Джекки Джойнер-Керси
Жаклин «Джекки» Джойнер-Керси (ингл. Jacqueline «Jackie» Joyner-Kersee; 3 март 1962 йыл — Америка Ҡушма Штаттарының оҙонлоҡҡа һикереүгә, ете алыш һәм спринтҡа махсуслашҡан еңел атлеты, 4 тапҡыр олимпия, өс тапҡыр донъя чемпионы.
Биографияһы
үҙгәртергәЖаклин Джойнер 1962 йылдың 3 мартында Иллинойс штатының Ист-Сент-Луис ҡалаһында тыуған. Уға исемде Жаклин (Джеки) Кеннеди хөрмәтенә ҡушҡандар[4].
Карьераһының башы
үҙгәртергәМәктәптә уҡыған сағында уҡ, 13 йәшендә 5.10 метрға һикереп, Джекки еңел атлетикала булған һәләттәрен күрһәтә. Ул шулай уҡ волейбол һәм баскетбол менән дә мауыға. 14 йәшлек сағында, Иллинойс штатында юниор чемпионы булыуға өлгәшә. 1980 йылда Джекки Лос-Анджелестағы Калифорния университетына уҡырға инә, щунда уҡ уның баскетбол һәм еңел атлетика командалары өсөн сығыш яһай башлай. Тап шул уҡ йылда ул әсәһен юғалта һәм үҙ өҫтөнә ғаилә башлығы вазифаһын ала. Университетта уның менән тренер Боб Керси шөғөлләнә, һәм ул талантлы спортсыға еңел атлетика, ғөмүмән, ете алыш менән шөғөлләнергә тәҡдим итә.
Джекки Хельсинкиҙа үтәсәк еңел атлетика буйынса донъя чемпионатына һайлап алына (1983), ләкин унда уңышһыҙ сығыш яһай. Йәрәхәт алыуы арҡаһында, ярыштың беренсе көндө үк ете алыш ярышынан төшөп ҡала.
1984 йылда тәүге ҙур уңышҡа килә. Лос-Анджелестағы уйындарҙа, еңеүсенән ни бары биш мәрәйгә генә ҡалышып, ете алышта көмөш миҙал яулай.
Юғары ҡаҙаныштары
үҙгәртергә1986—1992 йылдарҙа Джекки ете алышта бөтөнләй тиерлек еңелеү белмәҫ спортсы була һәм бер үк ваҡытта оҙонлоҡҡа һикереүҙә лә уңышлы сығыш яһай. 1986 йылда ул беренсе тапҡыр ҡатын-ҡыҙҙарҙың ете алышында 7000 мәрәй сиген үтә. 1986 йылдың 7 июлендә Мәскәүҙә үткән Изге ихтыяр уйындарында 7 148 мәрәй менән донъя рекорды ҡуя.
1988 йылда Сеулдағы Олимпия уйындарында 7 291 мәрәйле донъя рекорды менән беренселекте бирмәй һәм биш көндән һуң, оҙонлоҡҡа һикереүҙә (7.40) олимпия алтынын ала. 4 йыл үткәс, ул үҙенең ете алыштағы уңышын Барселона Олимпия уйындарында ҡабатлай һәм 7000 бейеклекте үтеп, 7044 мәрәй ота.
Джекки Джойнер һуңғы тапҡыр Олимпия уйындарында1996 йылда Атлантала ҡатнаша. Ул оҙонлоҡҡа һикереүҙә бронза миҙал яулай, әммә яралары үҙен һиҙҙереү арҡаһында, ете алыш программаһын тамамлап өлгөрмәй. 1996 йылда Джекки стадион юлын ташлап китә һәм үҙ көсөн «Richmond Rage» баскетболы уйынсыһы сифатында һынап ҡарай, тик был ниәте уңышһыҙ булып сыға.
1998 йылда ул яңынан еңел атлетикаға әйләнеп ҡайта, хатта Изге ихтыяр уйындарындағы ете алыш программаһында еңеп тә сыға (6502 мәрәй), был ярыштарҙан һуң ҙур спорттан китәсәге хаҡында хәбәр итә. Ләкин 2000 йылда Сидней олимпиадаһына АҠШ командаһы составында сығыш яһау өсөн һайлап алыуҙы үтмәй һәм шуның менән карьераһын тамамлай.
2001 йылдан Джекки хәйриә эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә, тыуған ҡалаһы Ист-Сент-Луиста ул йәш спортсыларҙы яҡлаусы үҙенең исемендәге фонд булдыра[5].
Ғаиләһе
үҙгәртергәДжеккиҙың ағаһы — Эл Джойнер шулай уҡ билдәле спортсы — өслө һикереү буйынса олимпия чемпионы. Үҙ фамилияңды алыу һәм уның тренеры 1986 йылда Джекки үҙенең тренеры Бобҡа кейәүгә сыға һәм уның фамилияһын ала: Джекки Джойнер-Керси.
Ҡаҙаныштары
үҙгәртергә- Дүрт Олимпия уйында һәм дүрт донъя чемпионатында ҡатнаша.
- Sports Illustrated for Women’s баҫмаһы тарафынан XX быуаттың иң яҡшы спортсыһы тип танылды (2001)
- Еңел атлетикала өс тапҡыр АҠШ -тың иң яҡшы спортсыһы тип танылды / (1986, 1987,1994)[6]
- Ике тапҡыр Джесси Оуэнс наградаһы менән АҠШ -тың иң яҡшы еңел атлеты булараҡ бүләкләнә (1986, 1987)[7]
Спорт сифаттары
үҙгәртергәДжойнер Джекки төрлө яҡлы спортсы була, еңел атлетиканың төрлө дисциплиналарында юғары һөҙөмтәләр күрһәт: горизонталь һикереүҙә, ҡаршылыҡлы йүгереүҙә һәм спринтта. Уның 7.49 метр рекорды, Америка ҡатын-ҡыҙҙары араһындағы оҙонлоҡҡа һикереү тарихында әлеге кәндә лә икенсе һөҙөмтә булып тора.
Шәхси рекордтары
дисциплиналары | һөҙөмтә | урын | дата |
200 м | 22.30 | Индианаполис | 15-Jul-1988 |
800 м | 2:08.51 | Сеул | 24-Sep-1988 |
100 метр ҡаршылыҡтар менән | 12.61 | Сан-хосе (АҠШ) | 28-May-1988 |
400 метрлыҡ ҡаршылыҡтар менән | 56.7 | Нью-Йорк | 22-May-1993 |
Бейеклеккә Һикереү | 1.93 | Индианаполис | 15-Jul-1987 |
Оҙонлоҡҡа һикереү. | 7.49 | Сестриер | 31-Jul-1994 |
Йәҙрә этәреү | 7.49 | Нью-Йорк | 22-May-1994 |
Йәҙрә этәреү | 16.00 | Рим | 31-Aug-1987 |
Һөңгө ырғытыу | 50.08 | Индианаполис | 16-Jul-1988 |
Ете алыш (донъя рекорды) | 7291 | Сеул | 24-Sep-1988 |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Jackie Joyner-Kersee // Encyclopædia Britannica (ингл.)
- ↑ Jackie Joyner Kersee // https://www.fembio.org/biographie.php/frau/frauendatenbank?fem_id=14902 (нем.)
- ↑ Jackie Joyner-Kersee // Энциклопедия Брокгауз (нем.)
- ↑ Goldstein, Margaret J. Jackie Joyner-Kersee: Superwoman. — Lerner Publishing Group, 1994. — P. 14. — 80 p. — ISBN 0822596539.
- ↑ «Kersee, Jackie Joyner» By LaTasha Chaffin URL at 9/2/2008
- ↑ Jackie Joyner-Kersee Is Named The 'Top Woman Collegiate Athlete Of The Past 25 Years' URL at 9/2/2008
- ↑ Joyner-Kersee wins Owens Award again . Gainesville Sun (13 декабрь 1987). Дата обращения: 3 ноябрь 2010.