Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге
Нефть экспортлаусы илдәр ойошмаһы менән бутамаҫҡа.
Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге Asia-Pacific Economic Cooperation | |
ағзалар
| |
Ағза |
21 экономика |
---|---|
Штаб-фатир | |
Ойошма төрө |
Иҡтисади форум |
Етәкселәре | |
Нигеҙләнгән | |
Нигеҙләү |
1989, Канберра |
Бөтөрөлгән | |
- | |
Сайт |
www.apec.org |
Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге Викимилектә | |
Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге (ингл. Asia-Pacific Economic Cooperation, APEC) — региональ сауҙа һәм капитал һалыуҙарҙы еңеләйтеү һәм либералләштереү өлкәһендә хеҙмәттәшлек өсөн Азия-Тымыҡ океан төбәгенең 21 экономикаһы форумы. Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенең маҡсаты — иҡтисади үҫеште арттырыу һәм төбәк илдәре берләшмәһен нығытыу.
Ҡатнашыусы иҡтисадтарҙа донъя халҡының яҡынса 40 % йәшәй, уларға 54 % тиерлек Эске тулайым продукт һәм донъя сауҙаһының 44 % тура килә[1].
Тарих
үҙгәртергәФорум 1989 йылда Канберра ҡалаһында Австралия һәм Яңы Зеландия премьер-министрҙары тәҡдиме менән барлыҡҡа килә.
Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге ниндәйҙә булһа ойошма структураһыҙ йәғни ҙур бюрократик аппаратһыҙ ирекле кәңәш йыйыны булараҡ ойошторола. Сингапурҙа урынлашҡан ойошманың Секретариатында ҡатнашыусы экономикаларҙың вәкилдәренән 23 илсе, һәм тағы ла урындағы хеҙмәткәрҙәр эшләй.
Башта министрҙар кимәлендәге йыл һайын уҙғарылған кәңәшмәләр Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенең юғары органы була. 1993 йылдан ҡатнашыусы экономикаларҙың лидерҙарының осрашыуҙары ойоштороу эшмәкәрлегенең төп төрө булып китә. Был саммиттарҙа йыл эсендәге форум эшмәкәрлегенең дөйөм һығымтаһын барлаусы һәм артабанғы эшмәкәрлектең перспективаларын билдәләүсе декларациялар ҡабул ителә. Шулай уҡ ҙур аралыҡ менән тышҡы эштәр һәм иҡтисад министрҙары сессиялары уҙғарыла.
Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлеге төп органдары: консультацион эш советы, эксперттарҙың өс комитеты (сауҙа һәм инвестициялар буйынса комитет, иҡтисади комитет, административ-бюджет комитеты) һәм иҡтисадтың төрлө тармаҡтары буйынса 11 эш төркөмө.
Ағзалары
үҙгәртергәҠатнашыусы экономикалар | Инеү датаһы |
---|---|
Австралия | 1989 |
АҠШ | 1989 |
Бруней | 1989 |
Индонезия | 1989 |
Канада | 1989 |
Корея Республикаһы | 1989 |
Малайзия | 1989 |
Сингапур | 1989 |
Таиланд | 1989 |
Филиппин | 1989 |
Яңы Зеландия | 1989 |
Япония | 1989 |
Гонконг, Ҡытай[2] | 1991 |
Ҡытай Тайбэйы[3] | 1991 |
Ҡытай Халыҡ Республикаһы[4] | 1991 |
Мексика | 1993 |
Папуа — Яңы Гвинея | 1993 |
Чили | 1994 |
Вьетнам | 1998 |
Перу | 1998 |
Рәсәй Федерацияһы | 1998 |
Хәҙерге ваҡытта Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенә башлыса Тымыҡ океан буйлап яр һыҙығы булған 21 дәүләт инә. Ҡытай Халыҡ Республикаһы хуплауы менән был халыҡ-ара ойошмаға Тайвань ҡабул ителә. Һөҙөмтәлә Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегендә ҡатнашыусы илдәр урынына ҡатнашыусы экономикалар термины ҡабул ителгән.
Азия-Тымыҡ океан иҡтисади хеҙмәттәшлегенә инергә теләк белдергән кандидат-экономикалар: Бангладеш, Камбоджа, Колумбия, Коста-Рика, Макао, Монголия, Лаос, Пакистан, Панама, Һиндостан, Шри-Ланка, Эквадор. Утрауҙағы дәүләт Гуамдың ойошмаға инеү өсөн ғариза биреүенә АҠШ ҡаршы сыҡҡан.
Саммиттар
үҙгәртергәДата | Дәүләт | Урыны | |
---|---|---|---|
1-се | 6—7 ноябрь 1989 | Австралия | Канберра |
2-се | 29—31 июль 1990 | Сингапур | Сингапур |
3-сө | 12—14 ноябрь 1991 | Корея Республикаһы | Сеул |
4-се | 10—11 сентябрь 1992 | Таиланд | Бангкок |
5-се | 19—20 ноябрь 1993 | АҠШ | Сиэтл |
6-сы | 15—16 ноябрь 1994 | Индонезия | Богор |
7-се | 18—19 ноябрь 1995 | Япония | Осака |
8-се | 24—25 ноябрь 1996 | Филиппин | Субик |
9-сы | 24—25 ноябрь 1997 | Канада | Ванкувер |
10-сы | 17—18 ноябрь 1998 | Малайзия | Куала Лумпур |
11-се | 12—13 сентябрь 1999 | Яңы Зеландия | Окленд |
12-се | 15—16 ноябрь 2000 | Бруней | Бандар-Сери-Бегаван |
13-сө | 20—21 октябрь 2001 | ҠХР | Шанхай |
14-се | 26—27 октябрь 2002 | Мексика | Лос Кабос |
15-се | 20—21 октябрь 2003 | Таиланд | Бангкок |
16-сы | 20—21 ноябрь 2004 | Чили | Сантьяго |
17-се | 18—19 ноябрь 2005 | Корея Республикаһы | Пусан |
18-се | 18—19 ноябрь 2006 | Вьетнам | Ханой |
19-сы | 8—9 сентябрь 2007 | Австралия | Сидней |
20-се | 22—23 ноябрь 2008 | Перу | Лима |
21-се | 14—15 ноябрь 2009 | Сингапур | Сингапур |
22-се | 13—14 ноябрь 2010 | Япония} | Иокогама |
23-сө | 12—13 ноябрь 2011 | АҠШ | Гонолулу |
24-се | 9—10 сентябрь 2012 | Рәсәй Федерацияһы | Владивосток |
25-се | 5—7 октябрь 2013 | Индонезия | Бали |
26-сы | 10—11 ноябрь 2014 | ҠХР | Пекин |
27-се | 18—19 ноябрь 2015 | Филиппин | Манила |
28-се | 2016 | Перу | Лима |
29-сы | 2017 | Вьетнам | Да-Нанг |
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ APEC Secretariat website 2008 йыл 18 май архивланған.
- ↑ Гонконг ойошмаға 1991 йылда, Бөйөк Британияның колонияһы булып, «Гонконг» исеме аҫтында инә. 1997 йылда Гонконг ҠХР-ҙың махсус административ районы булып китә һәм «Гонконг, Ҡытай» атмаһын ҡабул итә.
- ↑ Ҡытай Халыҡ Республикаһы менән бәхәс һөҙөмтәһендә Ҡытай Республикаһы (Тайвань) ойошмаға «Ҡытай Тайбэйы» атамаһы менән ҡабул ителә.
- ↑ Ҡытай Халыҡ Республикаһы был осраҡта тик континенталь Ҡытайҙың ғына мәнфәғәттәрен сағылдыра, сөнки Гонконг һәм Аомынь айырым экономикалар тип иҫәпләнә.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Alkan, Abdulkadir (2014). «APEC 2014: Better diplomatic ties for better economic relations». Daily Sabah.
(инг.)
- Fazzone, Patrick B. (2012). «The Trans-Pacific Partnership—Towards a Free Trade Agreement of Asia Pacific?». Georgetown Journal of International Law 43 (3): 695–743. ISSN 1550-5200.
(инг.)
- Patrick Ziltener (2005): „Pazifische Drift – Die APEC zwischen Bi- und Multilateralismus“, in: Blätter für deutsche und internationale Politik, 12, S. 1465-1474 (нем.)