Ниғмәтуллин Руслан Рауил улы
Ниғмәтуллин Руслан Рауил улы (1979) — скульптор, Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — скульптура сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн (2010). Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы ағзаһы (2011).
Ниғмәтуллин Руслан Рауил улы |
Биографияһы
үҙгәртергәНиғмәтуллин Руслан Рауил улы 1979 йылдың 17 ғинуарында Башҡортостандың Учалы ҡалаһында тыуған. Бала саҡтан рәсем төшөрөү менән мауыҡҡан. 2003 йылда Магнитогорск педагогия университетының художество-графика факультетын тамамлай, артабан, 2006 йылға тиклем, уҡыуын Өфө дәүләт сәнғәт институтының һынлы сәнғәт факультетында (скульптура бүлеге) дауам итә (педагогтары Н. А. Калинушкин, В. Г. Лобанов, Р. А. Хәсәнов)[1]. Сәнғәт институтының өсөнсө курсында скульптура менән айырыуса шөғөлләнә башлай.
2003 йылдан — Башҡортостан Республикаһының «Рәсәй Рәссамдары союзы» Бөтә Рәсәй ижади ойошмаһының төбәк бүлексәһе ҡарамағындағы йәш рәссамдар һәм сәнғәт белгестәре берләшмәһе.
2008 йылдан М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының художество-графика факультетында скульптура буйынса дәрестәр алып бара.
Ижады
үҙгәртергә2001 йылдан алып республика, Бөтә Рәсәй, махсус (2006 — «Пространство и форма» Рәсәй скульптура күргәҙмәһе, Өфө, М. В. Нестеров исемендәге башҡорт дәүләт художество музейы; 2009 — Рәсәй скульптура күргәҙмәһе. Саранск, С. Д. Эрьзи исемендәге Мордва республика һынлы сәнғәт музейы), төбәк, сит ил һәм төркөм күргәҙмәләрендә, шулай уҡ Халыҡ-ара скульптура фестивалдәре һәм симпозиумдарында ҡатнаша:
2006 — I Халыҡ-ара Баҡса-парк скульптура фестивале (Екатеринбург)
2007 — Халыҡ-ара баҡса-парк скульптура фестивале (Аҡтүбә, Ҡаҙағстан)
2008 — «Ташта скульптура» («Скульптура в камне») Бөтә Рәсәй симпозиумы (Барабинск, Новосибирск өлкәһе)
2009 — «Ағаста скульптура» («Скульптура в дереве») Бөтә Рәсәй симпозиумы (Ялуторовск, Төмән өлкәһе)
2014 — «Таш көйө» (Мелодия камня) Халыҡ-ара скульптура симпозиумы (Рәсәй, Ҡаҙан)[2]
Ҡаҙанда үткән симпозиумда Руслан Ниғмәттуллин Ҡаҙан, Ҡырым, Әзербайжан һәм Төркиәнән килгән скульпторҙар менән бергә «Ҡаҙан Кремле» ҡурсаулығы территорияһында эшләй. Барыһы һигеҙ скульптор ҡатнаша.
— Минең эшем «Ашина» тип атала, ул боронғо риүәйәткә нигеҙләнгән. Ашина — төрки халыҡтарҙың ата-бабаларын имеҙеп үҫтергән Инә бүре. Инә бүре тәрбиәләп үҫтергән Ер-әсә образын сағылдырған ҡыҙҙы һүрәтләнем. Эшемдең төп идеяһы Өфөлә үк барлыҡҡа килгәйне һәм бына симпозиумда тормошҡа ашты, — тип һөйләне Руслан Ниғмәтуллин[2]
.
2015 — XVI Халыҡ-ара скульптура симпозиумы (Ҡытай) Ҡытайҙа Чан-чуа скульптура паркында Р. Ниғмәтуллиндың ике эше ҡуйылған. Баһалама комиссияһы интернет аша эштәрҙе һайлап ала (конкурс 3 этапта үтә, 700-ҙән 20 эш һайлана[3]). «Иртә» («Утро») исемле дүрт метрлыҡ ат фигураһы үҙенең еңеллеге һәм нескәлеге менән хайран ҡалдыра[4].
2016 — «ArtTerria» Халыҡ-ара скульптура симпозиумы. Симпозиум темаһы — «Рәсәй. Евразия киңлеге: цивилизация һәм мәҙәниәт» (Рәсәй, Өфө)[5]. Руслан Ниғмәтуллин симпозиумдың техник директоры була.
Cимпозиум 2016 йылдың 1 июленән 3 августҡа тиклем барҙы. Проектта алты илдән (Франция, Япония, Болгария, Көньяҡ Корея, Грузия һәм Рәсәй) 13 скульптор ҡатнашты. Симпозиумдың үҙенсәлеге — скульптуралар Башҡортостандың Учалы районындағы Мансур карьеры гранит ташынан эшләнделәр. Сара «Мираҫ» арт-галереяһы башланғысы һәм Дәүләт Третьяков музейы һәм Урыҫ музейы, шулай уҡ башҡортостандың мәҙәниәт министрлығы һәм Өфө администрацияһының ярҙамы менән менән үтте. Һөҙөмтәһе — Өфөлә симпозиум ябылған көндө, 3 августа, Ленин урамындағы йәйәү йөрөү зонаһында Артерия аллеяһы асылды.
Маҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһының мәҙәниәт министрлығы һәм Рәсәй Федерацияһының Рәссамдар союзы стипендиаты — «Наурыҙ» әҫәрҙәре серияһы һәм Төркиәлә, Ҡытайҙа һәм Рәсәй ҡалаларында үткән Халыҡ-ара «Скульптура в камне» халыҡ-ара симпозиумдарында ҡатнашҡаны өсөн (2014)[6].
- Башҡортостан Республикаһының Шәйехзада Бабич исемендәге йәштәр дәүләт премияһы лауреаты — скульптура сәнғәтен үҫтереүгә индергән өлөшө өсөн (2010).
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Выставка Р.Нигматуллина. Музей современного искусства. 22-03 — 22.04.2010(недоступная ссылка)
- ↑ 2,0 2,1 Уфимский скульптор участвует в международном проекте «Мелодия камня»
- ↑ YouTube сайтында Видео «Утро в столице» — скульптор Руслан Нигматуллин
- ↑ Руслан Нигматуллин
- ↑ В Уфе впервые пройдет симпозиум по скульптуре «ArtTerria»
- ↑ Художники Башкортостана стали стипендиатами Минкультуры России и Союза художников РФ