Сәғәҙиева Зилә Ғәлимйән ҡыҙы
Сәғәҙиева Зилә Ғәлимйән ҡыҙы — Башҡортостан юлдаш телевидениеһы журналисы, Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр премияһы лауреаты (2006)
Биографияһы
үҙгәртергәХеҙмәт юлы
үҙгәртергәЗилә Сәғәҙиева Башҡорт дәүләт университетының II курсында уҡыған саҡта Башҡортостан юлдаш телевидениеһында эш башлай. Ҡанатлы идеялары менән һоҡландыра. Яңылыҡтар хеҙмәте хәбәрсеһе булып бер йыл тәжрибә туплағандан һуң, ул авторлыҡ программаһына тотона. Һөнәри уңыштарға өлгәшкәне өсөн «Тамаша» ижад берекмәһенең етәксеһе итеп тәғәйенләнә. Һәр журналистың ижади биографияһында хәл иткес баҫҡыстар була. «Мегаполис» күңел асыу программаһында һәр саҡ нәзәкәтле, ҡупшы. «Действующие лица» тапшырыуында — театр фәлсәфәһе, яратҡан геройҙар образын һоҡланғыс теүәл асыусы. «И стонет курай, и ликует курай…» фильмын — донъяны яулаған милли музыка ҡоралыбыҙ өсөн һоҡланыулы ғорурлыҡ тыуҙыра.
Зилә Сәғәҙиева «Хорошее настроение» тип аталған көндөҙгө интерактив каналды етәкләй. Алып барыусыларҙы һайлай, ҡыҙыҡлы темаларҙы ентекләп эшләй.
Шәйехзада Бабич премияһына тәҡдим итеүсе коллегалары, БСТ каналының нәфис тапшырыуҙарының баш редакторы Светлана Мушкина ла, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы Александр Федеряев та, З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһы профессоры Рөстәм Шәйхетдинов та уның һәләте менән һоҡланыуҙарын йәшермәй.
Ул әҙерләгән репортаждар һәм программалар беҙҙең ҡалабыҙҙың ғына түгел, бөтә республикабыҙҙың да ҙур мәҙәни-социаль өлөшөн сағылдыра. Етди, тәрән йөкмәткеле материалды ул ирекле, артист оҫталығы менән бәйләп алып бара
Ғаиләһе
үҙгәртергә- Тормош иптәше — Михаил Щепкин исемендәге Юғары театраль училищеһын тамамлаған Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры актёры Ринат Баймырҙин.
БСТ каналының «Действующие лица» һәм башҡа театр һәм сәнғәт тормошо менән бәйле телепроекттар аша таныша йәштәр. 2008 йылдың авгусында, Рәсәй киноһы көнөндә, дуҫтары «Моя звезда» фильмын төшөргәндә, шулай уҡ Башҡорт академия театры Мәскәүгә «Золотая Маска» фестиваленә барғанда ла (2010), Дәүләт телерадиокомпанияһы журналисы Зилә Сәғәҙиева Ринат Баймырҙин менән бергә була.
Маҡтаулы исемдәре һәм наградалары
үҙгәртергә- 2006 — Шәйехзада Бабич исемендәге Башҡортостан Республикаһы дәүләт йәштәр премияһы лауреаты — «И стонет курай, и ликует курай» телевизион фильмы һәм очерктары өсөн
Сығанаҡтар
үҙгәртергә- [www.agidel.ru/ind.php?param1=9427&tab=7 «Республика Башкортостан» гәзите Зилә Сәғәҙиева тураһында]
- [www.bashinform.ru/news/150208-zilya-sagadeeva-krasivaya-v-professii/ Зиля Сагадеева — красивая в профессии. Башинформ.]
- [ufa.bezformata.com/listnews/krasavitcu-zamuzh-vzyal-lihoj/83244/ Зилә Сәғәҙиева менән Ринат Баймырҙиндың туйы]