Башташ — тау һырты. Көньяҡ Уралда, Башҡортостан биләмәһендә урынлашҡан.

Башташ
Характеристики
Оҙонлоғо25 км
Киңлеге8 км
Бейек нөктәләре
Абсолют бейеклеге796 м
Урынлашыуы
54°30′35″ с. ш. 58°54′43″ в. д.HGЯO
Ил
РФ субъектыБашҡортостан
Тау системаһыУрал тауҙары 
Рәсәй
Красная точка
Башташ
Башҡортостан Республикаһы
Красная точка
Башташ

Урынлашҡан урыны

үҙгәртергә

Башҡортостан Республикаһының Салауат районы һәм Силәбе өлкәһе буйлап субмеридиональ йүнәлештә һуҙылған. Оҙонлоғо яҡынса 25 км (төньяҡ-көнсығыш сите 8 км ашыу, киңлеге яҡынса 8 км — Башҡортостан Республикаһында), абсолют бейеклеге 796 м (Силәбе өлкәһе)[1]. Һырттың төньяҡ өлөшө (Башҡортостан Республикаһы территорияһы) һөҙәк, тәрән булмаған уйһыулыҡтары күп, көнсығыш өлөшөндә бейеклектәре 450—480 м еткән 15 түбәһе бар[2].

Башташ тау һырттарының күберәк өлөшө хәҙерге Силәбе өлкәһе Ҡытаутамаҡ ҡала округы территорияһында, ҡаланан төньяҡ-көнсығышҡа 7 километрҙа, Әй менән Йүрүҙән йылғалары араһында, Һилейә һыртынан көнбайыштараҡ урынлашҡан. Силәбе өлкәһе порталында "оҙонлоғо 20 километрға яҡын, шуның 6 километры төньяҡ-көнсығыш ситендә, Башҡортостан территорияһында" тип яҙылған. Һырт тау (τ) грек хәрефенә оҡшаған, һәм уның тейәккә (перекладина) оҡшаған ере көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнсығышҡа йүнәлтелгән, ә тейәктең тоташҡан урынында иң юғары нөктәһе — Башташ тауы (Бейеклектәрҙең Балтик системаһы буйынса 796,1 м).

Һырттың 700 метрҙан артыҡ бейеклектәге 7 түбәһе бар (мәҫәлән, көньяғында: Песчаная тауы (Ҡомлотау) — 737,9 м һәм Плитка тауы — 726,3 м), көньяҡ-көнсығыш битләүендә, түбәләренә яҡын тиерлек (диңгеҙ кимәленән 520—640 м бейеклектә), күп һанлы шишмәләр башлана.

Өҫкө рифейҙың елмәрҙәк свитаһының кварцитҡа оҡшаш ҡомташтары, алевролиттары һәм һәүерташтарынан тора. Тау һыртының төньяҡ һәм көнсығыш битләүҙәренән үрге ағымында ер аҫты аҡмалары булған Һикеяҙ (ҡушылдыҡтары Сағанйылға, Һабайылға) һәм Лаҡлы (Әй йылғаһы ҡушылдыҡтары), Горбатый ключ, көньяҡтан Минкә (Йүрүҙән йылғаһы ҡушылдығы) йылғалары, Матреновский, Мордосский һәм Мягкий инештәре башлана.

Башташ уҫаҡ менән ҡарағай ҡатнашҡан икенсел ҡайын урмандары менән ҡапланған, урмандар ҡырҡыла ла, тергеҙелә лә[3]. Битләүҙәрҙең өҫкө өлөшөндә ҡараһыу һоро урман тупрағында ҡайын һәм ҡарағай урмандары, бай үҫемлектәр (100‑ҙән ашыу төр) япмаһы булған ҡараға оҡшаш тупраҡта тау болондары һәм болон далалары өҫтөнлөк итә. Һөҙәк битләүҙәрҙең аҫҡы өлөшө һөрөлгән, сабынлыҡтар һәм көтөүлектәр итеп файҙаланыла[4].

 
 

Топонимикаһы

үҙгәртергә

Тау атамаһы «Башы таш» һүҙенән алынған. Тау башында һыйыр, һарыҡ ҙурлығы, унан бәләкәйерәк таштар бик күп; «таш йылғалар» ҙа осрай. Учалы районында йәшәүсе крайҙы өйрәнеүсе Хәҙис Ниғмәтуллин былай тип яҙа: «Башташтауҙың боронғо атамаһы — Тағанай-Тағ-тау, Най-тау башы». Башташ тау итәгендә урынлашҡан Илсекәй ауылының халыҡ араһында таралған атамаһы — Башташ[5].

АҡҡашҡаБашташ тауының Башҡорт Илсекәйе, Ҡарағол ауылдары эргәһендәге иң бейек нөктәһе һанала. «Аҡҡашҡа» тигән атама йәй уртаһы еткәнсе тау битләүенең урыны-урыны менән ағарып күренгән һыҙаттары ат маңлайындағы ҡашҡаны хәтерләткән өсөндөр тигән фараз бар.

2023 йылдың 25 майында Башҡорт Илсекәйендә иҫтәлекле сара үтте. Дәһшәтле 1943 йылдың 24 октябрендә Башташ тауында хәрби самолёт ҡолап шартлай. Ауыл халҡы һәләкәткә тарыған экипаж менән аралаша, уларға ярҙам ҡулын һуҙа. Һәләк булған ҡатын-ҡыҙ лётчикты ерләүҙә ҡатнаша. Әлегә тиклем урындағы халыҡ был ваҡиға тураһында легендаға оҡшаған хикәйәттәр һөйләй.

1943 йылдың 24 октябрендә беҙҙең Салауат районы территорияһында «Силәбе - Куйбышев (Һамар)» курсы буйынса осҡан Г-2 (АНТ-6) ауыр транспорт самолёты һәләкәткә осраған. Бортта 5 кеше булған, икенсе пилот-ҡатын һәләк булған. Уның менән бергә самолетта булғандарҙың хәтерләүенсә, ҡыҙ юл буйына йырлаған. Ҡолағандан һуң, самолёт янып китә. Иҫән ҡалған лётчик менән экипаж ағзалары, ярҙам һорап, Илсекәй ауылына килә. Уларҙың артабанғы яҙмышы билдәһеҙ. Ҡыҙҙы Ҡалмаҡол ауылында партизандарҙың туғандар ҡәберлегендә ерләйҙәр.

Силәбе - Куйбышев маршруты буйынса Мәскәү Граджан-һауа флоты идаралығының 2-се отряды экипажы, 2543 килограмм ауырлығындағы насостар һәм абразивтар тейәп рейсҡа сыға. Осош ауырлығы 18700 кг тәшкил иткән.

Силәбе ҡалаһы аэропортынан самолёт 07:30 сәғәттә күтәрелә. 50 минуттан самолет Ҡыштым районына - Кузнецкое күленә, йәғни Уралдың тау һыртына барып етә һәм 680-700 метр бейеклегендәге прибор күрһәткесенә эйә була. Тауҙарҙың бейеклеге бынан алдағы курс буйынса тура осошто үтәргә мөмкинлек бирмәгәс, карап командиры, тауҙарҙың бейек урындарында түбән болот ағымдарынан тайпылыу маҡсатында, вираж яһап, самолётты һулға бора. Тау һырттарының уң яғындағы тәпәшерәк еренә йүнәлтеп, шул уҡ бейеклек шарттарында пилот Балаҡатай районы өҫтөнән оса.

Иртәнге 9:40 сәғәттә экипаж борттағы һауа торошон тапшыра: болотлолоҡ бейеклеге 1200 м, күреү мөмкинлеге 10 км, боҙланыу күҙәтелмәй. Тиҙлеге 40-50 км/сәғәт тәшкил иткән көслө ел һөҙөмтәһендә һәм урындың таулы рельефы арҡаһында түбәнәйгән һауа ағымдары барлыҡҡа килә. Ваҡыты-ваҡыты менән самолёт секундына 3-5 метрға тиклем тиҙлек менән түбәнәйә бара. Шулай итеп, артабанғы осош бейеклекте яйлап юғалтыу менән башҡарыла. Үрҙә күрһәтелгән шарттарҙа осош дауам итә, Туғыҙлы ауылы районында 8-10 минут яуған ҡар аша үтә. Ҡар яуғанда күреү мөмкинлеге 2 саҡрымдан артмай. Ҡар яуған урындан сығыуға 5 минут үтмәй, самолёт ҡарҙың икенсе тулҡынына инә. Күреү мөмкинлеге 800-1000 метрға тиклем ҡыҫҡара. Карап командиры артабан бейеклекте юғалтыу менән бергә машинаның көслө һелкенеүе шарттарында ҡар эсендә осошон дауам итә. Быны күреп, пилот моторҙы минутына 1420 әйләнешкә тиклем арттыра. Һул яҡта күреү мөмкинлеге яҡшыраҡ булып та, алда – уң яҡта һуҙылып ятҡан тау күренгәс, карап командиры, уны уңышлы үтеп булмаҫын аңлап, самолётты һул яҡҡа 20°-ҡа бора. Әммә һул яҡта ла тау булғаны асыҡлана. Самолётты урманға ултыртырға тура килә. Ағастарҙан 4-5 метр өҫтәрәк, сәғәтенә 65 км тиҙлектә, мотроҙарҙы һүндереп, һул яҡҡа бер ни тиклем янтайған килеш, парашюттан һикерергә ҡарар итәләр. Самолёт урман өҫтөнә, ҡаялы урынға барып бәрелә һәм яна башлай. Икенсе пилот ҡатындың йөрәге ярылып үлгәнлеге асыҡлана, 1-се брот-механик йәрәхәттәр ала, ҡалғандары зыян күрмәй. Самолёт өлөшләтә яна, йөк юҡҡа сыға. Катастрофа Башҡорт АССР-ының Салауат районы Илсекәй ауылынан көньяҡ-көнбайыштараҡ 7 км алыҫлыҡта 10:10-да була

.

Шулай уҡ ҡарағыҙ

үҙгәртергә
  • Мирхайдаров Р. М. История деревни Урманчино. С. 132-138 — Республиканский форум краеведов и музейных работников, посвящённый 75-летию Победы в Великой Отечественной войне / Сборник статей и материалов 1 декабря 2020 г./ Ред.-сост.: М. М. Зулькарнев (отв. редактор), С. А. Севастьянов, М. В. Гаухмаг, К. А. Мельникова. —. Уфа: Книга-Принт, 2020. — 376 с.: илл. ISBN 978-5-6045370-5-3

Ваҡытлы матбуғатта

үҙгәртергә
  • Абдуллина М.Ф. Илсекәй — боронғо ауыл — Йәшлек, 2001, 88, 89, 90-сы һандар, 4, 7, 9 август
  • Шәкүр Р. Алты ауыл Түбәләҫ — Башҡортостан, 16 февраль, 2000 йыл
  • Абдуллина А.Ф. Түбәләҫ ырыуы, Йүрүҙән, 2000, 68, 69-сы һандар, 19, 23 август
  • Шәмсетдинов Я.М. Ырыуым — Түбәләҫ — Ағиҙел, 2002, 2-се һан, 172—178 бб.

Һылтанмалар

үҙгәртергә

И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров. Башташ // Башҡорт энциклопедияһы. — Өфө: БР ДАҒУ «Башҡорт энциклопедияһы», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-143-9.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Мирхайдаров Р. М. История деревни Урманчино. С. 132-138 — Республиканский форум краеведов и музейных работников, посвящённый 75-летию Победы в Великой Отечественной войне / Сборник статей и материалов 1 декабря 2020 г./ Ред.-сост.: М. М. Зулькарнев (отв. редактор), С. А. Севастьянов, М. В. Гаухмаг, К. А. Мельникова. —. Уфа: Книга-Принт, 2020. — 376 с.: илл. ISBN 978-5-6045370-5-3
  2. Хребет Баш-таш
  3. Хребет Баш-таш
  4. БЭ2013|index.php/read/8-statya/2056-bashtash-yrt|автор=И.М.Япаров, Тәржемәсе И.М.Япаров
  5. Абдуллина М.Ф. Илсекәй — боронғо ауыл — Йәшлек, 2001, 88, 89, 90-сы һандар, 4, 7, 9 август