Ҡотоева Гөлназ Мират ҡыҙы
Ҡотоева Гөлназ Мират ҡыҙы (1 ғинуар 1974 йыл) — шағир, журналист, «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире, Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2006)
Гөлназ Ҡотоева | |
Исеме: |
Исхаҡова Гөлназ Мират ҡыҙы |
---|---|
Тыуған көнө: | |
Тыуған урыны: |
Ишҡол ауылы, Әбйәлил районы, Башҡорт АССР-ы |
Гражданлығы: | |
Эшмәкәрлеге: |
шағир, журналист. 2013 йылдан — «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мәхәррире. |
Жанр: | |
Әҫәрҙәре яҙылған тел: | |
Премиялары: |
Ш. Бабич исемендәге республика йәштәр премияһы. |
Биографияһы
үҙгәртергәГөлназ Мират ҡыҙы Ҡотоева (ҡыҙ фамилияһы Исхаҡова) 1974 йылдың 1 ғинуарында Башҡорт АССР-ы Әбйәлил районының Ишҡол ауылында тыуған. Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Башҡортостан «Китап» нәшриәтендә консультант, Сибай ҡалаһы яҙыусылар ойошмаһы рәйесе, «Ағиҙел» журналы мөхәрирриәтендә яуаплы сәркәтип булып эшләй. Хәҙерге көндә «Башҡортостан ҡыҙы» журналының баш мөхәррире. Бер нисә китап авторы. Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзы ағзаһы.
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- Писатели земли башкирской. Справочник / Сост.: Р. Н. Баимов, Г. Н. Гареева, Р. Х. Тимергалина. — Уфа: Китап, 2006. — 496 с.