Википедия:Һайланған мәҡәләләр/Талаптар

Мәҡәләгә талаптар үҙгәртергә

Был ҡағиҙәләр һайланған мәҡәлә өсөн минималь талаптар ҡуя. Мәҡәлә, түбәндәге талаптарҙың берәүһенә генә ярашлы булмаһа ла, «һайланған» статусын алмай.

  • Күсереп алынмаған һәм үҙенсәлекле (Википедия талаптары буйынса һәм Википедия өсөн яҙылған).
  • Төп тема тулыһынса асылған.
  • Күләме 30 кб-тан кәм түгел.
  • Авторҙың үҙенсәлекле тикшереүҙәре, дөрөҫ булмаған һәм тикшерелмәгән мәғлүмәттәр юҡ һәм бәйән итеү битараф ҡарашлы (нейтраль) нигеҙҙә.
  • Эстәлеген асыусы (3-4 юллыҡ) инеш булыуы мотлаҡ.
  • Күренеп торған хаталар һәм яңылышыуҙар юҡ.
  • Яҙылып бөткән менән бергә яҙылып бөтмәгән бүлектәре булмаҫҡа тейеш.
  • Һайланған мәҡәләгә үрләтелгән ваҡытта мәҡәләлә төҙәтеүҙән һаҡланған биттәр һәм үҙгәртеүҙәр булырға тейеш түгел, тотроҡло, уртаҡ фекерҙәр булырға тейеш.
  • Категориялар һәм интервики ҡуйылған.
  • Тема буйынса интернет мөмкинлектәренә һылтанма булырға тейеш.
  • Файҙаланылған рәсемдәрҙең лицензия статусы булырға тейеш. Fair-use рәсемдәрен файҙаланыу нигеҙләнгән һәм намыҫлылыҡ критерийенә тура килергә тейеш.
  • Бөтә урында ла авторитетлы сығанаҡҡа һылтанма булырға тейеш.

Бынан тыш, мотлаҡ булыуы талап ителмәй:

  • Тема буйынса әҙәбиәт исемлеге.
  • Бер йәки бер нисә иллюстрация булыуы яҡшы, әммә мотлаҡ түгел.