Ҡунаҡбаев Артур Рауил улы

Ҡунаҡбаев Артур Рауил улы (1984) — актёр. М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры артисы. Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — Әхмәтзәки Вәлиди Туған ролен башҡарғаны өсөн (2011).

Ҡунаҡбаев Артур Рауил улы

Биографияһы үҙгәртергә

Ҡунаҡбаев Артур Рауил улы 1984 йылдың 4 октябрендә Ырымбур өлкәһенең Ҡыуандыҡ районында тыуған. 2007 йылда М. С. Щепкин исемендәге Юғары театраль училищеһын тамамлай һәм шул уҡ йылда М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрына эшкә килә. Йәш булыуына ҡарамаҫтан, Артур Ҡунаҡбаевтың исеме театр сәнғәтен һөйөүселәр араһында киң билдәле, уның үҙ тамашасыһы бар. Артур шул уҡ ваҡытта йырлаусы актёр, йырҙарҙы ул спектаклдәрҙә генә түгел, эстрадала ла башҡара[1].

Театрҙағы ролдәре үҙгәртергә

  • «Мыҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара Юрға» (Әбләй)
  • «Бирнәһеҙ ҡыҙ» (Юлий Капитоныч Карандышев)
  • «Бәхет хаҡы» (Йәш Зариф)
  • «Аҡ пароход» (Хикәйәсе)
  • «Нәркәс» (Аҙнай)
  • «Ут - уйынсыҡ түгел» (Вадим)
  • «Әхмәтзәки Вәлиди Тоған» (Әхмәтзәки Вәлиди Тоған)
  • «Ҡаһым түрә» (Фольгнер)
  • «Йүгер, харис, йүгер…» (Фидан)
  • «ВОЛШЕБНИК ИЗУМРУДНОГО ГОРОДА» (Гудвин)
  • «Йософ һәм Зөләйха» (Йәһүд)
  • «Ул бит кисә ине» (Зөлфәт)
  • MOUSE STORY (Сысҡандар тарихы) (Альбин)
  • НА КИСЕЛЬНОМ БЕРЕГУ (Алик, Президент)
  • «Алтын асҡыс-REMAKE» (Сиңерткә, Баҡалар, Ҡурсаҡтар)
  • Прометей (Зевс)
  • «Һөйәйеңме-һөймәйһеңме…» (Абдулла, Козел)
  • «Зөләйха күҙҙәрен аса» (тимерсе Зиновий)[2]

Кинолағы ролдәре үҙгәртергә

  • «Минең йондоҙом» (реж. Таңсулпан Бураҡаева, 2010)[3]

Иҫкәрмәләр үҙгәртергә

Һылтанмалар үҙгәртергә

Видеояҙмалар үҙгәртергә