Еңеү көнө
Еңеү көнө — 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Ҡыҙыл Армияның һәм совет халҡының нацистик Германияны еңеү байрамы. СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 майындағы Указына ярашлы[1], һәр йыл 9 майҙа билдәләнә.
Еңеү көнө | |
---|---|
Бөйөк Еңеүҙең 60 йыллығы уңайынан 2005 йылда Мәскәүҙә байрам салюты | |
Төрө | Дәүләт |
Рәсми | Еңеү көнө |
Раҫланған | СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 8 майындағы Указы менән Бөйөк Ватан һуғышында совет халҡының еңеүе хөрмәтенә |
Башланған ваҡыты | Рәсәйҙә, Әрмәнстанда, Белоруссияла, Грузияла, Үзбәкстанда, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Молдавияла, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Әзербайжанда — ял көнө,
шулай уҡ бер нисә танылмаған һәм өлөшләтә танылған дәүләттәрҙә
|
Көнө | 9 май |
Байрам итеү | парад, матәм, сәскәләр һалыу |
Арналған | Бөйөк Ватан һуғышы |
Еңеү көнөндә Билдәһеҙ һалдат ҡәберенә (Мәскәү) сәскәләр һалына, баш ҡалала, герой ҡалаларҙа парад, байрам салюты ойошторола.
Һуғыштың һуңғы көндәре
үҙгәртергәБерлин һөжүм операцияһы
үҙгәртергә1945 йылдың апрелендә Ҡыҙыл Армия Берлинға яҡынлаша. Операция алдынан совет ғәскәрҙәрендә бөтәһе 1 900 000 һуғышсынан торған 149 уҡсы, 12 кавалерия дивизияһы, 13 танк һәм 7 механизацияланған корпус, 15 айырым танк һәм үҙйөрөшлө бригада иҫәпләнә. Операцияла Польша Ғәскәренең 1-се һәм 2-се армияларының 10 пехота, 1 танк дивизияһы, шулай уҡ 1 айырым кавалерия дивизияһы ҡатнашып, уларҙа йәмғеһе 155 900 кеше була. Берлинға һөжүмдә бөтәһе 2 миллиондан ашыу һалдат һәм офицер, 6 250 танк һәм үҙйөрөшлө орудие, 41 600 орудие һәм миномет, 7 500 самолет ҡатнаша.
Немец ғәскәрҙәре Одер һәм Нейсе йылғаларының көнбайыш ярҙарында оборона тота. Берлин эргәһендә һәм ҡаланың үҙендә составында 62 дивизия (шул иҫәптән 48 пехота, 4 танк һәм 10 моторлаштырылған), 37 айырым пехота полкы, 100-гә яҡын айырым пехота батальоны, бихисап артиллерия частары һәм подразделениелары иҫәпләнгән ғәскәр төркөмө туплана. Унда миллион тирәһе кеше, 1 500 танк, 10 400 орудие һәм миномет, 3 300 хәрби самолет була[2]. Берлин ҡеүәтле нығытмаға әйләндерелә һәм урам һуғыштарын алып барыуға әҙерләнә. Ҡала тирәләй өс оборона ҡулсаһы булдырыла, ҡала эсендә һәр береһендә меңләп һалдаты булған гарнизонлы 400-ҙән ашыу тимер-бетон ут нөктәһе ҡорола. Берлин гарнизонының үҙендә яҡынса 200 мең кеше иҫәпләнә.
Берлин операцияһы барышында Ҡыҙыл Армия 78 291 һуғышсыһын юғалта, санитар юғалтыуҙар 274 184 кеше тәшкил итә[3]. Йәғни тәүлегенә 15 меңдән ашыу һалдат һәм офицер һәләк була. Польша ғәскәрҙәре 8 892 мең кешеһен юғалта, уларҙың 2825-е һәләк була.
Немецтарҙың оборонаһын өҙөү һәм ҡала эсендә һуғышыу өсөн танкылар киң ҡулланыла. Ҡала шарттарында улар үҙҙәренең өҫтөнлөгөн файҙалана алмай һәм бик йыш немецтарҙың танкыға ҡаршы ҡоралына сәп була. Был да ҙур юғалтыуҙарға килтерә: ике аҙна эсендә Ҡыҙыл Армия Берлин операцияһында ҡатнашҡан танкыларҙың һәм үҙйөрөшлө артиллерия ҡоролмаларының өстән бер өлөшөн юғалта (1 997 берәмек). Шулай уҡ 2 108 орудие һәм миномет, 917 хәрби самолет юғалтыла, әммә совет ғәскәрҙәре ҡуйылған бурысты тулыһынса үтәй: дошмандың 70 пехота, 12 танк һәм 11 моторлаштырылған дивизияһын тар-мар итә, 480 мең кешене әсирлеккә ала[4], Германияның баш ҡалаһын яулап, Германияны капитуляцияларға мәжбүр итә.
1945 йылдың 1 майында таң менән, Рейхстагты штурмлағанда, кесе лейтенант А. П. Берест етәкселегендә сержант Михаил Егоров менән кесе сержант Мелитон Кантария Рейхстаг бинаһы түбәһенә Еңеү байрағын ҡаҙай[5]. Әммә бынан бер көн алда, 1945 йылдың 30 апрелендә 22 сәғәт 40 минутта, гвардия капитаны Владимир Николаевич Маков етәкселегендә Рейхстагка беренселәрҙән булып Ҡыҙыл байраҡты Башҡорт АССР-ының Мишкә районы Янағош ауылы егете Заһитов Ғазый Ҡазыхан улы ҡаҙай[6][7][8].
Капитуляцияға ҡул ҡуйыу
үҙгәртергәСовет радиоһының Германия капитуляцияһы тураһында белдереүе | |
Тексты Юрий Левитан уҡый | |
Помощь по воспроизведению |
1945 йылдың 1 майында 3 сәғәт 50 минутта 8-се гвардия армияһының команда пунктына вермахттың ҡоро ер ғәскәрҙәренең генераль штабы начальнигы, пехота генералы Кребс килешеү тураһында һөйләшеүҙәр алып барырға вәкил булараҡ килә. Әммә Иосиф Виссарионович Сталин быға рөхсәт бирмәй, тик бер һүҙһеҙ капитуляция тураһында ғына һөйләшеү алып барырға ҡуша. Немец командованиеһына ультиматум ҡуйыла: әгәр сәғәт 10-ға тиклем бер һүҙһеҙ капитуляцияға ризалыҡ бирелмәһә, совет ғәскәрҙәре емергес һөжүм башлаясаҡ. Яуап алмағас, совет ғәскәрҙәре 11 тула 20 минуттан Берлин уртаһында ҡалған оборона ҡалдыҡтарына көслө ут аса. Киске сәғәт 6-ла капитуляция талаптарының кире ҡағылыуы асыҡлана. Шунан һуң ҡаланың Империя канцелярияһы урынлашҡан үҙәк өлөшөнә һуңғы һөжүм башлана. 1 майҙан 2-һенә ҡараған төндә канцелярия өсөн һуғыш бара. Таңға барлыҡ бүлмәләрҙе лә совет һалдаттары биләй.
2 майҙа төнгө 2 тула 10 минуттан радионан шундай хәбәр алына: «Парламентёрҙарыбыҙҙы Бисмарк-штрасселағы күпергә ебәрәбеҙ. Хәрби хәрәкәттәрҙе туҡтатабыҙ». Һуңынан пропаганда министры урынбаҫары Ганс Фриче совет командалығынан радио аша Берлин гарнизонындағы немец ғәскәрҙәренә ҡаршылыҡты туҡтатыу тураһында мөрәжәғәт итергә рөхсәт һорай. Көндөҙгө сәғәт 3-кә Берлин гарнизоны (134 меңдән ашыу кеше) әсир төшә.
7 майҙа 3 тула 19 минутта Реймста бер ниндәй шарт ҡуймайынса капитуляциялау тураһында актҡа ҡул ҡуйыла. Немец Баш командалығы исеменән протоколға генерал Уолтер Смит ҡатнашлығында генерал Альфред Йодль, совет Баш командалығы яғынан генерал Иван Алексеевич Суслопаров һәм француз армияһынан шаһит булараҡ генерал Франсуа Севез ҡул ҡуя. Әммә генерал Суслопаровтың Германияның капитуляцияһы тураһындағы актҡа ҡул ҡуйырға Мәскәүҙән рөхсәте булмай, Советтар Союзы икенсе актҡа ҡул ҡуйыуға ныҡыша.
8 майҙа Үҙәк Европа буйынса төнгө 11 тула 17 минутта (Мәскәү ваҡыты менән төнгө 1 тула 17 минутта) вермахттың генерал-фельдмаршалы Вильгельм Кейт, шулай уҡ лютваффе вәкиле генерал-полковник Ганс-Юрген Штумпф менән Кригсмарине адмиралы Ганс Георг фон Фридебург, Карл Дёництан тейешле вәкәләтте алып, Германияның бер ниндәй шартһыҙ капитуляцияланыуы тураһында тағы бер актҡа ҡул ҡуя. Ул Мәскәү ваҡыты менән 9 майҙа теүәл төнгө сәғәт берҙә көсөнә инә.
Капитуляцияны ҡабул итеп, Советтар Союзы Германия менән солох килешеүе төҙөмәй, йәғни һуғыш хәлендә ҡала. Германия менән һуғыш юридик яҡтан 1955 йылдың 25 ғинуарында, СССР Юғары Советы Президиумы тарафынан тейешле ҡарар ҡабул ителгәндән һуң туҡтай.
Германия ставкаһының һуңғы хәбәре
үҙгәртергә9 майҙа совет ғәскәрҙәре ҡулы аҫтында булған Цоссендан Германия ставкаһы һуңғы хәбәрен бирә:
Из ставки гросс-адмирала Дёница
Верховное главнокомандование вооружённых сил сообщает:
В Восточной Пруссии германские войска во вторник до последней возможности удерживали устье Вислы и западную часть косы Фрише Нерунг. Особенно отличилась 7-я пехотная дивизия. За её образцовые действия командир дивизии генерал фон Заукен награждён дубовыми листьями с мечами и бриллиантами к Рыцарскому кресту Железного креста.
Главные силы нашей группы армий в Курляндии, в течение многих месяцев под командованием генерала пехоты Хильперта оказывавшие сильное сопротивление превосходящим советским танковым и пехотным соединениям и мужественно выдержавшие шесть крупных сражений, покрыли себя бессмертной славой. Эта группа армий отклонила любую преждевременную капитуляцию. Уцелевшие самолёты в образцовом порядке доставили на Запад раненых и отцов семейств. Офицеры и штабы остались со своими войсками. В полночь в соответствии с принятыми нами условиями любые военные действия и любые передвижения войск были прекращены.
Защитники Бреслау, которые в течение двух месяцев отбивали все советские атаки, после героического сопротивления в последний момент уступили превосходству противника.
На Юго-Восточном и Восточном фронтах все штабы главных соединений вплоть до Дрездена получили приказ прекратить огонь. Восстанию чехов почти во всей Богемии и Моравии удалось помешать выполнению условий капитуляции и нашим связям в этом районе. Сведений о группах армий Лёра, Рендулича и Шернера штаб верховного главнокомандования до сих пор ещё не получил.
Сражающиеся далеко от фатерланда защитники опорных пунктов на побережье Атлантического океана, войска в Норвегии и гарнизоны на островах Эгейского моря, соблюдая повиновение и дисциплину, поддержали честь германского солдата.
Итак, начиная с полуночи оружие на всех фронтах смолкло. По приказу гросс-адмирала вермахт прекратил ставшую бессмысленной борьбу. Тем самым закончилось почти шестилетнее героическое единоборство. Оно принесло нам великие победы, но и тяжёлые поражения. Германский вермахт под конец с почётом уступил огромному превосходству противника в силах. Германский солдат, верный своей присяге, отдавая себя до конца своему народу, свершил то, что не забудется в веках. Тыл до последнего момента поддерживал его изо всех своих сил, неся при этом тяжелейшие жертвы. Неповторимые свершения фронта и тыла найдут свою окончательную оценку в последующем справедливом приговоре истории.
Даже противник не сможет отказать в своём уважении славным деяниям и жертвам германских солдат на земле, на воде и в воздухе. Поэтому каждый солдат может честно и гордо выпустить из рук своё оружие и в эти тяжелейшие часы нашей истории храбро и уверенно обратиться к труду ради вечной жизни нашего народа.
В этот час вермахт чтит память своих погибших солдат. Погибшие обязывают нас к безоговорочной верности, повиновению и дисциплине по отношению к истекающей кровью многочисленных ран Родине.
Һуңғы ҡаршылыҡ нөктәләре
үҙгәртергәКапитуляция мәленә немецтар Францияның (Дюнкерк, Ла-Рошель, Лорьян) Атлантик яр буйын, Гернси, Джерси һәм башҡа уртауҙарҙы, Германияның төньяҡ өлөшөн, Үҙәк Европа террриторияһын (көньяҡ Германияның, Австрияның, Чехословакияның бер өлөшө), Путцигер-Нерунгтағы (Висла тамағы) Данцигтан көнсығыштараҡ һәм Латвия ССР-ы территорияһында Курляндия плацдармын, Грек архипелагы утрауҙарын, Дания һәм Норвегияның ҙур өлөшөн, Голландияның яр буйы территорияларының бер өлөшөн терәк пункты итеп тота. Совет фронты алдында торған Үҙәк Европалағы немец ғәскәрҙәре капитуляция тураһындағы бойороҡҡа буйһонмайынса, союздаштар яғына сығыу иҫәбе менән, көнбайышҡа табан сигенә башлай.
10 майҙа совет ғәскәрҙәре Путцигер-Нерунгта Хель ҡалаһында плацдарм яулай, 11 майҙа Курляндия улар контроленә күсә. 14 майҙа Үҙәк Европала көнбайышҡа сигенгән немец ғәскәрҙәрен эҙәрлекләү тамамлана. 9-нан 14 майға тиклем барлыҡ фронттарҙа ла совет ғәскәрҙәре тарафынан 1 миллиона 230 меңдән ашыу немец һалдаты һәм офицеры һәм 101 генерал әсиргә алына. 15 майҙа Совинформбюро барлыҡ фронттарҙа ла әсирҙәрҙе ҡабул итеү туҡтатылыуын хәбәр итә[9].
Байрам тарихы
үҙгәртергәСССР Юғары Советы Президиумының «9 майҙы Еңеү көнө тип иғлан итеү тураһында»ғы указы нигеҙендә байрам ителә[1].
9 май 1945 йыл
үҙгәртергә9 майҙа иртән Юғары Баш командующийҙың (Сталин Иосиф Виссарионович) 369-сы Указы донъя күрә[10]:
ПРИКАЗ
Верховного Главнокомандующего
По войскам Красной Армии
и Военно-Морскому Флоту8 мая 1945 года в Берлине представителями германского верховного командования подписан акт о безоговорочной капитуляции германских вооружённых сил.
Великая Отечественная война, которую вёл советский народ против немецко-фашистских захватчиков, победоносно завершена, Германия полностью разгромлена.
Товарищи красноармейцы, краснофлотцы, сержанты, старшины, офицеры армии и флота, генералы, адмиралы и маршалы, поздравляю вас с победоносным завершением Великой Отечественной войны.
В ознаменование полной победы над Германией сегодня, 9 мая, в День Победы, в 22 часа столица нашей Родины Москва от имени Родины салютует доблестным войскам Красной Армии, кораблям и частям Военно-Морского Флота, одержавшим эту блестящую победу, тридцатью артиллерийскими залпами из тысячи орудий.
Вечная слава героям, павшим в боях за свободу и независимость нашей Родины! Да здравствуют победоносные Красная Армия и Военно-Морской Флот!
Верховный Главнокомандующий Маршал Советского Союза И. Сталин
9 мая 1945 года
Бынан тыш, был көндә СССР Юғары Советы Президиумының «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалын булдырыу тураһында" Указы сыға[10].
1945 йылдың 9 майындағы тәүге байрам ҙур салют менән тамамлана. Совет халҡының хәтерендә ул оҙаҡ һаҡлана. Германияны еңеүҙең финал аккорды 1945 йылдың 24 июнендә үткән Еңеү парады була[10].
Сталин һәм Хрущёв заманында байрам
үҙгәртергә1948 йылға тиклем Еңеү көнө эш көнө булмай, әммә СССР Юғары Советы Президиумының 1947 йылдың 23 декабрендәге Указы менән ял көнө бөтөрөлә һәм уның урынына Яңы йыл ял көнө ителә.
Был аҙымға барырға нимә этәргес биргәндер — билдәһеҙ. Инициатива Сталиндан сыҡҡан тигән күҙаллау ғына бар, йәнәһе уға Еңеүҙе кәүҙәләндереүсе маршал Георгий Константинович Жуковтың популярлығы тыныслыҡ бирмәй[11]. Ике тиҫтә йылдан һуң, Леонид Ильич Брежнев осоронда, 1965 юбилей йылында ғына Еңеү көнө ҡабат ял көнөнә әйләндерелә[12][13].
Байрамдың хәҙерге атрибуттары бер көндә генә барлыҡҡа килмәгән. Мәҫәлән, һуғыштан һуңғы 20 йыл эсендә Еңеү парады бер тапҡыр — 1945 йылдың 24 июнендә генә үткәрелә. Артабанғы ике тиҫтә йылда байрам саралары бары тик салют менән генә сикләнә, әммә тотош ил, һуғыш юлын үткән ветерандар менән бергә, ял булмаһа ла, Еңеү көнөн байрам итә[14].
Иосиф Виссарионович Сталин заманында ла, Никита Сергеевич Хрущёв заманында ла байрам бер «трафарет» буйынса уҙғарыла: үҙәк гәзиттәрҙә байрам мәҡәләләре сыға, тантаналы кисәләр ойошторола, СССР-ҙың барлыҡ эре ҡалалларында 30 артиллерия залпынан торған салют бирелә. Айырма бары тик шунда ғына була: Хрущев осоронда фашланған Сталинлы ла, һуғышты үткән полководецтарҙы ла маҡтау булмай, сөнки Никита Сергеевич улар менән талашып бөтә[14].
Беренсе Еңеү юбилейы 1955 йылдың 9 майында ғәҙәти эш көнө була, ҡалаларҙа тантаналы йыйылыштар үтһә лә, парад ойошторолмай. Майҙандарҙа һәм парктарҙа халыҡ күпләп күңел асыу ойоштора. Бынан тыш, Мәскәүҙә, союздаш республикаларҙың баш ҡалаларында, герой ҡалаларҙа 30 артиллерия залпынан салют бирелә[15].
Артабанғы үҫеше
үҙгәртергәЕңеү көнө, Германияны тар-мар иткәндән һуң 20 йыл үткәс кенә, Бөйөк Октябрь социалистик революцияһы йыллығынан һуң икенсе дәүләт байрамына әйләнә. Леонид Ильич Брежнев 9 Май байрамына бөгөн дә дауам иткән өс әһәмиәтле өҫтәмә индерә[14]:
- Ҡыҙыл майҙанда хәрби парад үтә һәм Кремлдәге Съездар һарайында ҡабул итеү була;
- 9 Май ял көнө тип иғлан ителә;
- 1967 йылда Еңеү көнөндә Брежнев шәхсән Билдәһеҙ Һалдат ҡәберен аса.
Шунан башлап тантана киң ҡолас ала. 1975 йылдың 9 Майында Ҡыҙыл майҙанда парад үтә, Ленин мавзолейына һәм Билдәһеҙ Һалдат ҡәберенә сәскәләр һалына (35 минут), сәғәт 1-ҙә Мәскәү йәштәренең Ҡыҙыл майҙанда тантаналы манифестацияһы була (45 минут), сәғәт 3-тә — тантаналы ҡабул итеү, 18.50 — бер минут тынлыҡ, 21.00 — байрам салюты[14].
Бынан тыш, 60-сы йылдарҙа СССР-ҙың күп ҡалаларында үҙенсәлекле хәрби парадтар үтә башлай. Был көндә хәрби частар һәм хәрби училищелар тәрбиәләнеүселәре митингылар үткән һәм хәрби мемориалдарға, һуғышта һәләк булған яугирҙәр һәйкәлдәренә сәскәләр һалған урындарҙан марш менән уҙа[14].
Хәҙерге Рәсәйҙәге байрам
үҙгәртергәСССР тарҡалғандан һуң, Ҡыҙыл майҙанда 9 Майҙа хәрби парад 1995 юбилей йылына тиклем уҙғарылмай. Ул саҡта Мәскәүҙә ике парад үтә: Ҡыҙыл майҙанда һәм Поклонная горала (ғәскәр һәм хәрби техника ҡатнашлығында).
Шунан алып Ҡыҙыл майҙанда парад йыл һайын үтә, әммә тәүге йылдарҙа хәрби техника күрһәтелмәй. 2008 йылдан башлап хәрби техника һәм хәрби авиация ҡатнашлығында уҙғарыла. Еңеү көнөндә парад барлыҡ герой ҡалаларҙа, хәрби округтарҙа һәм Рәсәйҙең, БДБ илдәренең эре ҡалаларында үтә. Был көндә ветерандар осраша, Билдәһеҙ Һалдат ҡәберенә, хәрби дан һәм ҡаһарманлыҡ һәйкәлдәренә веноктар, сәскәләр һалына, байрам салюты атыла. 2012 йылда Томскиҙа беренсе тапҡыр «Үлемһеҙ полк» акцияһы уҙғарыла: унда ҡатнашыусылар, һуғышта ҡатнашҡан ата-әсәләренең, олатай-өләсәйҙәренең портреттарын тотоп, колонна булып үтә[16]. 2013 йылдан алып был традиция бөтөн Рәсәйгә һәм унан ситкә тарала, йылдан-йыл яңы ҡалалар һәм илдәр ҡушыла[17]. 2015 йылда унда Рәсәй буйынса барлығы 12 миллион кеше ҡатнаша[18]. Мәскәүҙә генә колонна менән 500 мең кеше[19], шул иҫәптән Рәсәй Президенты Владимир Владимирович Путин үтә][20].
- Айырым даталар
- 1995 — Еңеүҙең 50 йыллығы. Поклонная горала мемориаль комплекс һәм Манеж майҙанында маршал Георгий Константинович Жуковҡа һәйкәл асыу. Ҡыҙыл майҙанда ветерандарҙың һәм Поклонная горала хәрби техника парады.
- 2000 — Еңеүҙең 55 йыллығы. Ҡыҙыл майҙанда ветерандар парады.
- 2005 — Еңеүҙең 60 йыллығы. Парад ике өлөштән тора: тарихи һәм хәҙерге. Кульминация булып 2600 ветерандың "полуторка"ларҙа үтеүе була. "Георгий таҫмаһы"на старт бирелә.
- 2006 — Рәсәй Федерацияһы президенты Указы менән «Хәрби дан ҡалаһы» почетлы исем булдырыла.
- 2008 — Хәҙерге Рәсәйҙә Ҡыҙыл майҙандағы парадта беренсе тапҡыр ауыр хәрби техника ҡатнаша.
- 2010 — Еңеүҙең 65 йыллығы. Беренсе тапҡыр Бөтә Рәсәй Еңеү парады
үтә.
- 2015 — Еңеүҙең 70 йыллығы.
Элекке СССР дәүләттәрендә байрам
үҙгәртергәЕңеү көнө Бойондороҡһоҙ Дәүләттәр Берләшмәһенең барлыҡ территорияһында ла тиерлек: Әзербайжанда, Әрмәнстанда, Белоруссияла, Ҡаҙағстанда, Ҡырғыҙстанда, Молдавияла, Рәсәйҙә, Тажикстанда, Төркмәнстанда, Үзбәкстанда, шулай уҡ Грузияла, Абхазияның өлөшләтә танылған дәүләттәрендә[21] һәм Көньяҡ Осетияла[22]), танылмаған Донецк Халыҡ Республикаһында[23], Луганск Халыҡ Республикаһында[24], Таулы Ҡарабах Республикаһында[25], Приднестровьела байрам ителә һәм ял көнө булып тора.
Украина
үҙгәртергә1991 йылдан 2015 йылға тиклем Украинала Еңеү көнө рәсми рәүештә «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеү көнө» булараҡ билдәләнә. Әммә 2015 йылдың 9 апрелендә Юғары рада «1939—1945 йылдарҙағы Икенсе донъя һуғышында нацизмды еңеүҙе мәңгеләштереү тураһында» закон ҡабул итә[26], 9 майҙа уға президент ҡултамға һала, 21 майҙа ҡанун көсөнә инә[27][прим. 1].
Һөҙөмтәлә элекке байрам бөтөрөлә, хәҙер рәсми рәүештә 8 майҙа Хәтер һәм татыулыҡ көнө, 9 майҙа Икенсе донъя һуғышында нацизмды еңеү көнө билдәләнә[27][28]. Шулай уҡ Украинала илдә коммунизмды бөтөрөү сиктәрендә 2015 йылдан совет символикаһы[29], шул иҫәптән Еңеү байрағы ла тыйыла[30].
Шуны ла әйтергә кәрәк: Львовта коммунизмды бөтөрөү башланғанға тиклем 2010 һәм 2011 йылдарҙа Еңеү көнөн байрам иткәндә төрлө инциденттар күҙәтелә, «Азатлыҡ» активистары ветерандарға янай, совет флагтарын тапай һәм яндыра, Георгий таҫмаларын таҡҡан кешеләргә һөжүм итә[30].
Элекке СССР дәүләттәренән ситтә байрам
үҙгәртергәИзраилдә лә Еңеү көнөн байрам итәләр[31]. Был илдә 9 Май 2000 йылда Икенсе донъя һуғышы ветерандары һәм блокадала булғандар тураһында закон ҡабул итеүгә бәйле барлыҡҡа килә. Уны элекке СССР-ҙан килеүселәр дәүләт кимәлендәге байрам итеп таныуға өлгәшә[32]. Байрам парадтары Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары ҡатнашлығында үтә. Әлбиттә, уларҙың Германияны еңеүе Израилдә шунда уҡ булмаһа ла, һуңынан дәүләт кимәлендә танылыу таба[32][прим. 2].
Германия 8 майҙы Азат итеү көнө булараҡ билдәләй. Был дата дәүләт байрамы булмаһа ла, ҡағиҙә булараҡ, тотош илдә, бигерәк тә юбилей йылдарында, төрлө иҫтәлекле саралар үтә. Бынан тыш, Берлинда 9 майҙа Трептов-паркта саралар уҙғарыла, Азат итеүсе һалдат һәйкәленә сәскәләр һалына, халыҡ байрамы ойошторола, уларҙа, тәү сиратта, элекке СССР-ҙан күсеп килеүселәр ҡатнаша[33].
2007 йылдан Лондонда (Бөйөк Британия) йыл һайын Еңеү байрамы билдәләнә. Иғтибар үҙәгендә Бөйөк Британия төп роль уйнаған Төньяҡ конвойҙар тора. Байрам 9 Майҙа үтә һәм «Белфаст» крейсерының бортында (Темзаның көньяҡ ярында туҡталған музей) ойошоролған байрамдан ғибәрәт. Унда Британия һәм Рәсәй ветерандары, Британия короле ғаиләһе ағзалары, ике ил дипломаттары ҡатнаша. 2012 йылдан байрамды Король филармоник оркестрының сығышы аса һәм уның программаһына мотлаҡ П. И. Чайковскийҙың «1812 йыл» увертюраһы индерелә һәм ул башҡарылғанда крейсер пушкалары залп бирә[34].
1945—1989 йылдарҙа Болгария Халыҡ Республикаһы йыл һайын Еңеү көнөн байрам итә. 1989 йылдың 10 ноябренән һуң Еңеү көнө илдең рәсми дәүләт байрамдары исемлегенән төшөп ҡала. шуға ҡарамаҫтан, русофил, һул сәйәси партиялар ағзалары һәм православие, славян үҙаңы үҫешкән болгарҙар йыл һайын был байрамды билдәләмәй ҡалмай[35]. 2005 йылдан Еңеү көнөн билдәләүсе болгарҙар Георгий таҫмаларын таға[36].
Еңеү көнө наградалары
үҙгәртергәСоветтар Союзы
үҙгәртергәРәсәй
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 50 йыл» юбилей миҙалы | |
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы | |
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы | |
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы |
Украина
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл» миҙалы (Украина) | |
Хата: рәсем асылмай йәки юҡ. |
«Нацизмды Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы |
Ҡаҙағстан
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙа Еңеүгә 60 йыл» миҙалы (Ҡаҙағстан) |
Еңеү көнө мәҙәниәттә
үҙгәртергәМузыка
үҙгәртергәТелевидение
үҙгәртергәФилателия
үҙгәртергә-
Еңеүҙең 65 йыллығына почта блогы. Әзербайжан, 2010
Еңеү көнө рус православие сиркәүендә
үҙгәртергә1945 йылдың Пасха мөрәжәғәтендә Мәскәү һәм Бөтә Русь патриархы Алексий I түбәндәгеләрҙе яҙа[37]:
Пасхальная радость Воскресения Христова соединяется ныне с светлой надеждой на близкую победу правды и света над неправдой и тьмой германского фашизма, который на наших глазах сокрушается соединённой силою наших доблестных войск и войск наших союзников.
Свету и силе Христовой не возмогли противиться и препятствовать тёмные силы фашизма, и Божие всемогущество явилось над мнимой силой человеческой.
Ғибәҙәт үҙенсәлектәре
үҙгәртергә26 апрель (9 май), Еңеү көнөндә Рус Православие сиркәүе һәләк булған яугирҙәрҙе иҫкә алыуҙы — һәләк булыусыларҙы билдәле дата менән айырым иҫкә алыу көнөн үткәрә. Литургиянан һуң ҡорамдарҙа йыназа уҡыла[38]. Йыл һайын Еңеү көнөндә «дин, Ватан һәм халыҡ өсөн ғүмерен биргән һәм 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында яфаланып һәләк булғандарҙы» иҫкә алыу Рус Православие сиркәүенең Архиерей Соборы тарафынан 1994 йылда булдырыла[39].
2010 йылда Еңеү көнө алдынан Мәскәү һәм Бөтә Русь Патриархы Кирилл барлыҡ Рус православие сиркәүҙәрендә «Ватаныбыҙ үҙ тарихында күрмәгән, халҡыбыҙҙы ҡурҡыныс, үлемесле дошмандан, хәүефтән азат итеүҙе иҫкә алып ғибәҙәт ҡылыуға» фатиха бирә. Патриарх, бының өсөн рус армияһының Наполеонды еңеүе хөрмәтенә изге Филарет Московскийҙың аятын нигеҙ итеп алып, махсус аят төҙөй[40].
Ваҡиғаларҙы баһалау
үҙгәртергәЕңеү темаһын дауам итеп, Патриарх Кирилл уның «Илаһи көс ҡатнашлығында тормошҡа ашырылыуын» онотмаҫҡа кәрәклеген, һуғыштың Аллаһы Тәғәләнең һынауы булыуын һәм тәүбә итергә кәрәклеген дә билдәләй[40]:
И в ответ Господь совершит чудеса, как он совершил чудо спасения Москвы и избавления страны нашей и всей Европы.— Интерфакс. Патриарх Кирилл написал специальную молитву для Дня Победы[40]
Патриарх Кирилл әйтеүенсә, Филарет Московский заманында (йәғни XIX быуатта) Рус сиркәүе Наполеон армияһының баҫҡынсылығын тотош халыҡтың «гонаһы өсөн яза» тип ҡабул итә. Ул шулай уҡ бер йыл элек, 2009 йылда, Еңеүҙе кешеләрҙең гонаһы өсөн ауыр һынауҙан һуң бирелгән Аллаһ шәфҡәте итеп ҡабул итергә саҡырған була һәм донъяуи матбуғат журналистарының был тезисҡа тәнҡит күҙлегенән ҡарауын таный[40].
Бөйөк Ватан һуғышының гонаһтар өсөн яза булыуы тураһында фекерҙәр быға тиклем дә яңғырай. Атап әйткәндә, архимандрит[прим. 3] Кирилл (Павлов) 1990 йылдар уртаһында, Аллаһы Тәғәләне онотоп, динде бөтөрөргә һәм тулы дәһрилек урынлаштырырға тырышҡан өсөн «бөйөк һәм ҡурҡыныс Ватан һуғышы, әлбиттә, Аллаһ язаһы» тип белдерә[41][42].
Господь провидел эти вражеские планы, и чтобы не попустить их осуществление, Господь попустил войну. Не случайно.— Архимандрит Кирилл (Павлов). Я шел с Евангелием и не боялся…[41][42]
Комментарийҙар
үҙгәртергә- ↑ Украина президентының 1997 йылдың 10 июнендәге «Норматив-хоҡуҡи акттарҙы халыҡҡа рәсми еткереү һәм уларҙың көсөнә инеү тәртибе тураһында» 503/97 һанлы Указына ярашлы, закон рәсми баҫылып сыҡҡандың икенсе көнөнә көсөнә инә
- ↑ В частности, министр абсорбции Израиля Софа Ландвер в 2013 году отметила: «сейчас впервые в Израиле осознали, что без той роли, которую эти люди сыграли в разгроме гитлеровской Германии, не было бы, наверное, и нашего еврейского государства» (см. цитируемый источник 2015 йыл 18 май архивланған.).
- ↑ В отдельных источниках упоминается как схиархимандрит.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ 1,0 1,1 Указ Президиума Верховного Совета СССР от 8 мая 1945 г. «Об объявлении 9 мая Праздником Победы» . Дата обращения: 10 апрель 2015.
- ↑ Берлинская операция 1945 — Ҙур совет энциклопедияһында мәҡәлә
- ↑ Россия и СССР в войнах XX века. Потери вооружённых сил . Дата обращения: 10 апрель 2015.
- ↑ «За Берлин» в Учительской газете . Дата обращения: 2014. 2008 йыл 3 май архивланған.
- ↑ Также существуют альтернативные версии того, кто же на самом деле водрузил советский флаг над рейхстагом.
- ↑ ЦАМО, ф. 136 АПАБр., оп. 1, д. 1, л. 1, 9, 12
- ↑ Егоров и Кантария были не первыми // Аргументы и факты : газета. — 2003. — № 19 (1176) от 7 мая.
- ↑ Лев Корсунский. Сколько знамен у победы? // Русский базар : газета. — New York, 2002. — № 19 (315).
- ↑ Сводка Совинформбюро за 15 мая 1945 года 2007 йыл 24 август архивланған.
- ↑ 10,0 10,1 10,2 Татьяна Воронцова. Юбилеи Победы 2015 йыл 21 май архивланған. // Проект «Уроки истории. XX век», 26 мая 2009 г.
- ↑ Николай Жуков. Две победы // Газета «Обзор»: Новости Литвы.
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 26 апреля 1965 г. № 3478-VI «Об объявлении 9 мая нерабочим днём»
- ↑ Указ Президиума Верховного Совета СССР от 26 апреля 1965 г. № 3479-VI «О признании утратившей силу статьи 1 Указа Президиума Верховного Совета СССР от 23 декабря 1947 г.»
- ↑ 14,0 14,1 14,2 14,3 14,4 Денис Бабиченко. Эти дни Победы . Итоги, № 19/465 (10 май 2005). 2019 йыл 19 декабрь архивланған.
- ↑ «Этот День Победы»: когда 9 мая стало выходным и как отмечали праздник в СССР и России, страница 2 // ТАСС.
- ↑ Бессмертный полк . Дата обращения: 10 апрель 2015.
- ↑ Акция «Бессмертный полк» пройдет 9 мая в 800 городах 12 стран мира // «РИА Новости», 2 апреля 2015 г.
- ↑ В шествии «Бессмертного полка» участвовали 12 миллионов россиян // РИА Новости, 9 мая 2015 г.
- ↑ Что увидел и чего не увидел Запад в День Победы // РИА Новости, 12 мая 2015 г.
- ↑ Путин с портретом отца-фронтовика присоединился к шествию «Бессмертного полка» // ТАСС, 9 мая.
- ↑ Государственные праздники Республики Абхазия . Дата обращения: 2014. 2012 йыл 18 март архивланған.
- ↑ В Южной Осетии утверждён календарь праздничных дней и памятных дат . Дата обращения: 2014.
- ↑ Указ главы Донецкой Народной Республики «О праздниках в Донецкой Народной Республике» 2015 йыл 23 февраль архивланған.
- ↑ День Победы 9 мая в ЛНР объявлен государственным праздником // ТАСС, 27 апреля 2015 г.
- ↑ Праздники и памятные даты НКР
- ↑ Текст закона
- ↑ 27,0 27,1 Закон України «Про увічнення перемоги над нацизмом у Другій світовій війні 1939—1945 років» // Голос України: газета Верховної Ради України. — 2015. — № 87.
- ↑ В Украине отменили «Великую Отечественную войну» // «Вести-Репортёр», 9 апреля 2015 г.
- ↑ Порошенко велел отказаться от понятия «Великая Отечественная война» // Взгляд (интернет-газета), 15 мая 2015 г.
- ↑ 30,0 30,1 День без Победы — Как Киев борется с праздником 9 Мая // Lenta.ru, 8 мая 2016 г.
- ↑ В Израиле отмечают День Победы // «Первый канал», официальный сайт, 9 мая 2012, Среда, 09:22.
- ↑ 32,0 32,1 Эла Котлер. (Израиль)Израиль отмечает День Победы над нацистской Германией 2015 йыл 18 май архивланған. // Международное французское радио, 9 мая 2013 г.
- ↑ Gedenken am «Tag des Sieges» — Tausende Menschen am Ehrenmal in Treptow 2016 йыл 2 ноябрь архивланған. (нем.)
- ↑ увертюры «1812 Год» П. И. Чайковского
- ↑ Росица Младенова. 9 МАЙ- ДЕН НА ПОБЕДАТА, ДЕН НА ПОЧИТ КЪМ ЗАГИНАЛИТЕ ЗА ОТЕЧЕСТВОТО (болг.). Национальное движение «Русофилы» (Болгария) (12 май 2014). Дата обращения: 15 октябрь 2015.
- ↑ Мирослав Ганчев. Георгиевска лента – символ на Победата (болг.). Национальное движение «Русофилы» (Болгария) (4 май 2015). Дата обращения: 15 октябрь 2015.
- ↑ БОЖИЕЮ МИЛОСТИЮ СМИРЕННЫЙ АЛЕКСИЙ, ПАТРИАРХ МОСКОВСКИЙ И ВСЕЯ РУСИ ПРЕОСВЯЩЕННЫМ АРХИПАСТЫРЯМ, ПАСТЫРЯМ И ВЕРНЫМ ЧАДАМ ПРАВОСЛАВНОЙ РУССКОЙ ЦЕРКВИ(недоступная ссылка) // Журнал Московской Патриархии, № 5, май 1945 г.
- ↑ Елизавета Киктенко. Родительские субботы // «Фома», журнал.
- ↑ Месяцеслов, 26 апреля по старому стилю / 9 мая по новому стилю 2015 йыл 18 май архивланған. // Русская Православная Церковь. Православный календарь на 2016 год.
- ↑ 40,0 40,1 40,2 40,3 Патриарх Кирилл написал специальную молитву для Дня Победы // Интерфакс, новости, 6 мая 2010 года, 12:42.
- ↑ 41,0 41,1 Проповеди схиархимандрита Кирилла (Павлова) // «Азбука веры», портал.
- ↑ 42,0 42,1 Архимандрит Кирилл (Павлов). Проповеди 2011 йыл 24 июль архивланған. // Православие и современность. Информационно-аналитический портал Саратовской епархии Русской Православной Церкви.
Был мәҡәлә башҡорт Википедияһының һайланған мәҡәләләре исемлегенә керә. |