Глобалләшеү — бөтә донъя иҡтисади, сәйәси, мәҙәни һәм дини берләшеү (интеграция) һәм дөйөмләшеү (унификация) процесы.

Гонконгта Макдональдс

Глобалләшеү күптән түгел генә әле халыҡ-ара хеҙмәт бүленеше, иҡтисади һәм сәйәси мөнәсәбәттәр, донъя баҙарына ҡушылыу системаһы һәм транснационализация һәм төбәкләштереү нигеҙендә иҡтисадтарҙың тығыҙ үрелеүе аша бер-береһе менән бәйләнгән милли хужалыҡтар тупланмаһы тип ҡаралған донъя хужалығы структураһының үҙгәреүенән ғибәрәт. Ошо нигеҙҙә баҙар иҡтисадының берҙәм донъя селтәре — геоиҡтисад һәм уның инфраструктураһы формалаша, быуаттар буйы халыҡ-ара мөнәсәбәттәренең төп уйынсылары булған дәүләттәрҙең милли  суверенитетын емереү бара. Глобалләшеү процесы — дәүләт кимәлендә формалашҡан баҙар системаларының эволюция эҙемтәһе ул[1].

Донъя хеҙмәт бүленеше, бөтә планета күләмендә капиталдың, эшсе көстәрҙең, етештереү ресурстарының миграцияһы (һәм, ҡағиҙә булараҡ, тупланыуы), ҡануниәттең, иҡтисади һәм технологик процестарҙың стандартлаштырылыуы, шулай уҡ төрлө илдәр мәҙәниәттәренең бер-береһенә оҡшай барыуы һәм бер төрлөгә әйләнеүе бының төп эҙемтәһе булып тора. Ул — системалы төҫ алған объектив процесс, йәғни йәмғиәт тормошоноң бөтә яҡтарын үҙ эсенә ала. Глобалләшеү һөҙөмтәһендә донъя уның бар субъекттарына бәйле һәм бойондороҡло була бара. Дәүләттәр төркөмдәре өсөн уртаҡ проблемалар арта, шулай уҡ ҡушылыусы субъекттар һаны һәм төрҙәре лә киңәйә бара[2].

Глобалләшеү сығанаҡтарына ҡараштар бәхәсле һанала. Тарихсылар был процесты капитализм үҫеше баҫҡыстарының береһе тип ҡарай. Иҡтисадсылар иҫәпте финанс баҙарҙарының транснационализацияланыуынан алып бара. Политологтар демократик ойошмалар таралыуына баҫым яһай. Культурологтар глобалләшеү сағылышын мәҙәниәттең көнбайыш өлгөһөнә эйәреүенә һәм Америка иҡтисады экспансияһына бәйләй. Глобалләшеү барышын аңлатыуға мәғлүмәти-технологик ҡараштар йәшәп килә. Сәйәси һәм иҡтисади глобалләшеү төрҙәре бар. Иҡтисади һәм технологик үҫештең донъя ҡотоптары барлыҡҡа килеүгә ҡеүәтле этәргес көс биреүсе төбәкләштерелеү глобалләшеү субъекты булып тора[3].

Шул уҡ ваҡытта «глобалләшеү» тигән һүҙҙең килеп сығышында был процеста халыҡ-ара сауҙаның теге йәки был тарихи осорҙа барған етеҙ үҫешенең ҙур әһәмиәтенә ишара бар. Тәүге тапҡыр «глобалләшеү» һүҙен («интенсив халыҡ-ара сауҙа» мәғәнәһендә) Карл Маркс ҡулланған, ул 1850-се йылдар. аҙағында Энгельсҡа хатында былай тип яҙған: «Хәҙер донъя баҙары ысынлап та бар. Калифорния һәм Япония донъя баҙарына сығыу менән глобалләшеү барлыҡҡа килде»[4]. Маркс осоронда башланған нәҡ ошо беренсел глобалләшеүҙең бөтә алдынғы илдәр 1930-сы йылдарҙа ҡәтғи протекционизмға күскәндән һәм ошо арҡала халыҡ-ара сауҙаның ныҡлы ҡыҫҡарыуынан һуң тамамланыуы глобалләшеү процесында халыҡ-ара сауҙаның төп әһәмиәткә эйә булыуын дәлилләй.

Тарихы үҙгәртергә

 
1899 йыл. Cable & Wireless Worldwide компанияһың һыу аҫты телеграф кабелдәре картаһы.

Глобалләшеүҙең ҡайһы бер билдәләре бик боронғо дәүерҙәрҙә үк (Искәндәр Зөлҡәрнәй) барлыҡҡа килә. Рим империяһы Урта диңгеҙ буйында үҙ гегемонияһын урынлаштырған һәм төрлө мәҙәниәттәрҙең бер-береһенә ныҡлап ҡушылыуына, Урта диңгеҙ буйында урынлашҡан төбәктәр араһында хеҙмәт бүленешенә килтергән тәүге дәүләттәрҙең береһе була.

Глобалләшеү сығанаҡтары XII—XIII быуаттарҙа ята, ул саҡта Көнбайыш Европала баҙар (капиталистик) мөнәсәбәттәре барлыҡҡа килә, сауҙа иҫ киткес йылдам үҫә һәм «Европаса донъя иҡтисады» хасил була башлай (Валлерстайн билдәләмәһенә ярашлы). XIV—XV быуаттарҙа бер аҙ һүлпәнәйеп алғандан һуң был процесс XVI—XVII быуаттарҙа дауам итә[5].

Был йөҙ йыллыҡтарҙа Европалағы тотороҡло иҡтисади үҫеш диңгеҙҙәрҙе үҙләштереүҙәге уңыштар һәм бөйөк географик асыштар менән бергә бара. Һөҙөмтәлә португал һәм испан сауҙагәрҙәре бөтә донъяға тарала һәм Американы колонияға әйләндерә башлай. XVII быуатта күпселек Азия илдәре менән сауҙа иткән Голланд Ост-Индия компанияһы тәүге дәүләт-ара компания булып китә. XIX быуатта йылдам индустриалләштереү Европа державалары, уларҙың колониялары һәм АҠШ араһында сауҙаның, шулай уҡ инвестицияларҙың үҫеүенә килтерә. Был осорҙа үҫеүсе илдәр менән ғәҙел булмаған сауҙа империалистик эксплуатация төҫөн ала.

XX быуаттың тәүге ун йыллыҡтарында глобалләшеү процестары дауам итә, быға хатта Беренсе донъя һуғышы ла ҡамасаулай алмай. 1815 йылдан 1914 йылғаса тиклемге осорҙа Европа илдәренең тулайым экспорт күләме яҡынса 40 тапҡырға арта. 1920-се йылдарҙа Көнбайыш Европа илдәренең тышҡы сауҙаһы бер ни тиклем либералләшкәс тә халыҡ-ара сауҙаның үҫеүе дауам итә. Халыҡ-ара сауҙаның ҡырҡа һүлпәнәйеүе һәм глобалләшеүҙең туҡтап ҡалыуы 1930-сы йылдарҙа Бөйөк депрессия башланғас һәм Көнбайыштың аалдынғы державалары 1930—1931 йылдарҙа импортҡа юғары пошлиналар индергәс күҙәтелә[6].

Икенсе донъя һуғышынан һуң глобалләшеү йәнә әүҙемләшә. Уға технологиялағы яңылыҡтар көслө этәргес бирә, һөҙөмтәлә диңгеҙ, тимер юл һәм һауа юлдарын файҙаланыу, шулай уҡ халыҡ-ара телефон элемтәһен ҡулланыу бик тиҙ үҫә. Халыҡ-ара сауҙа алдындағы ҡаршылыҡтарҙы 1947 йылдан Тарифтар һәм сауҙа буйынса генераль килешеү (GATT) — төп капиталистик һәм үҫеш юлындағы илдәр араһындағы килешеүҙәр теҙмәһе — юҡҡа сығара. Шулай ҙа был йүнәлештәге тулыраҡ тиҙләнешкә Кеннеди-раундтан (1964—1967 йылдар GATT сиктәрендә үткән халыҡ-ара конференциялар теҙмәһенән) һуң тулыраҡ юл асыла. Иҡтисад тарихсыһы П. Байрох яҙыуынса, «Көнбайыш Европала сауҙаның ысын мәғәнәһендә либералләшеүе Кеннеди-раундтан» һуң тормошҡа ашты[7]. 1995 йылда GATT-тың 75 ҡатнашыусыһы Бөтә донъя сауҙа ойошмаһын (ВТО) төҙөй.

Шулай уҡ ҙур-ҙур төбәк иҡтисади интеграция зоналары ла бар. 1992 йылда Маастрихт килешеүҙәре төҙөлгәндән һуң, Европа союзы берҙәм иҡтисади мөхиткә әүерелә. Был мөхит таможня пошлиналарынан баш тартыуҙы, хеҙмәт һәм капиталдың ирекле йөрөшөн, шулай уҡ евро нигеҙендә берҙәм аҡса системаһы булыуын күҙҙә тота. Төньяҡ Америка ирекле сауҙа зонаһы ҡатнашыусылары — АҠШ, Канада һәм Мексика — араһында интеграция һүлпәнерәк. Элекке совет республикаларының күбеһе ил тарҡалғандан һуң уртаҡ иҡтисади мөхит элементтарын тәьмин итеүсе Бойондороҡһоҙ дәүләттәр берләшмәһенә инде.

Сәйәсәт һәм идара итеү үҙгәртергә

Глобалләшеү идара итеү субъекттарының үҙәкләшеүе (властың үҙәкләшеүе) процесы менән ныҡлы бәйләнгән.

Сәйәсәттә глобалләшеү милли дәүләттәрҙең көсһөҙләнеүенә сәбәпсе була һәм уларҙың үҙаллылығының үҙгәреүенә һәм кәмеүенә килтерә. Милли дәүләттәрҙең постзаман дәүләттәренә әүерелеүе күҙәтелә. Бер яҡтан, был хәҙерге заман дәүләттәренең Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы, Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Европа союзы, НАТО, Халыҡ-ара валюта фонды һәм Донъя банкы кеүек йоғонтоло халыҡ-ара ойошмаларға торған һайын күберәк вәкәләттәр тапшыра барыуына бәйле. Икенсе яҡтан, иҡтисадҡа дәүләт ҡыҫылыуы кәмеү һәм һалымдар түбәнәйеү иҫәбенә предприятиеларҙың (айырыуса ҙур-ҙур трансмилли корпорацияларҙың) сәйәси йоғонтоһо арта. Кешеләр өсөн миграцияның еңелләшеүе һәм капиталдарҙың сит илдәргә ирекле күсеүе арҡаһында ла дәүләттәрҙең үҙ граждандары өҫтөнән власы кәмей.

XXI быуатта глобалләшеү процесы менән бер рәттән төбәкләшеү процесы ла бара, йәғни төбәк халыҡ-ара мөнәсәбәттәр системаһы торошона фактор булараҡ торған һайын нығыраҡ йоғонто яһай, донъя сәйәсәтенең глобаль һәм төбәк өлөштәре араһында нисбәт үҙгәрә, шулай уҡ дәүләттең эске эштәренә төбәктең йоғонтоһо арта бара. Әйткәндәй, төбәкләшеү федератив ҡоролошло дәүләттәргә генә түгел, унитар дәүләттәргә лә, тотош континенттар һәм ҡитғаларға ла хас була бара. Төбәкләшеүҙең сағыу миҫалы — Европа берләшмәһе, унда тәбиғи үҫеш кисереүсе төбәкләшеү процесы төбәктәр әһәмиәте арта барыуын сағылдырған һәм уларҙың Европа берләшмәһендәге урынын билдәләү маҡсатын ҡуйған «төбәктәр Европаһы» концепцияһы эшләнеүгә килтерҙе. Шулай уҡ Европа төбәктәре ассамблеяһы, йәнә Төбәктәр комитеты кеүек ойошмалар булдырылды.

Глобаль сәйәсәт проблемалары нигеҙҙә Ҙур һигеҙ ил һәм Ҙур егерме ил клубтары тарафынан хәл ителә; икенсеһе башлыса иҡтисади мәсьәләләрҙе ҡарай.

Иҡтисад үҙгәртергә

Иҡтисадтың глобалләшеүе — донъяның үҫеш ҡанундарының береһе. Төрлө илдәр иҡтисады, интеграциялашыу менән сағыштырғанда, үҙ-ара күберәк бәйлегә әүерелде, сөнки тармаҡ структураһын, мәғлүмәт һәм технологиялар алмашыуҙы, етештереү көстәренең урынлашыу географияһын донъя конъюнктураһы билдәләй торған иҡтисади киңлек формалашты, ә иҡтисади күтәрелештәр һәм түбәнәйеүҙәр тотош планетаны солғай.

Иҡтисадтың үҫә барыусы глобалләшеүе капиталдарҙың күсеп йөрөү күләме һәм тиҙлеге ҡырҡа артыуҙа, халыҡ-ара сауҙаның эске тулайым продукт үҫеше менән сағыштырғанда йылдамыраҡ үҫеүендә, тәүлек әйләнәһенә реаль ваҡытта эшләүсе донъя финанс баҙарҙары барлыҡҡа килеүҙә сағыла. Һуңғы тиҫтә йылдарҙа барлыҡҡа килгән мәғлүмәт системалары финанс капиталының йылдам хәрәкәт итеү һәләтен күп тапҡырҙарға арттырҙы, ә был үҡ сиратында тотороҡло иҡтисади ҡоролоштарҙы емереү һәләтенә эйә.

Иҡтисадтың глобалләшеүе — ҡатмарлы һәм ҡапма-ҡаршылыҡлы процесс. Бер яҡтан, ул дәүләттәр араһында үҙ-ара хужалыҡ бәйләнештәрен еңелләштерә, кешелектең алдынғы ҡаҙаныштарын һәр ил үҙләштерһен өсөн тейешле шарттар тыуҙыра, ресурстарҙы һаҡсыл тотоноу мөмкинлеген бирә, донъя дөйөм үҫешен көсәйтә. Икенсе яҡтан, глобалләшеү кире эҙемтәләргә — иҡтисадтың периферия моделе нығыныуға, «алтын миллиард» эсенә инмәгән илдәрҙең үҙ ресурстарын юғалтыуына — килтерә. Глобалләшеү конкуренция көрәшенә бөтә ҡатнашыусыларҙы, шул иҫәптән ҡеүәтһеҙ илдәрҙе лә, ылыҡтыра, был бәләкәй эшҡыуарлыҡтың бөлөүенә, халыҡтың йәшәү кимәле түбәнәйеүгә һ. б. килтерә.

Глобалләшеүҙең ыңғай яҡтарын мөмкин тиклем күберәк илдәргә таратыу һәм кире эҙемтәләрен йомшартыу — халыҡ-ара сәйәсәт иғлан иткән маҡсаттарҙың береһе.

Бөтә Донъя сауҙа ойошмаһы (ВТО) белдереүенсә, һуңғы ун йыллыҡтарҙа Халыҡ-ара донъя сауҙаһы күләме бөтә донъя етештереүенә ҡарағанда байтаҡҡа тиҙерәк үҫә[8]. Мәҫәлән, 1950—2000 йылдарҙа донъя сауҙаһы 20 тапҡырға, етештереү 6 тапҡырға үҫкән. 1999 йылда дөйөм экспорт күләме донъялағы етештереүгә ҡарата 26,4 процент тәшкил иткән, ә 1950 йылда был күрһәткес 8  процент ҡына булған.

Мәҙәниәт үҙгәртергә

Мәҙәни глобалләшеүгә донъяның төрлө илдәре араһында хеҙмәт һәм ҡулланыу мәҙәниәтенең оҡшаш була барыуы һәм халыҡ-ара аралашыуҙың үҫеүе хас. Бер яҡтан, был милли мәҙәниәттең айырым төрҙәренең бөтә донъяға таралыуына килтерә. Икенсе яҡтан, популяр халыҡ-ара мәҙәни күренештәр милли һыҙаттарҙы ҡыҫырыҡлай йәки уларҙы дөйөмләштерә. Күптәр быны милли мәҙәни ҡиммәттәрҙе юғалтыу тип баһалай һәм үҙ милли мәҙәниәттен һаҡлау ҡалыу өсөн көрәшкә сыға.

Яңы кинофильмдар донъяның күпселек илдәре экрандарына бер үк ваҡытта сыға, китаптар ҙа сағыштырмаса бер арауыҡта тәржемә ителә һәм, төрлө илдәр уҡыусылары араһында берсә таралып, әлеге шул бер үк ваҡытта популярлыҡ ала. Мәҙәни глобалләшеүҙә бар ерҙә тиерлек Интернет булыуы ифрат ҙур әһәмиәткә эйә. Бынан тыш, халыҡ-ара туризм йылдан-йыл киңерәк тарала бара.

World Values Survey тарафынан 65 илдә һәм донъя халҡының 75 проценты араһында үткәрелгән тикшереү һөҙөмтәләре күрһәтеүенсә, глобалләшеүгә ҡарамаҫтан төп милли ҡиммәттәр һаҡлана. Улай ғына ла түгел, глобалләшеү һәм модернизация йоғонтоһонда үҙгәрешкә дусар ителгән традицион ҡиммәттәр тергеҙелеүгә һәләтле[9].

Америкалаштырыу үҙгәртергә

Глобалләшеү йыш ҡына АҠШлаштырыу менән бер үк нәмә тип ҡарала, был XX быуаттың икенсе яртыһында донъяла АҠШ йоғонтоһо көсәйеүгә бәйләнгән. Һолливуд донъя прокаты өсөн фильмдарҙың күпселеген сығара. Донъя корпорацияларының АҠШ-та башланғыс алғандары: Microsoft, Intel, AMD, Coca-Cola, Apple, Рrocter&Gamble, Pepsi һәм башҡа күптәр. McDonald’s донъяла таралыу кимәле арҡаһында глобалләшеүҙең үҙенсәлекле символына әүерелде. Төрлө илдәрҙә урындағы McDonald’s ресторанында һатылған BigMac бутербродының хаҡын сағыштырып, The Economist журналы тарафынан төрлө валюталарҙың һатып алыу һәләте (Биг-Мак индексы) анализлана.

McDonald’sтың йыш ҡына глобалләшеү символы тип йөрөтөлөүенә ҡарамаҫтан, нығыраҡ иғтибар иткәндә, был тәғәмханаларҙағы менюҙың урындағы йолаларҙы иҫәпкә алыуы һәм төрлө-төрлө ерле ризыҡтарҙы ла тәҡдим итеүе күренер. Мәҫәлән, Гонконгта был — Сёгунбургер (кунжутлы күмәскә һалынған сусҡа ите менән салаттан торған тэрияки), Һиндостанда — Макалу Тиккибургер, картуф, борсаҡ һәм тәмләткестәрҙән вегетариан бургеры, Израилдә — МакШаверма, Сәғүд Ғәрәбстанында — МакАрабиа һ. б. Халыҡ-ара корпорацияларҙың күпселеге, мәҫәлән, Coca-Cola, нәҡ шулай эш итә[10].

Ләкин глобалләшеүгә башҡа илдәр ҙә үҙ өлөшөн индерә. Мәҫәлән, глобалләшеү символдарының береһе — IKEA — Швецияла барлыҡҡа килгән. Киң таралыу тапҡан йылдам хәбәрләшеү хеҙмәте ICQ тәү башлап Израилдә ҡулланылған, ә IP-телефония өсөн билдәле Skype программаһы эстон программистары тарафынан эшләнгән[11].

Глобаль йәмғиәт үҙгәртергә

XXI быуат башынан донъя ғилми берләшмәһендә глобаль йәмғиәт (global society) концепцияһы тарала бара, уға ярашлы, Ер кешеләре — донъяның айырым илдәрен үҙ эсенә алған локаль йәмғиәттәрҙән тороусы берҙәм глобаль йәмғиәт граждандары ул. Был концепция глобалләшеү процестарына ҡарашты һиҙелерлек ябайлаштыра, ул сағында улар глобаль берләшмә эсендәге ҡәҙимге ижтимағи әүерелешәр генә тип ҡарала ала.

Глобаль йәмғиәт идеяларын боронғо грек фекер эйәһе Диоген әйтеп ҡалдырған, ул космополит, йәғни донъя гражданы йәки космополия (донъя йәмғиәте) гражданы, төшөнсәһен ҡулланған. Ҡытай, Урта Азия, Сыңғыҙхандың Монгол империяһы халыҡтарының донъяға ҡарашында Күк аҫты — (Күк йөҙөнөң аҫтындағы) бөтә Ер һәм уның киңлектәрендә йәшәгән бар кешелек — идеяһы ҙур урын биләй. Һуңғы ваҡытта глобаль йәмғиәт теорияһын И. Валлерстайн әүҙем үҫтерә[12].

Глобалләшеүгә ҡарата тәнҡит үҙгәртергә

Глобалләшҙе антиглобалистар һәм ҡайһы бер сәйәсмәндәр генә (мәҫәлән, Уго Чавес), түгел, иҡтисадсылар һәм ғалимдар ҙа тәнҡитләй. Мәҫәлән, билдәле иҡтисадсы Джозеф Стиглиц яҙған бер нисә китапта заманса глобалләшеү тенденцияларының ҡайһы берҙәре ҡаты тәнҡитләнә. Стиглиц күп һанлы дәлилдәр һәм миҫалдар нигеҙендә уларҙың сәнәғәтте емереүен, эшһеҙлекте, фәҡирлекте арттырыуын, фәнни-техник прогресты әкренәйтеүен һәм планетала экологик һәләкәтте тиҙләтеүен иҫбатлай. Ул Бөтә донъя сауҙа ойошмаһы, Халыҡ-ара валюта фонды кеүек глобаль институттарҙы тәнҡитләй, улар глобалләшеүҙе һәм уның идеологияһын (ирекле сауҙа, сеймал ресурстарына ирекле үтеп инеү, донъя патент хоҡуғы, донъя валюталары сифатында «ҡағыҙ» доллар һәм евроны файҙаланыу, халыҡ-ара институттарҙың эске сәйәсәткә ҡыҫылыуы һ. б.) бер нисә алға киткән ил мәнфәғәтендә, планеталағы илдәрҙең күпселегенә зыян килтереп ҡуллана[13], тип иҫәпләй.

Глобалләшеү яҡлылар хәҙерге замандың барлыҡ процестары һәм уларға бәйле кире күренештәр тәбиғи һәм уларға идара итеү мөмкин түгел тип раҫлаһа, глобалләшеүҙе тәнҡитләүселәр, киреһенсә, ҙур дәүләттәр уның кире эҙемтәләрен кәметергә һәләтле тип иҫәпләй. Улар фекеренсә, быға төрлө өлкәләрҙә — тышҡы сауҙала, капиталдар хәрәкәтендә, иммиграцияла, — аҡыллы протекциялау сәйәсәте үткәреү, шулай уҡ донъя валюта системаһын реформалау аша өлгәшеп була. Улар фекеренсә, протекциялау һәм валюта курстарын билдәләүсе алтын (йәки «сеймал») стандарты индереү юлы менән глобаль иҡтисад йоғонтоһонан һаҡланылыусы 10—20 милли йәки төбәк иҡтисады («ирекле сауҙа зоналары») ойоштороу хәҙерге заман глобаль иҡтисадына альтернатива була ала.

Шулай уҡ ҡарағыҙ үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Новикова И. В. Глобализация, государство и рынок: ретроспектива и перспектива взаимодействия. Мн.: Акад. упр. При Президенте Респ. Беларусь, 2009
  2. Гринин Л. Е. Глобализация и национальный суверенитет. История и современность. № 1-2005. С. 6-31.
  3. Дергачев В. А. Глобалистика 2011 йыл 18 ноябрь архивланған.. — М.: ЮНИТИ-ДАНА, 2005. ISBN 5-238-00957-7
  4. Аттали Ж. Карл Маркс. Мировой дух. М., 2008, с.192
  5. Wallerstein I. The Modern World-System. Capitalist Agriculture and the Origins of the European World-Economy in the Sixteenth Century. New York, 1974, pp.18-80 (http://www.shpl.ru)
  6. Cambridge Economic History of Europe, Cambridge, 1989, Vol. VIII, pp. 1, 90-91
  7. Cambridge Economic History of Europe, Cambridge, 1989, Vol. VIII, p. 94
  8. Электронная библиотека Гуманитарного института - Гуманитарный институт (г. Москва) 2013 йыл 30 июль архивланған.
  9. Гемават, Панкадж , 2013, с. 260
  10. Гемават, Панкадж , 2013, с. 262
  11. Skype — A Baltic Success Story 2007 йыл 27 сентябрь архивланған. (инг.)
  12. И. Валлерстайндың Глобаль йәмғиәт теорияһы — схема(недоступная ссылка)
  13. Stiglitz J. Globalization and its Discontents. London, 2002; Stiglitz J. Making Globalization Work. London, 2006

Әҙәбиәт үҙгәртергә

  • Панкадж Гемават. Мир 3.0: Глобальная интеграция без барьеров. — М.: Альпина Паблишер, 2013. — 415 с. — ISBN 978-5-9614-4438-4.
  • С. Н. Гавров, М. Лайтман, Б. В. Марков, А. Д. Сахаров, А. Я. Флиер и др. Новая цивилизация: глобализация и культура. — Самара: Самарский научный центр РАН, 2007. — 351 с. — ISBN 5-9342-4195-4.

Һылтанмалар үҙгәртергә

 день))