Э́рих Эрнст Па́уль Хо́неккер (нем. Erich Ernst Paul Honecker; 1912 йыл, 25 август, Нойнкирхен — 1994 йыл, 29 май, Сантьяго-де-Чили) — һул яҡ Германия дәүләт һәм сәйәсәт эшмәкәре . 18 йыл буйы Германия Демократик Республикаһының иң юғары дәүләт һәм партия вазифаларында эшләй. 1971 йылдың 3 майынан 1989 йылдың 18 октябренә тиклем Германия социалистик берҙәм партияһы Үҙәк комитетының ( СЕПГ) беренсе (һуңыраҡ Генераль) секретары. Ике тапҡыр ГДР Геройы (1982, 1987), ГДР-ҙың Хеҙмәт Геройы (1962), Советтар Союзы Геройы (1982).

Эрих Хонеккер
нем. Erich Honecker
Рәсем
Ҡултамға
Зат ир-ат[1]
Гражданлыҡ  Саар[d]
 Германия Демократик Республикаһы
 Германия
Тыуған ваҡыттағы исеме нем. Erich Ernst Paul Honecker
Тыуған көнө 25 август 1912({{padleft:1912|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:25|2|0}})[1][2][3][…]
Тыуған урыны Нойнкирхен[d], Отвайлер[d], Рейнская провинция[d], Пруссия, Германия империяһы[1]
Вафат булған көнө 29 май 1994({{padleft:1994|4|0}}-{{padleft:5|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})[1][2][3][…] (81 йәш)
Вафат булған урыны Ла-Рейна[d], Сантьяго[d], Сантьяго, ba
Үлем төрө тәбиғи үлем[d]
Үлем сәбәбе массовый голод[d]
Ерләнгән урыны Общее кладбище Сантьяго[d]
Сантьяго
Хәләл ефете Эдит Бауман[d], Маргот Хонеккер[d] һәм Charlotte Schanuel[d][4]
Балалары Соня Хонеккер[d] һәм Эрика Вильдау[d]
Туған тел Немец теле
Место содержания под стражей Моабитская тюрьма[d]
Һөнәр төрө сәйәсмән, автобиограф, боец сопротивления
Биләгән вазифаһы член Народной палаты ГДР[d] һәм председатель Государственного совета ГДР[d]
Уҡыу йорто Международная ленинская школа[d]
Сәйәси фирҡә ағзаһы Германия коммунистар партияһы һәм Германияның берҙәм социалистик партияһы
Ойошма ағзаһы Центральный комитет СЕПГ[d] һәм Q113369294?[5]
Сәйәси идеология коммунизм
Йоғонто яһаусы Карл Маркс, Ленин Владимир Ильич, Сталин Иосиф Виссарионович һәм Брежнев Леонид Ильич
Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре
 Эрих Хонеккер Викимилектә

Икенсе донъя һуғышына тиклем Эрих Хонеккер Германия коммунистар партияһының яуаплы хеҙмәткәре була һәм национал-социалистар суды тарафынан ун йылға иркенән мәхрүм ителә . Хонеккер Азат немец йәштәре союзына (FDJ) нигеҙ һала һәм 1946—1955 йылдарҙа был ойошманың рәйесе була.Ул- Германия социалистик берҙәм партияһының хәүфһеҙлек буйынса секретары вазифаһында Берлин стенаһын төҙөүҙе ойоштороусыларҙың береһе һәм был стенаны- Германияның ике өлөшкә бүлеп торған сикте законһыҙ аша сығыусыларға ҡаршы ҡорал ҡулланған өсөн яуаплылыҡ уның иңенә төшә. Бик оҙаҡ ваҡыт Германия социалистик берҙәм партия Үҙәк Комитетының Генераль секретары , ГДР Дәүләт Советы рәйесе һәм ГДР оборонаһының милли советы рәйесе вазифаларында эшләй. Эрих Хонеккерҙың эшмәкәрлегендә иң ҙур ҡаҙаныштарының береһе — ГДР-ҙың халыҡ-ара кимәлдә танылыуы һәм 1973 йылда Берләшкән Милләттәр Ойошмаһына ағза итеп алыныуы.

1980 йылдар аҙағында иҡтисади хәл һәм Советтар Союзы етәкселеге менән мөнәсәбәттәр насарая, ГДР-ҙағы эске сәйәси хәл ҡырҡыулаша башлай . Хонеккер Михаил Горбачёвтың СССР-ҙа һәм башҡа Варшава Килешеүе Ойошмаһына ингән илдәрҙә үткәргән « үҙгәртеп ҡороу» сәйәсәте менән ризалашмай. 1987 йылдың сентябрь айында Хонеккер Германия Федератив Республикаһында эшлекле сәфәрҙә була, уны шул саҡтағы ГФР-ҙың баш ҡалаһы Боннда федераль канцлер Гельмут Коль рәсми шарттарҙа ҡабул итә[6].

1989 йылдың 7 октябрендә Михаил Горбачев ГДР-ҙың 40 йыллығы менән бәйле байрамда ҡатнашыу өсөн Берлинға килә һәм Республика һарайында СССР-ҙың «яңыса фекерләү сәйәсәте» принциптарына нигеҙләнгән яңы тышҡы сәйәсәте менән таныштыра. Был Хонеккер өсөн көтөлмәгән хәл була. ГДР-ҙа үҙәртеүҙәр талап иткән халыҡ урамдарға сыға. 18 октябрендә Германия социалистик берҙәм партияһы Үҙәк комитеты Политбюроһы талабы буйынса Эрих Хонеккер вазифаһынан бушатыла. 1989-1990 йылдарҙа Германияның ике өлөшө ҡайтанан берләшә. ГДР халҡы ике өлөш тиң хоҡуҡлы булып берләшә тип иҫәпләһә лә, ГДР территорияһы ысынында ГФР-ға ҡушып ҡуйыла. Был, Советтар Союзында күптәр фекеренсә, ул саҡтағы совет етәкселегенең иң ҙур хаталарының береһе тип иҫәпләнә. Элекке ГДР граждандарынан бик күптәр СССР ошо ауыр тарихи осорҙа ГДР-ҙы- үҙенең иң яҡын союздашын ярҙамһыҙ ҡалдырҙы, тип иҫәпләй һәм бының өсөн М.С.Горбачев яуаплы тип уйлай.

1992 йылда Берлинда Эрих Хонеккер ГДР территорияһында кеше хоҡуҡтарын боҙған өсөн хөкөмгә тарттырыла, ләкин Хонеккер ҡаты сирле булыуы сәбәпле процесс туҡтатыла . Хонеккер Чилиҙа йәшәгән ғаиләһе янына китә, 1994 йылдың май айында вафат була.

Биография

үҙгәртергә

Балалыҡ һәм йәшлек осоро

үҙгәртергә

Эрихтың атаһы шахтер Вильгельм Хонеккер (1881—1969) 1905 йылда Каролина Катарина Вайденхофҡа өйләнә (1883—1963). Ғаиләлә алты бала була: Катарина (Кете, 1906—1925), Вильгельм (Вилли, 1907—1944, Чоплены, Молдавияла һәләк була), Фрида (1909—1974), Эрих, Гертруда (1917—2010, ире фамилияһы Гопштедтер) һәм Карл-Роберт (1923—1947).

 
Родительский дом Эриха Хонеккера по улице Кухенбергштрассе в Нойнкирхене

Эрих Хонеккер Нойнкирхен ҡалаһында (Саар), Макс-Браун-штрассе урамында тыуған, оҙаҡламай ғаилә Вибельскирхен районына, Вильгельмдың атаһынан ҡалған өйгә күсә (Кухенбергштрассе, 88).

Беренсе донъя һуғышы ваҡытында Вильгельм Хонеккер Килдә матрос булып хеҙмәт итә. Киль матростары Германиялағы 1918 йылғы революцияны башлап ебәреүселәр тип иҫәпләнә. Вильгельм Хонеккер Германияның бойондороҡһоҙ социал-демократик партияһына , һуңыраҡ ул Германия коммунистар партияһына инә. 1920-1930 йылдар башында Германияла коммунистар һәм социал-демократтарҙың йоғонтоһо көслө була.

1922 йылдың йәйендә ун йәшлек Эрих Хонеккер Вибельскирхендәге балалар коммунистик төркөмөнә ҡушыла, 14 йәштә Германия Коммунистик йәштәр союзына алына. 1928 йылда Эрих Хонеккер урындағы комсомол ойошмаһы ячейкаһы етәксеһе итеп һайлана. 1930 йылда 17 йәшлек Хонеккер Германия коммунистар партияһы (1918) ағзаһы булып китә.

Мәктәпте тамамлағандан һуң Эрих Хонеккер ике йыл Померанияла крәҫтиән хужалығында ялланып эшләй. 1928 йылда Вибельскирхенға ҡайта, туған тейеш кешелә түбә ябыусы һөнәрен үҙләштерә башлай, 1930 йылда комсомол путевкаһы буйынса СССР-ға уҡырға китә (Мәскәү, Халыҡ-ара Ленин мәктәбе). Интернациональ эшселәр бригадаһы составында Магнитогорск металлургия комбинатын төҙөүҙә ҡатнаша[7].

Сәйәси эшмәкәрлеге башы һәм национал-социализмға ҡаршы көрәше

үҙгәртергә

1930 йылдан Хонеккер коммунистар партияһы ағзаһы була. Уның сәйәсәттәге остазы - һуңыраҡ Германия коммунистар партияһынан бундестагҡа депутат булып һайланасаҡ Отто Нибергаль. Мәскәүҙән ҡайтҡас, Хонеккер ул саҡта Милләттәр Лигаһы ҡулындағы Саар өлкәһендә (Франция сигендә) округ комсомол ойошмаһының етәксеһе итеп һайлана . Национал-социалистар партияһы власҡа килгәс, Германия коммунистар партияһы легаль булмаған хәлдә эш итә, тик Саар өлкәһе Германия составына инмәгәнлектән, Хонеккер Германияла бер аҙ ваҡыт төрмәлә ултырғандан һуң, иреккә сыға. 1934 йылда ул Саарға ҡайта һәм Иоганнес Гофман менән бергә Саар өлкәһенең Германия составына инеүенә ҡаршы эш алып бара. 1934—1935 йылдарҙа Хонеккер фашизмға ҡаршы көрәшә, ул саҡта ГКП, һуңыраҡ Германия социал-демократик партияһы ағзаһы Герберт Венер менән тығыҙ хеҙмәттәшлек итә. 1935 йылдың 13 ғинуарында Саар өлкәһендә үткән плебисцит һөҙөмтәһе буйынса, Саар Германияға ҡушыла, Хонеккерға Францияға ҡасырға тура килә.

Мартен Тяден исеменә документтар менән 1935 йылдың 28 сентябрендә Эрих Хонеккер Берлинға китап баҫыу станогын алып килә, яңынан фашизмға ҡаршы көрәш башлай. 1935 йылдың декабрендә Хонеккерҙы гестапо (йәшерен дәүләт полицияһы-Geheime Staatspolizei, «тайная государственная полиция») ҡулға ала, судҡа тиклем ул Берлиндағы Моабит төрмәһендә ултыра. 1937 йылдың июнендә суд Хонеккерҙы ун йылға иркенән мәхрүм итә. Хонеккер иң ҡаты тәртип булдырылған Бранденбург каторга төрмәһендә 1945 йылға тиклем ултыра. 1945 йылдың яҙында яҡшы тәртибе өсөн Хонеккер Берлиндағы ҡатын-ҡыҙҙар төрмәһенә (Барнимштрассе урамы) төҙөлөшкә эшкә ебәрелә. 1945 йылдың 6 мартында авиация һөжүме ваҡытында Хонеккер ҡаса һәм төрмәлә эшләгән бер ҡатын (надзиратель) фатирында йәшенә. Бер нисә көндән уның кәңәше буйынса Хонеккер төрмәгә ҡайта. Надзиратель ҡатын менән төҙөлөш командаһы начальнигы был хәлде гестапоға еткермәй, Хонеккерҙы Бранденбург төрмәһенә кире ҡайтаралар. 27 апрелдә төрмәне Ҡыҙыл Армия азат иткәндән һуң, Хонеккер Берлинға китә. Төрмәләге иптәштәренә әйтмәй ҡасыуы, Берлинда юҡҡа сығыуы, кире килеүе, төрмә хеҙмәткәре ҡатын менән сыуалыуы, азат ителгәс тә башҡа коммунистар менән бергә Берлинға китмәүе Хонеккерҙың партия һәм төрмә буйынса иптәштәре менән үҙ-ара мөнәсәбәтен боҙа, ҡатмарлаштыра[8]. Һуңыраҡ Хонеккер был ваҡиғалар тураһында икенсе төрлөрәк итеп һөйләй.[9].

Башҡорт АССР-ына килгән сағында Эрих Хонеккер Бранденбург төрмәһендәге тотҡондарҙы (Герден тигән урында) 1945 йылдың 28 апрелендә (Европала 27.04) 16-сы гвардия кавалерия дивизияһы (элекке 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы ) 62-се гвардия кавалерия полкы һалдаттары азат иткәнен һөйләй .[10].

 
1945 й. Бранденбург төрмәһенән антифашистарҙы азат итеүселәргә рәхмәт һүҙҙәре яҙылған таҡтаташ

Һуғыштан һуң

үҙгәртергә
 
Хонеккер на встрече молодёжи трёх стран. Циттау. 1950

Һуғыштан уң Хонеккер Германия коммунистар партияһының йәштәр эше буйынса секретары һәм Антифашист йәштәр комитетының Үҙәк комитеты рәйесе итеп тәғәйенләнә. 1945 йылдың майында СССР-ҙан тәүге Вальтер Ульбрихт төркөмө (эмигрант- коммунистар) менән ҡайтҡан Ганс Мале Хонеккер менән таныша һәм уны был төркөм эшенә йәлеп итә. Вальдемар Шмидт Хонеккерҙы Вальтер Ульбрихт менән таныштыра . Йәйгә тиклем Хонеккерҙы ары ниндәй эшкә йәлеп итеү тураһында ҡарар ҡабул ителмәй тора, сөнки уның партия линияһы буйынса ҡаты шелтәһе була- 1945 йылдың яҙындағы төрмәнән ҡасыуы көрәштәштәре тарафынан партия дисциплинаһын боҙоу итеп ҡабул ителә.[11]. 1946 йылда Хонеккер Азат немец йәштәре союзын ( FDJ) булдырыу менән шөғөлләнә, уны был ойошманың рәйесе итеп һайлайҙар һәм ошо вазифала ул 1955 йылға тиклем эшләй. Ҡайһы бер сығанаҡтарҙа әйтелгәнсә, СССР етәкселеге баҫымы аҫтында Германия социал-демократик парияһы менән Германия коммунистар партияһы берләшкәндән һуң, Хонеккер 1946 йылдың апреленән башлап, Германия социалистик берҙәм партияһы ағзаһы була.

ГДР- ҙа карьераһы

үҙгәртергә
 
Эрих Хонеккер и Л. И. Брежнев
 
Эрих Хонеккер поздравляет Эриха Мильке по случаю 30-летия Министерства государственной безопасности ГДР

1949 йылдың 23 майында көнбайыш оккупацион зонала СССР-ҙың элекке союздаштары Германияны берҙәм ил итеп һаҡлау тураһындағы Ялта һәм Потсдам килешеүҙәрен боҙоп, Германия Федератив Республикаһын нигеҙләүгә ризалыҡ бирә [12][13]  .

1949 йылдың 7 октябрендә Германия Демократик Республикаһы иғлан ителә, Эрих Хонеккерҙың сәйәси карьераһы бик тиҙ үҫә башлай. Германия йәштәр азат союзы етәксеһе вазифаһында ул 1950 йылдан башлап, Берлинда өс тапҡыр Германия йәштәр фестивале ойоштора. Тәүге фестивалдән һуң Германия социалистик берҙәм партия Үҙәк комитеты ағзаһы итеп һайлана. Хонеккер йәштәр араһында дини хәрәкәткә ҡаршы була.

1953 йылда И.В.Сталин вафатынан һуң, башҡа Көнсығыш Европа илдәрендәге кеүек үк , ГДР-ҙа халыҡ иҡтисади сәйәсәтте үҙгәртеүҙе талап итеп, төрлө акциялар ойоштора башлай. ГДР-ҙағы 1953 йылдың 17 июнендәге халыҡ күтәрелешенән һуң Хонеккер Герман Матерн менән бергә партия ағзалары араһында барған дискуссияла Вальтер Ульбрихт яҡлы була, ә Политбюро ағзаларының күбеһе Рудольф Гернштадт етәкселегендә уны вазифаһынан алырға тырыша. 1955 йылдың 27 майында Эрих Хонеккер йәштәр союзы етәксеһе вазифаһын Карл Намокелгә тапшыра. 1955—1957 йылдарҙа Эрих Хонеккер Мәскәүҙә КПСС Үҙәк комитеты янындағы Юғары партия мәктәбендә уҡый, КПСС-тың XX съезында Н. С. Хрущёвтың И. В. Сталиндың шәхес культын тәнҡитләгән докладын тыңлай.

ГДР–ға ҡайтҡас, Эрих Хонеккер 1958 йылда Германия социалистик берҙәм партияһы Политбюроһы ағзаһы итеп һайлана һәм хәүфһеҙлек өсөн яуаплы вазифала эшләй. 1960 йылда Хонеккер ГДР Милли оборона советына индерелә. ГСБП Үҙәк комитетының хәүфһеҙлек буйынса секретары булараҡ, Хонеккер 1961 йылдың авгусында Берлин стенаһын төҙөтөүҙе ойоштороусылар рәтендә була[14].

Генераль секретарь вазифаһында

үҙгәртергә
 
Эрих Хонеккер на возложении венков Воину-освободителю. Трептов-парк, 8 мая 1982

Вальтер Ульбрихт яңы планлаштырыу һәм етәкселек итеү иҡтисади системаһында иҡтисади сәйәсәткә өҫтөнлөк бирһә, Эрих Хонеккер төп бурыс итеп, « иҡтисади һәм социаль сәйәсәттең берлеген» иҫәпләй. Л. И. Брежневтың ярҙамы менән Хонеккер һәм уның яҡлылар1971 йыл 3 майында Вальтер Ульбрихтты вазиафаһынан бушатыуға ирешә, Хонеккер Германия социалистик берҙәм партияның Үҙәк комитеты беренсе секретары (1976 йылдан — генераль секретары) итеп һайлана. Ил менән етәкселек алмашыныу иҡтисадтағы проблемалар, производство предприятиелары хеҙмәтсәндәренең ризаһыҙлығы менән дә бәйле була.[15]. 1971 йылда Хонеккер Ульбрихт урынына ГДР-ҙың Милли оборона советы рәйесе итеп тә тәғәйенләнә , 1976 йылдың 29 октябрендә ГДР-ҙың Халыҡ палатаһы Хонеккерҙы ГДР-ҙың Дәүләт советы рәйесе вазифаһына һайлай. Дәүләт советының элекке рәйесе Вилли Штоф (1973 – 1976) кире ГДР-ҙың Министрҙар советы (хөкүмәт) рәйесе итеп тәғәйенләнә. Эрих Хонеккер ГДР- ҙағы иң юғары вазифаларҙы биләй. Ошо ваҡыттан алып, Хонеккер Үҙәк комитеттың иҡтисади мәсьәләләр буйынса секретары Гюнтер Миттаг һәм ГДР-ҙың дәүләт хәүфһеҙлеге министры Эрих Мильке менән берлектә ил өсөн иң мөһим ҡарарҙарҙы ҡабул итә башлай. 1989 йылға тиклем ГДР-ҙа власть 520 кешенән торған дәүләт һәм партия чиновниктары ҡулында ҡала , тип иҫәпләнә [16]. Хонеккер, Миттаг һәм Мильке ҡулында ГДР-ҙа бик ҙур власть була, тарихсы Забров Хонеккерҙы хата «диктатор» тип тә атай[17]. Хонеккер граждандарҙың мөрәжәғәттәренә һәр саҡ бик тиҙ яуап бирә, саралар күрә, шуның өсөн Забров « мәғрифәтле абсолютизм» менән сағыштырып, уны « үҙ дәүләтенең юғары ҡайғыртыусыһы» тип атай. Был осорҙа ГДР-ҙа иҡтисади ауырлыҡтар булыуына ҡарамаҫтан, социаль өлкәгә, халыҡтың көнкүрешен яҡшыртыуға күп иғтибар бүленә.

Германия социалистик берҙәм партияһы Үҙәк комитеты ның агитация һәм пропаганда буйынса секретары Иоахим Герман Хонеккерҙың иң яҡын фекерҙәше була. Уның менән Хонеккер «Neues Deutschland» гәзитен сығарыу,Aktuelle Kamera телевизион тапшырыуында яңылыҡтар биреү тәртибе кеүек мәсьәләләрҙе тикшерә. 1978 йылда Хонеккер иҡтисадтағы хәл тураһындағы насар яңылыҡтарға яуап итеп, Йәмәғәт фекерен өйрәнеү институтын яба [18]. Хонеккер дәүләт хәүфһеҙлеге органдарының эшмәкәрлегенә лә күп иғтибар бүлә, көн дә Политбюро кәңәшмәһенән һуң Эрих Мильке менән аралаша, сөнки ГДР ул саҡта капиталистик илдәр менән көрәштең иң алғы һыҙығында тора тип иҫәпләнә .[19].

Хонеккер етәкелек иткән осорҙа ГДР менән ФРГ араһында иң мөһим килешеү төҙөлә, ГДР Европала хәүфһеҙлек һәм хеҙмәттәшлек буйынса кәңәшмәлә (Хельсинкиҙа) ҡатнаша, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы ның тулы хоҡуҡлы ағзаһына әйләнә. Был дипломатиялағы уңыштар Хонеккерҙың тышҡы сәйәсәттәге иң ҙур ҡаҙаныштары тип иҫәпләнә. 1981 йылдың майында Японияға барған сағында Нихон университеты Хонеккерға почётлы доктор исемен бирә. 1982 йылдың 31 декабря Пауль Эслинг Хонеккерҙың кортежы менән бәрелешә, Көнбайыш илдәрендә был ваҡиғаны Хонеккерға һөжүм тип атайҙар. 1985 йылда Халыҡ-ара олимпия комитеты Эрих Хонеккерҙы Олимпия ордены (алтын) менән бүләкләй.

Эске сәйәсәттә башта, тәү сиратта, мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә либералләшеү һиҙелә, быны ГДР-ҙа Йәштәр һәм студенттарҙың бөтә донья фестивален үткәреү менән бәйләйҙәр. Ләкин бер аҙҙан ГДР-ҙағы режимды тәнҡитләүсе Вольф Бирмандан гражданлығын алалар, ГДР-ҙың дәүләт хәүфһеҙлеге министрлығы эске сәйәси хәрәкәтте баҫтырып килә. Хонеккер ГФР менән ГДР араһындағы сикте законһыҙ боҙусыларға ҡаршы автоматик рәүештә атыусы пружиналы ҡорамалдар ҡуйыу һәм законһыҙ сикте боҙоусыларға ҡаршы ут асыу яҡлы була.[20]. Иҡтисадта Хонеккер дәүләт милке һәм үҙәкләштереү курсын үткәрә. Иҡтисадтағы проблемалар артыуға ҡарамаҫтан, халыҡтың йәшәү кимәлен тотороҡландырыу өсөн ГФР-ҙан миллиардтарса кредиттар алып торорға тура килә.

 
Епископ Вернер Круше поздравляет Эриха Хонеккера с 70-летием. 1982
 
Председатель Госсовета ГДР Э.  Хонеккер в родном Сааре. 1987

Иҡтисади ауырлыҡтарға ҡарамаҫтан, 1980-сы йылдарҙа Хонеккерҙың халыҡ-ара авторитеты үҫә, мәҫәлән, 1987 йылдың 7 сентябрендә ГФР-ҙың канцлеры Гельмут Коль уны Боннда рәсми шарттарҙа ҡабул итә[21]. ГФР-ҙа Эрих Хонеккер Дюссельдорф, Вупперталь, Эссен, Трир ҡалаларында, Баварияла була, 10 сентябрҙә Саарҙа тыуған ҡалаһында ғы телмәрендә бер ваҡыт ике Германияны бүлеп торған сиктәр бөтәсәк, тигән фекерен еткерә. Был сәйәхәт 1983 йылдан башлап планлаштырылған булһа ла, СССР етәкселеге быға ҡаршы булғанлыҡтан, кисектерелеп килә. 1988 йылда Хонеккер дәүләт визиты менән Парижға барып ҡайта, уның АҠШ-ҡа ла барып ҡайтырға теләге була, шул сәбәпле ГДР –ҙың һуңғы йылдарында Хонеккер Бөтә донья сионистар конгресы менән мөнәсәбәттәрен яҡшырта[22][23].

1982 йылдың 25 авгусындағы Юғары Советы Президиумы Указына ярашлы Икенсе донъя һуғышы ваҡытында фашизм менән көрәшкә ҙур шәхси өлөш индергәне өсөн һәм 70 йәшлек юбилейы айҡанлы Эрих Хонеккерға Советтар Союзы Геройы исеме бирелә ( Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы тапшырыла). 1983 йылда Берлин янында «Харнекоп» тип аталған бункер төҙөлә, унда ядро һуғышы башланһа,ГДР етәкселеге һәм совет хәрби советниктары йәшеренергә тейеш була. Уның констукцияһының күп өлөшө Семипалатинск полигонында ныҡлы тикшереү үтә [24].

СССР-ҙағы “үҙгәртеп ҡороу” һәм Хонеккерҙың вазифаһынан китеүе

үҙгәртергә
 
Михаил Горбачёв у Бранденбургских ворот. 1986 год
 
Михаил Горбачёв и Эрих Хонеккер. 1986 год. ГДР

1989 йылдың 7-8 июлендә Варшава Килешеүе Ойошмаһының Бухарестағы Иҡтисади ярҙам советы (СЭВ) Сәйәси- консультатив комитеты сиктәрендә үткән кәңәшмәһендә СССР етәкселеге рәсми рәүештә Брежнев доктринаһынан ( был ойошмалағы илдәрҙең сәйәсәтен контролдә тотоу) баш тарта һәм һәр ил үҙ яҙмышын үҙе һайлай ала тип белдерә. Советтар Союзы етәкселеге Варшава килешеүенә ингән илдәрҙең киләсәк яҙмышы өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнән төшөрә. Хонеккерҙы 1989 йылдың 7 июлендә эс ауыртыуы менән Румынияның дәүләт дауаханаһына алып китәләр, һуңыраҡ ул Берлинға оса [25]. 1989 йылдың 16 һәм 18 авгусында Хонеккерға операция эшләнә. Уның үт ҡыуығы алып ташлана һәм туҡ эсәгенә лә операция яһала. Уролог Петер Альтхаус әйтеүенсә, операция ваҡытында Хонеккерҙың уң яҡ бөйөрөндәге рак шеше алып ташланмай ҡала, шеш тураһында Хонеккерға бер ни ҙә әйтмәйҙәр. Ҡайһы берәүҙәр табиптар шеште күрмәгән, тигән фекерҙә.1989 йылдың сентябренә тиклем Хонеккер вазифаһын башҡара алмай, уны Политбюро алмаштыра, Хонеккер был осорҙа Гюнтер Миттаг һәм Иоахим Герман менән генә аралаша. 1989 йылдың август айында Хонеккер тик бер нисә алдан планлаштырылған осрашыуҙа ғына ҡатнаша. 1989 йылдың 14 августа Эрфурт микроэлектроника комбинатының 32-битлы процессорының эшсе өлгөһөн тапшырғанда : «Ишәк тә, үгеҙ ҙә социализм прогресын туҡтата алмай »- тип белдерә.

Был осорҙа ГДР халҡы урамдарға протест менән сыға, «Республиканан ҡасыусылар» Чехословакия һәм Венгриялағы ГДР илселеге аша һәм «туғандаш социалистик илдәр» сиктәре аша күпләп ҡаса, айына уларҙың һаны бер нисә меңгә етә. 1989 йылдың 19 авгусында Венгрия халыҡ республикаһы Шопрон янында Австрия менән сиктән сығыу пунктын аса, ә 1989 йылдың 11 сентябрендә Австрия менән сиген бар ерҙә лә аса. ГДР граждандары меңәрләп Австрия аша ГФР-ға сыға башлай. 1989 йылдың 3 октябрендә ГДР күрше илдәр менән сиктәрен яба. ГДР, шулай итеп, Көнбайыш илдәренән генә түгел, хатта Көнсығыш блогы илдәренән дә тимер шаршау менән айырыла. ГДР граждандары күпләп протест акциялары ойоштора, Чехословакия менән сиктәш райондарҙа забастовкалар менән янай башлай. ГФР менән ГДР берләшкәндән һуң бер нисә йыл үткәс, ошо акцияларҙа ҡатнашҡан кешеләрҙең күптәре капиталистик ГФР-ҙағы тормошто ниндәйҙер әкиәт итеп күҙ алдына килтереп, яңғылышыуҙарын әсенеп һөйләй.

Эрих Хонеккерҙың КПСС Үҙәк комитеты генераль секретары Михаил Сергеевич Горбачёв менән үҙ-ара мөнәсәбәте һалҡыная бара. Хонеккер Гобрачевтың үҙгәртеп ҡороу, Көнбайыш менән яҡынайыу сәйәсәтен хата тип иҫәпләй, үҙен алданған кеше итеп тоя. Ул СССР-ҙан килгән рәсми хәбәрҙәрҙе ГДР территорияһында тараттырмаҫҡа тырыша. 1989 йылдың 6-7 октябрендә ГДР-ҙың 40- йыллығы байрам ителә, был сарала ҡатнашҡан М. С. Горбачёвтан халыҡ ҡысҡырып: «Горби, Горби, беҙгә ярҙам ит!»- тип үтенә[26]. Ике етәксе араһындағы һөйләшеү барышында Хонеккер ГДР-ҙың уңыштары тураһында һөйләй, ә Горбачев ГДР-ға банкротлыҡ янағанын белеп тора.

Германия социалистик берҙәм партияһы Үҙәк комитеты Политбюроһының кризис ултырышында (1989 йылдың 10-11 октябрендә) Хонеккерға аҙна аҙағына тиклем илдәге хәл тураһында доклад әҙерләргә ҡушыла, Данияға рәсми сәйәхәте кисектерелә, Хонеккер ҡаршы булһа ла Эгон Кренц рәсми хәбәр баҫтырыуға рөхсәт ала. Кренц армия һәм ГДР хәүефһеҙлек министрлығының ярҙамы тураһында алдан килешеп ҡуя. Горбачёв менән Мәскәүҙә осрашҡанда Политбюро ағзаһы Гарри Тиш Хонеккерҙы вазифаһынан бушатырға теләүҙәре тураһында һөйләй. Партияның төп идеологы Курт Хагер ҙа 1989 йылдың 12 октябрендә Мәскәүҙә Горбачёв менән Хонеккерҙы властан алыу тураһында һөйләшә.

1989 йылдың 17 октябрендә булған Политбюро ултырышында Вилли Штоф көн тәртибенең беренсе пункты итеп, Эрих Хонеккерҙы вазифаһынан бушатыу һәм Эгон Кренцты Генераль секретарь итеп һайлау мәсьәләһен ҡарарға тәҡдим итә. Бер минутҡа юғалып ҡалған Хонеккер был һорауҙар буйынса фекерҙәр әйтергә тәҡдим итә. Ултырыш барышында барыһы ла үҙ фекерен әйтә, тик бер кем дә Хонеккерҙы яҡлап сыҡмай. Гюнтер Шабовски Хонеккерҙы ГДР-ҙың Дәүләт советы рәйесе һәм ГДР-ҙың оборона милли советы рәйесе взифаһынан бушатырға тәҡдим итә. Хонеккерҙы хатта йәшлек дуҫы Гюнтер Миттаг та яҡлашмай. Альфред Нойман Миттаг менән Иоахим Германды вазифаларынан бушатырға тәҡдим итә. Эрих Мильке Хонеккерҙы ГДР-ҙың бөтә бәләләрендә лә ғәйепләй, хатта Хонеккер эшенән китергә риза булмаһа, уға ҡаршы булған компроматтар менән янай.[27][28][29]. Өс сәғәттән һуң тейешле ҡарар ҡабул ителә. Билдәләнгән тәртип буйынса, Хонеккер үҙен эштән бушатыу өсөн тауыш бирә. Партияның Үҙәк комитетына Хонеккер, Миттаг һәм Германды вазифаларынан бушатырға тәҡдим ителә. Германия социалистик берҙәм партияһы Үҙәк комитетының 106 ағзаһы һәм кандидаты был тәҡдимде ҡарай. Ултырышта 16 ағза һәм кандидат, шул иҫәптән, Маргот Хонеккер ҙа булмай. Үҙәк комитет Политбюроның тәҡдимен хуплай. Карл Маркс исемендәге юғары партия мәктәбенең элекке ректоры, 81 йәшлек Ханна Вольф ҡына был ҡарарға ҡаршы сыға. Рәсми белдереүҙә Эрих Хонеккер һаулығы насарайыу сәбәпле бөтә вазифаларынан да бушатыуҙарын һораны, тип әйтелә. Эгон Кренц яңы генераль секретарь булып һайлана, тик уға был вазифала оҙаҡ эшләргә тура килмәй. 1989 йылдың 20 октябрендә Эрих Хонеккерҙың ҡатыны Маргот Хонеккер ҙа бөтә вазифаларынан китә.

Хоҡуҡи яуапҡа тарттырылыуы

үҙгәртергә

1989 йылдың ноябрь урталарында ГДР Халыҡ палатаһында коррупция һәм үҙ вазифаһын законһыҙ, уҫал ниәт менән ҡулланыу осраҡтарын тикшереү өсөн комитет төҙөлә. 1989 йылдың 1 декабрендә комитет рәйесе доклад менән сығыш яһай, ул Германия социалистик берҙәм партияһының элекке етәкселәрен власть менән уҫал ниәттә үҙ мәнфәғәттәрендә файҙаланыуҙа ғәйепләй. 1978 йылдан башлап, Эрих Хонеккер ГДР-ҙың архитектура академияһы аша 20 мең марка ала . ГДР прокуратураһы партияның элекке 30 урта звено етәксеһенә ҡаршы эш аса , уларҙың унауһы Германия социалистик берҙәм партияһы Үҙәк комитеты Политбюроһы ағзаһы була. Уларҙың күбеһе ҡулға алына, 1989 йылдың 3 декабрендә Хонеккерҙың Вандлицтағы (Берлин янындағы коммуна) күршеләре Гюнтер Миттаг менән Гарри Тиш шәхси байыу, халыҡ милкенә ҡул һуҙыуҙа ғәйепләнеп, яуапҡа тарттырыла. Эрих Хонеккерҙы шул уҡ көндә партиянан сығаралар. 1992 йылда ул яңы барлыҡҡа килгән Германия коммунистар партияһына (1990) инә һәм ғүмеренең аҙағынаса был партия ағзаһы булып ҡала.

1989 йылдың 5 декабрендә Хонеккерға ҡарата енәйәт эше асыла, уны дәүләткә хыянат итеүҙә [30], сәйәси һәм иҡтисади власты уҫал ниәт менән үҙ мәнфәғәтендә файҙаланыуҙа ғәйепләйҙәр. Тикшереүҙе ГДР-ҙың милли хәүфһеҙлек ведомствоһы ( ГДР-ҙың дәүләт хәүфһеҙлеге миниcтерствоһының вариҫы) алып бара, ведомство Эрих Хонеккерға ҡаршы алып барылған тикшереү саралары планын билдәләй. Хонеккерҙың иҡтисади енәйәттәре тураһындағы эште ГДР прокуратураһың иҡтисади енәйәттәр бүлеге тикшерә. Хонеккерҙың өйөндә үткәрелгән тентеү ваҡытында уның ҡиммәтле эш һәм һунар мылтыҡтары коллекцияһы тартып алына, банктағы иҫәбе ябыла (барлығы 218 мең ГДР маркаһы була, 75 миллион ГДР маркаһы урлаған тигән һүҙ уйҙырма булып сыға)[30]). Хонеккер үҙен яҡлауҙы Вольфганг Фогель һәм Фридрих Вольффҡа тапшыра. ГДР-ҙың Халыҡ палатаһы Вандлицтағы ГДР етәкселеге йәшәгән урман ҡасабаһын санаторийға әйләндереү тураһында ҡарар сығара. Хонеккерҙарға 1989 йылдың 22 декабрендә Вандлицтағы өйҙәренән китергә ҡушыла, 1990 йылдың 3 ғинуарында улар өйҙәрен ҡалдырып китә .

1990 йылдың 6 ғинуарында яңынан табиптар тикшергәндән һуң,ГДР телевидениеһының яңылыҡтар программаһынан Хонеккер бөйөрөндә яман шеш ( рак ) табылыу сәбәпле ҡулға алынмаясағы тураһында ишетә. 1990 йылдың 10 ғинуарында Берлиндағы «Шарите» клинкаһында доктор Альтхаус Хонеккерҙың бөйөрөндәге яман шеште алып ташлай. 1990 йылдың 29 ғинуарында Хонеккер яңынан ҡулға алына һәм Берлиндағы Руммельсбург тикшереү изоляторында ултыра,30 ғинуарҙа ҡала суды ҡарары менән яңынан иреккә сыға. Был ваҡытта Хонеккерҙарҙың үҙ фатиры булмай.

Адвокат Фогель Хонеккерҙың үтенесе буйынса Берлин-Бранденбург евангелистар сиркәүенә мөрәжәғәт итә. Лобеталдәге дауалау учреждениеһы етәксеһе пастор Уве Хольмер Хонеккерҙарҙы үҙ йортона саҡыра. Икенсе көн үк пасторҙың Хонеккерға ярҙамына яуап итеп, йәмәғәтселек разаһыҙлыҡ белдерә башлай. Демонстранттар Хонеккерҙарҙы христиандарҙың хоҡуҡтарын боҙоуҙа ғәйепләй. 1990 йылдың мартында Хонеккерҙар Линдовтағы ял йортона китә, ләкин икенсе көндө үк улар сәйәси протестар арҡаһында Хольмерҙың өйөнә кире килә [31]. Бер аҙҙан Хонеккерҙар Белицтағы совет госпиталенә килә. Хонеккерҙы табиптар яңынан тикшерә һәм бауырында яман шеш бар икәнен асыҡлай. 1990 йылдың 2 октябрендә ГФР менән ГДР берләшер алдынан ГДР Генераль прокуратураһы ГФР Генераль прокуратураһына Хонеккер эшен тапшыра. 1990 йылдың 30 ноябрендә Тиргартен участка суды Эрих Хонеккерҙы ҡулға алырға рөхсәт бирә, ул 1961 йылда Германияның ике өлөшө араһындағы сикте боҙғандарға ҡаршы ут асырға бойороҡ биреүҙә һәм ошо бойороҡто 1974 йылда яңынан ҡабатлауҙа ғәйепләнә.[32]. Белицтағы хәрби госпиталдә Хонеккер совет хәрбиҙәре тарафынан һаҡланғанлыҡтан, ҡулға алынмай. 1991 йылдың 13 мартында Хонеккерҙар Шперенберг (инг.)баш. аэродромынан совет хәрби самолетында Мәскәүгә оса, Эрих Хонеккер СССР президенты М. С. Горбачёвтың «шәхси ҡунағы»на әйләнә.

Германияға экстрадиция

үҙгәртергә

Совет дипломаттары Федераль канцлер ведомствоһына Хонеккерҙарҙың Мәскәүгә китергә йыйыныуы тураһында хәбәр итә. ГФР хөкүмәте Советтар Союзын халыҡ-ара хоҡуҡ ҡағиҙәләрен боҙоуҙа ғәйепләп, протест белдереү менән генә сикләнә. Был саҡта берләшкән үҙаллы Германия менән мөнәсәбәттәрҙе көйләү тураһындағы килешеү СССР Юғары Советы тарафынан ратификацияланмаған була. Был килешеү 1991 йылдың 15 мартында ғына көсөнә инә, ГФР-ҙың сит ил эштәре министры уны ратификация тураһындағы грамота менән бергә ала. Ошо ваҡыттан алып, Хонеккер эше буйынса Мәскәүгә баҫым көсәйә бара [33].

Горбачёв менән Хонеккер араһындағы мөнәсәбәт бер нисә йыл дауамында насарая бара. СССР-ҙың ГФР-ҙағы элекке илсеһе Валентин Михайлович Фалин Горбачевҡа ГДР-ҙы ГФР –ға ҡушып ҡуйырға бер ниндәй рәсми гарантияһыҙ рөхсәт биреү был илдәге Советтар Союзының ысын дуҫтары, дәүләт, партия эшмәкәрҙәре, армия, полиция хеҙмәткәрҙәре, педагогтар һәм башҡа күптәр өсөн ауыр трагедия буласаҡ, был СССР өсөн дә бик хәүефле тип аңлатырға тырышһа ла, Горбачев был Германия халҡының эше, тип ҡыҫылмауҙы хуп күрә. [34]. СССР, башҡа Көнсығыш Европа илдәрендәге кеүек, ауыр тарихи осор кисерә. 1991 йылындағы дәүләт түңкәрелеше (ГКЧП) ойоштороу уңышһыҙ тамамланһа ла, ул Горбачевтың позицияларын тағы ла нығыраҡ ҡаҡшата. РСФСР Президенты Б. Н. Ельцин КПСС-тың эшмәкәрлеген тыя ( М. С. Горбачёв уның Генераль секретары була ). 1991 йылдың 25 декабрендә Горбачёв СССР-ҙың Президенты вафиһын ҡалдырыуы тураһында рәсми рәүештә хәбәр итә. 1991 йылдың декабрендә РСФСР етәкселеге Хонеккерҙарға экстрадиция менән янап,илдән китергә ҡуша. 1991 йылдың 11 декабрендә Хонеккерҙар Чилиҙың Мәскәүҙәге илселегендә йәшеренә. Маргот Хонеккер иҫләүенсә, ул саҡта Хонеккерҙарҙы Төньяҡ Корея менән Сирия ҡабул итергә әҙер була, ләкин улар Чилиға нығыраҡ ышана. 1973 йылдағы хәрби путчтан һуң ГДР бик күп Чили кешеһен ҡабул итә, бында шулай уҡ Чилиҙың социалистар хөкүмәте илсеһе Клодомиро Альмейда йәшәй, Хонеккерҙарҙың ҡыҙы Соня Чили кешеһенә кейәүгә сыға. Был саҡта Чилиҙа хәрби диктатура бөтөрөлөп, һул буржуаз хөкүмәт власта тора. ГФР хөкүмәте Рәсәй менән Чили хөкүмәттәренән, ҡулға алыу тураһындағы ордерға ярашлы, Хонеккерҙың ГФР-ға тапшырылыуын талап итә.

1992 йылдың февраль айында Хонеккер ультразвук тикшереүе үтә, табиптар уның бауырында метастазалы шеш таба. Өс аҙнанан һуң үткәрелгән компьютер томограммаһы тикшереүе ваҡытында был диагнозды раҫламайҙар. Шул сәбәпле Хонеккерҙы симулянтлыҡта ғәйепләйҙәр. Рәсәй юстиция министры Германия телевидениеһына өс көндән һуң биргән интервьюһында, Чили илселегенән сығыу менән Хонеккер ГФР-ға оҙатыласаҡ, тип белдерә. 1992 йылдың 7 мартында Чили илсеһе Альмейда Сантьягоға саҡыртып алына, уны Хонеккерға ярҙам итер өсөн уның үлемесле сире тураһында ялған хәбәр таратыуҙа ғәйепләйҙәр. Альмейданы вазифаһынан алалар. 1992 йылдың 18 мартында Рәсәй парламентында депутат булған табиптар протест акцияһы ойоштора, йәнәһе, Хонеккер онкология сирле оло кешегә һис оҡшамаған, март айындағы тикшереү ваҡытында уның диагнозын алдап ҡуйғандар. 1992 йылдың июнендә Чили президенты Патрисио Эйлвин федераль канцлер Гельмут Колде Хонеккер Чилиҙың Мәскәүҙәге илселеген ҡалдырасаҡ тип ышандыра. Рәсәй етәкселеге лә үҙенең Хонеккерҙы Германия ҡулына тапшырыу тураһында 1991 йылғы ҡарарын үтәргә тырыша. 1992 йылдың 29 июлендә Эрих Хонеккер Берлинға оса, Тегель аэропортынан уны Моабит төрмәһенә алып китәләр. Маргот Хонеккер «Аэрофлоттың» тура рейсы менән Мәскәүҙән Чилиға, ҡыҙы Соня янына оса.

ГФР –ҙа хөкөмгә тарттырылыуы һәм Чилиға китеүе

үҙгәртергә

1992 йылдың 29 июлендә Хонеккер Берлиндағы Моабит төрмәһе дауаханаһына килтерелә. 1992 йылдың 12 майында уны 1961 йылдан 1989 йылға тиклем 68 кешене атып үлтереүҙә ғәйепләйҙәр. Был осорҙа ул ГДР Дәүләт советы һәм ГДР милли оборонаһы советы рәйесе була. Уның менән бергә Эрих Мильке, Вилли Штоф, Хайнц Кесслер, Фриц Штрелец һәм Ганс Альбрехт яуаплылыҡҡа тарттырыла. Эрих Хонеккер ГДР милли оборонаһы советы рәйесе булараҡ, Көнбайыш Берлин менән сиктә инженер-техник ҡоролмаларҙы яҡшыртырға, ГФР менән сикте боҙоусыларға ҡаршы ҡоролмалар ҡуйырға бойороҡ бирә. 1992 йылдың 12 ноябрендә Хонеккерға енәйәти яуаплылыҡҡа тарттырыу тураһында ғәйепләү ҡағыҙы бирелә. Ул халыҡтың ышанысын үҫал ниәттә файҙаланыу һәм социалистик милекте урлауҙа ғәйепләнә. Һүҙ Вандлиц ГДР элитаһы ҡасабаһы тураһында бара .

Бик күп хоҡуҡ белгестәре был процесс ни менән бөтөрөн аныҡ ҡына әйтеүе ауыр тип иҫәпләй, сөнки Хонеккер инде юҡҡа сыҡҡан дәүләт- ГДР етәксеһе була, уны ниндәй ҡануниәт нигеҙендә яуапҡа тарттырырға икәнен белмәйҙәр . 1992 йылдың 3 декабрендә Эрих Хонеккер Берлин стенаһы янындағы кешеләрҙең үлеме өсөн сәйәси яуаплылыҡты таный, ләкин хоҡуҡи һәм әхлаҡи яуаплылыҡтан баш тарта. Берлин стенаһын төҙөү мәсьәләһе буйынса Хонеккер 1961 йылда, һалҡын һуғыш киҫкенләшкән осорҙа , Германия социалистик берҙәм партияһы етәкселеге Өсөнсө донья һуғышын булдырмауҙың башҡа ысулын тапмағас, ошо ҡарарға килеүен һөйләй. Өсөнсө донья һуғышында миллиондарса кеше һәләк булыр ине. Был күмәкләп ҡабул ителгән ҡарарҙы бөтә социалистик илдәрҙең дә етәкселеге хуплай. Ул был процестың сәйәси сәбәптәр менән бәйле икәнен айырып әйтә. Хонеккер әйтеүенсә, Берлин стенаһы янында 49 кеше һәләк була, быны ул АҠШ -тың Вьетнамға ҡаршы алып барған һуғышында (1964-1973) һәләк булғандар иҫәбе менән сағыштыра. Шулай уҡ ул капиталистик илдәрҙә үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар иҫәбенең ни тиклем күп булыуын дә телгә ала. ГДР, уның фекеренсә, социализм капитализмдан яҡшыраҡ икәнен иҫбатланы. ГДР граждандарын ГДР дәүләт хәүфһеҙлеге министрлығы тарафынан эҙәрлекләүҙе Хонеккер Көнбайышта журналистарҙың сенсация һәм тәнҡит артынан ҡыуыуы менән сағыштыра .

Был ваҡытта Хонеккер бик ауыр сирле була. 1992 йылдың 4 авгусында компьютер томографияһы бауырының уң яғында биш сантимер ҙурлыҡтағы ҙур шеш барлығын күрһәтә, был 1990 йылда Шарите клиникаһында бөйөрөнән алып ташланған шештең метастазаһы тигән һығымта яһала. Хонеккерҙың адвокаттары уны ауыр сире булыу сәбәпле иреккә сығарыуҙы талап итә. Хонеккерҙың тағы ике йыл ғүмере ҡала, суд процессы ла ошо тиклем ваҡыт талап итер ине. Бер нисә тапҡыр был үтенес кире ҡағылғандан һуң, Хонеккер Германия Конституция судына мөрәжәғәт итә. Эрих Хонеккерҙың үҙ шәхесен яҡлап яҙған үтенесен ҡарап, 1993 йылдың 13 ғинуарында Берлин төбәк суды Хонеккерға ҡаршы суд эҙәрлекләүен туҡтата. Хонеккер,169 көн төрмәлә тикшереү аҫтында булғандан һуң, иреккә сыға . Ҡайһы бер ГДР-ҙа хоҡуҡи эҙәрлекләүҙәргә дусар булғандар быға ҡаршы протест белдерә. Хонеккер шул көндө үк ғаиләһе янына Сантьягоға оса. 1994 йылдың 29 майында Хонеккер 81 йәшендә вафат була, ул Сантьягола ерләнгән тип иҫәпләнә. Ләкин уны һәм ҡатыны Марготты яндырғандан һуң ҡалған көл менән урналар ғаилә дуҫында һаҡлана тигән мәғлүмәт тә осрай [35].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә
 
Семья Хонеккера в 1977 году

Эрих Хонеккер өс тапҡыр өйләнгән. 1945 йылда төрмәнән сыҡҡас, Хонеккер ҡатын-ҡыҙҙар төрмәһенең элекке надзирателе Шарлотта Шануэлгә өйләнә[36], ул 1947 йылда вафат була. 1947—1953 йылдарҙа Хонеккер Германия азат йәштәр союзының эшмәкәре Эдит Бауманға өйләнә, уларҙың Эрика исемле ҡыҙҙары тыуа (1950 йылғы, ҡыҙы Анке)[37].

1953 йылда Хонеккер Эдит Бауман менән айырылыша, был ваҡытта инде уның ГДР Халыҡ палатаһы депутаты Маргот Файст менән уртаҡ ҡыҙҙары Соня тыуған була (1952 йылғы). Шул уҡ йылда Маргот менән Эрих Хонеккер өйләнешә. Уларҙың ҡыҙы Соня Чилиҙан ГДР-ға килгән ҡасаҡ- коммунист Леонардо Яньес Бетанкурға кейәүгә сыға, 1974 йылда Эрих Хонеккерҙың ейәне Роберто Яньес Бетанкур тыуа[38]. Хонеккерҙың ҡыҙы Соня менән Леонардо Яньес Бетанкур 1993 йылда айырылыша . Улар һәм улдары Роберто әлеге ваҡытта Чилиҙың баш ҡалаһы Сантьягола йәшәй [39]. Хонеккерҙың ейәнсәре Мариана 1988 йылда ике йәшендә үлгән[40]. Маргот Хонеккер 2016 йылдың 6 майында Сантьягола вафат булған[41].

Германия азат йәштәре союзын етәкләгән саҡта Хонеккерға Чехословакия президенты Клемент Готвальд (1948-1953) һунар мылтығы бүләк итә, шул саҡтан алып, ул әүҙем һунарсыға әйләнә [42].

Хонеккерҙың ейәне Роберто Яньес Бетанкур – рәссам- абстракционист. 2013 йылда «Корнфельд» арт-галереяһында (Берлин) уның сюрреалистик картиналары күргәҙмәһе ҡуйыла. Бынан тыш Роберто шағир ( «Яҙғы ямғыр» йыйынтығы), композитор булараҡ та билдәле. Роберто Яньес үҙенең сәйәси ҡараштары тураһында журналистарға бер ни ҙә һөйләмәй. Тыуған иле тип ул Чилиҙы иҫәпләй.

Бүләктәре

үҙгәртергә
  • Нефёдов В. В. Э. Хонеккер и культурная политика СЕПГ. // XXI век: итоги прошлого и проблемы настоящего, вып.11. Пенза, 2008. — С. 3—8.
  • Нефёдов В. В. Роль Э. Хонеккера в культурной политике СЕПГ (до 1971 г.). // Философия в XXI веке. — Вып. 16. — Воронеж, 2008. — С. 118—126.
  • Нефёдов В. В. Эрих Хонеккер и культурная политика в ГДР с 1971 по 1989 гг. // Софист: социолог, философ, историк. Сб-к научн. трудов. — Вып. 3. — М., 2008. — С. 194—199.
  • Петелин Б. В., Степанов Г. В. Эрих Хонеккер // Вопросы истории. — 2013. — № 9. — С. 117—128.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1,2 1,3 Deutsche Nationalbibliothek Record #118553399 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. 2,0 2,1 Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. 3,0 3,1 Erich Honecker // SNAC (ингл.) — 2010.
  4. https://www.ddr.center/artikel/honecker_heiratet_seine_gefaengniswaerterin-aid_314.html
  5. https://www.munzinger.de/search/portrait/Erich+Honecker/0/5892.html
  6. bdp.de
  7. Эрих Хонеккер на сайте «Герои страны».
  8. Peter Przybylski: Tatort Politbüro. Die Akte Honecker, Berlin 1991, S. 55-65, Ulrich Völklein: Honecker. Eine Biografie, Berlin 2003, S. 154—178.
  9. Шнеерсон Г. М. Эрнст Буш и его время. — М., 1971. — С. 150.
  10. Ахмадеев Т.Х. Башкирская кавалерийская дивизия. — У., 1999. — С. 338.
  11. Wolfgang Leonhard: Spurensuche. Köln 1992. ISBN 3-462-02170-2.
  12. Шевченко О. К. Современная российская германистика о Крымской конференции 1945 г.
  13. Материалы Потсдамской конференции 1945 г. Электронная библиотека исторического факультета МГУ. www.hist.msu.ru. Дата обращения: 29 ғинуар 2017.
  14. Б. Бонвеч, А. Ю. Ватлина. Материалы конференции российских и немецких историков «Послевоенная история Германии: российско-немецкий опыт и перспективы». М., 2007. — 103 с.
  15. Olaf Klenke: Betriebliche Konflikte in der DDR 1970/71 und der Machtwechsel von Ulbricht auf Honecker. In: Jahrbuch für Forschungen zur Geschichte der Arbeiterbewegung, Heft II/2004, Seitenzahl fehlt.
  16. Hans-Ulrich Wehler, Deutsche Gesellschaftsgeschichte, Bd. 5: Bundesrepublik und DDR 1949—1950, C.H. Beck, München 2008, S. 218.
  17. Martin Sabrow: Der blasse Diktator. Erich Honecker als biographische Herausforderung. Vortrag im Rahmen des Institutskolloquiums des Zentrums für Zeithistorische Forschung am 9. Februar 2012 in Potsdam 2016 йыл 4 март архивланған..
  18. Martin Sabrow: Der unterschätzte Diktator. In: Der Spiegel. Nr. 34, 2012, S. 46-48.
  19. Günter Schabowski, Der Absturz, Rowohlt, Berlin 1991, S. 115f.
  20. Протокол 45-го заседания Национального совета обороны ГДР. 3 мая 1974.
  21. Встреча между Колем и Хонеккером в Бонне. 7-11 сентября 1987 2012 йыл 29 июль архивланған. Ҡалып:Архивировано.
  22. Christian Thonke, Hitlers langer Schatten: der mühevolle Weg zur Entschädigung der NS-Opfer, Böhlau-Verlag Wien, 2004, S. 49. f.
  23. Когда ГДР обнаружила своих евреев 2013 йыл 2 декабрь архивланған.
  24. Baudenkmal Bunker Harnekop e. V 2022 йыл 8 июль архивланған.
  25. Хонеккер заболел на встрече СЭВ.
  26. Robert-Havemann-Gesellschaft (BStU-Kopie).
  27. The East German Transition Game 2003 йыл 21 сентябрь архивланған..
  28. Stasi-Unterlagen: Mielkes Geschichte im Koffer — SPIEGEL ONLINE.
  29. Günter Schabowski: Das Politbüro. Ende eines Mythos. Eine Befragung. Reinbek 1990. S. 104 ff.; Günter Schabowski: Der Absturz. Berlin, 1991. S. 267 ff.
  30. 30,0 30,1 Протокол допроса Э. Хонеккера//Известия № 70 от 10 марта 1990 года
  31. Jörg Marschner: Asyl für den Feind Ҡалып:Архивировано
  32. Erich Honecker — Vom mächtigen Staatschef zum verbitterten Rentner (нем.)
  33. Kalenderblatt, vom 13. März 2008.Spiegel-Online: einestages.
  34. Объединение Германии: необходимость или политическое предательство? Дата обращения: 2013-1-20. Архивировано 2 февраль 2013 года.
  35. Wo Honecker heimlich begraben wurde.
  36. Ed Stuhler: Margot Honecker. Eine Biografie, Ueberreuther, Wien 2003, S. 59-61, Faksimile der Heiratsurkunde S. 60.
  37. Erich Honecker: «So, meine Kleine — ein letzter Gruß» «Für Margot» В 1992 году, находясь в предварительном заключении, Эрих Хонеккер вёл своего рода дневник, которые позднее были опубликованы и осветили внутренний мир бывшего главы ГДР 2014 йыл 18 октябрь архивланған..
  38. Hartmut Kascha: Das geheime Leben von Honeckers Tochter in Dresden. In: Bild vom 25. Februar 2011 (online).
  39. Marian Blasber: Honeckers Enkel. «Ein Rebell bin ich erst heute». In: ZEITmagazin vom 3. März 2011 (online).
  40. Hans-Joachim Neubauer: Zwei Saarländer an der Spitze. In: Die_Zeit Nº 35/2012 (online).
  41. Spiegel-Online (нем.)
  42. Hobby: Erich Honecker — der Jäger, MDR online 4. Januar 2010, Zitate u.a. aus Die Honeckers privat, von Thomas Grimm und Ed Stuhler, MDR 2003; Das letzte Halali des Erich Honecker, MDR 2004, MDR online 4. Januar 2010.
  43. Feder, Klaus H. & Feder, Uta. Auszeichnungen der Nationalen Volksarmee der Deutschen Demokratischen Republik, 1954—1990. Münz Galerie, Berlin, Germany, 1994.
  44. Список Героев Труда ГДР.
  45. Декрет № 141, 1987, о награждении товарища Эриха Хонеккера орденом «Победа социализма»(недоступная ссылка) (инг.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә