894 йылдың йәй башында килә, бында ул Е. Н. Рассохинаның театр бюроһында (Георгий тыҡрығы, 1 -се йорт) Петербургтағы һәм Ҡаҙандағы сығыштары буйынса контракттарға ҡул ҡуя. 1899 йылға тиклем Долгоруков урамындағы 36-сы йортоноң (хәҙерге көндә һаҡланмаған) флигелендә, һуңынан — Оло Чернышевский тыҡрығындағы 9 -сы йортта йәшәгән. Бер йылдан һуң ул Леонтьев тыҡрығындағы 24-се йортҡа күсә, артабан 1904 йылда Зачатьев тыҡрығындағы 3-сө йортта йәшәй. Бында күсенгәндән һуң уның улы Борис тыуа, ә киләһе йылда — игеҙәк балалры Федор менән Татьяна. Был йорт, авариялы торошта була 2016 йылда суд тыңлауҙарынан һуң йорттоң реставрацияһы башлана. Мәскәүҙәге айырым йорто Новинск бульварында урынлашҡан, Был бинала Шаляпин ғаиләһе менән 1910 йылдан алып 1922 йылға, АҠШ-ҡа эмиграцияға киткәнгә тиклем йәшәгән, хәҙер был йортта Шаляпиндың Йорт — музейы.

1910 йылда Шаляпин тәүге тапҡыр Плесҡа килә, бында уға шул тиклем оҡшап ҡала, хатта уның яҡын тирәһендә ул Хмельницы исемле буш ятҡан ер һатып ала. 1912 йылдың июлендә һәм сентябрендә ул архитектор Кузнецов менән килеп китә. Кузнецов буласаҡ өйҙөң планын төҙөй һәм өй С. А. Шулепниковтың «Утешное» имениеһы эргәһендә 1914 йылда төҙөлөп бөтә. 1918 йылда Ф. И. Шаляпиндың йорто тартып алына һәм балалар коммунаһына бирелә, 1924 йылдан алып унда ял йорто урынлаша .

 
Голливуд Дан аллеяһында Фёдор Шаляпиндың йондоҙо
  • Ф. И. Шаляпиндың Йорт-музейы Мәскәүҙә.
  • 2014 йылдың авгусында Шаляпинға һәйкәл Киров ҡалаһында ҡуйыла.
  • 2013 йыл мәғлүмәттәре буйынса, Рәсәйҙә Шаляпин исемен йөрөткән 17 урам, 2 тыҡрыҡ һәм Иваново өлкәһендә бер ауыл йөрөтә.
  • Ҡаҙағстан:
    • Алматы ҡалаһында Шаляпин урамы;
    • Ҡустанай өлкәһенең Рудный ҡалаһында Шаляпин урамы;
  • Өфөлә Шаляпинға һәйкәл ҡуйылған;
  • Өфөлә 1991 йылдан алып (йыл һайын) донъя йондоҙҙары ҡатнашлығында опера сәнғәте Шаляпин фестивале — «Өфөлә Шаляпин кистәре» («Шаляпинские вечера в Уфе») үткәрелә;
  • 2003 йылда Шаляпинға һәйкәл Мәскәүҙә, Новинск бульварында, Ф. И. Шаляпин исемендәге Йорт-музей янында ҡуйылды (скульпторы Вадим Церковников).
  • Федор Иванович Шаляпиндың исеме Голливудта тауыш яҙҙырыу индустрияһына индергән өлөшө өсөн «Йондоҙҙар аллеяһында» мәңгеләштерелгән.
  • 1999 йылдың 29 авгусында Ҡаҙанда, ул суҡындырылған Богоявлен соборының колокольняһы янында Шаляпинға һәйкәл ҡуйыла (скульпторы А. Балашов).
  • 1986 йылдың 31 октябрендә Шаляпиндың ҡәберендә һәйкәл асыла (скульпторы А. Елецкий, архитекторы Ю. Воскресенский).
  • 1982 йылдың 8 февралендә Шаляпиндың тыуған яғында, Ҡазанда, уның исемендәге беренсе опера фестивале асыла. Фестиваль М. Йәлил исемендәге татар дәүләт опера һәм балет театрында үтә һәм 1991 йылдан алып халыҡ-ара статусын йөрөтә .
  • Федор Шаляпин исемен 92 — 016 проекты бәләкәй дүрт палубалы теплоходы йөрөтә.
  • Түбәнге Новгородта Ф. И. шаляпин исемендәге музей бар. Ф. и. шаляпин түбәнге новгородта музейы бар.
  • Gramophone журналының Дан залына индерелгән.

Шаляпин образы кинола

үҙгәртергә
  • Николай Охлопков (Яков Свердлов, 1940)
  • Виктор Степанов («Под знаком Скорпиона», 1996)
  • Александр Огнивец («Римский-Корсаков», 1953)
  • Александр Блок («Секретная служба Его Величества», 2006)
  • Александр Клюквин («Петр Лещенко. Всё, что было…», 2013)
  • Илдар Абдразаков («Шыршылар 1914», 2014)
  • Александр Тамбов («Орлова һәм Александров», 2014)

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мошенцева, 2012
  2. Иола Игнатьевна выехала в Рим из СССР в конце 1950-х годов по приглашению сына Фёдора.
  3. Московские могилы. Шаляпина Т.Ф. moscow-tombs.ru. Дата обращения: 7 июнь 2017.
  4. Эту шубу певец получил в качестве платы за концерты перед красноармейцами (Беларусь вчера. Минские хроники эпохи demi-saison//Белорусские новости, 2009/11/02 2017 йыл 12 сентябрь архивланған.)

Һылтанмалар

үҙгәртергә