Миҫе (Йүрүҙән ҡушылдығы)

Миҫе (Мисе, Нәси[2]) (рус. Наси) — Рәсәй йылғаһы. Башҡортостан, Силәбе өлкәһе[3] биләмәләрендә аға. Йылға Йүрүҙән йылғаһының уң ярына тамағынан 186 км өҫтәрәк ҡушыла. Йылға оҙонлоғо 15 км.

Миҫе
Ҡайҙа ҡоя Йүрүҙән
Һыу йыйыу бассейны Волга бассейны[d]
Дәүләт  Рәсәй[1]
Административ-территориаль берәмек Башҡортостан Республикаhы һәм Силәбе өлкәһе
Оҙонлоҡ 15 km
Карта

Этимологияһы үҙгәртергә

Нәсибаш ауылының атамаһы тураһында «Нисе йылғаһының башында урынлашҡанлыҡтан, исеме шунан килә: „Нисе башы“ тип аталып, артабан Нәсибашҡа әйләнгән» тип яҙылған Ә. Әсфәндийәров хеҙмәтендә[4].

Әммә күрше башҡорт ауылдарында элегерәк был ауылды Миҫебаш тип йөрөтәләр ине. Миҫе йылғаһы Башташ тауының текә ҡаялары аҫтынан сыҡҡан үтә күренмәле һалҡын шишмәләр ҡушылдығынан барлыҡҡа килә.

Күрше Ҡаратаулынан ике саҡрымда мөһабәт ҡая — Миҫе тауы бар. Миҫе ҡаяһы, Миҫе мәмерйәһе, Миҫе йылғаһы. Күренеп тора, был — башҡорт атамалары. Миҫе башында ултырған ауыл Миҫебаш булыр урынға Нәсибаш тип йөрөтөлә (моғайын, татар телендә үҙенсәлекле башҡорт өнө ҫ булмауы менән дә аңлатып була тигән фараз да тап килер)[5].

Һыу реестры мәғлүмәттәре үҙгәртергә

Рәсәй дәүләт һыу реестры мәғлүмәте буйынса йылға Кама һыу бассейны округында урынлашҡан, һыу хужалығы участкаһы — Ҡариҙел йылғаһы, Наҙы-Петровск һыуһаҡлағысынан Павловка һыуһаҡлағысына тиклем, Әй йылғаһын индермәйенсә. Бәләкәй йылға бассейны — Ағиҙел, йылға бассейны — Кама[6].

Һыу ресурстарының федераль агентлығы мәғлүмәте буйынса[6]:

  • Дәүләт һыу реестрында һыу объектының коды — 10010201112111100023453
  • Гидрологик өйрәнеү (ГӨ) буйынса коды — 111102345
  • Бассейн коды — 10.01.02.011
  • ГӨ буйынса һаны (номеры) — 11
  • ГӨ буйынса сығарылыш — 1

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 155 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. GEOnet Names Server — 2018.
  2. [1](недоступная ссылка)
  3. «Гидротехник ҡоролмалар һәм дәүләт һыу кадастрының Рәсәй Үҙәк реестры».
  4. Асфандияров А. З. История сел и деревень Башкортостана. Кн. 9. Уфа: Китап, 2001, 155 с. — ISBN 5—295—02843—7 (рус.)
  5. Әбдрәфиҡов Ф. Иҫке тигәнебеҙ — иҫкеме? — Башҡортостан, 1992, 180-се һан, 11 сентябрь
  6. 6,0 6,1 РФ һыу реестры: Наси.

Һылтанмалар үҙгәртергә