Азия үҫеш банкыһы

Азия үҫеш банкы (ингл. Asian Development Bank) — тура займдар һәм техник булышлыҡ аша Азияла һәм Алыҫ Көнсығышта иҡтисадты үҫтереүгә стимул биреү маҡсатында 1966 йылда нигеҙләнгән банк.

Азия үҫеш банкы
Эшмәкәрлеге

төбәк үҫеш банкы

Нигеҙләнғе йылы

22 август 1966

Урынлашҡан урыны

Филиппин Манила, Филиппин

Төп фигуралары

Япония Такэхико Накао (президент)

Хеҙмәткәрҙәр һаны

яҡынса 3000 кеше

Сайт

adb.org

Азия үҫеш банкы
Азия үҫеш банкы дәүләт-ҡатнашыусылары

Штаб-фатиры Манила (Филиппин) ҡалаһында урынлашҡан. 2013 йылдың 28 апреленән Такэхико Накао Азия үҫеш банкының Президенты булып тора.

Эшмәкәрлеге үҙгәртергә

Азия үҫеш банкының займдарына ҡатнашыусы-илдәрҙең хөкүмәттәре менән бер рәттән юридик шәхестәр ҙә дәғүә итә ала. Бер кредиттың уртаса суммаһы 15 млн АҠШ доллары тәшкил итә, ҙурыраҡ кредиттарҙы (50 млн АҠШ долларына тиклем) банк бик һирәк бирә. Мәҫәлән, 2015 йылдың 20 авгусында Азия үҫеш банкы алдан тәнгәне девальвацилау тураһында иғлан иткән Ҡаҙағстанға 1 млрд АҠШ доллары суммаһына кредитты хуплай, был милли валютаның ирекле курсы урынлашҡандан һуң иҡтисади эҙемтәләрен кәметергә тейеш[1].

2014 йылда бирелгән кредиттарҙың дөйөм күләме $22.9 миллиард доллар тәшкил итә[2].

Өҫтөнлөклө аҡса һалыу өлкәләре — транспорт һәм элемтә, сәнәғәт, энергетика, ауыл хужалығы, финанс секторы.

Кредиттар ике фондтан — ябай һәм махсус фондтарҙан бирелә. Тәүгеһе коммерция шарттарында, йәғни сауҙа процент иҫәбенә һәм ҡыҫҡараҡ осорға, йыш ҡына 15-25 йылға бирелә. Махсус фонд оҙайлы кредитлауға — 25-40 йыл осорға тәғәйенләнгән һәм льготалы процентлы ставка (1-3 %) менән бирелә. Льготалы осор ябай фондтан алынған кредиттарға 3-5 йыл, ә махсус фондтан — ҡағиҙә булараҡ 10 йыл тәшкил итә. Азия үҫеш банкының ағза- илдәргә ярҙам итеүҙә кредиттан башҡа ҡоралдар иҫәбенә техник ярҙам күрһәтеү, гарантия биреү һәм акцияларын һатып алыу инә.

2006 йылда банк «азия валюта берәмеге»н индерә, ул төбәктәге 13 дәүләттең аҡса берәмеге котировкаларын сағылдыра, һәм ваҡыт үтеү менән евро валютаһының аналогына әйләнеп китеүе мөмкин.

Банктың аҡсаһы ағза илдәренең взностары (банктың устав капиталының 7 %, йәғни яҡынса 55 млрд доллар тәшкил итә), халыҡ-ара облигациялар баҙарында үҙләштереү һәм кредитлау килеме иҫәбенә формалаша.

Билдәле проекттары үҙгәртергә

  • Транс-Афғанстан нефть үткәргесе
  • Индонезияла ер тетрәүҙәр һәм цунами булған осраҡта ашығыс ярҙам күрһәтеү проекты
  • Меконг йылғаһын файҙаланыу буйынса төбәк программаһы.
  • Филиппинда фәҡирлеккә ҡаршы көрәшеү өсөн шәхси секторҙың стратегик хеҙмәттәшлеге, һ. б.

Төбәк ағзалары (48) үҙгәртергә

  Австралия (1966)   Афғанстан (1966)   Бангладеш (1973)   Бутан (1982)
  Бруней (2006)   Вануату (1981)   Вьетнам (1966)   Гонконг (1969)
  Грузия (2007)   Индонезия (1966)   Камбоджа (1966)   Кирибати (1974)
  Корея республикаһы (1966)   Кук Утрауҙары (1976)   Көнсығыш Тимор (2002)   Ҡаҙағстан (1994)
  Ҡырғыҙстан (1994)   Ҡытай (1986)   Лаос (1966)   Малайзия 1966)
  Мальдив Республикаһы (1978)   Маршалл Утрауҙары (1990)   Микронезия (1990)   Монголия (1991)
  Мьянма (1973)   Науру (1991)   Непал (1966)   Самоа (1966)
  Сингапур (1966)   Соломон Утрауҙары (1973)   Пакистан (1966)   Палау (2003)
  Папуа — Яңы Гвинея (1971)   Тажикстан (1998)   Таиланд (1966)   Ҡытай Республикаһы (1966)
  Тонга (1972)   Тувалу (1993)   Төркмәнстан (2000)   Үзбәкстан (1995)
  Филиппин (1966)   Фиджи (1970)   Һиндостан (1966)   Шри-Ланка (1966)
  Әзербайжан (1999)   Әрмәнстан (2005)   Яңы Зеландия (1966)   Япония (1966)

Төбәктә урынлашмаған ағзалар (19) үҙгәртергә

  Австрия (1966)   АҠШ (1966)   Бельгия (1966)   Бөйөк Британия (1966)
  Германия (1966)   Дания (1966)   Испания (1986)   Ирландия (2006)
  Италия (1966)   Канада (1966)   Люксембург (2003)   Нидерланд (1966)
  Норвегия (1966)   Португалия (2002)   Төркиә (1991)   Финляндия (1966)
  Франция (1970)   Швейцария (1967)   Швеция (1966)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Азиатский банк развития. Азиатский банк развития одобрил кредит в $1 млрд Казахстану (21 август 2015).
  2. ADB. ADB $1 Billion Loan to Help Kazakhstan Counter Economic Slowdown, ADB (21.08.2015).

Һылтанмалар үҙгәртергә