Катала́н теле йәиһә вале́нсия теле (кат. Català (әйтелеше: [kətəˈɫa] йәки [kataˈla]) йәиһә Valencià) — роман төркөмөнә ингән тел. Андорра Кенәзлегенең рәсми теле, шулай уҡ Испаниялағы бер нисә автономиялы берлектә (Каталонияла, Балеар утрауҙарында, Валенсияла) испан теле менән бер рәттән, Италиялағы Сардиния утрауында урынлашҡан Альгеро ҡалаһында итальян теле менән бер рәттән рәсми тел булып тора. Шулай уҡ Испаниялағы Арагон һәм Мурси́а автономиялы берлектәрендә һәм Франциялағы Руссильон (Roussillon, шулай уҡ Төньяҡ Каталония) тарихи өлкәһендә (йәғни хәҙерге Pyrénées-Orientales департаментында) киң ҡулланыла.

Каталан теле
кат. català[1]
кат. valencià
Байраҡ
Рәсем
Ҡыҫҡаса атамаһы каталанский, каталанська һәм каталайнаг
Дәүләт  Испания[2][3]
 Франция[2][4]
 Андорра[2][5]
 Италия[2][6]
Барлыҡҡа килгән Каталония[2], Валенсия[d][2], Балеарские острова[d][2], Андорра[2], Западная полоса[d], Эль-Карче[d], Руссильон[d], Альгеро[d], Арагон[d][2], Мурсия[d][2] һәм Восточные Пиренеи[d][2]
Тел төрҙәре SVO[d], ижекле тел[d], номинатив-аккузатив тел[d], флектив тел[d], существительное, потом прилагательное[d], көсөргәнешле тел[d], баҫым, синтетик тел[d] һәм язык pro-drop[d]
Килештәр төп килеш[d]
Имеет время present simple[d], present perfect[d], имперфект изъявительного наклонения[d], плюсквамперфект[d], претерит[d], прошедшее отдалённое[d], простое будущее время[d], future perfect[d], настоящее условное[d] һәм условное прошедшее[d]
Имеет наклонения сослагательное наклонение[d][7], изъявительное наклонение[d][7], повелительное наклонение[d][7] һәм условное наклонение[d]
Имеет грамматический род мужской род[d] һәм женский род[d]
Имеет грамматическую категорию лица первое лицо единственное число[d], первое лицо множественное число[d], второе лицо единственное число[d], второе лицо множественное число[d], третье лицо единственное число[d] һәм третье лицо множественное число[d]
Яҙыу Латин алфавиты
Телде көйләүсе Институт изучения Каталонии[d][8] һәм Языковая академия Валенсии[d][9]
Телдә һөйләшеүселәр 4 873 396 кеше (2021)[10]
Ethnologue каталогында тел статусы 2 Төбәк[d]
Ҡайҙа өйрәнелә каталонская филология[d]
Юғары кимәлдәге интернет-домен .cat[d][11]
Карта распространения
Вики-проект WikiProject Intangible Cultural Heritage[d]
Викимедиа проекттарында тел коды ca
 Каталан теле Викимилектә

Классификация

үҙгәртергә

Ҡайһы бер тел белгестәре каталан телен галл-роман төркөмөнөң окситан-роман төркөмсәһенә инә, тип иҫәпләй. «Этнолог» белешмәһе буйынса каталан теле классификацияһы:[12]

Каталан теленең окситан телдәренә яҡынлығы күренеп тора.

 
Каталан теле таратыу

Каталан теле IX быуатта Реконкиста ағымы осоронда үҙаллы тел булып формалашҡан, тип иҫәпләнә. Ошо ваҡытта каталан теленең беренсе тарихи ҡомартҡылары барлыҡҡа килә. Тел Пиреней ярымутрауында ябайлаштырылған халыҡ-латин теле нигеҙендә барлыҡҡа килә. Урта быуаттың аҙағында каталан теле әҙәби тел статусын ала һәм бик абруйлы була. XV быуатҡа тиклем шиғриәт өсөн окситан теле ҡулланылһа, каталан теле өсөн фәлсәфә һәм фән өлкәһе асыла.

1469 йылда, Фердинанд II Изабелла I менән никахлашҡас, каталон дворяндары испан теленә күсә башлай. Был каталан телен ҡулланыу даирәһен тарайта һәм беҙҙең көндәргә тиклем диглоссияға (ике теллелек формаһына) килтерә.

Испан мираҫы өсөн һуғышта каталондар Габсбург династияһы яғында һуғыша. Был XVIII быуатта, Бурбон династияһы хакимлыҡ иткән осорҙа, телгә ҡаршы репрессив сәйәсәткә сәбәпсе була.

XIX быуатта каталан теле ҡулланыу даирәләренең күбеһенән тамам ҡыҫырыҡлана. Шулай ҙа уның хәле, башҡа телдәр (мәҫәлән, галисий теле) менән сағыштырғанда, яҡшыраҡ була. Тел халыҡ араһында һаҡланып ҡала. XIX быуатта телде һаҡлау өсөн, Тергеҙеү (Renaixença) исеме аҫтында ҡаршылыҡ күрһәтеү хәрәкәте барлыҡҡа килә. Башта ул әҙәби сиктәрҙән сыҡмай, быуат барышында сәйәси һәм милли һыҙаттар ала. XX быуат башында каталан теленең беренсе еңеүе билдәләнә. 1930 йылда Каталонияла икенсе рәсми тел статусын ала. 1936—1939 йылдарҙағы Граждандар һуғышы испан диктаторы Франко еңеүе менән тамамланғас, каталан телендә һөйләшеү бөтөнләй тыйыла. Уны ҡулланған өсөн енәйәт яуаплылығы ҡарала.

Был хәл Франко диктатураһы 1975 йылда бөткәнгә тиклем һаҡлана. Испанияла демократлаштырыу башланғас, өлкәләр автономия ала, һәм 1979 йылда каталан теле рәсми тел статусы алыуға өлгәшә.

Дөйөм һөйләшеүселәр һаны

үҙгәртергә

Каталан теле рәсми тел булған территорияларҙа

үҙгәртергә
Регион Аңлай Һөйләшә ала
Каталония (Испания) 5,837,874 4,602,611
Валенсия (Испания) 3,512,236 1,972,922
Балеар утрауҙары (Испания) 733,466 504,349
Андорра 62,381 49,519
Бөтәһе 10,145,957 7,129,401

Башҡа территорияларҙа

үҙгәртергә
Регион Аңлай Һөйләшә ала
Альгеро (Сардиния, Италия) 20,000 17,625
Төньяҡ Каталония (Франция) 203,121 125,622
Арагон (Испания) 47,250 45,000
Карше (Мурсиа, Испания) Мәғлүмәт юҡ Мәғлүмәт юҡ
Башҡа илдәр Мәғлүмәт юҡ 350,000
Бөтәһе 270,371 538,247
Регион Аңлай Һөйләшә ала
Европалағы каталан территориялары 10,416,328 7,317,648
Башҡа илдәр Мәғлүмәт юҡ 350,000
Бөтәһе 10,416,328 7,667,648

Сығанаҡтар: Каталония: 2001 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, Institut d’Estadística de Catalunya, Generalitat catalana [1](недоступная ссылка). Валенсия: 2001 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, Institut Valencià d’Estadística, Generalitat Valenciana [2](недоступная ссылка). Балеар утрауҙары: 2001 йылғы Халыҡ иҫәбен алыу мәғлүмәттәре, Institut Balear d’Estadística, Govern de les Illes Balears [3](недоступная ссылка). Төньяҡ Каталония: Media Pluriel Иҫәп 1997 йылдың Ҡарасай айында регион префектураһы тарафынан алынған [4](недоступная ссылка). Андорра: Андорра хакимиәтенең социолингвистик мәғлүмәттәре (1999 йыл) [5](недоступная ссылка). Арагон: Euromosaic социолингвистик мәғлүмәттәре [6](недоступная ссылка). Альгеро: Euromosaic социолингвистик мәғлүмәттәре [7](недоступная ссылка). Башҡа илдәр: 1999 йыл иҫәбе, Federació d’Entitats Catalanes.

Диалекттар

үҙгәртергә
 
Каталан теленең диалекттары картаһы
Көнсығыш диалекттар:
Төньяҡ каталан диалекты
Үҙәк каталан диалекты
Балеар диалекты һәм Альгеро диалекты
Көнбайыш диалекттар:
Төньяҡ-көнбайыш каталан диалекты
Валенсия диалекты

1861 йылғы Мануэль Милла и Фонтанальс (Manuel Milà i Fontanals) теорияһы буйынса, каталан телендә ике төп диалект бар: көнсығыш каталан диалекты һәм көнбайыш каталан диалекты. Каталан теленең диалекттарында лексика һәм грамматика айырмалары бик күп.

  • Көнбайыш каталан диалекты тармағы (Bloc o Branca del Català Occidental) үҙенсәлектәре:
    • Баҫымһыҙ һуҙынҡы өндәр: [a e i o u].
    • Һүҙ башында йәки тартынҡы өндән һуң урынлашҡан x /tɕ/ аффрикатаһы булып тора (Xàtiva, xarxa, Xavier, xenofòbia… һүҙҙәренән башҡа; ошо һүҙҙәрҙә x хәрефе /ɕ/ тип әйтелә). Ике һуҙынҡы өн араһында йәки i хәрефенән һуң урынлашҡан һәм һүҙҙең һуңғы хәрефе булған x хәрефе /jɕ/ тип әйтелә.
    • 1-се заттың хәбәр һөйкәлеше ялғауы -e йәки -o була.
    • Латин /eː/ һәм /i/ өндәре ошо диалекттағы /e/ өнөнән килеп сыға.
    • Урта быуатарҙа танау өндәре булған: hòmens, jóvens
    • Лексик үҙенсәлектәре: espill, xiquet, granera, melic…
  • Көнсығыш каталан диалекты тармағы (Bloc o Branca del Català Oriental) үҙенсәлектәре:
    • /e/, /ɛ/ һәм /a/ баҫымһыҙ булһа, /ə/ өнө килеп сыға; /o/, /ɔ/ һәм /u/ баҫымһыҙ өндәренән [u]- өнө килеп сыға.
    • x хәрефе һәр ваҡыт /ɕ/ тип әйтелә.
    • 1-се заттың хәбәр һөйкәлеше ялғауы — -o, -i йәки бөтөнләй юҡ.
    • Латин /eː/ һәм ҡыҫҡа /i/ өндәренән /ɛ/ өнө килеп сыға (ошо өн балеар каталан диалектында [ə], Альгеро диалектында [e] тип әйтелә).
    • Урта быуаттарҙағы танау өндәре әйтелмәй: hòmens, jóvens: homes, joves.
    • Лексик үҙенсәлектәре: mirall, noi, escombra, llombrígol…

Һәр диалект бер нисә субдиалекттан тора. Каталан теленең диалект тармаҡтары түбәндәге диалекттарға буленә:

Көнбайыш каталан тармағы

  • Төньяҡ-көнбайыш диалекты
    • Рибагорса (Ribagorçà) (Каталонияның төбәге исеменән)
    • Палларес (Pallarès)
    • Льейдата (Lleidatà) (Льейда провинцияһы исеменән)
    • Андорра́ (Andorrà) (Андорра иле исеменән)
  • Эбренк диалекты
    • Ампости (Ampostí)
    • Тортози (Tortosí)
    • Матарранья субдиалекты
    • Винароссенк (Vinarossenc)
    • Маэстрат Валенсия субдиалекты
  • Валенсия теле
    • Кастельоненк (Castellonenc) (Castelló de la Plana регионы исеменән)
    • Үҙәк Валенсия субдиалекты
    • Көньяҡ Валенсия субдиалекты
    • Алаканти (Alacantí)
    • Майорка субдиалекты

Көнсығыш каталан диалект тармағы

Стандартлаштырыу

үҙгәртергә

Каталан теленең ике стандарты бар. Беренсеһе, Каталан фәндәре институты (Institut d’Estudis Catalans, IEC) стандарты, уртаҡ стандарт булып тора. Орфография ҡағиҙәләрен кодлаштырыусы — Помпеу Фабра (Pompeu Fabra). Был тел стандартының нигеҙен Үҙәк диалект тәшкил итә. Икенсеһе, Валенсия телдәр академияһы (Acadèmia Valenciana de la Llengua, AVL) стандарты Помпеу Фабраның орфографияһын ҡуллана, әммә был стандарттың нигеҙен көнбайыш каталан теле һәм Валенсияла ҡулланылған каталан теле варианты тәшкил итә.

Ике стандарт араһында иң билдәле айырма — тоник баҫым: francès, anglès (IEC) — francés, anglés (AVL), cafè (IEC) — café (AVL) (кофе), conèixer (IEC) — conéixer (белеү), comprèn (IEC) — comprén (AVL) (ул аңлай). Бының сәбәбе: латин теленең ē һәм ĭ фонемалары әйтелеше ике диалект тармағында айырыла. Мәҫәлән, көнсығыш тармағында боронғо ē фонемаһы [ɛ] тип әйтелә, көнбайыш тармағында [e] тип әйтелә. Әммә-ләкин, AVL стандартында был фонема урынына һәр ваҡыт «è» яҙыла: què (нимә), València, èter (эфир майы), sèsam, sèrie (сериал), època (йәш).

Балеар утрауҙарында IEC стандартының Балеар утрауҙары институтының филология бүлеге тарафынан балеар диалектына яраҡлаштырылған варианты ҡулланыла. Мәҫәлән, IEC стандарды буйынса «cantam» һәм «cantem» тип яҙырға мөмкин була, әммә балеар стандарты буйынса «cantam» дөрөҫөрәк була. Шулай уҡ 1-се заттың хәбәр һөйкәлешендә балеар стандартында ялғау ҡулланылмай: «jo cant», «jo tem», «jo dorm».

Альгеро ҡалаһында IEC стандартының Альгеро диалектына яраҡлаштырылған варианты ҡулланыла. Мәҫәлән, билдәлелек артикле стандарт буйынса — el, ә Альгеро вариантында — lo, эйәлек алмашы формалары Альгеро стандарты буйынса — la mia (минең шәхси), lo sou/la sua (уның шәхси), lo tou/la tua (һинең шәхси) һ.б. Тамамланмаған үткән ваҡытта бөтә ҡылымдың зат, һан, заман формаһында -v- ҡулланыла: cantava, creixiva, llegiva; бик күп боронғо һүҙҙәр ҡулланыла: manco (menys), calqui u (algú «кемдер»), qual/quala (quin/quina «ниндәй») һ.б.

Өн системаһы

үҙгәртергә
 
Көнсығыш каталан һуҙынҡы өндәре (Llisterri,1999, p.62)
Каталан тартынҡы өндәре[13]
  Ирен-ирен Ирен-
теш
Теш/
Соҡорса
Урта-аңҡау Артҡы-аңҡау
Танау m n ɲ ŋ
Шартлаулы һаңғырау p t (c) ~ k
яңғырау b d (ɟ) ~ ɡ
Аффрикаталар һаңғырау (ts) (tɕ)
яңғырау (dz) (dʑ)
Фрикативтар һаңғырау f s ɕ
яңғырау (v) z ʑ
Тирбәлешле   r  
Бер ҡағылышлы ɾ
Аппроксиманттар j w
Эргә l ʎ

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
 
Википедия
  1. https://github.com/unicode-org/cldr/blob/main/common/main/ca.xml
  2. 2,00 2,01 2,02 2,03 2,04 2,05 2,06 2,07 2,08 2,09 2,10 Ethnologue (ингл.) — 25, 19 — Dallas, Texas: SIL International, 1951. — ISSN 1946-9675
  3. ScriptSource - Spain
  4. ScriptSource - France
  5. ScriptSource - Andorra
  6. ScriptSource - Italy
  7. 7,0 7,1 7,2 спряжение стандартных каталанских глаголов
  8. https://www.iec.cat/la-llengua-catalana/normativa-linguistica/
  9. (unspecified title)
  10. https://llengua.gencat.cat/ca/detalls/noticia/LINE-publica-noves-dades-sobre-el-coneixement-i-us-del-catala
  11. http://fundacio.cat/ca/domini/casos-exit
  12. Ethnologue Report. Ethnologue.com. Дата обращения: 16 май 2010.
  13. Carbonell, Joan F., Llisterri, Joaquim(1999), «Catalan», Handbook of the International Phonetic Association: A Guide to the usage of the International Phonetic Alphabet, Cambridge: Cambridge University Press, pp61-65, ISBN 0-521-63751-1
  • Бигвава И. О., Харшиладзе М. А. Учебник каталанского языка: Начальный курс. — М.: Изд-во МГУ, 2002. — 238 с.

Тышҡы һылтанмалар

үҙгәртергә