Афина

(Афиндар битенән йүнәлтелде)

Афина (грек. Αθήνα) — Грецияның, Аттика номының һәм Афина номархияһының (префектураһының) баш ҡалаһы. Үҙәк Грецияла урынлашҡан, ул- илдең иҡтисади, мәҙәни һәм административ үҙәге. Ҡурсалаусыһы булған Афина алиһәһе хөрмәтенә аталған тип иҫәпләнә. Афина бик бай тарихҡа эйә; классик осорҙа (б.э.т. V быуатта) ҡала-дәүләт, үҙ үҫешенең иң юғары дәрәжәһенә еткән. Бының менән ул унан һуңғы Европа мәҙәниәте үҫешенең күп тенденцияларын билдәләгән. Был ҡала менән Европала философияға нигеҙ һалған Сократ, Платон һәм Аристотель кеүек философ, драма жанрына нигеҙ һалған Эсхил, Софокл һәм Еврипид кеүек трагиктар исеме бәйле. Боронғо Афинаның сәйәси ҡоролошо демократия булған.

Ҡала
Афина
Αθήνα
Герб
Герб
Ил

Греция

Периферия

Аттика

Префектура

Афина

Координаталар

38°00′ с. ш. 23°43′ в. д.HGЯO

Эске бүленеш

7 муниципаль район

Мэр

Георгиос Каминис

Беренсе мәртәбә телгә алынған

б.э.т. XV быуат

Майҙаны

412 км²

Бейеклеге

20 м

Климат тибы

субтропик

Рәсми теле

грек

Халҡы

655 780[1] кеше (2011)

Тығыҙлығы

7 462 (ҡала)
1 276 (агломерация) кеше/км²

Агломерация

3 737 550

Милли состав

гректар

Конфессиональ составы

православдар

Этнохороним

афинлы, афинлылар

Сәғәт бүлкәте

UTC+2, йәйге UTC+3

Телефон коды

+30 210

Почта индексы

10x xx, 11x xx, 120 xx

Һанлы танытмалар
Автомобиль коды

BK, BM, BN, BP, HY, IA, IB, IE, IK,
IM, IO, IP, IT, IX, IY, IZ, OA, TT, XE, XH, XP, XT, XX, XY,
XZ, YA, YB, YE, YH, YZ, ZH, ZK, ZM, ZZ

Рәсми сайт

cityofathens.gr
 (грек) (инг.)

Афина (Греция)
Афина
Афина

Афина агломерацияһы территорияһы — 412 кв.км. Был территория Эгалео (Αιγάλεω), Парнита (Πάρνηθα), Пендели (Πεντέλη) һәм Имито (Υμηττό) тауҙары менән уратып алынған. Ҡала халҡының һаны ил халҡының 1/3 өлөшөн тәшкил итә һәм 2001 йылғы халыҡ иҫәбен алыу буйынса 3 361 806 кеше. Шулай итеп, бер 1 кв.км. 8 160 кеше тура килә. Ҡала үҙәгенең бейеклеге диңгеҙ кимәленән 20 метр бейеклектә. Ҡала биләмәһе рельефы күп төрлө, бында тигеҙлектәр ҙә, тауҙар ҙа бар.

Этимологияһы

үҙгәртергә

Борон «Афина» күплек исем булған— Ἀθῆναι [atʰɛ̑ːnaɪ]. 1970 йылдарҙа кафаревустан баш тартыу сәбәпле— Αθήνα [aˈθina] — рәсми исемгә әйләнә (ед.число)..

Был атаманың килеп сығыуы тураһында бер нисә гипотеза бар. Береһе боронғо грек мифы буйынса— Афина исемен ҡала алиһә Афинаның диңгеҙ илаһы Посейдон менән бәхәсенә бәйле. Афина ҡалаһының легендар батшаһы, Гея алиһәнең улы Кекроп (яртылаш кеше, яртылаш йылан) кем ҡаланың ҡурсалаусыһы булырын билдәләргә тейеш булған икән. Ике илаһ— Афина менән Посейдон — ҡалаға иң шәп бүләк бирергә тейеш, кемдең бүләген ҡала кешеләре иң шәбе тип таба, шул ҡалананың ҡурсалаусыһы булырға тейеш була[2].

Кекроп алдында Посейдон өс йәпле һәнәге менән ергә ҡаҙай, ерҙән бер юлы өс шишмә урғылып сыға. Грецияла бик эҫе, таулы, һыу унда һәр саҡ кәрәк, тик шишмә һыуы тоҙло булып сыға. Афина үҙенең һөңгөһө менән ергә һуға, ерҙән бәләкәй генә ағас үҫеп сыға— был зәйтүн ағасы (оливковое) була. Ҡала халҡына Афинаның бүләге оҡшай һәм уны ҡурсалаусы итеп һайлайҙар. Шулай итеп, Афина исеме ҡалаға бирелә. Посейдонды һайламағас, Афинала һәр саҡ һыу етешмәй. Был проблема әле лә һиҙелә[2][3].

Икенсе вариант: Афина (греч. Αθήνα) «Афон» (греч. άθος), «сәскә» (греч. άνθος) һүҙенән алынған.

 
Афиналағы Парфенон. 2013йыл

Афина- борондан ҙур, ҡеүәтле ҡала була, ул- грек мәҙәниәтенең иң мөһим үҙәктәренең береһе. Грецияның алтын быуаты осоронда (б.э.т.500 — б.э.т. 300 йй) ҡала мөһим мәҙәни үҙәк була. Алтын быуаттан һуң Рим имерияһы ваҡытында ла Афина әһәмиәтле ҡала булып ҡала.

Философия мәктәптәрен 529 йылда Византия императоры Юстиниан I яба. Бынан 200 йыл элек Византия империяһында христианлыҡ рәсми дин булып таныла. Афина элекке бөйөклөгөн юғалта һәм ғәҙәти провинциаль ҡалаға әйләнә. XIII—XV быуат араһында был ҡаланы Византия, Латин империяһынан француз һәм итальян рыцарҙары ҡулға төрөшөргә тырыша. XIII быуатта Афина герцоглығы булдырыла.

1458 йылда ҡаланы төрөктәр яулап ала, ул Ғосман империяһы ҡулы аҫтында ҡала. Византия империяһы ҡолағас, халыҡтың йәшәү шарттары насарая, ҡалала йәшәгән халыҡ һаны бик ныҡ әҙәйә. Ҡаланың күп кенә райондары (шулай уҡ бик күп боронғо тарихи биналар) XVII—XIXбыуаттарҙа юҡ ителә,ә ҡалала бер нисә төркөм хакимлыҡ итә. Афинаның хәленә Төркиә менән Венеция Республикаһы араһындағы һуғыштар ҙа тиҫкәре тәьҫир иткән. Венеция генералы Франческо Морозини ҡаланы штурмлағанда 1687 йылдың 22 сентябрендә Парфенон Венеция артиллерияһы тарафынан емерелә[4].

Яңы грек осоро

үҙгәртергә

1833 йылда Афина яңынан булдырылған Греция короллеге (ҡалала был ваҡытта 5мең кеше йәшәй) баш ҡалаһына әйләнә. 1834 йылда Афинаға грек короле Оттон Баварский килә.Йәш король ҡаланы ҡабаттан тергеҙергә һәм уға элекке бөйөклөгөн ҡайтарырға теләй. Афинаға саҡырып килтерелгән архитекторҙар Лео фон Кленце һәм Теофил фон Хансен бер нисә төп урамды яңы классик стилдә яңынан төҙөй, мәҫәлән, Синтагма майҙанын, Афина университетын, Милли паркты, , «Заппион» күргәҙмә залын булдыра. 1896 йылда яңынан тергеҙлегән, тотош мәрмәрҙән төҙөлгән Панатинаикос стадионында[5] Беренсе хәҙерге заман Олимпия уйындары үтә.

XX быуат башында археология һәм реставрация эштәре әүҙемләшә. 1920 йылдарҙа ҡалала 2 млн яҡын кеше йәшәй, Греция һәм Төркиә араһындағы килешеү буйынса Грецияға элекке Афина кешеләре, уларҙың вариҫтары, Кесе Азия нан ҡыуылған гректар ҡайта. 1913 йылғы Лондон һәм Бухарест килешеүе буйынса (1912—1913 йылдарҙағы Беренсе Балҡан һуғышы һөҙөмтәләре буйынса), Греция территорияһы, халҡы ике тапҡырға арта, Афина оҙаҡламай башҡа Европа баш ҡалалары араһында лайыҡлы урын ала.

Икенсе донъя һуғышы ваҡытында Афинаны немец ғәскәрҙәре баҫып ала. Һуғыштан һуң Афинала, тотош Грецияла, грек иҡтисади һикереше була, ул 1980 йылдарға тиклем дауам итә . Был ваҡытта инде баш ҡалала халыҡтың күплеге нә бәйле һәм транспорт проблемалары үҙен һиҙҙерә башлай. Грецияның 1981 йылда Европа Союзына инеүе Афинаға инвестициялар ғына түгел, урбоэкологик проблемалар ҙа алып килә. 1990 йылдар буйына ҡала властары заманса смог (төтөн) менән көрәш сараларын индерә, бөгөн смог хатта Цельсий буйынса 40 градус булғанда ла һиҙелмәй. Транспорт менән хәлде яҡшыртыуға электән булған магистралдәрҙе яңыртыу һәм яңы магистралдәр төҙөү ярҙам итте. Был эштәр 2004 йылғы Йәйге Олимпия уйындары алдынан башҡарылды (мәҫәлән, Афина метрополитенының яңы тармағы).

Хәҙерге Афина— антик ҡомартҡылар булған мегаполис, унда ҡыҙыҡлы төнгө тормош бара, ҡалала бөтә донъяға билдәле сауҙа үҙәктәре бар. 2004 йылда бында 28-есе Йәйге Олимпия уйындары үтә.

2008 йылдың декабрендә Афинала күп халыҡ ҡатнашлығында тәртипһеҙлектәр була, улар тиҙ арала бөтө Грецияға тарала, тотош Европаны хафаға һала. Был тәртипһеҙлектәр 6 декабрҙә 16 йәшлек егетте Афина полицияһы хеҙмәткәре үлтереүгә бәйле башлана. 2010 йылда Афина Грециялағы протестар һәм забастовкалар үҙәгенә әйләнә (2010—2012).

Ҡалала Athens Wireless Metropolitan Network сымһыҙ бәйләнеш селтәре эшләй.

Афина Аттика ярымутрауындағы Афина тигеҙлегендә урынлашҡан, ул көнбайыштан Эгалео тауы менән, Пойкилон (грек)баш. — төньяҡ- көнбайыштан, Парнис төньяҡтан , Пенделикон төньяҡ- көнсығыш Имитос менә уратып алынған, ә унан көньяҡ-көнбайышта- Сароникос боғаҙы. Афина хәҙер тигеҙлекте тотош баҫып алған һәм Көнбайыш ,Аттика һәм Көнсығыш Аттикала Месогея тигеҙлеге иҫәбенә үҫә[6]. Ҡала ситендәге райондар үҫә, һәм бөгөн Палини (Аттиканың көнсығышындағы ҡала)- Афинаның көнсығыш сите, Айос-Стефанос —төньяҡ-көнсығыш , Ахарне— төньяҡ, Ано-Льосия — төньяҡ- көнбайыш, Мосхатон — көнбайыш һәм Вари —Афинаның көньяҡ сите. Ҡала уртаһынан Пенделикон- Парнис тауынан төшкән Кифисос йылғаһы аға, Сарникос ҡултығының Фалирон бухтаһына ҡоя һәм Пирейҙы Афинаның ҡалған өлөшөнән айырып тора.

Был ерҙәрҙең үҙенсәлектәре һәм Афина урыны йыш ҡына температура инверсияһын булдыра, ә был атмосфераның бысраныуына килтерә. Лос-Анджелес та шундай уҡ урында урынлашҡан, унда ла транспорт хәрәкәте бик көслө, был шундай уҡ проблемалар тыуҙыра. Ер ташлы һәм уңдырышһыҙ, Афина һәүерташынан һәм эзбизташтан тора

Хәҙер Афинала өс йылға аға: Кифисос, Илисос (ҡушылдығы Эридан менән бергә) һәм Пикродафни. Көньяҡ- көнсығыш ситендә Вулиагмени күле бар.

 
Афина

Архитектураһы һәм төҙөлөшө

үҙгәртергә

Афинаның Метрополитен районында 2011 йыл халыҡ иҫәбен алыу буйынса 3 753 783 кеше (ваҡытлыса йәшәүсе 500 000 иммигрант). Был бөтә Греция халҡының өстән бер өлөшө.

Боронғо Афинаның үҙәге Акрополь тирәләй була, был әлеге Тисио һәм Плака райондары. Был урындар хәҙер Синтагма майҙаны, Копонаки һәм Ликавит менән бергә туристик үҙәк булып тора. Монастираки- иң ҙур сауҙа һәм туризм үҙәге . Хәҙерге ҡала үҙәге- Синтагма майҙаны, унда Король һарайы (Греция парламенты), башҡа иҫтәлекле биналарурынлашҡан. Икенсе донъя һуғышынан һуң өс йыл эсендә бик күп күп ҡатлы биналар төҙөлә, бөгөн улар ҡаланың заманса йөҙөн билдәләй.

Афина университетының Панепистимиу проспектындағы иҫке бинаһы Греция милли китапханаһы һәм Афина академияһы менән бергә ҡалалағы иң матур биналарҙан һанала. Был «Афина трилогияһы» тип йөрөтөлгән өс бина XIX быуатта төҙөлгән. Шулай ҙа уҡыу йорттары Зографуға (греч. Πανεπιστημιούπολη Ζωγράφου) күсерелә. Афина политехник университеты Европалағы иң ҙур уҡыу йорттарының береһе, Афина иҡтисад һәм бизнес университет ы ла иң ҙурҙарҙан һанала.

1990 йылдар башында Греция мәҙәниәт министры Мелина Меркур Афиналағы археологик тикшеренеүҙәрҙе интеграциялау буйынса программаға заказ бирә[7]. 2000 йылдар башында Акрополь тауы итәгендәге Иера Одос һәм Плака, Псири һәм Тисио йәйәүлеләр зонаһы тип иғлан ителә[8][9].

2010 йылдың июнендә Греция мәҙәнәит минситры Тина Бирбили ҡаланың тарихи үҙәген унификациялауҙың һуңғы стадияһының проекты менән таныштырҙы: Королева Ольга проспектын үҙгәртеп ҡорғандан һуң йәйәүлеләр зонаһы, «Заппион» күргәҙмә залы һәм Милли баҡсалар Олимпия Зевсы ҡорамы менән тоташтырыла; Панатинаикос стадионы Керамик районы, Гази районы менән 4 км йәйәүлеләр юлы менән тоташтырыла. Проект хаҡы — 4 млн евро[10]. «Афины-Аттика 2014» регионын үҫтереү проекты эшләнә, уның буйынса ҡала зонаһына ингән территорияны арттырыу тыйыла, транспорт инфраструктурһын һәм Айос-Пантелеимонас]] районында, Театр майҙанында һәм Колонда торлаҡ-коммуналь өлкәне яҡшыртыу күҙаллана[11][12]. 1971 йылдан алып ҡалалағы иң бейек бина булып Афина башняһы 1 ҡала, уны төҙөгән осорҙа ул Балҡан ярымутрауында иң бейек бина булла, ул —Грециялағы берҙән-бер күккә олғашҡан бина (небоскрёб)[13].

Афинаның административ бүленеше

үҙгәртергә

Афина 1834 йылда Грецияның баш ҡалаһы тип иғлан ителә, уға тиклем ваҡытлыса баш ҡала булып Нафплион тора (1829 йылдан бойондороҡһоҙлоҡтоң тәүге йылдарында). Афина коммунаһы — Афина үҙәкләштерелмәгән администрацияһы , Аттика периферияһы һәм Үҙәк Афинаның периферия берәмеге.

Афина исеме менән Афина коммунаһы, Ҙур Афина һәм Афина ҡала агломерацияһы ла атала.

Афина коммунаһы

үҙгәртергә

Афина (греч. Δήμος Αθηναίων) коммунаһы—Грецияның иң күп кеше йәшәгән коммунаһы (664 046 кеше- 2011 йыл мәғлүмәте)[14], улар 38,964 км² майҙанда йәшәй[15].Афина мэры— димарх. Коммуна 7 берәмеккә бүленә.Ләкин ҡаланың тарихи райондарға бүленеше лә һаҡлана, мәҫәлән, Плака, Монастираки, Колонаки, Петралона, Панграти, Амбелокипи, Илисия, Зографос (ҡала), Экзархияһәм башҡа.

Афина коммунаһы өлөштәре

үҙгәртергә

Афина коммунаһына 34 бәләкәйерәк коммуна инә.

 
7 сообществ общины Афин

Афина коммунаһы 7 өлөшкә бүленә, уларға 1- 7 һандар бирелгән: 1-се өлөшкә ҡала үҙәге һәм сауҙа өсмөйөшө инә (Синтагма майҙаны—Монастираки —Омониас майҙаны);
2-се өлөшкә көньяҡ-көнсығыш Неос-Козмостан Пангратиға тиклем инә;
3-се көньяҡ-көнбайыш (Астероскопио, Петралона һәм Тисио);
4-се төньяҡ- көнбайыш кварталдар (Колон, Платон Академияһы, Сеполия, Вотаникос, Профитис-Даниил);
5- се төньяҡ Патисиянан Пробонасҡа тиклем;
6-се үҙәк кварталдарҙың төньяғы (Айос-Пантелеимонас, Кипсели районы);
7-се төньяҡ-көнсығыш кварталдар (Амбелокипи, Эритрос-Ставрос, Полигоно).
Барлыҡ коммуна өлөштәрендә лә власть һәм бөтә сәйәси партияларҙың вәкиллектәре бар.

Ҙур Афина

үҙгәртергә

Афина коммунаһы Ҙур Афинаның үҙәге булып тора, унда тағы 34 өлөш бар, улар дүрт периферия бермәектәрен тәшкил итә: Үҙәк Афина, Төньяҡ Афина, Көнбайыш Афина, Көньяҡ Афина. Ҙур Афина майҙаны — 361 км². 2011 йылғы мәғлүмәттәр буйынса халыҡ һаны- 2 641 511кеше. Тығыҙлығы— 7317,2 кеше/1 км². 2010 йылдың аҙағына улар Афина номына инә.

Оло Пирей

үҙгәртергә

Пирей коммунаһы һәм тағы ла дүрт бәләкәйерәк коммуна Пирей периферия берәмеген тәшкил итә, йәки Оло Пирей.

Афина ҡала агломерацияһы

үҙгәртергә
 
Афина ҡала агломерацияһы

Оло Афина менән Большой Пирей Афина ҡала агломерацияһына инә. Ҡала агломерацияһы майҙаны — 412 км². Ҡала агломерацияһында тотош Греция халҡының 1/3 өлөшөн тәшкил итә, 2011 халыҡ иҫәбе буйынса 3 090 508 кеше.Ҡала агломерацияһында халыҡ тығыҙлығы— 7500 кеше/1 км².

Афина метрополитен районы

үҙгәртергә

Көнсығыш һәм Көнбайыш Аттика менән бергә Афина ҡала агломерацияһы Афина метрополитен районын тәшкил итә. Метрополитен районы — 2928,717 км².Метрополитен районы халҡы— 3 753 783 кеше, 2011йыл мәғлүмәте буйынса. Халыҡ тығыҙлығы— 1281,7 кеше/ 1 км².

Периферийные единицы Больших Афин, афинской городской агломерации и афинского метрополитенского района
Периферийные единицы Население (2011)
Центральные Афины 1 029 520 Большие Афины
2 641 511
Афинская городская агломерация
3 090 508
Афинский метрополитенский район
3 753 783
Северные Афины 592 490
Западные Афины 489 675
Южные Афины 529 826
Пирей 448 997 Большой Пирей
448 997
Восточная Аттика 502 348
Западная Аттика 160 927

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Родившиеся в Афинах

Боронғо Афина граждандары

Тесей —б.э.т. XIII быуаттаы Афинаның иң беренсе батшаларынан, ҡалаға нигеҙ һалыусы;
Солон — б.э.т. VI быуаттағы ҡануни һәм шағир, билдәле ете аҡыл эйәһенең береһе];
Писистрат —б.э.т. VI быуаттағы Афина тираны (хакимы);
Мильтиад Младший — ғәскәр башлығы ( б.э.т. V быуат), Марафон янындағы фарсиҙар менән алышта еңеүсе;
Фемистокл —ғәскәр башлығы(б.э.т.Vбыуат.), Саламин янындағы алышта фарсиҙарҙы еңеүсе;
Перикл —сәйәсмән, б.э.т. V быуаттағы Афина етәксеһе, уның дәүерендә Афина үҫеше буйынса иң юғары нөктәгә етә;
Софокл — б.э.т.V быуат шағиры һәм драматургы;
Сократ — б.э.т. V быуат аҙағындағы философ, философияла Сократ мәктәптәренә нигеҙ һалыусы;
Алкивиад —ғәскәр башлығы һәм сәйәсмән, Спартаға ҡаршы Пелопоннес һуғышында Афина етәксеһе;
Антисфен — философ, Сократ уҡыусыһы, кинизмға нигеҙ һалыусы һәм уның төп теоретигы;
Аристофансатирик һәм комедиограф, «комедия атаһы»;
Ксенофонт — яҙыусы, философ һәм тарихсы, Сократ уҡыусыһы;
Платон — философ, Сократ уҡыусыһы, Аристотель уҡытыусыһы;
Демосфен —сәйәсмән, билдәле оратор;
Эпикур — философ, эпикуреизмға нигеҙ һалыусы;
Менандр — комедиограф, Яңы Аттика комедияһы оҫтаһы ;

Византия һәм Византия осоронан һуңғы Афинала тыуған билдәле кешеләр

Кодрат Афинский (?—130) — изге апостол һәм изге дин өсөн ыҙа сиккән, етмеш апостолдың береһе. Рим папаһы Гигин ( (?—140) —136 - 140 йылдарҙа Рим епискобы.

Плутарх Афинский — философ-неоплатоник, б.э.т. V. быуат

Лаоник Халкокондил (1423—1490) — билдәле Византия тарихсыһы

Димитрий Халкокондил (1424—1511) — грек, һуңыраҡ итальян гуманисы, Яңырыу осорондағы ғалим, философ һәм яҙыусы.

Галанос Димитриос (1760—1833) — философ, һуңғы йөҙйыллыҡтар ҙа иң билдәле индолог, ярты ғүмерен Һиндостанда үткәрә, шунда уҡ вафат була.

Афинаның иҡтисады XIX быуаттың икенсе яртыһында Грек революцияһы тамамланып, Греция дәүләте булдырылғандан һуң ныҡлап күтәрелеп китә. Афинаның баш ҡалаға әүерелеүе, сәнәғәт предприятиелары барлыҡҡа килеү ҡаланы Грециялағы урбанизация процессы үҙәгенә ҡуя . Ҡаланың иҡтисад һәм география яғынан уңайлы урыны уның үҫешенә булышлыҡ итә, бында илдең төп юлдары алыҫ диңгеҙ юлдары менән киҫешә. Бында мөһим тимер юлдар киҫешә, Грецияның «диңгеҙ ҡапҡаһы» — Пирей порыт, Элефтериос Венизелос" халыҡ-ара аэропорты бар. Уның халҡы 1919—1922 йылдарҙағы Грек -төрөк һуғышынан һуң төрлө ерҙән күсеп килгән гректар иҫәбенә арта.

 
Греция банкы

Оло Афинала илдең бөтә эшкәртеү сәнәғәтендә эшләүселәрҙең 50 % йәшәй. Баш ҡала сәнәғәте илдә етештерелгән электр энергияһының 80 % тотона һәм бөтә Греция сәнәғәте продукцияһының 70 % етештерә[16]. Оло Афинала туҡыу, тегеү, тире һәм аяҡ кейеме етештереү, аҙыҡ-түлек, металл эшкәртеү, металлургия, химия, полиграфия һәм башҡа сәнәғәт өлкәләре предприятиелары урынлашҡан. Афина яҡын-тирәһендә һуғыштан һуң төҙөлгән объекттар—Аспропиргостағы Aspropyrgos Refinery нефть эшкәртеү заводы, Скарамангас Hellenic Shipyards караптар верфе [17], Элефсис металлургия зводы[16] һ.б.айырым урын биләй.

Афина — илдең иң ҙур сауҙа һәм финанс үҙәге, мәҫәлән, Афинала йыл һайын 2,5 млн тоннанан артыҡ нефть эшкәртелә. Оло Афина аша Греция импортының 70 % һәм экспортының 40 % үтә[16]. Афинала Грецияның иң ҙур банк учреждениелары—Греция Банкы, Грецияның Милли Банкы, Emporiki Bank, Piraeus Bank һәм башҡалар урынлашҡан.

2009 йыл аҙағында Афина бөтә Греция кеүек ауыр хәлдә ҡалды. Йоргос Папандреу хөкүмәтенең кризисҡа ҡаршы саралар программаһы дөйөм милли забастовкаларға килтерҙе. 2010 йылда Афина Грецияла барған забастовкалар, тәртипһеҙлекәр һәм теракттар үҙәге булып ҡалды (2010—2012)[18].

2017 йылда Греция иҡтисады терелә башланы: Грецияға килгән сит ил инвестициялары, Enterprise Greece рәсми матбуғат агенствоһы мәғлүмәттәре буйынса, 2016 йыл менән сағыштырғанда 30 % артты һәм 3,6 млрд евроға етте. Греция ВВП-һы үҫә башлай. 2017 йылда йән башына килем (ЕЦБ) һуңғы биш йыл эсендә тәүге тапҡыр арта.[19]

Транспорт

үҙгәртергә
 
Афина трамвайы
 
Монастираки метро станцияһы

Афинаға ике юл менән барып була: ҡалаға төньяҡтан килеүсе Афина — Ламия милли автострадаһы һәм көнбайыштан килеүсе Афина — Коринф автострадаһы. Афинаға Пирей, Рафина һәм Лаврион аша барырға була. Бынан тыш халыҡ-ара «Элефтериос Венизелос» аэропорты бар. Афинала әлегә Грецияла берҙән-бер метрополитен эшләй. Йәмәғәт транспорт системаһы троллейбус, автобустар, рельс транспортынан (метрополитен, ҡала яны электропоездары һәм трамвай) тора. Афиналағы бөтә транспорт та кондиционерҙар ҡуйылған.

Афина метрополитены— бөгөн донъялағы иң алдынғы метрополитен. Ул өс линиянан тора, картала улар өс төҫ менән билдәләнә.Йәшел линия —хәҙерге метрополитенда иң тәүгеһе, ул Афина үҙәген Пирей һәм Кифисья менән тоташтыра. Ҡалған ике линия XX быуаттың 90 йылдарында төҙөлгән һәм 2000йылда эшләй башлаған. Был линиялар бары тик ер аҫтынан 20 м тәрәнлектә үтә һәм туннелдең киңлеге- 9 метр. Күк линия Эгалеоны аэропорто менән, ҡыҙыл линия Эллинико (Ελληνικό) Анфуполи (Ανθούπολη) менән тоташтыра. -Афина трамвайы тиҙ йөрөшлө транспорт, метро кеүек минутына тиклем теүәл йөрөй. Трамвайҙың өс тармағы бар. Береһе диңгеҙ буйлап, Фалиронан (Пирей янында) Вулаға тиклем, икенсеһе беренсеһенән «Эдем» пляжы янында айырылып , ҡала үҙәгендәге Синтагма майҙанына бара, Синтагма майҙанына , ҡала үҙәгенә Вуланан килә. Шулай итеп, трамвай линиялары «өс япраҡ» булдыра

— Автобус паркы ДВС автобустарынан ([улар дизельяғыулығы һәм тәбиғи газда эшләй) һәм Афина троллейбустарынан тора.

— Ликавит тауына фуникулёрҙа менеп була, был трасса тау эсендә урынлашҡан. Йәйен ул 8.45 сәғәттән төнгө 0.45 тиклем эшләй (кесаҙна 10.45 −0.45 сәғәттә) һәм ҡышын 8.45 −0.15 (кесаҙна 10.45 — 0.15 сәғәттә).

Афинала бик күп такси эшләй (һары төҫтә). Афинала такси башҡа илдәргә ҡарағанда арзаныраҡ, тик хеҙмәтләндереү сифаты түбәнерәк.

Элефтериос Венизелос аэропорты Афинана көнсығыштараҡ, Спата янында урынлашҡан, уны ҡала менән автомобиль юлы, тимер юл һәм метро линияһы бәйләй. Афиналағы ике автомобиль юлы: Афина — Патра (ΕΟ8α, Европа маршруты E65|E65]]/Европа маршруты E94|E94]]) һәм Афина — Салоники (EO1, Европа маршруты E75|E75]]), һәм уларҙы тоташтырыусы тышҡы ҡулса (Аттика (грек)баш.) Элефсис янында башлана һәм халыҡ-ара аэропортянына тиклем бара.

Ҡомартҡылар

үҙгәртергә

Боронғо Греция һәм Боронғо Рим осоро ҡомартҡылары:

Афина акрополе
Ел башняһы
Дионис Театры
Ликавит
Одеон Герода Аттика
Афина агораһы
Олимпия Зевсы ҡорамы
Ареопаг
Стоя Аттала
Адриан китапханаһы
Гефест ҡорамы
Панатинаикос ҡорамы

 
Национальный исторический музей Греции и статуя Теодороса Колокотрониса

Афинала милли сәнғәттең ҡаатланмаҫ өлгөләре һаҡлана. Акрополь музейында һәм Милли археология музейында бик күп скульптураларҙы, бигерәк тә архаика осоро скульптураларын күрергә була. Унда б.э.т. 5 века пластика ҡомартҡылары һаҡлана. —Зевстың бронза һыны, классик осор наисктар барельефтары һәм б.э.т.3—2 мең йыллыҡтар бороғо грек керамикаһының ҙур коллекцияһы. Урта быуат иконалары һәм башҡа художество әйберҙәре Византия музейында туапланған . Этнографик материалдың һәм халыҡ сәнғәтенең бай коллекцияһы Бнаки тарих һәм этнография музейында күрһәтелә. Афинала ике йөҙҙән артыҡ музей һәм шәхси галерея бар, улар араһында иң ҙурҙары[20][21]:

Керамик археология музейы
Византия һәм Христиан музейы (Bασ. Σοφίας 22)
Милли Археология музейы (Τοσίτσα 1)
Милли Тарих музейы (Σταδίου 13 και Κολοκοτρώνη)
Театр музейы (Ακαδημίας 50)
Акрополь музейы
Боронғо Агора музейы
Элефтерио Венизелос музейы (Πάρκο Ελευθερίας)
Грек халыҡ сәнғәте музейы (Κυδαθηναίων 17)
Грек балалар сәнғәте музейы (Κόδρου 9)
Грек халыҡ музыка ҡоралдары музейы (Διογένους 1-3)
Ислам сәнғәте музейы]] (Ασωμάτων 22 & Διπύλου)
Афина университеты музейы (Θόλου 5)
Канеллопулос музейы (Θεωρίας 12 και Πανός)
Киклда сәнғәте музейы (Νεοφύτου Δούκα 4)
Бенаки музейы(Κουμπάρη 1 και Πειραιώς 138)
Афина ҡалаһы музейы (Παπαρρηγοπούλου 7)
Акрополдәге Яңы музей (Μακρυγιάννη 2-4)
Нумизматика музейы (Πανεπιστημίου 12)
Балалар музейы (Κυδαθηναίων 14)
Һуғыш музейы (Ριζάρη 2)
Тимер юл музейы (Σιώκου 4)
Почта музейы (Πλατεία Παναθηναϊκού Σταδίου 5)
Музей-караптар «Олимпия (трирема)» (боронғо грек триремаһы реконструкцияһы) һәм «Георгиос Авероф» (броненосный крейсер)- Афиналағы Фалер ҡалаһында

Башҡа иҫтәлекле урындар: -Кесариани монастыре
-Беренсе Афина зыяраты

 
Матч Олимпиакос — Челси, Лига чемпионов 2008, стадион Караискакис

Афинала иң яратҡан спорт төрҙәреспорта — футбол һәм баскетбол. Ике Олимпия уйыны үткән урын— 1896 һәм 2004 йылдарҙа. 2004 йылғы Йәйге Олимпия уйындарын үткәреү өсөн Афина олимпия комплексын яңыртып ҡорорға тура килә, хәҙер ул донъялағы иң матур к комплекстарҙың береһе тип иҫәпләнә[22]. Уның стадионы-Грецияның иң ҙур стадионы, бында УЕФА-ның чемпиондар лигаһының ике финалы уҙғарыла—1994 һәм 2007йылдарҙа.

Илдең икенсе ҙур стадионы— Караискакис, ул Пирейҙа урынлашҡан. 1971 йылда ул УЕФА кубогы финалын ҡабул итә. Афинала өс баскетбол Евролигаһы матчы үтә: тәүгеһе- 1985 йылда;икенсеһе — 1993 йылда «Тыныслыҡ һәм Дуҫлыҡ» стадионында, уны SEF тип беләләр—был Европалағы иң ҙур һәм шәп ябык арена[23];өсөнсөһы— 2007 йылда ябыҡ Олимпия стадионында. Греция баш ҡалаһында бынан тыш башҡа бик күп спорт төрҙәре буйынса ярышатар үтә,мәҫәлән, еңел атлетика, волейбол, һыуҙағы поло һәм башҡа.

1972 йылдан алып Афинала йыл һайын Халыҡ-ара ңел атлетика «алтын статусына» эйә булған Афин классик марафоны үтә[24]. 2011 йылдың ғинуарында Халыҡ -ара марафондар һәм йүгереүҙәр ассоциацияһы Греция мәҙәниәт һәм туризм министрлығы менән үҙенең штаб-квартираһын Грецияға күсереү туаһында килешеү төҙөнө[25].

Афинала өс престижлы мультиспорт клубы эшләй: Олимпиакос, Панатинаикос (футбол клубы) һәм АЕК. Был клубтарҙың футбол подразделениелары P.O.K. — грек. Podosfairikes Omades Kentrou ассоциацияһын булдыра. Был ассоциация 1972 йылда Греция футбол федерацияһы менән финанс мәсьәләһе буйынса бөхәс арҡаһында бергә килешеп ил чемпионатында ҡатнашмаҫҡа ҡарар ҡабул иткәндән һуң барлыҡҡа килә. Ул сезонда клубтар бер-береһе менән тик иптәштәрсә матчтарҙа ғына уйнай.

Баскетбол Грецияла 1968 йылдан АЕК клубына Куьок тотоусылар Кубогын биргәндән һуң ғына тарала башлай . Был уйын менән ҡыҙыҡһыныу 1987 йылдан, 2005йылдарҙан һуң Греция командаһының Европа чемпионатында еңеүенән һуң айырыуса көсәйә. «Панатинаикос» — Евролиганың биш тапҡыр чемпионы (1996, 2000, 2002, 2007, 2009), «Олимпиакос» —өс тапҡыр (1997, 2012, 2013). Греция баш ҡалаһының иң билдәле профессональ баскетбол командалары: «Олимпиакос», «Панатинаикос», АЕК, «Паниониос», «Панэллиниос», «Марусси».

Олимпия уйындары

үҙгәртергә

Олимпиада 1896

үҙгәртергә
 
Открытие Олимпиады 1896

1894 йылдың 23 июнендә Сорбоннала (Франция) Халыҡ-ара Олимпия комитетының тәүге конгрессы үтә.Уны барон Пьер де Кубертен йыя, уның уйынса тәүге яңыртылған Олимпия уйындары 1900 йылда Парижда Бөтә донъя күргәҙмәһе ваҡытында булырға тейеш була. Ләкин конгресҡа Боронғо Олимпия уйындары тураһында доклад уҡырға саырылған грек тәржемәсеһе һәм яҙыусыһы Димитриос Викелас Олимпиаданы Афинада үткәрергә тәҡдим итә. Был боронғо традициялар менән бәйләнеште тергеҙеү булыр ине[26]. Конгрессбыл идеяны яҡлап сыға, Викеласты Халыҡ-ара Олимпия комитетының тәүге президенты итеп һайлап ҡуялар, сөнки устав буйынса был вазифаны тик Олимпиаданы ҡабул итеүсе илдең вәкиле генә биләй ала..

Ул саҡтағы Греция премьер-министры Харилаос Трикупис Кубертен идеяһына ҡырҡа ҡаршы сыға. Был ҙур сараны әҙерләү өсөн дәүләттең ул тиклем аҡсаһы юҡ тип иҫәпләй, ләкин Греция короле Георг I был идеяны хуплай һәм эре грек промышленниктарына һәм коммерсанттарына мөрәжәғәт итә. Трикупис отставкаға китә. Георгиос Аверофф Панатинаикосты—ярыштар уҙырға тейешле төп аренаны ремонтларға аҡса бирә , ә уйынды үткәреү һәм «Заппион» күргәҙмә залын төҙөү өсөн Евангелис Заппас.

Олимпиада 1906

үҙгәртергә
 
Стадион Панатинаикос, 1906 йыл

1906 йылғы Өҫтәлмә олимпия уйындары Халыҡ-ара Олимпия комитеты тарафынан планлаштырыла. Пьер де Кубертен бөтә Олимпия уйындарын да Афинаа үткәрмәҫкә тәҡдим итә, Халыҡ-ара лимпия комитеты яңы график төҙөй. Уның буйынса рәсми Олимпия уйындары араһында өҫтәлмә Олимпия уйындары үткәреү ҡарала, Өҫтәлмә Олимпия уйындары булып һәр саҡ Афина ҡала.

1906 йылғы Өҫтәлмә Олимпиада 1900, 1904 йәки 1908 йылдарҙағы рәсми Олимпидаларға ҡарағанда уңышлыраҡ була, уны үткәреү ваҡыты бер айға һуҙылмай. Был Өҫтәлмә уйындар ваҡытында спортсмендар тәүге тапҡыр Халыҡ-ара Олимпия комитетында мотлаҡ теркәлергә тейеш була. Беренсе тапҡыр Олимпия уйындарын асыу айырым тантаналы сара итеп ойошторола, тәүге тапҡыр милли командалар стадион буйлап үҙ дәүләте флагтарын тотоп үтә —был традиция әле лә һаҡлана[27].

Олимпиада 2004

үҙгәртергә
 
Олимпия утын ҡабыҙыу

Афина менән Рим 2004 йылғы Олимпиада үткәреү өсөн көрәшкәндә, Афина 66 балл, Рим 44 йыя[28], Лозаннала Олимпия комитеты Афина еңеүен рәсми теркәп ҡуя. Олимпия уйындарына әҙерлек барышында башта МОК ҡайһы бер Олимпия майҙандарын ваҡытында өлгөртөрҙәрме тип хәүеф белдерә. 2000 йылда Ойоштороу комитеты Президенты итеп Яна Ангелопулос-Даскалаки тәғәйенләнә, шул ваҡыттан алып төҙөлөш эштәре бик йылдам бара.

Бик ауыр сығымдар булыуға ҡарамаҫтан (1,5 млрд АҠШ доллары), Афина бары бер нисә йыл эсендә хәҙерге замандағы иң алдынғы ҡалаларының береһенә әйләнә , бигерәк тә транспорт инфраструктураһы буйынса. Уйындарҙа 202 илдән 10 000 спортсмен ҡатнаша[29] было продано более 3,5 миллионов билетов[30], был хәҙерге заман Олимпия уйындарында икенсе күрһәткес. Уның буйынса Афина тик Сиднейҙан ғына артта ҡала, унда 2000 йылғы Олимпия уйындарын 5 млн кеше ҡарай.

Ҡәрҙәш ҡалалар

үҙгәртергә
Партнёр ҡалалар

Демография

үҙгәртергә

Бойондороҡһоҙлоҡ яулауынан башлап Греция башҡалаһының халыҡ иҫәбе:

Йыл Муниципалитет, кеше Метрополь зона, кеше
1833 4000[31]
1870 44 500[32]
1896 123 000[32]
1921 (халыҡ алмашыуына тиклем) 473 000[32]
1921 (халыҡ алмашыныуынан һуң) 718 000[32]
1971 867 023[33]
1981 885 737
1991 772 072 3 444 358[34]
2001 745 514[35] 3 761 810[35]
2011 655 780 3 737 550[36]

Афина климаты — субтропик ярымсүллек климаты (Классификация климатов Кёппена: BSh). Ҡышын ҡырау төшөштөрә, ҡайһы ваҡыт ҡар яуа. Йәй бик ҡоро һәм эҫе. Айҙар буйы бер ниндәй яуым-төшөм булмаған саҡтар ҙа була. урта диңгеҙ тәьҫире арҡаһында көҙ бында оҙаҡ була, ә яҙ һуңыраҡ башлана.

Ҡала климаты
Күрһәткес Ғин Фев Мар Апр Май Июн Июл Авг Сен Окт Ноя Дек Йыл
Абсолют максимум, °C 22,1 22,0 28,0 30,4 35,6 39,6 42,0 41,9 37,6 33,8 27,0 22,5 42,0
Уртаса максимум, °C 13,5 13,7 16,0 19,7 24,6 29,5 32,6 32,6 28,5 23,5 18,3 14,7 22,3
Уртаса температура, °C 10,2 10,1 12,2 15,9 20,6 25,5 28,3 28,2 24,3 19,7 15,0 11,7 18,5
Уртаса минимум, °C 7,0 6,7 8,4 11,4 15,6 20,3 23,0 23,2 19,7 15,8 11,7 8,7 14,3
Абсолют минимум, °C −2,9 −4,2 −1,8 0,6 8,0 11,5 15,5 16,0 10,4 5,4 1,4 −1,8 −4,2
Яуым-төшөм нормаһы, мм 48 37 47 33 15 6 6 6 22 42 67 69 398
Һыу температураһы, °C 17 17 16 17 19 22 25 26 25 24 22 19 21
Сығанаҡ: Туристический портал, «Погода и Климат»

Рәсемдәр

үҙгәртергә
       
Холм Ареопаг
Афинская академия
Афинский университет
Национальная библиотека Греции
       
Афинский акрополь и Арка Адриана
Мраморный стадион Панатинаикос
Римский форум и Башня Ветров
Церковь Святых Апостолов

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Publication of provisional results of the 2011 Population Census 2011 йыл 13 ноябрь архивланған.
  2. 2,0 2,1 Kerényi, Karl (1951), «The Gods of the Greeks», London, England: Thames and Hudson, с. 124, ISBN 0-500-27048-1 
  3. Garland, Robert. Ancient Greece: Everyday Life in the Birthplace of Western Civilization (инг.). — New York City, New York: Sterling, 2008. — ISBN 978-1-4549-0908-8.
  4. Jeffrey M. Hurwit. The Athenian Acropolis: History, Mythology, and Archaeology from the Neolithic Era to the Present. — CUP Archive, 1999. — P. 295. — 384 p. — ISBN 9780521417860.
  5. Афины, Греция.
  6. Суриков, Игорь Евгеньевич. Месогея // История и культура Древней Греции : энциклопедический словарь / И. Е. Суриков [и др.]. — М.: Языки славянских культур, 2009. — С. 414. — 790 с. — ISBN 978-5-9551-0355-6.
  7. Фонд Мелины Меркури. Дата обращения: 28 март 2012. Архивировано из оригинала 6 июнь 2013 года. 2013 йыл 6 июнь архивланған.
  8. Unification of Athens Archaeological Sites — Scope of work. Дата обращения: 28 март 2012. Архивировано из оригинала 17 июль 2014 года. 2014 йыл 17 июль архивланған.
  9. The Unification of the Archaeological Sites of Athens — Hellenic Ministry of Culture and Tourism 2010 йыл 17 август архивланған.
  10. Athens archaeological unification — ana-mpa(недоступная ссылка — история)
  11. Plan for Athens-Attica (недоступная ссылка — история).
  12. «Αθήνα-Αττική 2014» (недоступная ссылка — история).
  13. Athens Tower 1
  14. Δελτίο τύπου. Ανακοίνωση των αποτελεσμάτων της Απογραφής Πληθυσμού-Κατοικιών 2011 για το Μόνιμο Πληθυσμό της Χώρας (грек). Ελληνική Στατιστική Αρχή (28 декабрь 2012). Дата обращения: 4 июнь 2017.
  15. Απογραφή πληθυσμού - κατοικιών της 18ης μαρτίου 2001 (μόνιμος πληθυσμός) (грек). — Πειραιάς: Εθνική στατιστική υπηρεσία της Ελλάδας, 2009. — Т. I. — С. 333. — ISSN 1106-5761.
  16. 16,0 16,1 16,2 Энциклопедия Британника: Athens — The economy
  17. Deal to sell shipyards may sink
  18. Народный протест в Греции привёл к гибели людей 2010 йыл 8 июль архивланған.
  19. Бизнес в Афинах: не катастрофа, а возможность. Tranio (4 октябрь 2018).
  20. Музеи Афин — Athens Info Guide
  21. Проект «Музеї Афін»
  22. OAKA Olympic Park: The Olympic Stadium
  23. The Olympic Coastal Complex
  24. Nikitaridis, Michalis (2007-11-02). Athens Classic Marathon celebrates 25th anniversary — PREVIEW 2012 йыл 23 октябрь архивланған.. IAAF. Retrieved on 2009-11-08.
  25. Athens becomes world’s marathon capital, Jan 27, 2011, Катимерини
  26. LA84 Foundation. Дата обращения: 28 март 2012. Архивировано из оригинала 14 май 2011 года.
  27. What Events are Olympic? Дата обращения: 28 март 2012. Архивировано из оригинала 11 май 2011 года. 2011 йыл 11 май архивланған.
  28. Sentiment a factor as Athens gets 2004 Olympics 2008 йыл 19 май архивланған.
  29. Athens bids farewell to the Games 2008 йыл 15 ғинуар архивланған.
  30. Olympic ticket sales officially top 3.5-million mark. Архивировано 27 сентябрь 2007 года. 2007 йыл 27 сентябрь архивланған.
  31. Tung Anthony. The City of the Gods Besieged // Preserving the World's Great Cities:The Destruction and Renewal of the Historic Metropolis. — New York: Three Rivers Press, 2001. — P. 260, 263, 265. — ISBN 0-609-80815-X.
  32. 32,0 32,1 32,2 32,3 Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; tung төшөрмәләре өсөн текст юҡ
  33. World Gazetter City Pop:Athens. www.world-gazetter.com. Архивировано 30 май 2012 года. 2007 йыл 1 октябрь архивланған.
  34. World Gazetter Metro Pop:Athens. www.world-gazetter.com. Архивировано 30 май 2012 года. 2007 йыл 1 октябрь архивланған.
  35. 35,0 35,1 Population of Greece. General Secretariat Of National Statistical Service Of Greece. www.statistics.gr (2001). Дата обращения: 2 август 2007. 2007 йыл 1 июль архивланған.
  36. Өҙөмтә хатаһы: <ref> тамғаһы дөрөҫ түгел; statistics1 төшөрмәләре өсөн текст юҡ