Әнүәр

төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме

Әнүәр — төрки телле халыҡтарға ғәрәптәрҙән ингән ир-ат исеме.

Әнүәр

Этимологияһы

үҙгәртергә

Әнүәр исеме башҡорт теленә ғәрәп теленән ингән. Бик яҡты, бик нурлы мәғәнәһенә эйә. Башҡорт халҡына ислам дине йоғонтоһонда килгән[1].

Билдәле кешеләр

үҙгәртергә

Әсфәндиәров Әнүәр Закир улы (15 май 1934 йыл — 4 февраль 2014 йыл) — тарихсы ғалим, юғары мәктәп уҡытыусыһы. Тарих фәндәре кандидаты (1970). Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1984). Башҡортостан Республикаһының Фән һәм техника өлкәһендәге дәүләт премияһы (2007), Ә. Вәлиди исемендәге халыҡ-ара (1997) һәм В. П. Бирюков исемендәге Урал (1994) премиялары лауреаты. Халыҡтар дуҫлығы, Салауат Юлаев (2004) ордендары кавалеры.

Бикчәнтәев Әнүәр Һаҙый улы (21 сентябрь 1913 йыл — 18 май 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы, 1941 йылдан КПСС, 1947 йылдан СССР Яҙыусылар союзы ағзаһы. РСФСР-ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1970), Башҡорт АССР-ының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт (1974) һәм республика комсомолының Ғәлимов Сәләм исемендәге (1967) премиялар лауреаты. Октябрь Революцияһы (1972), Ҡыҙыл Байраҡ (1942), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1944) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943), Почёт Билдәһе (1963) ордендары кавалеры.

Фәтҡуллин Әнүәр Әсәҙулла улы (5 август 1922 йыл — 21 декабрь 1986 йыл, Луцк, Украина) — хәрби хеҙмәткәр, осоусы, полковник. Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. Советтар Союзы Геройы (1945).

Абдуллин Әнүәр Абдулла улы (5 июнь 1917 йыл — 28 октябрь 2002 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы яугиры, артиллерист, өлкән сержант. Советтар Союзы Геройы (1945).

Ғафуров Әнүәр Ғәбделмәжит улы (27 ноябрь 1910 йыл6 июль 1977 йыл) — журналист, яҙыусы, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостандың тәүге халыҡ шағиры Мәжит Ғафуриҙың өлкән улы. Бөйөк Ватан һуғышы яугиры.

Әхмәҙиев Әнүәр Хәким улы (3 ғинуар 1914 йыл — 24 декабрь 1996 йыл) — актёр, бейеүсе, урта һәм юғары мәктәп уҡытыусыһы, дәүләт хеҙмәткәре, Бөйөк Ватан һуғышы яугиры. 2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1985). Башҡорт АССР‑ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1985)

Рәхимов Әнүәр Мөбәрәкша улы (5 март 191317 сентябрь 1994) — агроном, ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1954). РСФСР‑ҙың атҡаҙанған агрономы (1977), БАССР‑ҙың атҡаҙанған фән эшмәкәре (1970). Бөйөк Ватан һуғышы яугиры.

Фәрхетдинов Әнүәр Нуретдин улы (17 июль 1912 йыл — 1 октябрь 1997 йыл)- 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы яугиры. 313 кавалерия полкының 3, 4 эскадрондары командиры. Гвардия капитаны. Баҡалы районы «Большевик» һ.б. колхоздар рәйесе. I дәрәжә Ватан һуғышы ордены (1985) кавалеры.

Ҡашаев Әнүәр Шакир улы (22 март 1949 йыл) — рәссам. 1993 йылдан Рәсәй Федерацияһы Рәссамдар союзы ағзаһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған рәссамы (2010).

Ибраһимов Әнүәр Камил улы (27 ноябрь 1965 йыл) — СССР спортсыһы, фехтовальщик. Рапиристарҙың команда ярыштарында Олимпия чемпионы. СССР-ҙың атҡаҙанған (1988) һәм халыҡ-ара класлы спорт мастеры (1984), Рәсәйҙең фехтование буйынса атҡаҙанған тренеры (2004). Башҡортостан Республикаһының күренекле спортсыһы (1994). Рәсәйҙең Почёт (1989), 2-се дәрәжә «Ватан алдында күрһәткән хеҙмәттәре өсөн» орденының миҙалы (2003) һәм Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы (2004) ордендары кавалеры.

Әнүәр Саҙат (ғәр. محمد أنور السادات‎; 25 декабрь 1918 йыл — 6 октябрь 1981 йыл) — Мысырҙың дәүләт һәм хәрби эшмәкәре; 1970—1981 йылдарҙа Мысыр президенты, маршал (мушир; 1973).

Әнүәр Ходжа (алб. Enver Halil Hoxha; 16 октябрь 1908 йыл, Гирокастра, Ғосман империяһы — 11 апрель 1985, Тирана, Албания Халыҡ Социалистик Республикаһы) — Албанияның сәйәси эшмәкәре, социалистик Албанияның 19441985 йылдарҙағы ғәмәлдәге етәксеһе. Албанияның Халыҡ Геройы.

Фараджев Әнүәр Сыңғыҙ улы (әзерб. Ənvər Çingiz oğlu Fərəcov; 10 май 1962 йыл) — Әзербайжан этнологы, тарихсы һәм публицист.

Атаһының исеме

үҙгәртергә

Әйүпов Мансур Әнүәр улы (8 июль 1947 йыл) — ғалим-политолог, партия, дәүләт, матбуғат һәм юғары мәктәп эшмәкәре. Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһының мөхбир-ағзаһы, вице-президенты һәм президиумы ағзаһы, философия фәндәре кандидаты, сәйәси фәндәр докторы, профессор. Башҡортостан Республикаһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан дəүлəт хеҙмəте һəм идара итеү академияһының элекке ректоры (1998—2003, 2007—2011).

Монасипов Рөстәм Әнүәр улы (6 июнь 1960 йыл) — ғалим-электрон техникаһы инженеры, педагог. Техник фәндәр докторы (2003), профессор (2006). Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған фән эшмәкәре (2010).

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә

Сығанаҡтар

үҙгәртергә


Яңы сығанаҡ өҫтәү өсөн «Ҡалып:Исемдәр донъяһында» сәхифәһен үҙгәртегеҙ
  • Сулейманова Р. А. Башкирско-русский словарь-справочник личных имен и фамилий. — Уфа, 2013. — 364 с. ISBN 978-5-91608-111-4
  • Хисамитдинова Ф.Ғ., Төпәев С. Х. Төрки сығанаҡлы һәм төрки элементлы башҡорт исемдәре. — Өфө, 2006

Һылтанмалар

үҙгәртергә