Нәсибаш
Нәсибаш (рус. Насибаш) — Башҡортостан Республикаһының Салауат районындағы ауыл, ошо исемдәге ауыл Советы үҙәге. 2010 йылдың 14 октябренә халыҡ һаны 951 кеше[2]. Почта индексы — 452496, ОКАТО коды — 80247850001.
Ауыл | |
Насибаш башҡ. Нәсибаш | |
Ил | |
---|---|
Федерация субъекты | |
Муниципаль район | |
Ауыл биләмәһе | |
Координаталар | |
Халҡы | |
Сәғәт бүлкәте | |
Почта индексы |
452496 |
Һанлы танытмалар | |
Автомобиль коды |
02, 102 |
ОКАТО коды | |
ОКТМО коды | |
ГКГН номеры | |
Географик урыны
үҙгәртергәНәсибаш ауылы Йүрүҙән ҡушылдығы Миҫе йылғаһы буйында, район үҙәге Малаяҙ ауылынан көнсығышҡа табан 15 километр һәм Мөрсәлим тимер юл станцияһынан төньяҡкөнбайышҡа табан 30 километр алыҫлыҡта урынлашҡан[3].
Этимологияһы
үҙгәртергәНәсибаш ауылының атамаһы гидронимдан, башҡортса Миҫе йәки мишәрсә — Нәсе йылғаһы исеменән алынған. Нәсибаш шулай уҡ Зилихаул тигән атама менән дә теркәлгән[4]. Миҫе йылғаһы текә ярҙар аҫтынан сыҡҡан үтә күренмәле һалҡын шишмәләр ҡушылдығынан барлыҡҡа килгән. Күрше Ҡаратаулынан ике саҡрымда мөһабәт ҡая — Миҫе тауы бар. Шулай уҡ — Миҫе ҡаяһы, Миҫе мәмерйәһе, Миҫе йылғаһы. Барыһы ла — башҡорт атамалары. Миҫе башында ултырған ауыл Миҫебаш булыр урынға, ниңәлер, Нәсибаш булып киткән[5].
Ауыл тарихы
үҙгәртергәНәсибаш ауылына 1759 йылда Себер даруғаһы Ҡаратаулы улусы башҡорттары үҙҙәренең аҫаба ерҙәренә керҙәшлек килешеүе менән индерелгән мишәрҙәр нигеҙ һалған. 1770 йылда Нәсибаш ауылына академик П. С. Паллас килгән. Паллас, мишәрҙәр игенселек менән шөғөлләнә, «тау араһынан аҡҡан Йүрүҙән йылғаһы буйҙарында мул уңыш ала», «ҡара тупраҡты ашламайҙар, баҫыуҙарҙы ситән менән кәртәләйҙәр» тип яҙған. Ауылда картуф үҫтереүҙе белмәгәндәр, мал аҫырағандар.
Паллас «мишәрҙәр бында 1770 йылда Өфө йылғаһы буйындағы Елдәк ҡәлғәһенән күсеп килгән, ерҙе Ҡаратаулы ырыуы башҡорттарынан йылына һәр йорттан 20 тин менән ҡуртымға алған» тип яҙған[6]. 1803, 1808 йылдарҙа яңы күсеп килгән мишәрҙәрҙең Ҡаратаулы ерҙәренә керҙәш хоҡуғында индерелеүе тураһында килешеүҙәргә ҡул ҡуйылған.
Нәсибаш ауылына тәүге нигеҙ һалған кеше Малаяҙ ауылынан типтәр, йөҙ башы Әбделмән Нәсибашев (Иҫәнбаев, Иҫәнбәтов) булған тип тә фаразларға мөмкин. Ләкин был факт хронологияға ҡаршы килә, сөнки ҡаратаулылар менән 1793, 1805, 1829 йылдарҙа килешеү төҙөп, Нәсибашев Әбделмән (һуңғараҡ Куркино тип йөрөтөлә) тигән ауылға нигеҙ һалған. Үҙе керҙәш булыуына ҡарамаҫтан, Әбделмән ҡуртымға алған ерҙәренә урыҫ крәҫтиәндәрен индерә башлай.
Татарстанда асылған сайтта Нәсибаш ауылына Елизавета Петровна заманында уҡ (1709—1762) нигеҙ һалынған тиелә. Беренсе булып хеҙмәтле (служилые) мишәрҙәр, керҙәш-крәҫтиәндәр күсеп килгән. Батша ғали йәнәптәре бойороғо менән, Себер тракты буйында ауылдар һалып, мөһим хужалыҡ-стратегик юлды һаҡларға: уны хеҙмәтләндерергә, үтеп барыусы дәүләт чиновниктарын, күсерелә торған ҡаҙна мөлкәтен ылау менән тәьмин итергә тейеш булған[7]. Бер ыңғай башҡорт ихтилалдары буйынса мәғлүмәт еткереү ҙә күҙ уңында тотолғандыр.
XIX быуаттың 40-сы йылдарында йәшәгән ҡарттар, уларҙың ейән-бүләләре Нәсибаш эргәһендәге Ятап (Этап) юлынан каторжандарҙы ҡыуғандарын, был күренештең ниндәй дәрәжәлә ҡыҙғаныс булғанын ғибрәт итеп һөйләп ҡалдырған. Күрше башҡорт ауылдары аша — көнбайышта Иҫке Ҡаратаулынан, Себергә табан — Урмансы ауылынан уҙған булған Ятап юлы. Тик XIX быуаттың 90-сы йылдары һуңында, Ҡалмаҡҡол (Мөрсәлим) ауылы аша үткән Транс-Себер тимер юлы һалынғас, тракт үҙенең элекке әһәмиәтен юғалтҡан[8].
Биләмә берәмектәренә инеүе
үҙгәртергәТеркәү йылы | Улус, ауыл советы | Өйәҙ, кантон, район | Губерна, Республика | Дәүләт |
---|---|---|---|---|
1770 | Ҡаратаулы улусы | Өфө өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй Империяһы |
1816 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1834 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1847 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1859 | -се йорт | 8-се Башҡорт кантоны, Троицк өйәҙе | Ырымбур губернаһы | Рәсәй империяһы |
1895 | Нәсибаш улусы | Златоуст өйәҙе | Өфө губернаһы | Рәсәй империяһы |
1920 | Нәсибаш улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | РСФСР |
1926 | Нәсибаш улусы | Мәсәғүт кантоны | Автономлы Башҡорт ССР-ы | СССР |
1930 | Нәсибаш ауыл советы | Ҡыйғы районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1935 | Нәсибаш ауыл советы | Малаяҙ районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1943 | Нәсибаш ауыл советы | Салауат районы | Башҡорт АССР-ы | СССР |
1990 | Нәсибаш ауыл советы | Салауат районы | Башҡортостан Республикаһы | Рәсәй Федерацияһы |
Нәсибаш ауылының XIX быуат уртаһынан артабанғы үҫеше
үҙгәртергә1803 һәм 1808 йылдарҙа элекке шарттар нигеҙендә мишәрҙәрҙең яңы төркөмдәре килеп ултыра. Бер тимерлек һәм бер ҡабаҡ булған.
1816 йылда 51 йортта 120 рәүиз йәне, 1834 йылда 72 йортта 186 кеше йәшәгән.
1842 йылда 75 йорттан торған 438 йән башына 500 йылҡы малы, 400 баш эре мөгөҙлө мал, 80 һарыҡ, 200 кәзә тура килгән.
XIX быуат башынан мәсет эшләгән. Ауылда бер тимерлек һәм бер ҡабаҡ булған.
XIX быуат уртаһында Нәсибаш йәрминкәһендәге тауар әйләнеше 16 мең һумға етә.
1859 йылда Нәсибашта 117 йортта 366 ир-егет мишәр йәшәгән. Ауылда мәсет, училище, Һыу тирмәне булған.
Нәсибаш ултырған урын иң әһәмиәтле ерҙә — иҡтисади һәм стратегик яҡтан мөһим юл: Транс-Себер тракты, Йүрүҙән һәм Әй йылғалары араһындағы төньяҡтың икмәкле райондарын Көньяҡ Урал заводтары — Ҡытаутамаҡ, Ҡытау-Ивановск, Йүрүҙән, Баҡал, Һатҡы менән бәйләүсе оло юл сатында ятҡан.
XIX быуат аҙағында Нәсибаш — тигеҙ ерҙәге ҡалҡыулыҡта урынлашҡан ауыл. Ауыл эсендә Миҫебаш һәм Ҡарамалы йылғалары, Бишкүл күле бар. Йылғалары тирмән ҡороуға уңайлы, ике тирмән эшләй[9].
Халҡы — мишәрҙәр һәм элекке хәрби дәрәжәле керҙәштәр. Ауылда 227 йортта 358 рәүиз йәне.
Ауыл 50 дисәтинә ерҙе биләй, шуның 18 дисәтинәһендә — ихата-ҡаралдылар, 8 дисәтинәлә — баҡсалар, 10 дисәтинәлә ырҙын табағы, 9 дисәтинәлә — урамдар, 5 дисәтинәлә — майҙан. Ауылдың һөрөнтө ерҙәре 884 дисәтинә, шуның 200-ө — ҡалдау ерҙәр. Ер биләү формаһы — общинаныҡы. 1878 йылдағы план буйынса ер яңынан өлөшләп бүленә, 300 дисәтинә дала һөрөлә. 1894 йылда тағы яңы ер һөрөлгәнлектән, 100 дисәтинә ер бүленеп бирелә. Һыҙаттар менән алмашыу ғәмәлгә ашырылмай.
1865 йылда Нәсибаш ауылындағы 124 йортта 1107 кеше йәшәгән. Малсылыҡ, игенселек менән шөғөлләнгәндәр.
1759 йылдағы килешеү буйынса ҡуртымға алынған ер күләме элеккесә ҡала. Халыҡ һаны арта барған һайын, Нәсибашта ер мәсьәләһе лә йылдан-йыл ҡатмарлаша бара. 1865 йылда регуляр башҡорт-мишәр ғәскәре таратылғас, хеҙмәтле мишәрҙәрҙең өҫтөнлөктәре (привилегиялары) юҡҡа сыға. Көнбайыштан крәҫтиәндәрҙе алпауыт Коропачинский ҡыҫырыҡлай. (Коропачинский — 1917 йылдың мартынан июнгә тиклем Ваҡытлы хөкүмәттең Өфө губернаһы комиссары). Уның бер поместьеһы Нәсибаш улусында була. Ул издольщина йәиһә ҡуртым хаҡын хеҙмәт итеп ҡаплау мөмкинлеге биреп, үҙенә күрше башҡорттарҙың ерҙәрен күпләп ала. Шәрәк ер биләүсеһе Шакир бай Лағыр тирәһендәге иң яҡшы ерҙәрҙе үҙ ҡулында тота һәм мишәрҙәргә ҡуртымға бирә.
Ҡара тупраҡлы ер ныҡ һөрөлгән. Сәсеү әйләнеше өс баҫыулы, ҡалдаулы; ашлама бик аҙ ҡулланыла, халыҡ, ашламаның файҙаһы юҡ тип иҫәпләй. Һабан менән һөрәләр, биш йортта һуҡҡыс һәм елгәргестәр бар. Башлыса арыш, һоло һәм бойҙай сәселә; 9 боттан 70 бот арыш, 13 боттан 50 бот бойҙай уңышы алына. Көтөүлек өсөн 400 дисәтинә, бесәнлек өсөн 130 дисәтинә файҙаланыла. (Халыҡ уңыш кимәлен статистарға күрһәтергә теләмәгән). Бесәнлектәр тигеҙ урында[10].
Сауҡалыҡтар артында өс яҡтан, көньяҡтан, көнбайыштан, төньяҡтан Өфө яҫы таулығының имән менән аралаш ҡарағай һәм шыршы урманы. Көнбайышта утын өсөн тотонолған урман, көнсығышта һәм көньяҡтағы йырын-үҙәндәрҙә — ҡыуаҡлыҡтар. Утын ағастары 50 дисәтинәлә, йәш ағаслыҡ 200 дисәтинәлә, 100 дисәтинәлә ҡыуаҡлыҡ урынлашҡан. Урманды һайлап ҡына, һаҡсыл файҙаланалар. Ҡайын утынының сажины (2,134 м) — 45-50 тин, уҫаҡ, ҡарағайҙың — 40 тин. Халыҡ ерҙәрен ҡуртымға бирә. Ҡайһы бер кешеләр заводта эшләй, көнлөк эш хаҡы — 30 тин. Нәсибаш халҡы Йүрүҙән һәм Ҡытау баҙарҙарында сауҙагәрҙәргә ашлыҡ һата[11][12][13].
Ауылда 20-30 хәлле крәҫтиән: Шакир бай, Искәндәр бай, Вәли бай, Шәйәхмәт мулла була. Күпселек ярлы мишәрҙәр батраклыҡҡа ялланған йәиһә, һуңынан эшләп бурыс ҡайтарған, аҫаба башҡорттарҙан ҡуртымға ер алған[14].
Ауылдың XX быуаттағы үҫеше
үҙгәртергә1906 йылда Нәсибаш ауылында улус идаралығы, 2 мәсет, урыҫ-башҡорт министрлыҡ мәктәбе, тимерлек, 2 тирмән, 3 мануфактура һәм 5 бакалея кибете, 2 запас иген һаҡлау мөгәзәйе булған.
1920 йылда 303 йортта 1489 мишәр йәшәгән. Ауыл тиҙ үҫкән, XX быуат башында бында 400-ләп хужалыҡ иҫәпләнгән[15].
Атһыҙ, ерһеҙ крәҫтиәндәр миҙгелле эшкә ялланып ҡына ғаиләһен ашата алмаған, ҡышҡа табан ир-аттар Көньяҡ Уралдың заводтарына эшкә сығып киткән. Шул ваҡытта бер аҙ эш хаҡы ғына түгел, Урал заводтарындағы эксплуатацияланған эшселәрҙең азатлығы, ғәҙеллек өсөн көрәшеүсе большевиктар тураһында хәбәрҙәр алып ҡайталар. Эшселәр менән даими аралашыу Нәсибаш һәм тирә-яҡ ауыл крәҫтиәндәренең аңын революция юҫығына бора[16].
1907 йылда ғәҙелһеҙлеккә, алдашыуға ҡаршы беренсе стихиялы «Урман Фетнәһе» тоҡана. Столыпин реформаһы яңылыҡтарынан файҙаланып, күрше рус ауылдарының Минкә һәм Шубино кулактары Нәсибаш крәҫтиәндәренән Ҡарамалы йылғаһынан көньяҡҡа, Ҡурғаш йылғаһына табан, ер-урман менән тотҡарлыҡһыҙ файҙалана алаһығыҙ тип алдап, арзан хаҡҡа уңдырышлы ерҙәрҙе һәм урманды һатып ала. Ысынында иһә, крәҫтиәндәр үҙ урманында утын да әҙерләргә хоҡуҡһыҙ булып сыға. Утар кулактары, Златоуст өйәҙ земство управаһына ышыҡланып, бер шелтәһеҙ йәшәй биргән. Хәжиәхмәт исемле крәҫтиәнде, утын киҫергә барған ерендә, үлтергәнсе туҡмайҙар. Ошо ваҡиғанан һуң ауыл ир-аты, һәнәк һәм балта менән ҡоралланып, урман ҡырҡырға йүнәлгән. Крәҫтиәндәр көн буйы утын киҫкән, утынды йәшертәләр, өйҙәренә алып ҡайтмайҙар, ә кулактар Златоусҡа хәбәр итә. Икенсе көндө атлы стражниктар оҙатыуында исправник Нәсибашҡа килә. Сафа бабай Ғәйфуллин, исправник крәҫтиәндәрҙе каторга менән ҡурҡытты, тип һөйләгән. Бер ай буйы был эш буйынса тикшереү алып барылған. Әммә крәҫтиәндәр бер-береһен һатмаған, берҙәм булған. Шуның өсөн Нәсибаш ауылын Ҡыҙыл ауыл, тип атап та йөрөткәндәр.
Нәсибаш улусына был ваҡытта 46 эре һәм кесе ауыл ҡараған була.
1913 йылда батша охранкаһы Нәсибаш ауылына уҡытыусы-революционер Дәүләтша Шаһи улы Ғәбитовты (билдәле совет шағиры Михаил Львовтың атаһы) һөргөнгә ебәрә. Ул крәҫтиән һәм уҡыусы йәштәрҙе сәйәси тәрбиәләүгә үҙенең өлөшөн индергән.
Бөйөк Октябрь революцияһы еңһә лә, Нәсибаш улусында большевистик үҙгәрештәр тиҙ генә тормошҡа ашырылмай, сөнки урындағы Советҡа байҙар үтеп инә. Улар, әлбиттә, крәҫтиәндәргә ер һәм ирек бирергә ашыҡмай. 1918 йылдың мартында, Брест килешеүе төҙөлгәндән һуң, ауылға фронтовик һалдаттар ҡайта. Контрреволюционерҙарҙы Советтан ҡыуып сығаралар, власть большевиктар һәм хеҙмәтсәндәр ҡулына күсә.
Ләкин дошмандар 1918 йылдың июнендә фетнә күтәрә. Улус үҙәген баҫып алалар, большевиктарға, ҡыҙыл дружинниктарға, улус Советы һәм волревком активистарына һунар ойошторола. Фетнәселәр ярты ауылды яндыра. Йөҙҙән ашыу ғаилә йортһоҙ-өйһөҙ тороп ҡала[17].
1918 йылда фетнәселәр халыҡтың данлы улдарын:
Әхмәтшин Шәйәхмәтте, Латипов Таһирҙы, Исмәғилов Һаҙыйҙы, Әхмәтшин Сәғитте, Латипов Хәтипте, Ғәзимов Ғарифты, Носратуллин Ғилмиәхмәтте, Хөрмәтуллин Шәйәхмәтте, Исмәғилов Мөхәмәтвәлиҙе, Лотфуллин Шәйәхмәтте һәм Вәлиуллин Кәлимулланы ғазаплы үлемгә дусар итә.
1930 йылда Нәсибаш халҡы азатлыҡ көрәшселәренең кәүҙәләрен туғандар ҡәберлегенә күсереп күмә (Нәсибаш мәҙәниәт һарайы алдындағы һәйкәл)[18].
Златоуст ҡалаһына килгән Юғары хәрби совет рәйесе Н. И. Подвойский ебәргән Йүрүҙән заводы эшселәренең ҡыҙыл гвардия отрядтары көсө менән фетнәселәр (3000 ашыу кеше) тар-мар ителә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, тынлыҡ ике аҙна ғына дауам итә.
Аҡ чехтар фетнәһе башланған. Нәсибаш улусы тәрән Колчак тылында тороп ҡалған: ҡайҙа ҡарама аҡтар терроры хөкөм һөргән — халыҡ таланған, хәлһеҙләндерелгән.
1918 йылдың июнендә Йүрүҙән Ҡыҙыл гвардия отряды комиссары Ульянов Иван Николаевич Нәсибаш улусы биләмәләрен кулактарҙан азат иткән. Нәсибаш улусы Советының беренсе рәйесе итеп Хәкимйәнов Миңләхмәт Хәкимйән улы һайланған. Кулак фетнәһе башланғас, ул Златоустағы большевистик ойошмаға хәбәр итеп өлгөргән, һәм Тарасовтың Йүрүҙән Ҡыҙыл гвардия отряды ярҙамында Нәсибаш ерендәге кулактарҙың оло фетнәһе баҫтырылған. Хәкимйәнов М. Х. 1965 йылда Өфөлә үлгән.
1919 йылдың июнь-июлендәге ҡыйыу рейдта 26-сы дивизияның 1-се һәм 2-се бригадалары менән латыш милләтле ҡыҙыл командир Генрих Христофор улы Эйхе етәкселек иткән. Тухачевскийҙың ниәтен тормошҡа ашырып, Эйхе етәкселегендәге бригадалар тау йылғаһы Йүрүҙән тарлауығы буйлап йәшерен форсированный марш менән өс тәүлектә (27 июндән 1 июлгә тиклем) 120 км ара үткән. Аҡтарҙың 12-се Урал уҡсылар дивизияһына көтмәгәндә һөжүм итеп, Эйхе ғәскәре Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе Ахун һәм Монай ауылдары эргәһендә торған 45-се Себер уҡсылар полкына юғалтыуҙар килтерә. Ҡалған көндәрҙә 26-сы дивизия бригадалары Өфө өйәҙе сиктәре буйлап, Ахун, Нәсибаш ауылдары һәм Кропачево станцияһы өсмөйөшөндә әүҙем оборона менән аҡтарҙың 4-се Өфө һәм 12-се Урал уҡсылар дивизияларының айырым частары хәрәкәтен тотҡарлай алған. Эйхе Яхъя разъезы йүнәлешендә һөжүм яһарға ҡарар иткәс, бәрелештәрҙә һынылышлы мәл барлыҡҡа килә. 6 июлгә Уралдағы сәнәғәт зонаһына юлды ҡаплап нығынған Колчактың Көнбайыш армияһының 1-се Иҙел корпусы көстәре Әшә-Балашов (хәҙерге Баҡал ҡалаһы) бейеклектәренән сигенә башлаған[19].
1919 йылдың июль башында Нәсибаш ауылы легендар 26-сы дивизияһы полктарының Колчак аҡ гвардияһы менән 4 көн буйы барған ҡанлы бәрелеше үҙәгенә әйләнгән. Тик 1919 йылдың 4 июлендә генә Нәсибаш улусы аҡтарҙан тулыһынса азат ителгән[20].
Шулай итеп, 26-сы уҡсылар дивизияһының 1919 йылдағы йәйге рейды аҡтарҙың Көнбайыш армияһы оборона сиген уңышлы ҡыйрата. Хәҙерге замандың күп кенә тикшереү эштәрендә был рейд "хәрби хәйлә"нең фәһемле бер өлгөһө тип аңлатыла[21].
- Нәсибаш улусынан Граждандар һуғышында ҡатнашҡандар
ағалы-энеле Әхмәтшиндәр — Шәйәхмәт һәм Сәғит, ағалы-энеле Латиповтар — Таһир һәм Хәтип,
ағалы-энеле Хәсәновтар — Закир һәм Әлтәф, Низаметдинов Хисамитдин, Вәлиуллин Кәлимулла,
Исмәғилов һаҙый, Хәкимйәнов Миңләхмәт, Корнеев Александр, Ғәбитов Дәүләтша, Исмәғилов Мөхәмәтвәли,
Закиров Рәхимйән, Ғәзимов Ғариф, Хөрматуллин Шәйәхмәт, Носратуллин Ғилмиәхмәт, Альбинский Фёдор,
Вәлиәхмәтов Нурый, Лотфуллин Шәйәхмәт, Исмәғилов Заһиҙулла, Вәлшин Гәрәй, Йәмһүров Мәғәфүр,
Ғиниәтуллин Ғәзимулла, Вәлиәхмәтов Ҡәйүм һ. б.[22].
1919 йылдың 23 мартында Башҡорт Автономиялы Совет Социалистик Республикаһы барлыҡҡа килгән.
Нәсибаш улусында (бөтөн Златоуст өйәҙе территорияһында) АБССР тураһындағы килешеү, 5-се Армияның Совет власын урынлаштырыуы менән бәйле, 1919 йылдың 4—13 июлендә генә үҙ көсөнә ингән.
Октябрь революцияһынан һуң, 1920 йылда, 303 йортта 1489 мишәр йәшәгән.[23]. Хужалыҡтарҙың кәмеүен Граждандар һуғышы йылдарындағы ҡыйралыш менән аңлаталар.
Нәсибаш ауылын Граждандар һуғышы емереклектәренән тергеҙергә күп тырышлыҡ һалынған. Етмәһә, 1921 йылдағы аслыҡ халыҡты аяҡтан йыҡҡан. Хәлһеҙләнгән кешеләр ауылға яҡын үҫкән ҡәҙерле ҡайындарҙы утынға ҡырҡырға мәжбүр булған. Сауҡалыҡтар, ҡырҡҡандан һуң, бәхеткә ҡаршы, хатта йәшәреп ҡалған.
Ваҡ крәҫтиән хужалыҡтарын эре кооператив, юғары механизациялы эшмәкәрлеккә күсереү быуаттар дауамында һаҡланған артта ҡалғанлыҡтан ҡотолоу юлы булған.
1930 йылда Нәсибаш ауылында «Восток» һәм «Калинин» тип аталған ике колхоз барлыҡҡа килгән. «Восток» колхозының тәүге рәйестәре Сәйфулла Ҡәрниев, Ҡәниф Вәлиуллиндар булған. 1935 йылдан 1947 йылға тиклем колхозды Фәссәх Зәйнетдинов етәкләгән.
«Калинин» колхозының тәүге рәйестәре булып Сәйфулла Ҡәрниев, Әлтәф Хәсәнов һәм Вәли Уйылдановтар эшләгән.
Шәхес культының ҡәһәрле ҡылысы иң уңған крәҫтиәндәрҙең ғүмерен ҡыя һәм юлдарын быуа, ғаиләләренә, вариҫтарына күңел төшөнкөлөгө килтерә.
Һуғыш алдынан колхоздар, икмәк уңышы юғары булмаһа ла, Салауат районы рентабель хужалыҡтары иҫәбендә булды. Йылҡысылыҡ яҡшы үҫешә. Малсылыҡ тармағында юғары ҡаҙаныштары өсөн Калинин исемендәге колхоз ике тапҡыр Башҡорт АССР-ы Министрҙар Советының беренсе дәрәжәле дипломы менән билдәләнә. Калинин колхозының рәйесе, колхоз хәрәкәте ветераны Йәмһүров Латифйән Ниғәмәтйән улы ла Дипломдар менән бүләкләнә.
1934 йылда Нәсибашта, аҙаҡ Салауат районы РТП-һы (ремонт-техник предприятие), Райсельхозтехника, тип үҙгәртелгән Малаяҙ МТС-ы төҙөлә.
Оҙаҡ йылдар дауамында предприятиеның етәксеһе булып Шакир Әминев, А. М. Сиротин, В. В. Коваленко, Рәхмәтулла Хәйруллин эшләй. Был предприятиенан башҡа Нәсибаш ауылының формалашыуын һәм социаль-иҡтисади, мәҙәни-көнкүреш үҫешен күҙ алдына ла килтереп булмай.
Халыҡтың тыныс тормошо фашистик Германияның илебеҙгә һөжүм итеүе менән өҙөлөп ҡала. Бөйөк Ватан һуғышы фронттарында Нәсибаш ауылының 275 ир-егете батырҙарса һуғыша. 135 яугир Тыуған ил азатлығы өсөн башын һала.
Бына улар:
ағалы-энеле Зәйнетдин, Латиф, Хаматвәли һәм Зәкәриә Кашаповтар;
Барый, Шөғәйеп һәм Хаматнур Ғариповтар;
Ғаяз, Әхкәм һәм Шакирйән Ғәйнетдиновтар;
Хәмиҙулла, Хаммат һәм Ниғмәтулла Вәлиуллиндәр;
Ҡәйүм, Хәбирйәнн һәм Зөфар Солтановтар;
Ғәлимйән, Ниғмәтйән һәм Усман Шакировтар;
Рәхимйән, Ғаяз һәм уларҙың аталары Ғәфүрйән Миһрановтар;
Мөнир һәм Әхмәтнур Мөхәмәтдиновтар;
Шәйхетдин, Сиражетдин һәм Зәкәриә Йәнгировтар һ. б.
140 яугир яу ҡырынан иҫән-һау әйләнеп ҡайта. Бөгөн Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан Ғәйнетдинов Ғәбит Әхкәм улы һуңғы ветеран булғандыр. Һуғыш емереклектәрен төҙәтергә оло тырышлыҡ, эшһөйәрлек һалына[24].
Нәсибашта мәғариф үҫеше
үҙгәртергәҒабдрахман Сөләймәнов атлы бер мишәрҙең дини белеме булған һәм мулла вазифаһын башҡарған. Мәсеттә үҫмер малайҙарға, хеҙмәттәштәренә, мәхәллә кешеләренә башланғыс белем биргән. ХIХ быуатта икенсе мәсет төҙөлгән һәм уның эргәһендә мәктәп эшләй башлаған. Үҙҙәренең дини белгестәре — мәҙрәсә белемен алған имамдар, мөғәллимдәр барлыҡҡа килгән. Улар балаларға мосолман диненең нигеҙҙәрен, ғәрәп графикаһын ҡулланған иҫке төрки грамотаһын һәм дүрт арифметик ғәмәл өйрәткән. Мәктәптә уҡыу 3-4 йыл дауам иткән.
Тормоштағы үҙгәрештәр донъяуи белем талап иткән. ХХ быуат башында Усман Шакировтың йортонда 3 класлы земство башланғыс мәктәбенең 1-се класы асыла. Был мәктәптә уҡыу, яҙыу, иҫәп кенә түгел, аңлатмалы уҡыу дәрестәрендә тәбиғәтте өйрәнеү, география, тарих буйынса мәғлүмәт тә бирелгән, рус теленә лә өйрәткәндәр. Беренсе уҡытыусы булып Өфөнән килгән Илдархан Ибәтуллин эшләгән. Класта барыһы 17 йәшлек 15 малай булған, ә ҡыҙҙар уҡырға йөрөмәгән.
1912 йылда 3 класлы мәктәп 4 класлы итеп үҙгәртелә. Мәктәп мөдире итеп демократ-уҡытыусы Дәүләтша Шаһи улы Ғәбитов билдәләнә. (Дәүләтша Шаһи улы Ғәбитов — буласаҡ совет шағиры Рифҡәт Ғәбитовтың — Михаил Львовтың атаһы). Д. Ш. Ғәбитов уҡыусыларға туған һәм рус телендә донъяуи белем биреү эшенә күп өлөш индерә.
1917—1918 йылдарҙа был мәктәптә уҡытыусы булып Өфөлә махсус әҙерлек үткән Һаҙый Исмәғилов, Сәғит Әхмәтшин эшләгән. Ә 1918 йылда бер ғәйепһеҙ йәш егеттәр фетнәселәр тарафынан йыртҡыстарса язалап үлтерелгән.
1920 йылда ауылда совет тибындағы башланғыс мәктәп асыла. Сабир Ғофрай улы Ғиззәтуллин мәктәп мөдире итеп билдәләнә, ә уҡытыусы булып Лаҡлынан ҡатыны менән Ниғәмәтйән Мусин, Ҡасимйән Вәлиев эшләгән.
1933 йылда ауылда «Дөйөм башланғыс белем биреү тураһында»ғы Законға ярашлы, 7 йыллыҡ тулы булмаған мәктәп асыла. 1937 йылда ике тапҡыр Ленин ордены кавалеры, Тәүкәлүн Хаммат улы Вәлиев мәктәп директоры итеп ҡуйыла.
1938 йылда мәктәп ун йыллыҡ урта мәктәп итеп үҙгәртелә. Был мәктәптең тәүге сығарылышы Бөйөк Ватан һуғышы башланған ваҡытҡа тура килә. 2020 йылда был ҡәһәрле датаның 75 йыллығын бөтөн донъя халыҡтары иҫкә алды. Нәсибаш һәм тирә-яҡ ауылдарҙан барыһы 25 егет һәм ҡыҙ мәктәпте тамамлай. Егеттәр шул көндәрҙә үк хәрәкәт итеүсе армияға алына.
Тыуған илебеҙ азатлығы өсөн батырҙарса һәләк булыусылар:
Нәсибаштан Ансар Шафиҡов, Әғтәф Ғәйнанов;
Тыуған йортона ҡайтып вафат булыусылар: Лаҡлынан Риф Әсфәндиәров, Ансар Зәйнәғәтдинов
1942 йылдың сығарылыш уҡыусылары:
Сәүиә Хөрмәтуллина (Ғәлина), Сажидә Шиһаева (Лаҡлы ҡыҙы, һуғышта ҡатнашҡан),
Әғтәф Зәйнуллин, Миңнегөл Шиһаева,
Һуғышта ҡатнашҡан Даниял Латипов һәм Фәрит Ғәйнетдинов, Фирдәүес Исмәғилова (Солтанова),
Кәмилә Ғәйфуллина, Разия Нәбиуллина (Зиннурова), Һуғышта ҡатнашҡан Рафиҡ
Исмәғилов, Ғүмәр Фәйезов, Ғилминур Садиҡова,
Мәрйәм Зәйнуллина (Шамсетдинова), Әхмәтйән Ардаширов, Әсмә Кәримова.
1942 йылдағы сығарылыш уҡыусылары менән бергә йәш директор Мәһәүи Бағдасаров һәм уҡытыусылар Хыялетдин Мәҡсүтов, Сәлих Вәхитов, Мәхмүт Ҡылысбаев, Ҡарамай Ғәлимовтар ҙа фронтҡа алына. Һуғыштан тик Хыялетдин Мәҡсүтов һәм Ҡарамай Ғәлимов ҡына иҫән әйләнеп ҡайта ала. Һуғыш аҙағына саҡлы яраланып ҡайтҡан һалдаттар Мөнир Сәлихов, Рөстәм Вәлиевтәр мәктәп директоры булып эшләй.
1945 йылдың февралендә мәктәп директоры булып һуғыштан яраланып ҡайтҡан фронтовик Ғәбиҙулла Хәйрулла улы Хәйруллин эшләй. Уның һәм мәктәп коллективы алдына бик ҡатмарлы бурыс ҡуйыла — уҡытыу-тәрбиә эштәрен рәткә килтереү, уҡытыу базаһын булдырыу, хужалыҡ бөлгөнлөгөн еңеп сығыу, аслыҡ, өҫ һәм аяҡ кейемдәре булмау арҡаһында уҡыуҙарын ташлаған төрлө йәштәге уҡыусыларҙы мәктәпкә яңынан йәлеп итеү. Мәктәпкә бөтә предметтар буйынса ла, исмаһам, урта белеме булған уҡытыусы кадрҙар кәрәк була.
Мәктәптең төп көсө булып уҡытыусы-фронтовиктар һанала — А. И. Әхмәтшин, Р. Н. Вәлиев, К. А. Ғәлимов (уның ҡатыны — тарих уҡытыусыһы Факиһа Сәмиғулла ҡыҙы — һуғыш ваҡытында сирҙән һәм аслыҡтан өс балаһын юғалта, үҙе ниндәйҙер мөғжизә менән тере ҡала).
1945 йылдың йәйендә коллективты һуғышҡа тиклем педучилище аттестаты алған яугир-уҡытыусылар тулыландыра:
Барый һаҙый улы Әхмәҙиев, А. Ф. Фәтихов, А. Х. Хафизов, Р. Ш. Хисмәтуллин һ. б.
Өфө уҡытыусылар институтын тамамлаған уҡытыусылар килә:
С. Р. Ғәйнанова, Р. Р. Мөхәмәтдинова, М. С. Сөләймәнова.
Был уҡытыусылар арыу-талыу белмәйсә ашарын онотоп, тормош уңайһыҙлыҡтарына зарланмай, ҙур тырышлыҡ менән һуғыштан һуңғы ауырлыҡтарға ҡаршы тороп, уҡыусыларҙың белемен күтәреү өҫтөндә эшләй[25].
Нәсибаш ауылының бөгөнгөһө
үҙгәртергә2017 йылда Нәсибаштағы 433 йортта 1090 кеше, шул иҫәптән 140 пенсионер, 31 күп балалы һәм 43 йәш ғаилә йәшәй. 2015 йылдың 11 айында ун сабый тыуған, 15 кеше үлгән. Сағыштырыу өсөн: 2016 йылда 14 бала тыуып, 22 кеше вафат булған.
Ауыл яңыра, күркәмләнә. Район үҙәгенә яҡын урынлашҡанға, бында йәшәргә теләүселәр йылдан-йыл арта. Ҡарауһыҙ, емерек йорттар юҡ, ата-бабаларының нигеҙен яңыртып, өй һалып йәшәүсе ғаиләләр күп. Күптәр мейес яғып көн күрергә күнеккәнгә, ауылды газ менән тәьмин итеү һүлпән бара. Бөгөн барыһы 90 йортҡа «зәңгәр яғыулыҡ» индерелгән. Шулай уҡ киләсәктә газ керетергә теләүселәр ҙә етерлек. Улар ғариза яҙып ҡуйған. Халыҡтың 70 проценты һыу селтәре менән файҙалана, 120 ғаиләнең үҙҙәренең скважинаһы бар. 2014 йылда урамдарҙы яҡтыртыу эштәре тамамланған. Ауылда барыһы 84 фонарь яна, төнөн бар урамдар ҙа яҡтыртыла. Уйын майҙансығы һатып алынып, балалар баҡсаһы эргәһенә урынлаштырылған. Ауылда Еңеү көнөнә ҡарата обелиск яңыртылған, сүплек, зыярат таҙартылған. Нәсибашта экологик акциялар, шәмбе өмәләре даими үткәрелә. Ауыл клубында ойошторолған кисәләргә, байрамдарға халыҡ ҙур теләк менән йөрөй.
Әлеге ваҡытта Нәсибаш ауылында урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, Мәҙәниәт йорто, китапхана, мәсет бар[26].
Халыҡ һаны
үҙгәртергәНәсибаш ауылында башҡорттар, татарҙар йәшәй (2002).
Бөтә Рәсәй һәм Бөтә Союз халыҡ иҫәбе алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны (кеше)
Иҫәп алыу йылы һәм көнө | Бөтә халыҡ | Ир-егеттәр | Ҡатын-ҡыҙҙар | Ир-егеттәр өлөшө (%) | Ҡатын-ҡыҙҙар өлөшө (%) |
1897 йыл 9 февраль (26 ғинуар) | |||||
1920 йыл 26 август | 1489 | ||||
1926 йыл 17 декабрь | |||||
1939 йыл 17 ғинуар | 1679 | ||||
1959 йыл 15 ғинуар | 1392 | ||||
1970 йыл 15 ғинуар | |||||
1979 йыл 17 ғинуар | |||||
1989 йыл 12 ғинуар | 1152 | ||||
2002 йыл 9 октябрь | 1093 | ||||
2010 йыл 14 октябрь | 951 | 461 | 490 | 48,5 | 51,5 |
Халыҡ һаны буйынса аңлатма төрлө йылдарҙа иҫәп алыу тәртибенең айырмалығы булыу сәбәпле халыҡ һанының үҙенсәлегенә иғтибар итегеҙ.
- 1939 йыл — бар булған халыҡ һаны.
- 1989, 2002, 2010 йылдарҙа — даими йәшәгән урыны булып иҫәпләнгән халыҡ һаны
Ауылдағы халыҡ һаны буйынса мәғлүмәтте халыҡ иҫәбе буйынса алыу урынлы. Бөтә ил күләмендә үткән 1897, 1920, 1939, 1959, 1970, 1979, 1989, 2002, 2010 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса мәғлүмәттәр бар һәм асыҡ ҡулланыуҙа табырға була. Ҡайһы бер китаптарҙы электрон төрҙә асып ҡарап була. 1926 йылғы халыҡ иҫәбе буйынса һәр ауыл тураһында мәғлүмәт осрағаны юҡ әле. Унан башҡа Өфө виләйәтендә 1865, 1879, 1886 йылдарҙа урындағы халыҡ иҫәбе алынған. Тағы ла ревиз яҙмалары аша мәғлүмәт бар.
- 1859 һәм 1865 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.I. Уфимская губерния, 1877. — Уфа:Китап, 2002. — 432 с. ISBN 5-295-03188-8 (ч. I). ISBN 5-295-03133-0.
- Өфө виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1859 һәм 1865 йылдарға ҡарата бар.
- 1866 йыл — Список населенных мест. Ч. II. Оренбургская губерния, 1866. — Уфа: Китап, 2006. — 260 с. ISBN 5-295-03815-7 (ч. II). ISBN 5-295-03133-0.
- Ырымбур виләйәте ауылдарында халыҡ һаны буйынса мәғлүмәт 1866 йылға ҡарата бар.
- 1897 йыл — Перепись населения. т.45 кн.01 Уфимская губерния. Н.А.Тройницкий (ред.)(С.-Петербург, 1901)
- Был китапта Өфө виләйәте ауылдары буйынса мәғлүмәт бар. 500 кешенән күберек булған ауылдар исемлеге.
- 1920 йыл — Населенные пункты Башкортостана. Ч.III. Башреспублика, 1926. — Уфа. Китап, 2002. — 400 с. ISBN 5-295-03091-1 (ч. III). ISBN 5-295-03133-0.
- Был китап 1926 йылға ҡарата төҙөлгән, әммә халыҡ иҫәбе 1920 йылға ҡарата бирелгән.
- 1939 йыл — БАССР. Административно-территориальное деление на 1 июня 1940 года – Уфа:Государственное издательство, 1941. – 387 с.
- Был китапта 1939 йылғы иҫәп алыу буйынса һәр ауыл буйынса мәғлүмәт бар.
- 1989 һәм 2002 йылдар — Башҡортостан Республикаһы ауылдарында 1989 һәм 2002 йылғы халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре буйынса халыҡ һаны.
- 2010 йыл — Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- Население Башкортостана: XIX-XXI века: статистический сборник / Территориальный орган Федеральной службы государственной статистики по Республики Башкортостан. — Уфа:Китап, 2008. — 448 с.: ил. ISBN 978-5-295-04439-7
- 1897 йылғы халыҡ иҫәбенән башлап ҡалалар, ҡала төрөндәге ҡасабалар, райондар, район үҙәктәре буйынса халыҡ һаны бар.
Урамдары
үҙгәртергә- Ғәтиәтуллин урамы (рус. Гатиятуллина (улица)
- Механизатор урамы (рус. Механизаторская (улица)
- Шакиров урамы (рус. Шакирова (улица)
- Йылға аръяғы урамы (рус. Заречная (улица)
- Партизан урамы (рус. Партизанская (улица)
- Урман урамы (рус. Лесная (улица)
- Клуб урамы (рус. Клубная (улица)
- Мәктәп урамы (рус. Школьная (улица)[27]
Ер-һыу атамалары
үҙгәртергәТауҙар:
- Башташ тауҙары, Миҫе тауы, Миҫе ҡаяһы
Мәмерйәләр:
- Миҫе мәмерйәһе, Салауат мәмерйәһе
«Нәсибаш ауылынан алыҫ түгел мәмерйә бар, шунда Салауат Юлаев ҡасып йәшәгән һәм ҡоралын һаҡлаған, тип һөйләйҙәр. Мәмерйә ғәләмәт ҙур. Уға инеүе лә ҡыйын. Тәрән соҡорға төшөр кәрәк. Борон унда уҫаҡ олонона йәбешеп төшкәндәр. Мәмерйә дүрт километрға тармаҡланып һуҙыла, залдары, бик күп коридорҙары бар. Бер ерҙә — таш өҫтәл, эргәһендә ултырғыстар бар, улары ла таштан. Был мәмерйәгә тотош армия йәшеренһә лә, һыя алырлыҡ. Һыу аҫты буйлап мәмерйәнән сығыу юлы бар, уныһы — Йүрүҙәнгә Миҫе йылғаһы ҡойған ерҙә…»[28]
Йылға-күлдәре:
- Миҫе йылғаһы, Ҡарамалы, Йүрүҙән (5-6 саҡрым алыҫлыҡта), Ҡурғаш, Бишкүл
Шишмәләр:
Ялан-бесәнлектәр:
Таусыҡтар, түбәләр:
Башҡа урын-ер атамалары:
Билдәле кешеләре
үҙгәртергәНәсибаштан сыҡҡан күренекле фән һәм мәғариф, мәҙәниәт әһелдәре:
- Ғәбитов Рифҡәт Дәүләтша улы — псевдонимы — Михаил Львов (1916—1988). Билдәле совет шағиры. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны. Орден һәм миҙалдар менән бүләкләнгән[29].
- Әхмәтйәнов Мәхмүт Рәхим улы (1927—4.04.2010), ғалим-педагог, журналист һәм яҙыусы. 1959—1970 йылдарҙа Ҡазанда нәшер ителгән «Совет мәктәбе» журналы редакцияһының бүлек мөдире. 1973—1988 йылдарҙа Ҡазан дәүләт педагогия институты уҡытыусыһы. Педагогия фәндәре кандидаты. Татарстан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998), Ҡол Ғәли исемендәге халыҡ-ара премия һәм Татарстан Журналистар союзының Хөсәйен Ямашев исемендәге премияһы лауреаты.
- Ғәниев Фуат Әшрәф улы (1931) — филология фәндәре докторы, Рәсәй Федерацияһы профессоры, лексикология һәм лексикография буйынса бүлек мөдире, Ғабдулла Туҡай исемендәге премия лауреаты, Татарстан Республикаһы Президенты эргәһендәге яңы татар орфографияһы буйынса Советтың элекке ағзаһы.
- Ғәйнетдинов Вәсил Ғәлимйән улы (1923—1992) — педагогика фәндәре кандидаты, Башҡорт дәүләт университетының педагогика кафедраһы доценты.
- Мифтахов Ҡәйүм Ғәйнан улы (1892-) — ҡырғыҙ халҡының «Манас» эпосын өйрәнгән, Ҡырғыҙстанда йәшәгән һәм эшләгән, СНГ территорияһындағы төрөк телле халыҡтарҙың юғары баһалы ғалимы.
- Ғәйнанова Лена Рәшит ҡыҙы (1935) — Татарстан Республикаһы Фәндәр Академияһының өлкән ғилми хеҙмәткәре, фән кандидаты.
- Әхмәҙиева Рәшиҙә Сәмиғулла ҡыҙы (1926-) — Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
- Әхмәҙиев Барый Һаҙый улы (1922—2004) — уҡытыусы-тарихсы, крайҙы өйрәнеүсе, публицист, тарихи-популяр китаптар авторы, Рәсәй Федерацияһының һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Нафиҡов Зия Ғәйфулла улы (1928-) — БАССР-ҙың атҡаҙанған уҡытыусыһы.
- Нәсибуллин Закирйән Һиҙиәт улы (1926-) — запастағы офицер, алыҫ йөҙөү штурманы, 1 ранг капитаны.
- Белобородова Нилә Сабит ҡыҙы (1964), ғалим-педагог, юғары һәм махсус урта мәктәп эшмәкәре. 2018 йылдан Бөрө медицина-фармацевтика колледжы директоры. Педагогия фәндәре докторы (2007), профессор (2009). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2014) һәм мәғариф отличнигы (1997).
- Ғәйфуллина Рәсимә Риф ҡыҙы (4 май 1964 йыл) — театр актёры. 2003 йылдан Рәсәй Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы (2003). Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы (2011). Татарстан Республикаһының халыҡ артисы.
- Ялалетдинов Фәрит Ғафар улы (1941) — эске эштәр ғәскәрҙәре майоры.
- Шакиров Тәүил Ниғәмәтйән улы (1926-) — хәрби-һауа көстәре подполковнигы.
- Ғәйнанова (Садиҡова) Зида Рәшит ҡыҙы (1935) — фән кандидаты, ғилми хеҙмәткәр[30].
- Шакиров Илмир Әбүзәр улы (1986—1987) — разведчик-ут атыусы, Афғанстанда интернациональ бурысын үтәгәндә һәләк булған, Ҡыҙыл Йондоҙ ордены менән бүләкләнгән (үлгәндән һуң)
- Зарипов Рәдиф — йырсы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы.
Нәсибашта тыуып-үҫкәндәр
үҙгәртергәШулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Тырнаҡлы
- Ҡаратаулы ырыуы
Нәсибаш тураһында ваҡытлы матбуғат
үҙгәртергә- «Ленинское знамя», 1967, 29 марта, № 38.
- «Ленинское знамя», 1967, 31 марта, № 39.
- «Ленинское знамя», 1967, 5 апреля, № 41.
- «Ленинское знамя», 1967, 7 апреля, № 42.
- «Ленинское знамя», 1967, 9 апреля, № 43.
- «Ленинское знамя», 1967, 12 апреля, № 44.
- «Ленинское знамя», 1967, 14 апреля, № 45.
- Ахмадиев Б. Х. Сегодняшний и завтрашний день села Насибаш, 1989 год.
- «На земле Салавата», 2002, 19 июня, № 48.
- Гөлдәр Нуриева әҙерләне. Салауат мәмерйәһе — Йүрүҙән, 2006, 52-се һан, 28 июнь, 4 бит.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Нәсибаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- Нәсибаш ауылы хаҡында «Геналогия и архивы» сайтында(недоступная ссылка) (рус.)
- [1](недоступная ссылка)
- [classid="clsid:38481807-CA0E-42D2-BF39-B33AF135CC4D" id=ieooui>]
- [2]
- Административно-территориальное устройство Республики Башкортостан: Справочник. — Уфа: ГУП РБ Издательство «Белая Река», 2007. — 416 с.— ISBN 978-5-87691-038-7. (рус.)
- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 155—158 с. — 304 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- tv-rb.ru/teleproekty/poznavatelno-razvlekatelnye/bashkorttar/
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 157—158 с.
- Гибадуллин В. Г., Гафаров Х. А., Ахмадиев Б. Х. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Численность населения Российской Федерации по муниципальным образованиям на 1 января 2015 года . Дата обращения: 6 август 2015. Архивировано 6 август 2015 года.
- ↑ Численность и размещение населения Республики Башкортостан по данным Всероссийской переписи населения 2010 года. Статистический сборник. (рус.)
- ↑ Нәсибаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 155 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
- ↑ Әбдрәфиҡов Ф. Иҫке тигәнебеҙ — иҫкеме? — Башҡортостан, 1992, 180-се һан, 11 сентябрь
- ↑ Паллас П.-С. Указ. соч. С.68
- ↑ nasibah.ru
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 157—158 с.
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 157—158 с.
- ↑ ЦГИА РБ. Ф. 172. Оп. 1. Д. 44; Ф. 2. Оп. 1. Д. 4923. Л. 7-9. РГАДА. Ф. 1324. Оп. 1. Д. 339. Л. 13, 35. Черемшанский В. М. Описание Оренбургской губернии... С. 380
- ↑ Асфандияров А. З. История сёл и деревень Башкортостана и сопредельных территорий. — Өфө: Китап, 2009. — ISBN 978-5-295-04683-4.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 157—158 с.
- ↑ Книга под редакцией Б. Х. Ахмадиева «Сегодняшний и завтрашний день села Насибаш», 1989 год.
- ↑ Б. Х. Ахмадиева «Сегодняшний и завтрашний день села Насибаш», 1989 год.
- ↑ Ленинское знамя, 14 апреля 1967 года, № 45.
- ↑ voenconuezd.livejournal.com>Исследователь
- ↑ Гибадуллин В. Г., Гафаров Х. А., Ахмадиев Б. Х. На земле легендарного Салавата. Уфа, 1988
- ↑ voenconuezd.livejournal.com>Исследователь
- ↑ «Ленинское знамя» — 1967 год, 12 апреля, № 44.
- ↑ Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 157—158 с.
- ↑ Нәсибаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ «На земле Салавата» 2002, 19 июня, № 48
- ↑ Нәсибаш // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.
- ↑ Карта д. Насибаш. Улицы
- ↑ Гөлдәр Нуриева әҙерләне. Салауат мәмерйәһе — Йүрүҙән, 2006, 52-се һан, 28 июнь, 4 бит
- ↑ Михаил Львов. Салауат һандуғастары. — Өфө: Башҡортостан китап нәшриәте, 1980, 96 бит.
- ↑ Книга под редакцией Б. Х. Ахмадиева «Сегодняшний и завтрашний день села Насибаш», 1989 год.
Портал «Башҡортостан ауылдары» | |
Башҡортостан Республикаһы Законы (№ 22-з, 16 июль, 2008 йыл.) Викикитапханала | |
Проект «Башҡортостан ауылдары» |