Антон Павловский
Антон Павловский (1985) — виолончелист, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — виолончелдә юғары башҡарыу оҫталығы өсөн (2011).
Антон Павловский | |
Тыуған урыны | Өфө |
---|---|
Һөнәр төрө | музыкант |
Биографияһы
үҙгәртергәАнтон Павловский 1985 йылда Өфөлә тыуған. Виолончелдә уйнарға 5 йәшенән башлай (проф. М. Афанасьевтың класы). 7 йәшенән алып Рәсәй һәм халыҡ-ара үҫмер конкурстарында һәм фестивалдәрҙә ҡатнаша, күп тапҡыр лауреат исеменә лайыҡ була. Иң беренсе Гран-приһын Антон Павловский 1999 йылда, 14 йәшендә, Леопольд һәм Мстислав Ростроповичтар исемендәге асыҡ конкурсында ала[1].
1997—1998 йылдарҙа проф. А. Селезнев класында шөғөлләнә. 2008 йылда П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү Консерваторияһын отличие менән тамамлай (СССР-ҙың халыҡ артисы Н.Шаховская класы), ә 2011 йылда шул уҡ класта аспирантураны тамамлай.
Мастер-кластар сиктәрендә М. Ростропович, Д. Шафран, Д. Герингас, Л. Кларет, Э. Финке, М. Хомицер, В. Фейгин, Д. Ферштман, С. Ролдугин, И. Гаврыш һәм башҡа билдәле музыканттар менән виолончель серҙәренә төшөнә, үҙ-үҙен камиллаштыра.
Йәш артист камера концерттарында бик ҙур теләк менән ҡатнаша, уның партнерҙары — Сергей Лейфкеркус, Давид Герингас, Семен Скигин, Михаил Безносов, Никита Борисоглебский. 2012 йылдың декабрендә Антон Павловский «Виолончельный концерт XX века» темаһына кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай.
2015 йылда Антон Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһының магистратураһын тамамлай — опера-симфоник дирижерлыҡ итеү кафедраһы (проф. Федосеев Владимир Иванович класы)[2].
Йәш музыкант Мәскәү ҡалаһының ҙур концерт залдарында, Рәсәй ҡалаларында, шулай уҡ Нидерландта, Германияла, Бөйөк Британияла, Швейцарияла, Францияла, Норвегияла һәм Бельгияла концерттар бирә.
Конкурстар, фестивалдәр
үҙгәртергә2006 йылда 58-се Халыҡ-ара «Prague Spring International Music competition» виолончелистар конкурсында 2-се премияһы лауреаты исеменә, шулай уҡ 4 махсус призға лайыҡ була.
2009 йылдың ноябрь-декабрендә С. М. Козолупов исемендәге 1-се Халыҡ-ара виолончелистар конкурсында (Мәскәү) 1-се премия лауреаты була. 2010 йылдың ғинуар-февралендә — 5-се Халыҡ-ара UNISA International String Competition конкурсының лауреаты (Претория, КАР).
2013—2014 йылдарҙағы сезонда «Концертгебау» концерт залында дебют сығышын яһай (Амстердам).
Солист булараҡ күп кенә симфоник һәм камера оркестрҙары менән уйнай, улар араһында: Е. Ф. Светланов исемендәге Рәсәй Госконцерты, Рәсәйҙең Милли филармония оркестры, Чайковский исемендәге Ҙур симфоник оркестры, Прага симфоник оркестры, Йоханнесбург филармония оркестры, Санкт-Петербург филармонияһының Академия симфоник оркестры, Рәсәйҙең Дәүләт Академия Симфоник Капеллаһы, Украинаның Милли симфоник оркестры, Брауншвайг Дәүләт оркестры, Франкфурттың Бранденбург Дәүләт оркестры, Мәскәү Дәүләт Симфоник оркестры, Саратов Академия Симфоник оркестры, Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестры; Х. Гриффитс, В. Спиваков, Ч. Оливиери-Мунро, А. Сладковский, В. Урюпин, К. ван Альфен, А. Джоэл, А. Богорад, Н. Дядюра, А. Левин, В. Платонов, В. Валитов, И. Ғайсин, М. Емельянычев, Т. Ахназарян һәм башҡа дирижерҙар менән хеҙмәттәшлек итә[2].
Бик күп фестивалдәрҙә ҡатнаша: Халыҡ-ара вилончель фестивале Кронбергта (П. Казальстың иҫтәлегенә), Л. Бернстайн иҫтәлегенә арналған Халыҡ-ара музыкаль фестиваль (Кольмар), «Музыкальный Олимп» (Санкт-Петербург), «Виртуозы Планеты» (Киев) һәм башҡалар.
Өфө концерттары
үҙгәртергә2015 йылдың май айы аҙағында Антон Павловский Шаляпин залында Өфө тамашасыларын камера концерты менән ҡыуандырҙы. Музыкант Өфө сәнғәт институты профессоры Рөстәм Шәйхетдинов менән И. С. Бах, П. И. Чайковский, С. С. Прокофьев һәм башҡа композиторҙар әҫәрҙәрен уйнаны. Бөтә концерттарҙа республиканың мәҙәниәт йәмғиәте вәкилдәре һәм уның беренсе уҡытыусыһы Марк Афанасьев булдылар. Антон Павловский Башҡортостан Республикаһының Милли симфоник оркестрының XXIII ижади сезонын ябыу концертында («Башкортостан» Дәүләт концерт залында) ҡатнашты. Ул ҙур оҫталыҡ менән Антонин Дворжактың виолончель өсөн си минор оркестры концертын башҡарҙы[3].
«Каждый мой приезд в Уфу — большой праздник для меня, ведь это мой родной город. Для меня все концерты в Башкирии особенные, и вдвойне приятно, что перед моими ответственными мероприятиями мне удалось приехать сюда и представить эту программу родной публике. Сегодня третий концерт этой серии, завтра играем в Стерлитамаке. Я очень благодарен башкирской публике и уверен, что эти концерты принесут мне удачу»,
— тип әйтте Антон Павловский[3].
28 майҙа симфоник оркестр һәм Антон Павловский Стәрлетамаҡ ҡалаһында сезонды яптылар.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәБашҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — әҙәбиәт, архитектура һәм сәнғәт өлкәһендә (2001), «Русское исполнительское искусство» фонды стипендиаты, В.Спиваков Халыҡ-ара мәрхәмәтлек фонды стипендиаты, М. Ростропович фонды стипендиаты, Башҡортостан Республикаһы Президентының стипендиаты, Мәскәү консерваторияһының Ғилми советы стипендиаты
Эш урындары[2]
үҙгәртергә2004—2008 йылдарҙа — Рәсәй Милли оркестрында (РНО); 2010—2012 йылдарҙа — Рәсәйҙең Милли филармония оркестрында (НФОР); 2015—2016 йылдарҙа — MusicAeterna оркестрында — дирижерҙар Мстислав Ростропович, Геннадий Рождественский, Михаил Плетнев, Владимир Юровский, Семен Бычков, Пааво Берглунд, Зубин Мета, Кент Нагано, Теодор Курентзис, Владимир Спиваков, Джеймс Конлон, Мишель Плассон, Шарль Дютуа етәкселеге аҫтында; 2010 йылда — Мәскәү консерваторияһында, Рәсәй ҡалаларында мастер-кластар үткәрә; 2012 йылда — Е. Ф. Светланов исемендәге Рәсәй Госоркестрының виолончелистар төркөмөнөң концермейстеры (художество етәксеһе Владимир Юровский); 2015 йылда проф. В. И. Платонов һәм В. А. Понькин кластарҙа шөғөлләнә, ошо уҡ йылдың ноябрендә Пермь опера һәм балет театрында дирижер булараҡ дебютлы сығыш яһай (Ж. Массне, «Синдерелла, или Сказка о Золушке»); 2016 йылда Ҡатар филармония оркестрында виолончелистар төркөмөн етәкләй башлай; 2017 йылдың ғинуарында дирижер сифатында Мәскәү консерваторияһының Ҙур залында дебют сығыш яһай.