Оҙонлоҡҡа һикереү

Оҙонлоҡҡа һикереү — горизонталь һикереүгә ҡараған еңел атлетика программаһының техник төрө дисциплинаһы. Оҙонлоҡҡа һикереү спортсыларҙан һикереү оҫталығы, спринтерлыҡ сифаты талап итә. Оҙонлоҡҡа һикереү боронғо олимпия уйындары программаһына ингән. Хәҙерге заманда ир-аттар өсөн 1896 йылдан, ҡатын-ҡыҙҙар өсөн 1948 йылдан еңел атлетиканың олимпия дисциплинаһы булып тора.

«Ҡайсы» стиле менән оҙонлоҡҡа һикереү
Этәрелеү таҡтаһы

Стиль һәм техникаһы

үҙгәртергә

Донъя класына ҡараған атлет ир-аттар өсөн таҡтанан этәрелеү көсө 9,4—9,8 м/c. етә. Спортсының массаһы үҙәгенең осошоноң оптималь мөйөшө горизонтҡа ҡарата 20-22° булып һанала һәм массаһы үҙәгенең йөрөштәге ябай торошо сағыштырмаса — 50-70 сантиметрға етә. Атлеттар иң юғары тиҙлеккә йүгереп килеп һикереүҙең һуңғы өс-дүрт аҙымында етә.

Һикереү дүрт фазанан тора: йүгереп килеү, этәрелеү, осош һәм ергә төшөү. Иң ҙур айырмалар, техника күҙлектән, һикереүҙең осош фазаһына ҡағыла.

  • «Аҙымда» (ингл. The Stride jump; jump Sail) — XIX быуаттан уҡ билдәле иң ябай техника, спортсы-һәүәҫкәрҙәргә физкультура дәрестәренән таныш — был «аҙымда» йәки «аяҡты бөкләп» һикереү. Этәрелеп киткәндән һуң көслө аяҡ көсһөҙ аяҡҡа ҡушыла һәм яурындар бер аҙ артҡа китә. Был һикереүҙең ябай варианты булһа ла, уның менән XXI быуаттың юғары кимәлдәге атлеттары файҙалана. Мәҫәлән, инглиз атлеты Томлинсон Кристофер 8,35 м иҫәбе менән «аҙымда» һикерә (Бөйөк Британиялағы рекорды). Ошо уҡ стилдә Чистякова Галина 7,52 м донъя рекорды ҡуя[1][2].
  • «Бөгөлөп» (ингл. The Style Hang) — ҡатмарлы вариант, координация һәм күнеккәнлекте талап итә. Һикереүсе осошта бил тапҡырында кәүҙәһен бөгә һәм ергә төшөр алдынан нисектер туҡтап ҡала. 1920 йылда был техниканы фин һикереүсеһе Туулос күрһәтә. Еңел атлетиканың хәҙерге үҫеш этабында был техника һикереүсе ҡатын-ҡыҙҙар араһында популяр. Был стиль менән, мәҫәлән, Дрекслер Хайке һикерә[3].
  • «Ҡайсы» (ингл. The Hitch-Kick) — иң ҡатмарлы вариант, спортсынан юғары тиҙлек — көс сифаттары талап итә. Спортсы осошта йүгереүҙе дауам иткән һымаҡ һауала 1,5, 2,5 йәки 3,5 аҙым яһай. Был юғары класлы ир-ат спортсылары араһында популяр техника[4][5].
    «Ҡайсы» стиле менән 1991 йылда Пауэлл Майк һәм 1968 йылда Бобров Бимон һикерә[6].
    Игорь Тер-Ованесян һуңынан был һикереүҙең нескәлектәрен хәтерләй: Күренекле бейеүселәрҙе күҙәтеп, мин һәр ваҡыт уларҙың һикергән ваҡыттарында һауала бер аҙға эленеп тороу һәләттәре менән һоҡландым. Был эленеп тороу уларҙа «баллон» тип атала, ул күнекмәләргә ауыр бирелә һәм күп осраҡта тыумыштан килгән һәләт була. Бимондың осош уртаһында, хатта икенсе яртыһы өлөшөндә, бүтәндәр таш кеүек аҫҡа төшкәндә лә, мөғжизә — «баллон» килеп сыға, һәм ул һикереү соҡоро өҫтөндә, күҙгә күренмәшән парашютта һымаҡ, эленеп торҙо.

Борон оҙонлоҡҡа һикереү.

үҙгәртергә
 
Боронғо оҙонлоҡҡа һикереүсе

Боронғо олимпия уйындарында оҙонлоҡҡа һикереү киң таралған дисциплина була. Килеп еткән мәғлүмәттәр буйынса, һикереү техникаһы хәҙергенән тамырынан айырыла. Һикергәндә атлеттар ҡулдарына гантельды хәтерләткән махсус йөк— хальтерес тоталар, уны ергә төшөр алдынан артҡа ырғыталар. Моғайын, шулай итеп һикереү оҙонлоғо арта, тип иҫәпләгәндәр[7]. Һикереүҙә ҡайһы бер атлеттар 15 метрҙан ашыу һөҙөмтәгә өлгәшкәндәр тигән мәғлүмәттәр ҙә бар, әммә тикшеренеүселәр фекеренсә, бында һүҙ өс тапҡыр һикереү тураһында бара[8].

 
СССР маркаһында Олимпиада-80 арналған оҙонлоҡҡа һикереү

Хәҙерге торошо

үҙгәртергә

Cпортҡа һәм еңел атлетикаға ҡыҙыҡһыныу артыу менән оҙонлоҡҡа һикереү XIX быуат аҙағында техник төрҙәрҙең популяр дисциплинаһы булып китә. 1898 йылда оҙонлоҡҡа һикереү буйынса ир-егеттәр араһынан американлы Принштайн Майер рекорд ҡуя—ул 7,23 м. һикерә. Беренсе Олимпия уйындарында урындан тороп оҙонлоҡҡа һикереүҙәр ҙә уҙғарыла, әммә улар популярлығын тиҙ юғалта.

Оҙонлоҡҡа һикереү иң консерватив дисциплинаға ҡарай. 8 метрлы рубежды (8,13) ир-егеттәр араһынан тәү тапҡыр 1935 йылда Джесси Оуэнс үтә, һәм хәҙерге көнгә тиклем был һөҙөмтә менән «Гран-при» кимәлендәге халыҡ-ара ярыштарҙа ҙур еңеүҙәр яуларға була

Был төрҙөң тарихҡа ингән ҡара-ҡаршы тороуы:

  • Ральф Бостон (АҠШ) һәм Игорь Тер-Ованесян (СССР).
  • Карл Льюис (АҠШ) һәм Пауэлл Майк (АҠШ).

Боб Бимондың Мехико Олимпия уйындарында 8,90 метрға һикереүе легенда була (1968). Быға тиклем билдәле булмаған атлет алдағы донъя рекордын 55 сантиметрға уҙып китә. Бимондың рекордын Пауэлл үтеп китә, ул 1991 йылда Токиола донъя чемпионатында 8,95 м. һикерә, һәм был һөҙөмтәнең хәҙергә тиклем тиңе юҡ.

Кеше мөмкинлектәренең сиген компьютер ярҙамында тикшеренеүҙәр үткәргән Гидеон Эриэли һикереү спортының максималь оҙонлоғо — 8,90 см тип иҫәпләй. Компьютерға һалынған Бимондың рекордлы кинограммаһы идеаль булырға яҡын тип квалификациялана, ә янбаш-бот быуынына төшкән этәргестең ауырлығы (770 кг) — кеше өсөн иң киҫкененә яҡын.

Льюис һәм Пауэллдың Токиолағы донъя чемпионатында дуэлы

үҙгәртергә

Льюис Һәм Пауэллдың 1991 йылда Токиола донъя чемпионтатындағы дуэлы еңел атлетика тарихында иң бөйөк ярыштарҙың береһе тип һанала. Секторҙа һикереү 1968 йылда Мехиколағы олимпия уйындарында Боб Бимондың мәңгелек тойолған донъя рекордын уҙып китә.

Льюис ярыштар башына тиклем 10 йыл дауамында 65 рәттән еңеү яулап, бер еңелеү ҙә белмәй. Пауэлл 1988 йылда Сеулда Олимпия уйындарында көмөш призер була һәм 1990 йылда донъяла иң яҡшы һөҙөмтәгә эйә була. .

Беренсе мөмкинлектә Льюис 8,68 м. һикереп, донъя рекорды ҡуя. Спорт карьераһында ул тик өс тапҡыр алыҫҡа һикерә. Пауэлл беренсе мөмкинлектә яңылыша, ә икенсе мөмкинлектә 8,54 м. һикереп икенсе урынға сыға. Өсөнсө позицияла Ларри Мирикс нығына, әммә лидерҙарға едти көнәркәш була алмай.

2,3 м/с ел ыңғайына өсөнсө һикереүҙә Льюис 8,83 м һикерә, был еңел атлетика тарихында өсөнсө һөҙөмтә. Пауэлл өсөнсө мөмкинлектә 8,80 м тирәһенә осоп китә, әммә тағы яңылыша.

Льюистың дүртенсе мөмкинлеге тарихи була, Был 8,91 м һикереүе 23 йыл эсендә Боб Бимондың рекордын үтеп киткән тәүге һикереү була. Һөҙөмтә көслө ел ыңғайына булыуға ҡарамаҫтан (3 м/с) һәм яңы рекорд сифатында теркәлмәһә лә, ул ярыштар зачетына инә. Хәҙер Льюисты еңеү өсөн Пауэллға яңы донъя рекорды ҡуйыр кәрәк.

Был интриганың сиселеше бишенсе мөмкинлектә башлана. 0,3 м/с ел ыңғайына Пауэлл 8,95 м һикерә, һәм шуның менән Бом Бимондың мәңгелек рекордын үтеп китә, өҫтәүенә, быны тигеҙ стадионда башҡара.

Льюистың Һуңғы ике һикереүе матур була: 8,87 һәм 8,84 м. Ул шәхси рекорд ҡуя (8,91 н һикереүе шәхси рекорд тип иҫәпләнмәй, сөнки көслө ел ыңғайына башҡарыла), әммә Пауэллды уҙып китә алмай.

Ларри Мирикс яҡшы һөҙөмтә (8,42 м.) менән өсөнсө була.

Артабан Пауэлл ике тарҡыр донъя рекорды билдәһен үтеп китә: 1992 йылда 8,99 .һәм 1994 йылда 8,95 м, әммә ике һикереүе лә норманы үтеп киткән 2 м/с көслө ел ыңғайына булғас, был һөҙөмтәләр рекорд сифатында теркәлмәй.

Льюис һикереү секторында иҫ киткес һөҙөмтәләренән тыш,100 метрға йүгереү буйынса донъя рекорды ҡуя һәм ш1991 йылда иң яҡшы атлеттар иҫәбенә инә.

Ел ыңғайына алыҫҡа һикереү

үҙгәртергә

Ел ыңғайына һикереү алыҫлыҡты байтаҡҡа арттырғанлыҡтан, ИААФ ҡағиҙәләренә ярашлы ел ыңғайына 2 м/с. тиҙлегендә күрһәткән һөҙөмтәләр рекорд һөҙөмтәһе тип теркәлмәй. Шунлыҡтан ярыштарҙа күрһәткән иң яҡшы һөҙөмтәләр рәсми донъя рекордынан артып китә. Еңел атлетика тарихында иң алыҫ һикереү Майк Пауэллдың 1992 йылдың 21 июлендә юғары таулы Сестриер ҡасабаһында ярышта 4,0 м/с тиҙлектәге ел ыңғайына 8,99 м һикереүе була. Ошо уҡ ярыштарҙа Хайке Дрекслер (Германия), ҡатын-ҡыҙҙар араһында иң юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп, ел тиҙлеге 2,1 м/с үлсәнгәндә 7,63 метрға һикерә. Билдәләп үтер кәрәк, 1995 йылдың 29 июлендә кубалы Иван Педростың Сестриерҙа үлсәнгән ел тиҙлеге 1,2 м/с булғанда һикереүе 8,96 м була, әммә был үлсәү хаталы тип таныла[9][10].

Рекордтар

үҙгәртергә
Рекорд Оҙонлоҡ Спортсы Ил Дата Урын
Ир-аттар Донъя 8,95 м Майк Пауэлл   АҠШ 30 август 1991 Токио, Япония
Донъя (бинала) 8,79 м Карл Льюис   АҠШ 27 ғинуар 1984 Нью-Йорк, АҠШ
Олимпия 8,90 м Боб Бимон   АҠШ 18 октябрь 1968 Мехико, Мексика
Ҡатын-ҡыҙҙар Донъя 7,52 м Галина Чистякова   СССР 11 июнь 1988 Ленинград, СССР
Донъя (бинала) 7,37 м Хайке Дрехслер   ГДР 13 февраль 1988 Вена, Австрия
Олимпия 7,40 м Джекки Джойнер   АҠШ 29 сентябрь 1988 Сеул, Корея Республикаһы

Бөтә ваҡыттарҙың иң яҡшы һикереүселәре

үҙгәртергә

Ир-егеттәр

үҙгәртергә

Ир-егеттәр араһында стадионда 10 иң яҡшы һөҙөмтәләр, 2010 йылдың 20 мартына ҡарата

Һөҙөмтә Спортсы Ил Дата Урын Шарттар
1 8,95 Майк Пауэлл   АҠШ   АҠШ 30.08.1991 Токио +0,3 м/с
2 8,90 Боб Бимон   АҠШ   АҠШ 18.10.1968 Мехико +2,0 м/с, B
3 8,87 Карл Льюис   АҠШ   АҠШ 30.08.1991 Токио -0,2 м/с
4 8,86 Роберт Эммиян   СССР   СССР 22.05.1987 Цахкадзор +1,9 м/с, В
5 8,74 Ларри Майрикс   АҠШ   АҠШ 18.07.1988 Индианаполис +1,4 м/с
6 8,74 Эрик Вальдер   АҠШ   АҠШ 02.04.1994 Эль Пасо +2,0 м/с, В
7 8,74 Дуайт Филлипс   АҠШ   АҠШ 07.06.2009 Юджин −1,2 м/с
8 8,73 Ирвинг Саладино   Панама 24.05.2008 Хенгело +1,2 м/с
9 8,71 Иван Педросо   Куба 18.07.1995 Саламанка +1,9 м/с
10 8,66 Луис Цатумас   Греция 02.06.2007 Каламата +1,6 м/с

Норманы арттырыусы ел ыңғайына 8,90 м. һикереү

Һөҙөмтә Спортсы Ил Дата Урын Шарттар
8,99 Майк Пауэлл   АҠШ 21.07.1992 Сестриер +4,0 м/с B
8,96 Иван Педросо   Куба 29.07.1995 Сестриер +1,2 м/с *B
8,95 Майк Пауэлл   АҠШ 31.07.1994 Сестриер +3,9 м/с B
8,91 Карл Льюис   АҠШ 30.08.1991 Токио +3,0 м/с
8,90 Майк Пауэлл   АҠШ 16.05.1992 Модесто +3,7 м/с

Ҡатын-ҡыҙҙар

үҙгәртергә

Ҡатын-ҡыҙҙар араһында стадионда 10 иң яҡшы һөҙөмтә, 2010 йылың 20 мартына ҡарата.[11]

Һөҙөмтә Спортсы Ил Дата Урын Шарттар
1 7,52 Галина Чистякова   СССР   СССР 11.06.1988 Ленинград +1,4 м/с
2 7,49 Джеки Джойнер-Керси   АҠШ 22.05.1994 Нью-Йорк +1,3 м/с
3 7,48 Хайке Дрекслер   Германия 09.07.1988 Нойбранденбург +1,2 м/с
4 7,43 Анишоара Кушмир   Румыния 04.06.1983 Бухарест +1,4 м/с
5 7,42 Татьяна Котова   Рәсәй 23.06.2002 Аннеси +2,0 м/с
6 7,39 Елена Белевская   СССР   СССР 18.07.1987 Брянск +0,5 м/с
7 7,37 Инесса Кравец   Украина 13.06.1992 Киев ?
8 7,33 Татьяна Лебедева   Рәсәй 31.07.2004 Тула +0,4 м/с
9 7,31 Елена Хлопотнова   СССР   СССР 12.09.1985 Алматы +1,5 м/с
10 7,31 Мэрион Джонс   АҠШ 31.05.1998 Юджин (Орегон) +1,9 м/с
Һөҙөмтә Спортсылар Ил Дата Урын Шарттар
7.63 Дрекслер Хайк   Германия 21.07.1992 Сестриер +2,1 м/с

Донъя рекорды хронологияһы

үҙгәртергә

Ир-егеттәр

үҙгәртергә
Һөҙөмтә Спортсы Ил Урын Дата
Рәсми булмаған рекордтар (ИААФ-тан алда)
5,94 Эдвард Бурке   Бөйөк Британиы Кембридж 17.03.1857
Генри Пауэлл   Бөйөк Британия Оксфорд 10.03.1859
6,38 Чарльз Баллер   Бөйөк Британия Харроу 15.04.1862
6,40 Г. Вортингтон   Бөйөк Британия Манчестер 27.08.1864
6,50 Алик Тоссвилл   Бөйөк Британия Оксфорд 14.03.1868
6,75 Алик Тоссвилл   Бөйөк Британия Оксфорд 27.02.1869
6,88 Дженнер Дэвис   Бөйөк Британия Лондон 27.03.1872
6,97 Дженнер Дэвис   Бөйөк Британия Лондон 27.03.1874
7,05 Джон Лейн   Ирландия Дублин 11.06.1874
7,06 Патрик Давин   Ирландия Монастереван 30.08.1883
Патрик Давин   Ирландия Порт-Арлингтон 13.09.1883
7,085 Малкольм Форд   АҠШ Нью-Йорк 14.08.1896
Джон Пёрселл   Ирландия Монастереван 29.08.1886
7,09 Альфред Копланд   АҠШ Вашингтон 11.10.1890
7,17 Чарльз Ребер   АҠШ Детройт 04.07.1891
7,17 Чарльз Фрай   Бөйөк Британия Оксфорд 05.03.1893
7,21 Джон Муни   Ирландия Митчелзтаун 05.09.1894
7,235 Мейер Принстейн   АҠШ Нью-Йорк 11.06.1898
7,25 Уильям Ньюбёрн   Ирландия Дублин 18.07.1898
7,33 Уильям Ньюбёрн   Ирландия Дублин 16.07.1898
7,48 Уильям Ньюбёрн   Ирландия Муллингейт 19.07.1898
7,40 Элвин Кренцлейн   АҠШ Филадельфия 29.04.1899
7,42 Элвин Кренцлейн   АҠШ Нью-Йорк 26.05.1899
7,43 Элвин Кренцлейн   АҠШ Нью-Йорк 26.05.1899
7,50 Мейер Принстейн   АҠШ Филадельфия 28.04.1900
7,51 Питер О'Коннор   Ирландия New Ross 29.08.1900
7,54 Питер О'Коннор   Ирландия Дублин 27.05.1901
7,60 Питер О'Коннор   Ирландия Дублин 15.07.1901
7,605 Питер О'Коннор   Ирландия Дублин 28.07.1901
Рәсми булмаған рекордтар
7,61 Питер О'Коннор   Ирландия Дублин 05.08.1901
7,69 Эдвин Гордин   АҠШ Кембридж 23.07.1923
7,76 Роберт Лежандр   АҠШ Париж 07.07.1924
7,89 Уилл де Харт Хаббард   АҠШ Chicago 13.06.1925
7,90 Эдвард Хэмм   АҠШ Кембридж 07.07.1928
7,93 Сильвио Катор Гавайя утрауҙары Париж 09.09.1928
7,98 Чуэй Намбу   Япония Токио 27.10.1931
8,13 Джесси Оуэнс   АҠШ Энн-Арбор 25.05.1935
8,21 Ральф Бостон   АҠШ Валнат 12.08.1960
8,24 Ральф Бостон   АҠШ Модесто 27.05.1961
8,28 Ральф Бостон   АҠШ Мәскәү 16.07.1961
8,31 Игорь Тер-Ованесян   СССР Ереван 10.06.1962
Ральф Бостон   АҠШ Кингстон 15.08.1964
8,34 Ральф Бостон   АҠШ Лос-Анджелес 12.09.1964
8,35 Ральф Бостон   АҠШ Модесто 29.05.1965
Игорь Тер-Ованесян   СССР Мехико 19.10.1967
8,90 Боб Бимон   АҠШ Мехико 18.10.1968
8,95 Майк Пауэлл   АҠШ Токио 30.08.1991

1968 йылда Мехикола Боб Бимон 8,90 м һикереп, феноменаль донъя рекорды ҡуйғандан һуң , күп белгестәрҙә, таулы ерҙән һикереү спортсыға, тигеҙ ерҙән һикергән спортсыға ҡарағанда күберәк өҫтөнлөк бирә тигән фекер тыуҙыра. Алдағы рекорд таулы ерҙә ҡуйылғас, был фекер тағы көсәйә.(Ральф Бостон 8,35 м. Игорь Тер-Оганесян) . Шуға күрә тигеҙ стадиондар өсөн донъя рекордтарының рәсми булмаған таблицаһы алып барыла, был Ральф Бостондың 1964 йылдағы рекордынан һуң ошолай була:

Һөҙөмтә Спортсы Ил Урын Дата
8,35 Йозеф Шварц Ҡалып:ФРГ Штутгарт 15.07.1970
8,45 Ненад Стекич   Югославия Монреаль 25.07.1975
8,52 Ларри Мирикс   АҠШ Монреаль 26.08.1979
8,54 Лутц Домбровски   ГДР Москва 28.07.1980
8,62 Карл Льюис   АҠШ Сакраменто 20.06.1981
8,76 Карл Льюис   АҠШ Индианаполис 24.07.1982
8,79 Карл Льюис   АҠШ Индианаполис 19.06.1983
Карл Льюис   АҠШ Нью-Йорк 27.01.1984

1991 йылда Майк Пауэлл Токиола тигеҙ стадионда Бимондың рекордын үтеп китә, бынан һуң тигеҙлектәге рекордтарҙы теркәү мәғәнәһен юғалта.

Ҡатын-ҡыҙҙар

үҙгәртергә
Һөҙөмтә Спортсы Ил Урын Дата
5,98 Кинуэ Хитоми   Япония Осака 20.05.1928
6,12 Кристель Шульц   Германия Берлин 30.07.1939
6,25 Фанни Бланкерс-Кун   Нидерланды Лейден 19.09.1943
6,28 Иветт Уильямс   Новая Зеландия Гисборн 20.02.1954
Галина Виноградова   СССР Москва 11.09.1955
6,31 Галина Виноградова   СССР Тбилиси 18.11.1955
6,35 Эльжбета Кшесиньская   Польша Будапешт 20.08.1956
Эльжбета Кшесиньская   Польша Мельбурн 27.11.1956
6,40 Хилдрун Клаус   ГДР Эрфурт 07.08.1960
6,42 Хилдрун Клаус   ГДР Берлин 23.06.1961
6,48 Татьяна Щелканова   СССР Москва 16.07.1961
6,53 Татьяна Щелканова   СССР Лейпциг 10.06.1962
6,70 Татьяна Щелканова   СССР Москва 04.07.1964
6,76 Мэри Рэнд   Великобритания Токио 14.10.1964
6,82 Виорика Вископольяну   Румыния Мехико 14.10.1968
6,84 Хейди Розендаль Ҡалып:ФРГ Торино 03.09.1970
6,92 Ангела Войгт   ГДР Дрезден 09.05.1976
6,99 Зигрун Зигль   ГДР Дрезден 19.05.1976
7,07 Вильма Бардаускене   СССР Кишинёв 18.08.1978
7,09 Вильма Бардаускене   СССР Прага 29.08.1978
7,15 Анишоара Кушмир   Румыния Бухарест 01.08.1982
7,20 Вали Ионеску   Румыния Бухарест 01.08.1982
7,21 Анишоара Кушмир   Румыния Бухарест 15.05.1983
7,27 Анишоара Кушмир   Румыния Бухарест 04.06.1983
7,43 Анишоара Кушмир   Румыния Бухарест 04.06.1983
7,44 Хайке Дрекслер   ГДР Западный Берлин 22.09.1985
7,45 Хайке Дрекслер   ГДР Таллин 21.06.1986
Хайке Дрекслер   ГДР Дрезден 03.07.1986
Джекки Джойнер-Керси   АҠШ Индианаполис 13.08.1987
7,52 Галина Чистякова   СССР Ленинград 11.06.1988

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Крис Томлинсон. 2004 год.
  2. De Chistyakova Longitud Salto RM 7,52 Femenino (1988)
  3. 7,39 Heike Drechsler (+0,3), Zúrich 21-8-1985
  4. Jump coaching BrianMac Long (англ) (инг.)
  5. Техника прыжков в длину с разбега . 2009 йыл 22 апрель архивланған.
  6. «The Moment Unbelievable» Coles Phinizy, Sports Illustrated, December 23, 1968(недоступная ссылка)
  7. Олимпия — колыбель олимпийских игр 5 ғинуар 2009
  8. «Food from turns to Hunt medals» Sunday Times. (англ) 2007 йыл 11 март архивланған. 5 января 2009
  9. Прыжок в историю .
  10. Супер sport
  11. http://www.iaaf.org/records/toplists/jumps/long-jump/outdoor/women/senior Jump Long — women — senior — outdoor — All best time, Accessed August 29, 2015

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Прыжок в длину (результаты соревнований у женщин)
  • Прыжок в длину (результаты соревнований у мужчин)
  • Хронология мировых рекордов в прыжках в длину (мужчины)

Һылтанмалар

үҙгәртергә