Донъя баҙары
Донъя баҙары — донъя хужалығының һорау һәм тәҡдим өлкәләренән, шулай уҡ тауарҙар һәм хеҙмәттәрҙе коммерция нигеҙендә алмашыуҙан торған төп өлөшө; халыҡ-ара хеҙмәт бүленешендә ҡатнашыу аша бер-береһе менән бәйлелектә булған дәүләттәр, төрлө илдәрҙең эшҡыуарҙары, коммерция ойошмалары, фирмалары араһында тотороҡло тауар-аҡса мөнәсәбәттәре системаһы[1][2].
Глобалләшеү, донъя хужалыҡ итеү бәйләнештәренең киңәйеүе һәм тәрәнәйеүе шарттарында тауар баҙарҙары милли һәм территориаль сиктәрен юғалта, бөтә илдәрҙең сауҙагәрҙәре эш иткән тотош донъя тауар баҙарына әүерелә.
Донъя баҙары төрлө тауар баҙарҙарынан, хеҙмәттәр баҙарҙарынан, финанс баҙарҙарынан, ресурстар баҙарҙарынан, шул иҫәптән хеҙмәт баҙарҙарынан тора. Донъя тауар һәм хеҙмәттәр баҙарҙары халыҡ-ара тауар килешеүҙәре менән көйләнә. Тауар баҙарҙарының һәр береһенең сауҙа итеү үҙәктәре — «төп баҙарҙары» хасил була һәм уларҙағы хаҡтар тауарҙар өсөн нигеҙ хаҡтар тип таныла.
Сауҙаны ойоштороу ысулы буйынса баҙарҙарҙың төрҙәре: тауар биржалары, аукциондар, һатыу итеүҙәр, халыҡ-ара күргәҙмәләр һәм йәрминкәләр.
Донъя финанс баҙары
үҙгәртергәҺуңғы йылдарҙа донъя финанс баҙарының күләме айырыуса йылдам үҫә. Әгәр быға тиклем донъя финанс баҙары донъя ссудаланыусы капиталдар баҙары структураһына инә тип иҫәпләнһә, хәҙер улар араһындағы сиктәр юйыла бара, сөнки финанс инструменттары менән сауҙа итеү ссудаланыусы капитал категорияһына тулыһынса индерелә алмай.
Финанс инструменты тигәндә норматив талаптарға ярашлы төҙөлгән һәм хужаһына ниндәй ҙә булһа мөлкәт хоҡуҡтары тәьмин иткән документ күҙҙә тотола. Сит ил иҡтисадсылары донъя финанс баҙарын аҡса баҙарҙарына һәм капитал баҙарҙарына бүлә (был баҙарҙар инструменттарының мөҙҙәтлелек критерийына ҡарап). Был донъя финанс баҙарын аҡса капиталдарының баҙар субъекттары араһында банк һәм башҡа финанс учреждениелары ярҙамында хәрәкәтен тәьмин итеүсе милли баҙарҙар һәм донъя баҙарҙары тупланмаһы тип ҡарарға мөмкинлек бирә. Иҡтисади күҙлектән ҡарағанда донъя финанс баҙары илдәр, төбәктәр, тармаҡтар, иҡтисади агенттар араһындағы мөнәсәбәттәр системаһын һәм кредит ресурстарын конкурентлы нигеҙҙә йыйыу һәм ҡабаттан бүлеү механизмын кәүҙәләндерә.
Донъя финанс баҙары ссудаланыусы капиталды туплай һәм ҡабат бүлә, был процесс донъя аҡса баҙары һәм донъя капиталдар баҙары рәүешен ала. Капитал үҙенән-үҙе үҫеүсе ҡиммәткә бәйле иҡтисади мөнәсәбәттәр йыйылмаһын тәшкил итә. Үҙенән-үҙе үҫеүсе ҡиммәт тигәндә ялланма хеҙмәтте файҙаланыу һөҙөмтәһендә өҫтәлмә ҡиммәт бирә торған ҡиммәт аңлана. Аҡса баҙары ҡыҫҡа ваҡытлы финанслау операциялары башҡарыла торған баҙар булып тора. Капиталды экспортлау һәм импортлау нигеҙендә халыҡ-ара капиталдар баҙары хасил була. Ул илдәр араһында капиталды туплауҙы һәм ҡабат бүлеүҙе тәьмин итеүсе иҡтисади мөнәсәбәттәр системаһы булып тора. Әгәр донъя аҡса баҙарында төп фактор булып уның инструменттарының юғары ликвидлығы торһа, донъя капиталдар баҙарында үтескә алыусының кредитлау тәүәккәллеге, процент тәүәккәллеге, сәйәси тәүәккәллек һ. б. мөһим.
ХаВФ баһаһы буйынса, донъя баҙарында финанс продукттарының ағымдағы хаҡы реаль иҡтисад продукцияһы хаҡынан өс ярым тапҡырға күберәк[3].
Халыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәр формалары
үҙгәртергәХалыҡ-ара иҡтисади мөнәсәбәттәрҙең түбәндәге формалары бар:
- тышҡы (халыҡ-ара) сауҙа
- халыҡ-ара валюта-кредит мөнәсәбәттәре
- донъя финанс системаһы
- капиталдар һәм инвестициялар хәрәкәте
- эшсе көс миграцияһы
- илдәр араһында етештереү кооперацияһы
- фән һәм техника өлкәһендә халыҡ-ара алмашыу
- халыҡ-ара иҡтисади ойошмалар эшендә ҡатнашыу
Халыҡ-ара хужалыҡ мөнәсәбәттәре субъекттары
үҙгәртергә- айырым илдәрҙең хужалыҡ итеүсе субъекттары (предприятиелар, ойошмалар, эшҡыуарҙар)
- айырым дәүләттәрҙең тышҡы иҡтисади ойошмалары
- халыҡ-ара иҡтисади ойошмалар
- трансмилли һәм милләт-ара компаниялар
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Мировой рынок . Энциклопедический словарь экономики и права. Дата обращения: февраль 2011. Архивировано 17 февраль 2012 года.
- ↑ Мировой рынок . БСЭ. Дата обращения: 10 февраль 2011.(недоступная ссылка)
- ↑ Чжу Минь: китайская финансовая система выдержит стресс-тест МВФ