Нәзиуллин Артур Искәндәр улы

Нәзиуллин Артур Искәндәр улы (5 июнь 1988 йыл) — Рәсәй музыканты, кларнетсы. 2019 йылдың июненән — Башҡортостандың Милли симфоник оркестрының генераль директоры. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған артисы, Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы һәм халыҡ-ара конкурстар лауреаты.

Нәзиуллин Артур Искәндәр улы
Рәсем
Зат ир-ат
Тыуған көнө 5 июнь 1988({{padleft:1988|4|0}}-{{padleft:6|2|0}}-{{padleft:5|2|0}}) (36 йәш)
Тыуған урыны Өфө, Башҡорт АССР-ы, РСФСР, СССР
Һөнәр төрө музыкант
Уҡыу йорто П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһы
Музыка ҡоралы кларнет[d]
 Нәзиуллин Артур Искәндәр улы Викимилектә

Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының һәм Мәскәү дәүләт академия филармонияһының «Звезды XXI века» программалары солисы[1], Мәскәү өлкә филармонияһы солисы[2], Башҡортостан Республикаһындағы Владимир Спиваковтың йәштәр талантын һәм профессиональ оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ итеүсе хәйриә фонды директоры[3][4], Рәсәй Федерацияһы Президентының[5] һәм Башҡортостан Республикаһы башлығы грантына эйә.

Кларнетсылар халыҡ-ара ассоциацияһының бойондороҡһоҙ статистика мәғлүмәттәре буйынса, Артур Нәзиуллин яңы быуын донъя кларнетсыларының иң перспективалылары араһына инә[6][7][8][9].

Биографияһы

үҙгәртергә

Артур Искәндәр улы Нәзиуллин 1988 йылдың 5 июнендә Башҡорт АССР-ының баш ҡалаһы Өфөлә тыуған. 5 йәшенән музыка менән ҡыҙыҡһына башлай, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтында, ә 2002 йылдан — Нәжип Йыһанов исемендәге Ҡазан дәүләт консерваторияһы ҡарамағындағы музыкаль лицейҙа уҡый. П. И. Чайковский исемендәге Мәскәү дәүләт консерваторияһын Р. О. Багдасарян класы буйынса һәм Г. Эйслер исемендәге Берлин музыка юғары мәктәбен профессор Д. Кюн (Kuhn Diethelem) класы буйынса тамамлай. Немец ҡалаһы Любекта музыка юғары мәктәбендә профессорҙар Сабина Мейер (Sabine Meyer) һәм Вела Райнер (Reiner Wehle) кластарында стажировка үтә. 2002 йылда «Яңы исем» фондының концерт программалары сиктәрендә солист булараҡ тәүге мәртәбә уйнай[10].

Рәсәй Федерацияһы Мәҙәниәт министрлығының «Звезды XXI века» федераль программаларында ҡатнашыусы.

Karl-Heinz Steffens (Германия), Donato Jacques Di (Франция), Michel Marang (Голландия), Charles Neidich (АҠШ) мастер-кластарында ҡатнашыусы.

2018 йылдың ноябренән Артур Нәзиуллин Башҡортостандың Милли симфоник оркестрының художество етәксеһе[11], һуңыраҡ коллективтың генераль директоры вазифаһын башҡара[12]. 2019 йылдың 6 июнендә үткән конкурс нигеҙендә Милли симфоник оркестрҙың генераль директоры итеп тәғәйенләнде[13].

Конкурстар

үҙгәртергә

Бер нисә халыҡ-ара конкурстар лауреаты[5]:

  • «Яңы исемдәр» конкурсы еңеүсеһе (Мәскәү, Ханты-Мансиийск, 2004), «Sterling group» компанияһынан «Талант» махсус призына лайыҡ була.
  • Кларнетистар халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Беренсе премия, Мәскәү, 2005)
  • Кларнетистар халыҡ-ара конкурсы лауреаты (Беренсе премия, Ванкувер, Канада, 2007)

Концерт эшмәкәрлеге

үҙгәртергә
 
Артур Нәзиуллин, виолончелист Арсений Чубачин һәм композитор Максим Дунаевский, 2015

Нәзиуллин ҙур Рәсәй концерт майҙансыҡтарында (шул иҫәптән П. И. Чайковский исемендәге консерваторияһының Ҙур залында), Германия, Франция, Польша, Португалия, Канада, Төркиә, Чехия, Нидерланд, АҠШ, Сәғүд Ғәрәбстаны (шул иҫәптән король ғаиләһе алдында) сығыштар яһай. Мәскәү һәм Гамбург симфоник оркестрҙары, Александр Сладковский етәкселегендә Татарстан Республикаһының Дәүләт симфоник оркестры, Staatskapelle Halle (Германия), Victoria symphony (Канада), Lisbon sinfonietta (Португалия), Antalia state orchestra (Төркиә) менән хеҙмәттәшлек итә. Владимир Спиваков, Денис Мацуев, Максим Дунаевский, дирижер Юрий Симонов, Марк Горенштейн, Фуат Мансуров, Пинтхас Цукерман, Александр Сладковский, Павел Нерсесьян, Лиана Исакадзе, шулай уҡ К. Штеффенс, Т. Сонгур, Т. Миллер һәм башҡа билдәле башҡарыусылар һәм дирижерҙар менән бергә сығыш яһай.

Назиуллин «Денис Мацуев һәм уның дуҫтары», «Владимир Спиваков саҡыра», «Йондоҙҙар — Байкалда», «В. Спиваковтың Халыҡ-ара фестивале» (Кольмар, Франция) «Йондоҙҙар — Кремлдә» (Мәскәү), «Музыкаль Кремль» (Мәскәү), «Crescendo» (Санкт-Петербург, Калининград), Денис Мацуевтың Тюмендәге Рождество фестивалендә, «International Solo Festival of Apogee Foundation» (Нью-Йорк, АҠШ), "International Chamber Music Festival " (Измир, Төркиә), «Моцарт көндәре Истанбулда» (Төркиә), «Прагала Богема фестивале» (Чехия), «Clarinet Fest» (Ванкувер, Канада), «King arts Festival» (Әр-Рияд, Сәғүд Ғәрәбстаны), «Clarinet Fest» (Порту, Португалия) фестивалдәрендә ҡатнаша.

2015 йылдың 16 ғинуарында Нәзиуллин П. И. Чайковский исемендәге консерваторияһының Ҙур залында «Максим Дунаевский һәм яңы быуын йондоҙҙары» сиктәрендә гала-концертта сығыш яһай[14].

Музыкаль теле-һәм радиотапшырыуҙар, шул иҫәптән «Мәҙәниәт» телеканалында, ҡатнашыусы.

Күп кенә, шул иҫәптән Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарынан, Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы тулы хоҡуҡлы вәкиллектәрҙән, Башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм республиканың хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан, рәхмәт хаттарына һәм маҡтау ҡағыҙҙарына лайыҡ була.

Хәйриә проекттары

үҙгәртергә

2013 йылда республиканың хөкүмәте һәм мәҙәниәт министрлығы ярҙамында Башҡортостан буйлап бер нисә хәйриә концерттарынң үткәрҙе, бөтә йыйылған аҡсаны артист балалар музыкаль белем биреү йорттарына тапшырҙы[15].

2014 йылда Артур Нәзиуллин Башҡортостан Республикаһының талантлы йәштәре өсөн мәҙәниәт һәм сәнғәт өлкәһендә үҙ исемендәге йыл һайын үткәрелә торған «Йондоҙлоҡ» премияһын булдырҙы[16].

Башҡортостан Республикаһында В. Спиваковтың хәйриә фондының йәйге ижади мәктәбе ойоштороусыһы[17]

Башҡортостан Республикаһында В. Спиваковтың йәштәрҙең таланттарын һәм профессиональ оҫталығын үҫтереүгә булышлыҡ иткән Хәйриә фонды директоры

Кларнетсы-виртуоздың ижадын баһалап, 2007 йылда «Der Spiegel» Германия журналы шулай тип билдәләп үткән: «Башҡарыу тәрәнлеге һәм эмоционаллеге, инструмент менән оҫта эш итеүе һәм артистизм — ошо һыҙаттар йәш, талантлы солист Артур Нәзиуллиндың уйнауына хас». Артистың 2009 йылдағы Әр-Риядта (Сәғүд Ғәрәбстаны) сығышын «Аль-Джазира» ғәрәп гәзите лә айырып биилдәләй: «Артур нәзиуллиндың Игра Артура Назиуллина на Королевском фестивале «Джинадерия» Король фестивалендәге уйнауы ғәрәп публикаһында һәм дәүләттең беренсе етәкселәрендә көслө алҡыштар һәм һоҡланыу уятты».

Педагогик эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

В. М. Блажевич исемендәге Мәскәү балалар музыка мәктәбенең кларнет класы буйынса уҡытыусыһы.

Ижтимағи эшмәкәрлеге

үҙгәртергә

Рәсәй Федерацияһы Президенты ҡарамағындағы Башҡортостан Республикаһының тулы хоҡуҡлы вәкиллегендә «Землячество Башкортостана» РОО-ының идаралыҡ ағзаһы.

Башҡортостан республикаһы мәҙәниәт министрлығы ҡарамағындағы мәҙәниәт буйынса йәмәғәт советы ағзаһы.

Федераль йәштәр проекттары иҫәбенә ингән Рәсәй Федерацияһы йәштәр эштәре буйынса федераль агентлығы эксперты[18].

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. Артур Назиуллин :: Московская государственная академическая филармония (билдәһеҙ). meloman.ru. Дата обращения: 16 март 2017.
  2. Артур Назиуллин. mosoblfil.ru. Дата обращения: 16 март 2017. 2017 йыл 17 март архивланған.
  3. Маэстро Владимир Спиваков открыл в Башкортостане Благотворительный фонд 2016 йыл 9 апрель архивланған.
  4. Маэстро Владимир Спиваков открывает в Башкортостане Благотворительный фонд — Правительство Республики Башкортостан 2016 йыл 16 апрель архивланған.
  5. 5,0 5,1 Арт-Директор Фонда культурных программ им. И.Дунаевского — Артур НАЗИУЛЛИН
  6. Артур Назиуллин 2015 йыл 28 ғинуар архивланған.
  7. Назиуллин Артур Искандарович — преподаватель по классу кларнета 2015 йыл 28 ғинуар архивланған.
  8. Кларнетист Артур Назиуллин готовит в Уфе благотворительный проект 2015 йыл 28 ғинуар архивланған.
  9. Волшебный кларнет Артура Назиуллина 2015 йыл 28 ғинуар архивланған.
  10. Артур Назиуллин: «Хочу организовать конкурс для исполнителей на духовых инструментах в Башкортостане»
  11. Национальному симфоническому оркестру Башкортостана представили нового худрука. ИА «Башинформ», 10 ноября 2018 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июнь 2019)
  12. Артур Назиуллин: «На сцене надо оставаться горячим!». ИА «Башинформ», 5 июня 2019 года (Тикшерелеү көнө: 9 июнь 2019) (рус.)
  13. Артур Назиуллин назначен гендиректором Национального симфонического оркестра Башкортостана. ИА «Башинформ», 9 июня 2019 года (рус.) (Тикшерелеү көнө: 9 июнь 2019)
  14. Московская государственная консерватория имени П. И. Чайковского. Юбилейный гала-концерт, 16 января 2015
  15. Кларнетист Артур Назиуллин отправляется в благотворительный тур по Башкирии // КУЛЬТУРА | новости башинформ.рф. www.bashinform.ru. Дата обращения: 1 сентябрь 2017.(рус.). www.bashinform.ru. 1 сентябрь 2017 тикшерелгән.
  16. Артур Назиуллин вновь вручит юным талантам благотворительную премию «Созвездие». www.bashkortostan.ru. Дата обращения: 1 сентябрь 2017. 2017 йыл 2 сентябрь архивланған.
  17. Начала работу Республиканская Летняя школа для одаренных детей Благотворительного фонда Владимира Спивакова в Башкортостане. www.bashkortostan.ru. Дата обращения: 16 март 2017. 2017 йыл 17 март архивланған.
  18. http://dvhb.ru/. MetaTags.title. fadm.gov.ru. Дата обращения: 1 сентябрь 2017. 2017 йыл 2 сентябрь архивланған.