Ираҡ тарихы
Ираҡ тарихы — Ираҡта йәмғиәт үҫешен өйрәнгән ижтимағи фәндәр комплексы.
Ираҡ тарихы | |
Дәүләт | Ираҡ |
---|---|
Ираҡ тарихы Викимилектә |
Тарихҡа тиклемге эпоха
үҙгәртергәТарихҡа тиклемге осорҙа Ираҡ территорияһы аша Һиндостан һәм Көнсығыш Азия яғына кроманьондарҙың боронғо миграциялары үтә. Һуңғараҡ, 36 мең йыл самаһы элек, хәҙерге Ираҡ менән Иран территорияһында юғары палеолиттың барадост мәҙәниәте , 18 мең йыл элек уны зарзи мәҙәниәте алмаштыра, ә мезолит эпохаһында, беҙҙең эраға тиклем 9 мең самаһы йыл элек, Ираҡтың төньяҡ-көнсығышында шанидар-кәрим-шаһир мәҙәниәте, керамикаға тиклемге неолит Ираҡта беҙҙең эраға тиклем 8 мең йыл самаһы элек барлыҡҡа килә (джарм мәҙәниәте). Беҙҙең эраға тиклем 6 мең самаһы йыл элек Үҙәк Ираҡта Хассун неолит мәҙәниәте барлыҡҡа килә. Уның менән бер үк ваҡытта тиерлек уға оҡшаш самарр мәҙәниәте йәшәй, ул беҙҙең эраға тиклемге 5 мең йыллыҡ һуңында убайд мәҙәниәтенә күсә һәм Ираҡ сигенә сығып, Анатолияның көньяғына тарала. Убайд мәәҙәниәте халаф мәҙәниәте менән (хәҙерге Сүриәнең төньяғы) дошманлаша һәм ахырҙа уны «йота».
Боронғо яҙма осор
үҙгәртергәМесопотамияның Тигр һәм Евфрат үҙәнендәге уңдырышлы ере Шумер, Аккад,Вавилония, Ассирия кеүек бер нисә боронғо цивилизация барлыҡҡа килеү урыны була.
Фарсы осоро
үҙгәртергәОҙаҡ ваҡыт хәҙерге Ираҡ территорияһы Фарсы һәм Селевкиҙар дәүләте составында була. Беҙҙең эраға тиклем 539 йылда Бөйөк Кир Икенсе Халдейҙарҙы ҡыйратып, Месопотамияны Әһәмәниҙәр дәүләтенә ҡуша. Әһәмәниҙәр беҙҙең эраға тиклем 334 һәм 327 йылдарҙа Искәндәр Зөлҡәрнәй еңеүҙәре һөҙөмтәһендә монархия тарҡалғанға тиклем идара итә. Яҡынса 10 йылдан һуң Ираҡ территорияһы Парфия батшалығы составына инә. Месопотамияның ҙур булмаған өлөшөндә Фарсы ҡултығының ярында боронғо батшалыҡ, беренсе ғәрәп дәүләттәренең береһе (беҙҙең эраның III быуатына тиклем) — Харакена йәшәй. Беҙҙең эраның 115-се йылында Месопотамия Иран тарафынан яулап алына һәм Рим империяһының провинцияһына әүерелә. Беҙҙең эраның 227 йылында Ирандың яңы хакимдары — Сәсәниҙәр тарафынан яулана. III быуатта Ираҡтың көньяҡ-көнбайыш сигенә ғәрәптәр-лахмидтар килеп ултыра.
Исламдың яулап алыуы
үҙгәртергә635 йылда Сәсәниҙәр ғәрәптәрҙең һөжүме алдында үҙҙәренең позицияларын юғалта бара һәм 637 йылда Кадисия эргәһендәге алышта еңелеп ҡуялар. 640 йылдарҙа ғәрәптәр урындағы күпселек христиандарҙы исламға йәлеп итә.
Мөхәммәт пәйғәмбәр (с.ғ.с.) вафат булғандан һуң, хәлифә тәхете өсөн киҫкен көрәш башлана. 656—661 йылдарҙа Мөхәммәт пәйғәмбәрҙең ике туған ағаһы Әли хәлифә була. 661-се йылда Ғәрәп хәлифәлеген Өмәүиҙәр династияһы баҫып ала һәм баш ҡаланы Мәҙинәнән Дамаскка күсерә. Һуңынан Исламда оҙайлы бүленеш башлана. Хәҙерге Ираҡ территорияһында йәшәүсе Әли вариҫтары шығый була. Өмәүиҙәр власҡа килгәс, сөнни йүнәлеше индерелә башлай. Шиғыйҙар һәм Өмәүиҙәр араһындағы ҡапма-ҡаршылыҡ 750 йылда Ғәббәсиҙәрҙән еңелеүҙең бер сәбәбе булып тора.
Ғәббәсиҙәр
үҙгәртергәҒәббәсиҙәр заманында Әл-Мансур (754—775) хәлифә идара иткән осорҙа 762 йылда нигеҙләнгән Бағдад ҡалаһы Төньяҡ Африканың Атлантик яр буйынан (хәҙерге Марокко) алып Төньяҡ Һиндостанға тиклем йәйрәп ятҡан Ғәрәп хәлифәлегенең үҙәгенә әйләнә. Ғәббәсиҙәрҙең идара итеү осоро мәҙәниәттең, фәндең, иҡтисадтың һәм сауҙаның һәр яҡлап үҫеше менән билдәләнә. Әммә IX быуат һуңына Ғәбәссиҙәр Ғәрәп хәлифәте тарҡалыу һөҙөмтәһендә ислам донъяһының башҡа территориялары өҫтөнән хакимлығын юғалта. Хәлифәлекте зинджейҙарҙың ихтилалы ныҡ ҡаҡшата.
Монгол яулап алыуы
үҙгәртергә1258 йылда хәҙерге Ираҡ территорияһы Хулагу хан етәкселегендә монголдар тарафынан баҫып алына. Баҫҡынсылар Бағдадты талай һәм Месопотамияны бөлгөнлөккә төшөрә. Монголдарҙың Хулагуҙар династияһы төбәктә XIV быуат урталарына тиклем хакимлыҡ итә. Уны Джалаиридтар династияһы (1339—1410) алмаштыра.
Тимуридтар
үҙгәртергә1393 һәм 1401 йылдарҙа Бағдадты Тимер (Тимур, Тамерлан) ғәскәре ҡыйрата һәм ҡала ике тапҡыр яңынан тергеҙелә. Джалаиридтарҙан һуң тәхеткә ҡыҫҡа ғына ваҡыт идара итеүсе төрлө династиялар ултыра, уларҙың иң һуңғыһы 1509 йылда Ираҡ территорияһын баҫып алған Ирандан Сәфәүиҙәр династияһы була. Улар шиғыйлыҡты дәүләт дине тип раҫлай.
Ғосман империяһы
үҙгәртергә1534 йылда хәҙерге Ираҡ территорияһы төрөк-османдар тарафынан яулана һәм уларҙың хакимлығы 400 йыл тирәһе дауам итә. Месопотамияла власть, Бағдадтың Ғосман империяһынан алыҫ булыуы сәбәпле, ғәмәлдә бик йыш наместниктар ҡулында була. XIX быуат һуңында, административ реформа үткәреү һөҙөмтәһендә, Ираҡҡа автономия биреү хәрәкәте башлана.
Британия колонизацияһы һәм идараһы
үҙгәртергә1914 йылда Беренсе донъя һуғышы башланыу менән Ғосман империяһы Германияға һәм уның союздаштарына ҡушыла. Шул уҡ йылда Британия империяһы Көньяҡ Ираҡҡа баҫып инә. 1917 йылда британдар Бағдадты һәм Киркукты баҫып ала, 1914 йылда Ираҡтың тотош территорияһына тиерлек хужа була.
Дәүләт булараҡ, Ираҡ 1920 йылда Ғосман империяһынан өс: Басра, Мосул һәм Бағдад виләйәттәре айырылып сығыу һөҙөмтәһендә ойошторола. Шул уҡ йылдың апрелендә Сан-Ремолағы конференцияла Милләттәр лигаһы Бөйөк Британияға Ираҡ менән идара итеүгә мандат бирә. Был уның колониаль статусын нығытып ҡуя. 1921 йылда Ираҡ Хашимиттар династияһынан булған Фейсал әмир (Мәккә шәрифе Хөсәйендең улы) етәкселегендәге короллек тип иғлан ителә. Ике палаталы парламенты булған конституцион монархия урынлаштырыла. Әммә властың идара итеү дилбегәһе барыбер ҙә Бөйөк Британия ҡулында ҡала. 1932 йылда Ираҡ формаль рәүештә бойондороҡһоҙлоҡ ала һәм Милләттәр лигаһына инә, ләкин Бөйөк Британия күп нәмәләрҙә үҙенең власын һаҡлап ҡала. Аныҡлап әйткәндә, Ираҡта табылған ҙур нефть запасы ятҡылыҡтары 1925 йылдан алып «Туркиш петролеум» англо-франко-америка консорциумы тарафынан үҙләштерелә.
1941 йылда Рашид әл-Гайлани пронацистик түңкәрелеш яһай. Король илдән ҡаса. Англия менән «Утыҙ көнлөк һуғыш» бара һәм инглиздәр Ираҡты оккупациялай. 1955 йыл — Бағдад пакты ойошторола.
Республика идараһы
үҙгәртергә1958 йылда июль инҡилабы ваҡытында Әбдел-Кәрим Ҡасим һәм Әбдел-Сәләм Ареф етәкселегендәге «Азат офицерҙар» төркөмө монархияны ҡолата, король Фейсал Икенсе үлтерелә. Ираҡ Бағдад пактынан сыға, ил территорияһынан инглиз хәрби базалары сығарыла.
1959 йылда Мосулда насерист-баасист хәрби фетнәһе уңышһыҙлыҡ кисерә һәм насерситтар һәм баасисттарға ҡаршы террор менән тамамлана. 1961 йылда Ираҡ Курдистанында сентябрь ихтилалы башлана.
1963 йылдың февралендә дәүләт түңкәрелеше яһала, уның барышында Ҡасим тәхетенән ҡолатыла һәм үлтерелә, власҡа милләтселәр һәм Баастың уң хәрәкәте килә. Һулдар һәм коммунистарға ҡаршы киң ҡоласлы террор башлана. 1963 йылдың ноябрендә премьер-министр Әбдел-Сәләм Ареф Баастан үҙенең союздаштарын ҡолата һәм хәрби диктатура урынлаштыра. 1966 йылда Ареф автоһәләкәттә һәләк була. Президент булып уның туғаны Әбдел Рахман Ареф ултыра.
1967 йылда коммунистарҙың баш күтәреү хәрәкәте көсәйә.
1968 йылда, алты көнлөк һуғыштан һуң, власҡа ҡабаттан Баас килә.
Саддам Хөсәйен идараһы
үҙгәртергә- 1968 йылда хәрби режим Баас партияһы тарафынан ҡолатыла. Президент тип Әхмәд Хәсән Бакр, Ираҡ Революция командалығы советы рәйесе урынбаҫары тип Сәддам Хөсәйен иғлан ителә.
- 1972 йыл — нефть сәнәғәте дәүләткә бирелә.
- 1975 йыл — курд ихтилалы баҫтырыла.
- 1979 — 2003 йылдар — Саддам Хөсәйендең президентлыҡ осоро.
- 1980 йылдың 22 сентябре — 1988 йылдың 20 авгусы — Иран-Ираҡ һуғышы.
- 1987 — 1988 йылдар — курдтарға ҡаршы (Анфаль) геноцид акцияһы
- 1988 йыл — Халабджа курд ҡалаһына ҡаршы газ һөжүме.
- 1990 йылдың 2 авгусы — Кувейтты баҫып алыу һәм уны Ираҡҡа ҡушыу.
- 1991 йылдың 17 ғинуары — 28 февраль — Фарсы ҡултығындағы һуғыш. Ираҡ ғәскәрҙәре Кувейттан ҡыҫырыҡлап сығарыла.
- 1991 йылдың февраль — апреле — Шиғыйҙарҙың һәм курдтарҙың Саддам Хөсәйенгә ҡаршы ҙур ихтилалы. Шиғыйҙарҙың сығышы баҫтырыла, НАТО Ираҡ Курдистанында курдтарҙы яҡлап операция үткәрә һәм «Азат Курдистан» ойошторола.
- 1994 — 1998 йылдар — Ираҡ Курдистанында Граждандар һуғышы.
- 1998 йыл — «Сүллектәге төлкө» операцияһы (Бағдадҡа Америка авиаһөжүм яһай). 2011 йылдың 11 сентябрендә Нью-Йорктағы террористик акттан һуң АҠШ Президенты Джордж Буш (кесе) Ираҡты, халыҡ-ара терроризмға ярҙам итеүсе һәм кешене күпләп юҡ итеүсе ҡорал эшләргә тырышыусы башҡа «мөртәт илдәр» менән бер рәткә ҡуйып, ғәйепләй.
Ираҡ һуғышы
үҙгәртергә- 2003, 20 март — 1 май — Ираҡ һуғышы.
- 2004, 4 апрель — 30 август — Махди армияһы ихтилалы.
- 2004, 28 июнь — Американың ваҡытлы хөкүмәте власты шығый Айяд Аллауи етәкләгән ваҡытлы хөкүмәткә тапшыра. Ираҡ президенты — сөннит Гази аль-Явяр.
- 2004, август — Лондондан шығыйҙарҙың рухи лидеры Әли әл-Систани ҡайта.
- 2004, көҙ — Фаллуджу өсөн көрәш.
- 2005 — Ираҡтың милли йыйылышына һайлауҙар. Унда «Берләшкән Ираҡ альянсы» шығый ойошмаһы еңеү яулай. Ираҡ Президенты итеп курд Джалал Талабани, премьер-министр итеп шығый Ибраһим әл-Джафари, парламент спикеры итеп сөннит Хадж әл-Хәсәни һайлана.
- 2006 — Ибраһим әл-Джаафариға вазифаһын Муктад ас-Садр һәм Ираҡтың рухи лидеры, бөйөк аятулла Әли әл-Систаниҙың яҡлауында булған Джавад (Нури) әл-Маликиға ҡалдырырға тура килә.
2004 йылдың сәйәси ваҡиғалары
үҙгәртергәНоябрь, 2004
үҙгәртергә- 22-23 ноябрь — Ираҡтағы хәл-торошто яйлау буйынса Халыҡ-ара конференция
Октябрь, 2004
үҙгәртергә- 12 октябрҙә БМО-ның Генераль Ассамблеяһы Ираҡ вәкиленең тауыш биреү хоҡуғын кире ҡайтара, шулай итеп Бағдадтың БМО-лағы тулы хоҡуҡлы ағзалығын тергеҙә.
Сентябрь, 2004
үҙгәртергә- 30 сентябрь — Сүриә Ираҡ менән сиген ябып, күп милләтле коалиция көстәре менән берлектә уның территорияһын контролләүҙе башларға вәғәҙә бирә. Вашингтон фекеренсә, сит илдәрҙең ялланып һуғышыусылары Ираҡҡа тап Сүриә аша инә, ә коалицияға ҡаршы һуғышыусы боевиктарҙың күпселеге Сүриә паспорттарына эйә.
- 14 сентябрь — Төркиә, әгәр Америка ғәскәрҙәре Ираҡтың төньяғында, Бағдадтан 400 километр алыҫлыҡта урынлашҡан, нигеҙҙә төрөктәргә яҡын булған туркомандар йәшәгән Талафару ҡалаһына авиаһөжүмде туҡтатмаған осраҡта, Ираҡта АҠШ менән хеҙмәттәшлеген туҡтатыу менән янай (америка һалдаттарын Төркиә аҙыҡ-түлеген һәм тәү сиратта кәрәкле көнкүреш кәрәк-ярағы менән тәьмин итеү). Төркиә Сит ил эштәре министрлығы белдереүенсә, АҠШ ғәскәрҙәре «ябай халыҡҡа ҡаршы артыҡ көс ҡуллана», һөҙөмтәлә 50 мең туркоман йорттарын ҡалдырып китергә мәжбүр була. Сентябрь башында Талафарҙа Америка ғәскәрҙәре махсус операция үткәрә, һөҙөмтәлә 57 кеше һәләк була (Төркиә мәғлүмәттәре буйынса, юғалтыуҙар 500 кешегә етә). Американдар иһә тап ошо ҡала аша Ираҡҡа Сүриәнән боевиктар инә тип раҫлай. Төркиә АҠШ-тың эшмәкәрлеге төбәктә йәшәүсе Төркиә курдтарын ҡуҙғытып, улар тағы ла үҙҙәренә автономия биреүҙе талап итә башлауҙан хәүефләнә, Ираҡ курдтарының американдарҙың операцияһын яҡлап, илдәге хәл-торошто артабан да тотороҡһоҙландырырға ынтыласағына инана.
- 8 сентябрь — АҠШ-тың Ираҡтағы юғалтыуҙары 1000 кешенән артып китә. Яҡын көндәрҙә Ираҡ ҡаршылығының көсәйеүе һәм коалиция көстәренең юғалтыуҙары үҫеүе көтөлә. Һуңғы ваҡытта Ираҡта көн һайын уртаса алғанда АҠШ-тың ике хәрби хеҙмәткәре һәләк була, ә юғалтыуҙарҙың иң ҙур өлөшө АҠШ Президенты Джордж Буш (кесе) 2003 йылдың 1 майында хәрби компанияның еңеүле тамамланыуы тураһында белдергәндән һуңғы осорға тура килә.
- 1 сентябрҙә Бағдадта Ираҡтың Милли советының — илдең 2005 йылдың ғинуарына билдәләнгән дөйөм һайлауҙарҙы әҙерләргә тейешле ваҡытлы парламентының ант биреү тантанаһы үтә.
Август, 2004
үҙгәртергә- 30 август — Президент Путин 14 йыл элек Ираҡҡа Рәсәй ҡоралын һәм хәрби техникаһын һатыуға һалынған эмбаргоны алған указға ҡул ҡуя. Был ҡарар БМО-ның Именлек Советы Ираҡтың именлек көстәрен, шул иҫәптән ҡораллы көстәрен булдырыуҙы күҙаллаған резолюцияһына бәйле ҡабул ителә. Рәсәйҙең ҡорал экспортлаусыларына Украина һәм Польша яғынан ҡеүәтле дәғүәселек менән осрашыу көтөлә. Был ике ил халыҡ-ара коалицияла ҡатнашып ҡына ҡалмай, совет ҡоралдары һәм техникаһының, атап әйткәндә Т-72 танкыларының һәм бронетранспортерҙарҙың бай запасына ла эйә була.
- 19 август — АҠШ-тың Ираҡтағы ваҡытлы хакимиәтенең шәхси генераль инспекторы тарафынан үткәрелгән аудитор тикшереүе һөҙөмтәләре мәғлүм була. Ираҡ нефтен һатыуҙан, шулай уҡ элек Саддам Хөсәйен режимына ҡараған «туңдырылған» сит ил активтарынан күсерелгән средстволар иҫәбенә илде һуғыштан һуң тергеҙеү өсөн ойошторолған махсус фондтан 8,8 миллиард АҠШ доллары сарыф ителеүе асыҡлана. Ираҡтың ошо фондтан эш хаҡы алыусы Ваҡытлыса идара итеү советы хеҙмәткәрҙәренең яртыһынан күберәге ялған кешеләр булып сыға.
- 18 август — Дөйөм Ираҡ милли конференцияһы буласаҡ Ираҡ закондар сығарыу советы (парламент) составын раҫлай. Уға 100 депутат инә. Уларҙың 81-е буйынса тауыш биреү уҙғарыла, 19 урын Ираҡтың Ваҡытлы идара советының элекке ағзаларына бирелә.
- 15 август — Бағдадта ваҡытлы парламент — 100 кешенән торған, хөкүмәттең эшмәкәрлеген күҙәтеп торорға һәм 2005 йылдың ғинуарына планлаштырылған дөйөм һайлауҙар үткәреүҙе әҙерләргә тейешле Милли совет һайлау өсөн дөйөм Ираҡ конференцияһы йыйыла. Уның эшендә илдең төрлө сәйәси, дини, клан һәм йәмғиәт ойошмаларынан 1300 вәкил ҡатнаша. Делегаттар «йәшел зона»ла — биш метрлы бетон диуарҙар менән уратылып алынған ҡеүәтле бастионда һөйләшә. Тап шунда Ираҡтың фактик хакимы — Америка илсеһе Джон Негропонте һәм Америка көстәренең штабы урынлаша. Конференция барышында ултырыштар залы өҫтөнән вертолеттар осоп йөрөй, ә ҡалала комендант сәғәте индерелә.
2006 йылдың сәйәси ваҡиғалары
үҙгәртергәАпрель, 2006
үҙгәртергәИбраһим әл-Джафари американдар һәм сөнниҙәр, курдтар, донъяуи шығыйҙар оппозицияһы баҫымы аҫтында премьер урынын үҙенең арҡаҙашы Джавад (Нури) әл-Маликиға ҡалдыра. Әл-Джафариҙы илдәге көс ҡулланыуҙы ауыҙлыҡлай алмауҙа, шығыйҙар төркөмдәренә ирек ҡуйыуҙа һәм Иран менән тығыҙ бәйләнештә булыуҙа ғәйепләй.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Matthew Bogdanos mit William Patrick: Die Diebe von Bagdad. Raub und Rettung der ältesten Kulturschätze der Welt. Aus dem Amerikanischen von Helmut Dierlamm (Originalausgabe: Thieves of Baghdad, Bloomsbury Publishing, New York 2005), Deutsche Verlags-Anstalt, München 2006, ISBN 3-421-04201-2, ISBN 978-3-421-04201-9.
- Henner Fürtig: Kleine Geschichte des Irak. Von der Gründung 1921 bis zur Gegenwart. Beck, München 2003, ISBN 3-406-49464-1.
- Barthel Hrouda, Rene Pfeilschifter: Mesopotamien. Die antiken Kulturen zwischen Euphrat und Tigris. München 2005 (4. Aufl.), ISBN 3-406-46530-7 (Sehr knapper Überblick bzgl. Mesopotamien im Altertum mit weiterführenden Literaturangaben.)
- Jobst Knigge: Deutsches Kriegsziel Irak. Der deutsche Griff auf den Nahen Osten im Zweiten Weltkrieg. Über Kaukasus und Kairo zum Öl des Orients. Pläne und Wirklichkeit. Verlag Dr. Kovac Hamburg 2007, ISBN 978-3-8300-3030-0.
- Hans Krech: Der Bürgerkrieg im Irak (1991—2003). Ein Handbuch. Mit einem Konzept für eine Golf-Friedenskonferenz in Halle/S. und in Hamburg, Verlag Dr. Köster, Berlin 2003, (Bewaffnete Konflikte nach dem Ende des Ost-West-Konfliktes, Bd. 13), ISBN 3-89574-500-6.
- Kanan Makiya Cruelty and Silence. War, Tyranny, uprising and the arab world (1991), ISBN 0-224-03733-1.
- M. und P. Sluglett: Der Irak seit 1958 — von der Revolution zur Diktatur. Frankfurt/Main 1991, ISBN 3-518-11661-4.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергәҺылтанмалар
үҙгәртергә- Шумов С. А, Андреев А. Р. Ирак: история, народ, культура 2015 йыл 25 октябрь архивланған.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |