Львов Михаил Давыдович

Львов Михаил Давыдович, Львов-Маликов Михаил Давыдович (төп исеме Ғәбитов Рәфҡәт Дәүләтша улы; 4 ғинуар 1917 йыл25 ғинуар 1988 йыл) — Башҡортостанда тыуған рус совет шағиры. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1-се һәм 2-се дәрәжә Ватан һуғышы, Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ, Халыҡтар Дуҫлығы һәм «Почёт Билдәһе» ордендары кавалеры.

Михаил Давыдович Львов
Исеме:

Рәфҡәт Дәүләтша улы Маликов (Ғәбитов)[1]

Тыуған көнө:

22 декабрь 1916 (4 ғинуар 1917)({{padleft:1917|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:4|2|0}})

Тыуған урыны:

Өфө губернаһы, Златоуст өйәҙе[2], Нәсибаш ауылы

Вафат булған көнө:

25 ғинуар 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:1|2|0}}-{{padleft:25|2|0}}) (71 йәш)

Вафат булған урыны:

Мәскәү

Гражданлығы:

Рәсәй империяһы Рәсәй империяһыСовет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Эшмәкәрлеге:

шағир

Наградалары:
Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1985 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены — 1944
Халыҡтар Дуҫлығы ордены «Почёт Билдәһе» ордены

Биографияһы

үҙгәртергә
  • Михаил Давыдович Львов 1917 йылдың 4 ғинуарында (ҡайһы бер мәғлүмәттәр буйынса, 1916 йылдың 22 декабрендә) элекке Өфө губернаһы Златоуст өйәҙе[2] Нәсибаш ауылында тыуған.
  • XX быуаттың 30-сы йылдарында Златоуст ҡалаһының «Пролетарская мысль» гәзитендә, Силәбе ҡалаһының трактор һәм станоктар эшләү заводтары гәзиттәрендә эшләй.
  • 1941 йылда ситтән тороп СССР Яҙыусылар союзының Мәскәүҙәге М. Горький исемендәге әҙәбиәт институтын тамамлай.
  • Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнаша.
  • Һуғыштан һуң Мәскәүҙә йәшәй һәм эшләй: «Юность» журналының бүлеге мөдире; Мәскәү яҙыусылар ойошмаһы идаралығының секретары; «Новый мир» гәзитенең баш мөхәррир урынбаҫары.
  • 1988 йылдың 25 ғинуарында Мәскәүҙә вафат була.
 
Ваганьков зыяратында Львов ҡәбере

«Время» исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1940 йылда донъя күрә. Шиғриәтенә публицистика, юғары гражданлыҡ пафосы хас. «Урал һуғыша» («Урал воюет», 1943), «Юл» («Дорога», 1944), «Был йылдар» («Эти года, 1963»), «Ҡаршы хәрәкәт» («Встречное движение», 1984) һәм башҡа шиғри йыйынтыҡтар авторы. «Салауат һандуғастары» (Соловьи Салавата), «Мин тағы күрҙем» («Опять увидел я…»), «Боронғо йырҙарҙы ишетәм» («Слышу древние песни…»)һәм башҡа шиғырҙары тыуған Башҡортостанына, тыуған ауылына арналған. Әҫәрҙәре башҡорт шағирҙары Хәким Ғиләжев, Риф Мифтахов, Рауил Ниғмәтуллин, Ғилемдар Рамаҙанов һәм Рәшит Сабитов тарафынан тәржемә ителгән. Уның шиғырҙарына композитор Александра Пахмутова йырҙар ["Эҫе ҡар" («Горячий снег»), «Ҡосаҡлашып ултыра ветерандар» («Сидят в обнимку ветераны»), «Бөйөк йылдарға баш эйәйек» («Поклонимся великим тем годам») һ. б.] ижад иткән.

Китаптары

үҙгәртергә
  • Собрание сочинений в 3-х т. — М., 1987—1989.
  • Второе письмо в молодость. М., 1986;
  • Избранные произведения в 2-х т. — М., 1981.
  • Салауат һандуғастары: Шиғырҙар. — Өфө, 1980.
  • Обелиск. М., 1967.
  • Живу в XX веке. Казань, 1957.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә
  • 1-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985)
  • 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены (15.12.1944)[3]
  • Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены
  • Халыҡтар Дуҫлығы ордены
  • «Почёт Билдәһе» ордены
  • Романов В. Он воспевал подвиги советского народа (К 100-летию со дня рождения поэта Михаила Львова). «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2016, 22 декабрь[4].
  • Силәбе тракторҙар заводының әҙәби берләшмәһе Михаил Львов исемен йөрөтә.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Русские советские писатели. Поэты. Биобиблиографический указатель. Т. 13. — М., 1990. — С. 4.
  2. 2,0 2,1 Хәҙер Башҡортостан Республикаһының Салауат районы
  3. Бүләкләү ҡағыҙы «Халыҡ батырлығы» мәғлүмәт электрон базаһында
  4.  , 2016, 22 декабрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 декабрь 2016)
  • Горбачёв Н. Идёт война народная. 2002.
  • Михаил Давыдович Львов: (Некролог) // Лит. газ. 1988. 3 февр.
  • Лапшин М. Сила поэзии: К 70-летию М. Львова // ЧР. 1987. 4 янв.
  • Сорокин В. Благодарение: Поэт о поэтах. М., 1986.
  • Дементьев В. В. Я научился не сдаваться... // Дементьев В. В. Огненный мост: книга о поэзии. М., 1970.
  • Лазарев Л. Строки, добытые в боях. 1969.
  • Эренбург И. Стихи Михаила Львова. // «Литературная газета», 1944, 25 ноября.

Сығанаҡтар

үҙгәртергә

Һылтанмалар

үҙгәртергә