Синдзо Абэ
Си́ндзо А́бэ(япон. 安倍晋三Абэ Синдзо:?) (21 сентябрь 1954 йыл - 8 июль 2022 йыл) — дәүләт эшмәкәре, сәйәсмән. Японияның 90-сы (2006—2007 йылдар) һәм 96-сы премьер-министры (2012 йылдан). Япония либераль-демократик партияһы рәйесе.
Синдзо Абэ 安倍晋三 | ||||||
| ||||||
---|---|---|---|---|---|---|
26 декабрь 2012 | ||||||
Монарх: | Акихито | |||||
Алдан килеүсе: | Ёсихико Нода | |||||
26 сентябрь 2006 — 26 сентябрь 2007 | ||||||
Монарх: | Акихито | |||||
Алдан килеүсе: | Дзюнъитиро Коидзуми | |||||
Дауамсы: | Ясуо Фукуда | |||||
Дине: | Синтоизм | |||||
Тыуған: | 21 сентябрь 1954 (70 йәш) Нагато ҡалаһы, Ямагути префектураһы, Япония | |||||
Үлгән: | 8 июль 2022[1][2][3][…] (67 йәш) госпиталь Медицинского университета Нара[d], Касихара[d], Нара (префектура)[d], Япония[4][5][6][…] | |||||
Ерләнгән: | крематорий Киригая[d][7] | |||||
Атаһы: | Синтаро Абэ | |||||
Әсәһе: | Ёко Абэ[d] | |||||
Супруг: | Акиэ Абэ[d] | |||||
Партия: | Япония либераль-демократик партияһы | |||||
Белеме: | Сэйкэй университеты | |||||
Сайт: | s-abe.or.jp | |||||
Автограф: | ||||||
Наградалары: |
| |||||
Биографияһы
үҙгәртергәСиндзо Абэ 1954 йылдың 21 сентябрендә Японияның Ямагути префектураһы Нагато ҡалаһында билдәле сәйәси эшмәкәр ғаиләһендә тыуған. Әсәһе яғынан олатаһы — Нобусукэ Киси 1957—1960 йылдарҙа Япония премьер-министры булған. Атаһы — Синтаро Абэ 1982—1986 йылдарҙа Япония тышҡы эштәр министры вазифаһын башҡарған[8][9][10].
1977 йылда Сэйкэй университетын тамамлай, бында ул юридик факультетта политологияны өйрәнә[8][9][11]. Һуңынан АҠШҡа күсә, 1978 йылдан алып 1979 йылға тиклем Көньяҡ Калифорния университетында уҡый[8][9]. 1979 йылда Японияға ҡайта, «Кобэ Стил» ҡорос иретеү компанияһында өс йыл дауамында эшләй[12].
Сәйәси карьера
үҙгәртергә1982 йылда атаһы, тышҡы эштәр министры Синтаро Абэның сәркәтибе вазифаһын башҡарып сәйәси карьераһын башлай[13]. Япония либераль-демократик партияһы ағзаһы. 1993 йылда Япония парламентының Вәкилдәр палатаһына Ямагути префектураһынан һайлана[8][9][11]. 2000 йылдан алып Ёсиро Мори һәм Дзюнъитиро Коидзуми хөкүмәттәрендә эшләй. 2003—2004 йылдарҙа Япония либераль-демократик партияһының генераль секретары була. 2005 йылдың октябрендә Министрҙар кабинетының генераль секретарь вазифаһын биләй[9][11]. Күҙәтеүселәр быны премьер-министр Дзюнитиро Коидзуми Абэны үҙенең алмашҡа килеүсеһе итеп күрә тип күҙалайҙар[9].
Тәүге хөкүмәте
үҙгәртергә2006 йылдың 20 сентябрендә Синдзо Абэ партия рәйесе вазифаһын башҡара башлай, ә 26 сентябрендә парламент менән премьер-министр вазифаһында раҫлана. Бер аҙ ваҡыт ил Конституцияһын үҙгәртеп ҡороу ниәттәре, һәм тағы ла милләтселек белдереүҙәре Япония һәм сит ил йәмәғәтен һәм матбуғатының иғтибарын үҙенә йәлеп итә[14].
Бүләктәре
үҙгәртергә- 1 дәрәжәләге король Ғәбделғәзиз ордены (2007, Сәғүд Ғәрәбстаны)
- Почёт ордены (Греция)
- Әл-Хәлифә ордены (2013, Бахрейн)
- Баһалы хеҙмәт ордены (2014, Кот-д’Ивуар)
- Йондоҙ менән Баһалы хеҙмәт ордены командоры (Норвегия)
- Альберт Швейцерҙың Австрия йәмғиәте миҙалы (2010)[15]
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Tvegård A. Japans tidligere statsminister Shinzo Abe skutt og drept (билдәһеҙ) — 2022.
- ↑ Reuters: Japans tidligere statsminister Shinzo Abe er død (билдәһеҙ) // Aftenposten — Schibsted Media, 1860. — ISSN 0804-3116; 0807-2027
- ↑ Former PM Abe Shinzo dies after being shot (ингл.) — 2022.
- ↑ 【速報】安倍元首相が死亡 搬送先の病院で確認 奈良市内で演説中に銃で撃たれて (яп.) — カンテレ, 2022.
- ↑ 安倍晋三元首相死亡 奈良県で演説中に銃で撃たれる (яп.) — NHK, 2022.
- ↑ 安倍晋三元首相が死去 67歳 奈良で遊説中、銃撃受け (яп.) — 毎日新聞社, 2022.
- ↑ https://edition.cnn.com/asia/live-news/shinzo-abe-funeral-japan-07-12-22-intl-hnk/index.html — 2022.
- ↑ 8,0 8,1 8,2 8,3 Потомственный политик Синдзо Абэ. Биографическая справка. — РИА Новости, 26.09.2006
- ↑ 9,0 9,1 9,2 9,3 9,4 9,5 Profile: Shinzo Abe. — BBC News, 26.09.2006
- ↑ Артур Блинов. Синдзо Абэ стал премьером Японии. — Независимая газета, 27.09.2006
- ↑ 11,0 11,1 11,2 Profile of Prime Minister Abe. — Prime Minister of Japan and His Cabinet
- ↑ Потомственный политик Синдзо Абэ. Биографическая справка . РИА Новости (26 сентябрь 2006). Дата обращения: 10 июнь 2015.
- ↑ Profile of Prime Minister
- ↑ АБЭНОМИКА: Новое учение об оздоровлении — ПРОФИЛЬ | PROFILE.RU(недоступная ссылка)
- ↑ Bild-Bericht — Besuch bei der japanischen ÖASG-Delegation in Tokio und Yokohama vom 13. bis 17. November 2010 2014 йыл 12 октябрь архивланған.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Абэ, Синдзо — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.