Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы

журналист
(Сәлмән Ярмуллин битенән йүнәлтелде)

Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы (24 сентябрь 1969 йыл) — журналист, 1991 йылдан Журналистар союзы ағзаһы. 2006 йылдан «Аманат» журналының баш мөхәррире. Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018). Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009) һәм мәғариф отличнигы (2009). Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәтенең Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премияһы (1998) һәм Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2005) лауреаты.

Сәлмән Ярмуллин
Исеме:

Ярмуллин Сәлмән Шакирйән улы

Тыуған көнө:

24 сентябрь 1969({{padleft:1969|4|0}}-{{padleft:9|2|0}}-{{padleft:24|2|0}}) (55 йәш)

Тыуған урыны:

Башҡорт АССР-ы Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылы

Гражданлығы:

СССР
Рәсәй флагы

Эшмәкәрлеге:

журналист

Әҫәрҙәре яҙылған тел:

башҡорт

Премиялары:

Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге премия (1998); Шәйехзада Бабич исемендәге республика йәштәр дәүләт премияһы (2005).

Наградалары:

Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (2018); Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре (2009)

Биографияһы

үҙгәртергә

Сәлмән Шакирйән улы Ярмуллин 1969 йылдың 24 сентябрендә Башҡорт АССР-ының Йылайыр районы Үрге Сәлим ауылында тыуған. Азат Ярмуллиндың ағаһы.

Тарих һәм этнография буйынса мәҡәләләр серияһы авторы. «Ахыры заман — аяҡ аҫтында» (2005) публицистик очерктар китабында ислам, башҡорт халыҡ тарихы, башҡорт теле, Башҡортостандың ижтимағи-сәйәси хәлдәре мәсьәләләре сағылдырыла.

2018 йылдың майында Сәлмән Ярмуллинға «Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде[2].

Китаптары

үҙгәртергә
  • Ахыры заман — аяҡ аҫтында: Публицистик очерктар. — Өфө: Китап, 2005. — бит.

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә