Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы

йырсы, композитор һәм музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре

Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы (29 октябрь 1895 йыл — 10 июль 1938 йыл) — йырсы (лирик тенор), композитор, музыкаль йәмәғәтселек эшмәкәре. Тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» (1929) исеменә лайыҡ булыусы, башҡорт һәм татар профессиональ музыкаһына нигеҙ һалыусыларҙың береһе. Сәйәси золом ҡорбаны.

Әлмөхәмәтов Ғәзиз Сәлих улы
Тыуған ваҡыты:

29 октябрь 1895({{padleft:1895|4|0}}-{{padleft:10|2|0}}-{{padleft:29|2|0}})

Тыуған урыны:

Ырымбур губернаһы, Ырымбур өйәҙе, Иҫке Мораптал ауылы

Вафат ваҡыты:

10 июль 1938({{padleft:1938|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:10|2|0}}) (42 йәш)

Вафат урыны:

Башҡортостан АССР-ы, Өфө ҡалаһы

Һөнәре:

йырсы, композитор

Гражданлығы:

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССР

Театр:

Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры

Наградалары:
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы
Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы

Биографияһы

үҙгәртергә

Ғәзиз Сәлих (Мөхәмәтсәлих) улы Әлмөхәмәтов 1895 йылдың 29 октябрендә Ырымбур губернаһы Ырымбур өйәҙе (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Көйөргәҙе районы) Иҫке Мораптал ауылында тыуған. Милләте башҡорт[1].

Шәжәрәһе: Амангилде Байморатов (1775—1844) → Әлмөхәмәт (1803—?) → Яхъя (1820—?) → Абдрахман (1857—?) → Мөхәмәтсәлих (1867—?) → Ғәзиз (1895—1938)[2].

Мөхәмәтсәлих һәм Ғәлимә Әлмөхәмәтовтарҙың ғаиләһендә 6 ул үҫә: Абдулла, Абдрахман (1887—?), Ғәзиз, Фәтих (1900—?), Хәбибрахман (1905—?) һәм Ғәлирахман (1912—?). Ғаиләлә тормош ауыр була, атаһы ваҡытлы эштәргә яллана — мал көтә, бесән йыя. Малайҙар бала саҡтан ауыл эшсәндәренең хеҙмәтен белеп атаһына ярҙам иткәндәр. Әсәһе Ғәлимә моңло тауышлы булып бихисап башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе йырлаған, Аҡмулланың шиғырҙарын яттан белгән[2].

Атаһы туберкулёз менән ауырып үлгәндән һуң, 1908 йылда Абдрахман ағаһы менән Ташкентҡа китә. Унда йәйен йөҙөм баҡсаларында эшләй, ә ҡышҡы айҙарҙа мәҙрәсәлә уҡый[2].

1913 йылда Ташкент ҡалаһында башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусы булараҡ тәүге тапҡыр сығыш яһай[3]. 1914 йылдан Урта Азия, Ҡаҙағстан, Башҡортостан, Волга буйы, Себер буйлап гастролдәрҙә йөрөй. 1916 йылдан башлап йыш ҡына Ырымбурҙа була, концерттар менән сығыш яһай[4].

 
Шәйехзада Бабич һәм Ғәзиз Әлмөхәмәтов әҙиптәр араһында. Өфө, 1917 йыл

1917 йылда Башҡорт милли-азатлыҡ хәрәкәтенә ҡушыла[5]. «Тулҡын» башҡорт йәштәре ойошмаһы ағзаһы булып китә. Башҡорт Хөкүмәте тарафынан ойошторолған концерттарҙа, шул иҫәптән Каруанһарайҙа сығыш яһай[6]. 1917 йылдан Өфөлә шағир Шәйехзада Бабич менән берлектә концерттар ҡуя[7]. 1918 йылдың яҙында Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советына ағза итеп һайлана, әммә был вәкәләттәрҙе Ғәзиз Әлмөхәмәтов ҡабул итмәй. Бынан һуң Башҡортостан Ваҡытлы Революцион Советы уны стипендия менән тәьмин итеп Ырымбурға уҡырға ебәрә. Әлеге ваҡытта Әлмөхәмәтовтың Ырымбурҙа уҡыуы хаҡында документтар табылмаған[8].

1918 йылда Башҡорт хәрби шураһының Ырымбур хәрби бүлеге ҡарамағындағы контрразведка составында хеҙмәт итә[9]. Башҡортостан мөхтәриәтенең Ҡыпсаҡ кантонында Ҡыпсаҡ ирекле отрядын ойоштора, һәм 1918 йылдың 1 авгусында уның командиры итеп тәғәйенләнә[10].

Концерт репертуарында ариялар, ватан һәм сит ил композиторҙарының ариялары, йырҙары һәм романстары, үҙенең вокал әҫәрҙәре, башҡорт, татар, үзбәк, фарсы, әзербайжан, ҡаҙаҡ халыҡ йырҙары була. Совет композиторҙары йырҙарының, классик арияларының һәм романстарының үҙ тәржемәһендә башҡорт телендә тәүге башҡарыусыһы була: Дж. Вердиҙың «Риголетто» операһынан Герцог йыры, П. И Чайковскийҙың «Евгений Онегин» операһынан Ленскийҙың ариялары, А. С. Пушкиндың шиғырына А. П. Бородиндың «Алыҫ ватандың ярҙары өсөн» (рус. «Для берегов отчизны дальней») романсы, В. И. Лебедев-Кумачтың шиғырына И. О. Дунаевскийҙың «Туған ил тураһында йырҙары» (рус. «Песни о Родине») һәм башҡалар. Концерт һәм композиторлыҡ эшмәкәрлеге менән бер рәттән фольклор әҫәрҙәрен, шул иҫәптән «Ашҡаҙар», «Буранбай», «Тәфтиләү», «Урал» башҡорт халыҡ йырҙарын, «Ҡуңыр буға» ҡобайырынан өҙөктө яҙып ала[11].

1921 йылда Башҡортостан АССР-ының Мәғариф халыҡ комиссариатынан Ташкент консерваторияһына уҡырға йүнәлтеү ала. 1936 йылдың 10 февралендә «Ҡыҙыл Үзбәкстан» гәзитендә бер композитор менән интервью баҫылып сыға, бында Әлмөхәмәтовтың Ташкент консерваторияһында белем алыуы тураһында телгә алына. Әммә бында уҡыуы тураһында әлеге ваҡытта тура дәлилдәр юҡ[8]. 1920-се йылдарҙа Мәскәү консерваторияһында белем ала. 1920—1930-сы йылдарҙа йырсының тауышы грампластинкаларға яҙҙырыла[11].

Музыкаль-сәхнә әҫәрен — музыкаль иллюстрациялы «Сания» драмаһын үҙ либреттоһына яҙа, ул тәүге тапҡыр 1922 йылдың яҙында Ташкентта педагогия институты студенттарының көсө менән ҡуйыла[12].

 
Артҡы планда — (һулдан уңға) Ғәзиз Әлмөхәмәтов, Ғәлирахман Әлмөхәмәтов һәм уның ҡатыны Бәҙриә. Ултыралар Мәстүрә Фәйзуллина,Ғәлимә Әлмөхәмәтова. 1920-се йылдар

1922 йылдан 1927 йылға тиклем Өфө, Ҡазан, Әстерхан, Троицк, Ташкент, Сәмәрҡәнд, Мәскәү, Свердловск, Алма-Ата, Баҡы һәм башҡа ҡалалар һәм ауылдар буйлап гастролдәрҙә йөрөй, 1927 йылдан — Татарстан театр һәм тамаша предприятиелары артисы. Шул уҡ ваҡытта композиторҙар Солтан Ғәбәши һәм Василий Виноградов менән берлектә башҡорт һәм татар халҡының тәүге милли операһы — «Сания» өҫтөндә эшләй. Операға либреттоны Фәтих Әмирхан яҙа. «Сания» операһының премьераһы 1925 йылдың 25 июнендә Ҡазан ҡалаһында була. Бында Әлмөхәмәтов тәүгеләрҙән булып Зыя партияһын башҡара. «Буҙъегет» ҡобайырына опера яҙа башлай, әммә Татар АССР-ының Мәғариф комиссариаты ҡарамағындағы Ғилми үҙәк рәйесе Ғәлимйән Ибраһимов пролетариат тураһында опера кәрәклегенә еткерә. Артабан Солтан Ғәбәши һәм Василий Виноградов менән берлектә Мәжит Ғафуриҙың либреттоһы буйынса «Эшсе» операһын ижад итә. «Эшсе» операһының премьераһы 1930 йылдың 27—28 февралендә була, бында Әлмөхәмәтов тәүгеләрҙән булып Ниғмәт партияһын башҡара[11].

1928—1929 йылдарҙа Татиздат нәшриәтендә Әлмөхәмәтов тарафынан эшкәртелгән башҡорт халыҡ йырҙары («Арғужаҡай», «Байыҡ», «Буранбай», «Зөлхизә», «Ҡаһым түрә», «Сибай», «Таштуғай», «Һары ла сәс» һәм башҡалар) баҫтырыла. 1929 йылдың 20 мартында Өфөлә Башҡортостан АССР-ының 10-йыллығына бағышланған симфоник оркестрҙар өсөн Әлмөхәмәтов тарафынан ижад ителгән «Башҡортостан» маршының премьераһы була[13]. 1929 йылда тәүгеләрҙән булып «Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы» маҡтаулы исеменә лайыҡ була.

1930-сы йылдарҙа Башҡорт милли опера театрын булдырыуҙы тормошҡа ашырыу менән мәшғүл була. 1932 йылда талантлы йәштәр эҙләп Башҡортостан АССР-ының ҡалалары һәм райондары буйлап йөрөй. П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү консерваторияһының Башҡорт милли студияһын ойоштороусыларының береһе була, 1932—1936 йылдарҙа уның мөдире була. Уҡыусылары араһында Баныу Вәлиева, Хәбир Ғәлимов, Ғабдрахман Хәбибуллин, Заһир Исмәғилев, Хөсәйен Әхмәтов, Зәйтүнә Илбаева, Ульяна Калинина-Сыртланова, Әсмә Шайморатова, Мәрйәм Ғабдрахманова, Мәғәфүр Хисмәтуллин, Мөслимә Мусина һәм башҡалар була. Башҡорт дәүләт филармонияһы асылыуының инициаторы була[11].

1933 йылда Өфөлә «Башҡорт сәвит музыкаһы тыуҙырыу өсөн көрәш юлында» брошюраһы баҫылып сыға. Хәбибулла Ғәбитовтың «Ынйыҡай һәм Юлдыҡай» пьесаһына ариялар, Яҡуп Ҡолмойҙың шиғырына «Шомло ел» балладаһын, Шәйехзада Бабичтың «Йырҙар яҙам» шиғырына, Мөхөтдин Тажиның «Тракторсы йыры» шиғырына, Мөслим Мараттың «Көтөүсе», «Сайҡалалар кәмәләр» һәм «Ағиҙел ярында» шиғырҙарына йырҙар һәм романстар ижад итә. Сәғит Мифтаховтың либреттоһына «Һаҡмар» операһы өҫтөндә эшләй. Башҡорт милли операларын ижад итеү маҡсатында, 1930-сы йылдарҙа композиторҙарға заказдар яһай: С. Ғәбәши «Ҡалым» (М. Буранғоловтың либреттоһы) операһын, А. Ключарёв «Алатау» (А. Таһировтың либреттоһы) операһын яҙыу өҫтөндә эшләй[14].

 
Ҡаҙағстан дәүләт музыкаль театры афишаһы

Бер үк ваҡытта 1933 йылдың 1 ғинуарынан 1934 йылдың 2 апреленә тиклем Башҡортостан милли мәҙәниәт фәнни-тикшеренеү институтының музыка бүлегенең мөдире була[15].

«Салауат», «Сибай», «Азамат» һәм башҡа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарған.

1936 йылдан Башҡорт АССР-ы Халыҡ Комиссарҙары Советы ҡарамағындағы Сәнғәт эштәре буйынса идаралыҡтың артисы була. Шул уҡ йылдың июненән ошо идаралыҡ ҡарамағындағы концерт бригадаһын етәкләй, уның составында гастролдәргә йөрөй[15].

«Башҡорт милләтсеһе-вәлидовсы» булараҡ репрессиялана. 1937 йылдың 11 декабрендә ҡулға алына. Төрмәлә ситлек артында барлыҡ тотҡондар өсөн «Урал» һәм «Буранбай» халыҡ йырҙарын башҡара. 1938 йылдың 10 июлендә атыла[16]. 1957 йылдың 11 июнендә СССР Юғары судының Хәрби коллегияһы тарафынан аҡлана[17].

Шәхси тормошо

үҙгәртергә

1923 йылда Мәстүрә Ғилман ҡыҙы Фәйзуллина (1898—1974) менән никахлаша. 1924 йылдың 24 мартында ҡыҙҙары Роза тыуа. Һуңыраҡ тыуған ике ҡыҙы сабый сағында үлә[18].

Әҫәрҙәре

үҙгәртергә

Ғәзиздең исемен мәңгегә ҡалдырыр өсөн Башҡортостан хөкүмәт етәкселәре уның тырышлығы менән төҙөлгән Башҡорт опера театрына, бер төрлө лә уйламайса, Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемен бирергә тейештәр, сөнки быға башҡа бер кешенең дә хаҡы юҡ.

Исмәғил Иләлов иҫтәлектәренән
  • 1968 йылдан Ғәзиз Әлмөхәмәтов исемендәге призға Йәш йырсылар республика конкурсы уҙғарыла.
  • 1994 йылда Өфө ҡалаһының Республика музыка мәктәбенә Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың исеме бирелә.
  • 1994 йылда Ғәзиз Әлмөхәмәтовтың тормошо һәм ижады тураһында «Башҡортостан» ДТРК студияһында «Я песней к вам возвращусь» (сцен. Э. М. Давыдова, реж. Ф. С. Сафиуллина) тигән документаль фильм төшөрөлә.
  • 1995 йылда Яңы Мораптал ауылында Ғәзиз Әлмөхәмәтов музейы асыла.
  • Өфө ҡалаһының Октябрь районы Нуғай ауылының, Яңы Мораптал ауылының урамдарының береһенә Ғәзиз Әлмөхәмәтов исеме бирелгән.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Книга памяти Республики Башкортостан
  2. 2,0 2,1 2,2 Идрисова М. А., 2008, с. 9
  3. Альмухаметов Газиз Салихович // Театральная энциклопедия. Том 1/ Глав. ред. С. С. Мокульский — М.: Советская энциклопедия, 1961.
  4. Идрисова М. А., 2008, с. 10
  5. Галина Г. К 75-летию Башкирского государственного театра оперы и балета:страницы истории // Ватандаш. — 2014. — № 2. — ISSN 1683-3554.
  6. Идрисова М. А., 2008, с. 12, 123
  7. Идрисова М. А., 2008, с. 11-12
  8. 8,0 8,1 Идрисова М. А., 2008, с. 13
  9. Таймасов Р. С. Участие башкир в Гражданской войне: книга первая. В лагере контрреволюции (1918 — февраль 1919 гг.). — Уфа, 2009. — С. 69. — 200 с. — ISBN 978-5-7477-2159-3.
  10. Идрисова М. А., 2008, с. 13, 123
  11. 11,0 11,1 11,2 11,3 Давыдова Э. М. Альмухаметов Газиз Салихович // Башкирская энциклопедия. — Уфа: ГАУН РБ «Башкирская энциклопедия», 2015—2024. — ISBN 978-5-88185-306-8.
  12. Идрисова М. А., 2008, с. 15
  13. Идрисова М. А., 2008, с. 36-37
  14. Идрисова М. А., 2008, с. 18
  15. 15,0 15,1 Идрисова М. А., 2008, с. 123
  16. Гөлсәсәк Саламатова Кровавое воскресенье кровавого года // Ватандаш. — 2013. — № 6. — ISSN 1683-3554.
  17. Идрисова М. А., 2008, с. 25
  18. Идрисова М. А., 2008, с. 23-24, 123

Китаптар

үҙгәртергә
  • Атанова Л. П. Жизнь как песня. Творческий портрет Газиза Альмухаметова. — Уфа, 1973.
  • Газиз Альмухаметов и музыкальная культура Башкортостана // Материалы региональной научно-практической конференции 29.11.2005 г. — Уфа, 2006.
  • Газиз Альмухаметов и Султан Габяши в Казани: Материалы и документы. — Уфа, 1995.
  • Газиз Альмухаметов: Статьи. Воспоминания. Документы / Авт.-сост. М. А. Идрисова. — Уфа: Китап, 2008. — 208 с. — ISBN 978-5-295-04577-6.

Мәҡәләләр

үҙгәртергә
  • Башҡортостандың атаҡлы йырсыһы Ғәзиз иптәш Әлмөхәмәтов // Сәсән. — 1929, № 4.
  • Борһан С. Ғәзиз Әлмөхәмәтов // Яңалиф. — 1928, № 11. — С. 6.
  • Давыдова Э. Служитель муз // Ватандаш. — 2005. — № 11. — ISSN 1683-3554.
  • Ғәзиз иптәш Әлмөхәмәтов Башҡортостандың ун йыллығында // Башҡортостан. — 1929, март.
  • Сайфуллин С. Оборванная мелодия: Г. С. Альмухаметов. // Трудный путь к правде / Сост. Г. Д Иргалин, Н. П. Каменев. — Уфа: Китап, 1997. — С. 80—87.
  • Тукаев Р. Альмухаметовы // Ватандаш. — 1999. — № 1. — С. 196. — ISSN 1683-3554.
  • Шәкүр Р. Ғәзиз Әлмөхәмәтов // Арҙаҡлы башҡорттар. — Уфа: Китап, 2005. — С. 234—147.
  • Юлан Азат. Ғәзиз Әлмөхәмәтов — йырсы һәм яугир // Йәшлек. 2005. 29 окт.

  Викидәреслектә

Һылтанмалар

үҙгәртергә

Видеояҙмалар

үҙгәртергә