Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе

Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе (ҡыт. ғәҙәти 東海, ябайл. 东海, пиньин: Dōng Hǎi, палл.: Дунхай, һүҙмә һүҙ — «көнсығыш диңгеҙ»; кор. 동중국해, япон. 東シナ海) — Көнсығыш Азия (Ҡытай) яр буйҙары һәм Рюкю утрауҙары менән Кюсю утрауы (Япония) араһындағы Тымыҡ океандың диңгеҙе.

Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе
Mar de China Oriental - BM WMS 2004.jpg
Майҙаны836 мең км²
Иң ҙур тәрәнлек2719 м
Уртаса тәрәнлек309 м
East China Sea.PNG
Commons-logo.svg Көнсығыш Ҡытай диңгеҙе Викимилектә

ГеографияҮҙгәртергә

Майҙаны — 836 мең км².

Иң тәрән урыны — 2719 м.

Февралдә уртаса һыу температураһы 7 °C-тан алып 16 °C, августта — 27-28 °C.

Тоҙлолоғо 30-34,5 ‰, йылға тамаҡтары тирәһендә — 5−10 ‰.

Ярым тәүлекле һыу артымдарының бейеклеге 7,5 метрға етә.

Диңгеҙгә ҡойоусы иң ҙур йылға — Янцзы.

Көнбайышта диңгеҙ төбө рельефы тигеҙ түгел, әммә тәрәнлектәр бында бәләкәй. Һайлыҡтарҙа һәм утрауҙар янында диңгеҙҙә йөрөү өсөн хәүеф тыуҙырыусы ҡаялар, рифтар һәм һай урындар бар.

Диңгеҙ биологик ресурстарға бай. Балыҡ тотоу сәнәғәтенең төп объекттары сельдь һәм сардина, бында шулай уҡ диңгеҙ ҡыҫалаһы һәм омарҙар аулау, трепанг һәм диңгеҙ ылымыҡтарын йыйыу үҫешкән.

Төп порттарыҮҙгәртергә

ИҫкәрмәләрҮҙгәртергә

ҺылтанмаларҮҙгәртергә