Юлдашев Роберт Нәжип улы

(Роберт Юлдашев битенән йүнәлтелде)

Юлдашев Роберт Нәжип улы (9 июль 1971 йыл) — башҡорт музыканты, ҡурайсы. «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе. Башҡортостан Республикаһының Ҡурайсылар союзы ағзаһы (2007). Шәйехзада Бабич исемендәге дәүләт республика йәштәр премияһы лауреаты (2003), Башҡортостандың халыҡ артисы (2012). Салауат Юлаев ордены кавалеры (2022).

Роберт Юлдашев
Төп мәғлүмәт
Тулы исеме

Юлдашев Роберт Нәжип улы

Тыуған

9 июль 1971({{padleft:1971|4|0}}-{{padleft:7|2|0}}-{{padleft:9|2|0}}) (52 йәш)

Тыуған урыны

Башҡорт АССР-ы[1] Өфө ҡалаһы

Ил

Совет Социалистик Республикалар Союзы СССРРәсәй Федерацияһы Рәсәй Федерацияһы

Һөнәрҙәре

музыкант, ҡурайсы

Инструменттар

ҡурай

Наградалар
Башҡортостандың халыҡ артисы
Башҡортостандың халыҡ артисы
 Аудио, фото, видео Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Роберт Нәжип улы Юлдашев 1971 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының (1992 йылдың 25 февраленән Башҡортостан Республикаһы[1]) баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 2000 йылда Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтын тамамлаған (Айрат Ҡобағошов класы).

Бала сағынан спорт менән әүҙем шөғөлләнә. «Салауат Юлаев» хоккей клубының балалар командаһы составында уйнай[2].

1989 йылдан Өфө дәүләт сәнғәт институты ҡарамағындағы урта махсус музыка мәктәбе уҡытыусыһы булып эшләй. 1991 йылдан «Аҡйондоҙ» музыка төркөмөндә сығыш яһай. 1995—1998 һәм 2001—2003 йылдарҙа Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле музыканты була.

2009 йылдан «Ҡурайсы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы һәм «Ҡурайсы» этно-төркөмө етәксеһе.

Ижади һәм концерт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Роберт башҡарыуында ҡурай моңо Англия («Роял фестиваль холл»), Япония һәм башҡа илдәрҙә яңғыраны. Башҡортостан милли симфоник оркестры менән Испанияла, «Кремлёвский балет» труппаһы менән Бельгия, Люксембург, Голландия гастролдәрҙә булды һәм был илдәр тамашасыларын уйнауы менән әсир итте. Талантлы музыкант шулай уҡ Берлин, Кипр һәм Италияның Милан ҡалаһындағы «Ла Скала» сәхнәләрендә ҙур уңыш ҡаҙанды.

Ҡурайсы Владимир Спиваков етәкселегендәге «Виртуозы Москвы» оркестры менән берлектә «Путь», «Дом солнца» фильмдарына музыка яҙыуҙа ҡатнаша. Гарик Сукачев[3], Николай Носков, «Пелагея» кеүек Рәсәй эстрада йондоҙҙары менән сығыш яһау Роберт Юлдашев һәм ҡурайға киң танылыу алып килде.

Йәмәғәт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Ҡаҙаныштары

үҙгәртергә
  • 2016 йыл, сентябрь: «Russian World Music Awards» премияһына дәғәүәселәр араһында Роберт Юлдашевтың «Ҡурайсы» этно-төркөмө тамашасыларҙың тауыш биреүе һөҙөмтәһендә еңеүсе булды[6].[7]

Уның тураһында

үҙгәртергә
  • Валитова Н. Народный артист Башкирии Роберт Юлдашев: «Сукачев сказал, что в курае звучит сама вечность». Средство массовой информации — сетевое издание «Новостной портал ProUfu.ru». 2015, 27 июня[8].
  • Ҡотлогилдина З. Моңдоң милләте юҡ, моңдоң көсө бар. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 24 февраль[9]
  • Баймөхәмәтов А. Ҡурай менән Йыһан бәйләнеше. «Башҡортостан» гәзите, 2012, 16 февраль[10].
  • Лежень Ю. Роберт Юлдашев мог выступать за «Салават Юлаев», а играет на курае. «Медиакорсеть» сайты, 2012, 15 февраль[2].

Маҡтаулы исемдәре һәм башҡа бүләктәре

үҙгәртергә

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 1992 йылдан Башҡортостан Республикаһы
  2. 2,0 2,1 Лежень Ю. Роберт Юлдашев мог выступать за «Салават Юлаев», а играет на курае// Медиакорсеть 2013 йыл 8 август архивланған. (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
  3. Кураист Роберт Юлдашев вместе с Гариком Сукачевым и группой Чайф — Белые дороги. «pikabu.ru» сайты (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
  4. Гран-при конкурса «Уфимская волна-2014» получил Ильнар Миранов из Уфы. ИА «Башинформ» (29 ноябрь 2014). Дата обращения: 2 декабрь 2014.
  5. Официальный сайт Башкирского спутникового телевидения 2016 йыл 27 сентябрь архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
  6.  , 2016, 1 октябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
  7. В Москве Роберту Юлдашеву и группе «Курайсы» вручили зрительский приз премии Russian World Music Awards-2016.  , 2016, 27 ноябрь (рус.) (Тикшерелеү көнө: 29 ноябрь 2016)
  8. Сетевое издание «Новостной портал ProUfu.ru». 2015, 27 июня (рус.) (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
  9. 2017 йыл 1 май [https://web.archive.org/web/20170501182607/http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/1935-modo-millte-yu-modo-ks-bar.html архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған.  , 2012, 24 февраль] 2017 йыл 1 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
  10. 2017 йыл 1 май [https://web.archive.org/web/20170501165604/http://bashgazet.ru/kultura-i-literatura/1806-uray-menn-yyan-bylneshe.html архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған. 2017 йыл 1 май архивланған.  , 2012, 16 февраль] 2017 йыл 1 май архивланған. (Тикшерелеү көнө: 1 октябрь 2016)
  11. Радий Хабиров в День работника культуры наградил выдающихся представителей отрасли

Һылтанмалар

үҙгәртергә