Рамазанова Земфира Тәлғәт ҡыҙы, ижади псевдонимы Земфира (26 август 1976 йыл) — Рәсәйҙең рок-йырсыһы, музыкант, йыр текстарын һәм көйҙәрен яҙыусы, рок жанрындағы ҡатын-ҡыҙ башҡарыусыларҙың иң танылғандарының береһе. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты (1999).

Земфира
Земфира Тәлгать кызы Рамазанова
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Рамазанова Земфира Тәлғәт ҡыҙы

Тыуған

26 август 1976({{padleft:1976|4|0}}-{{padleft:8|2|0}}-{{padleft:26|2|0}}) (47 йәш)

Тыуған урыны

СССР, РСФСР, Башҡорт АССР-ы, Өфө

Ил

Рәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

йырсы, музыкант, композитор, шағир

Әүҙем йылдары

1998 йылдан

Инструменттар

клавишалылар, гитара, тамбурин, ирен пианиноһы,[1]

Жанрҙар

рус рогы, поп-рок[2][3], альтернативный рок

Коллективтар

Zемфира

Хеҙмәттәшлек

Илья Лагутенко, Сергей Шнуров, «Браво», Игорь Вдовин, Патти Смит, Queen

Лейблы

REAL Records

zemfira.world
Файл:Zemfira aftograpf.jpg
Автограф Земфиры
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы үҙгәртергә

Земфира Тәлғәт ҡыҙы Рамазанова 1976 йылдың 26 авгусында Өфөлә тыуған. Атаһы — тарих уҡытыусыһы, әсәһе — табип. Музыка мәктәбен «ҡыҙыл диплом» менән тамамлаған ҡыҙ спортта ла ҡалышмаған — баскетболда ярайһы ҙур уңыштарға өлгәшкән, 1990 йылда Рәсәй ҡыҙҙар йыйылма командаһы капитаны булған. 1998 йылдың башында үҙ төркөмөн булдыра, ә 1999 йылдың майынан алып Рәсәйҙә уның йырҙары яңғырамаған радио ҡалмай.

Ижади эшмәкәрлеге үҙгәртергә

  • «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы хәбәр итеүенсә, «Тур-2016» барышында Земфира Өфөлә сығыш яһаясаҡ, уның тыуған ҡалаһындағы һуңғы концерты 2013 йылда булғайны. Илдең ҡайһы ҡалаларына барасағы хаҡында йырсы үҙенең рәсми сайтында белдергән[4].

Земфираның «Маленький человек» тип исемләнгән «Тур-2016»ның Америкалағы һуңғы концерты Лос-Анджелеста була[5].

Дискографияһы үҙгәртергә

Номерлы альбомдар
  • «Земфира» (1999)
  • «Кисер мине минең һөйөү» («Прости меня моя любовь») (2000)
  • «Ун дүрт аҙна тынлыҡ» («Четырнадцать недель тишины») (2002)
  • «Вендетта» (2005)
  • «Рәхмәт» («Спасибо») (2007)
  • «Һинең башыңда йәшәргә» («Жить в твоей голове») (2013)
  • «Бордерлайн» (2021)

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

  1. Александр Алексеев. Земфира: Я давно не стояла на сцене // Российская газета.год=2010. — Т. 198. — № 5277.
  2. Zemfira. Allmusic. Дата обращения: 21 март 2012. Архивировано 28 май 2012 года.
  3. Русский рок. Малая энциклопедия. — Леан-Антао, 2001. — ISBN 5-85929-068-3.
  4. «Башинформ» мәғлүмәт агентлығы, 2015, 15 октябрь (рус.)
  5. Земфира сфотографировалась с фанатами в Америке.  , 2016, 22 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 22 ноябрь 2016)

Һылтанмалар үҙгәртергә