Чилингаров Артур Николаевич
Чилингаров Артур Николаевич (25 сентябрь 1939 йыл) — СССР һәм Рәсәйҙең океанолог-ғалимы, Арктиканы һәм Антарктиканы тикшереүсе, география фәндәре докторы, профессор. Рус география йәмғиәтенең беренсе вице-президенты һәм Дәүләт полюс академияһының президенты, «Полярниктар ассоциацияһы» төбәк-ара йәмәғәт ойошмаһы президенты.
Рәсәй Фәндәр академияһы мөхбир ағзаһы (2008). Советтар Союзы Геройы (1986). Рәсәй Федерацияһы Геройы (2008). Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метеорологы (2005). СССР Дәүләт премияһы лауреаты (1981).
1993—2011 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Дәүләт думаһы депутаты[3]. 2011—2014 йылдарҙа Рәсәй Федерацияһы Федераль йыйылышының Федерация Советы ағзаһы. «Берҙәм Рәсәй» партияһының Юғары советы бюроһы ағзаһы[4].
Биографияһы
үҙгәртергәАртур Николаевич Чилингаров 1939 йылдың 25 сентябрендә Ленинградта тыуа. Атаһы — әрмән, әсәһе — рус[5]. Ике йәшлек сағында ҡала фашистар ҡамауына эләгә. Үҫмер сағында ғаилә Төньяҡ Осетияға күсә, шунда оҙаҡ йылдар Владикавказда (ул саҡта — Орджоникидзе) йәшәйҙәр.
1963 йылда Ленинград Юғары диңгеҙ инженерҙары училищеһын (хәҙер Адмирал С. О. Макаров исемендәге Дәүләт диңгеҙ академияһы) океанология специальносы буйынса тамамлай.
Күп йылдар Чилингаров Арктика һәм Антарктика ғилми-тикшеренеү институтының ғилми хеҙмәткәре, Тиксиҙа лаборатория инженер-гидрологы булып эшләй.
1970—1980-се йылдарҙа Чилингаров СССР Гидрометеорология дәүләт комитеты системаһында юғары вазифаларға тәғәйенләнә — Амдермалағы территориаль идаралыҡ начальнигынан алып комитет рәйесе урынбаҫарына тиклем үҫә.
Эшмәкәрлеге
үҙгәртергәХеҙмәт юлын Балтик суднолар ремонтлау заводының монтажсы слесары булып башлай.
1963 йыл — Тикси ҡасабаһында Арктика ғилми-тикшеренеү обсерваторияһында инженер-гидролог.
1965 йыл — Яҡут АССР-ында ВЛКСМ-дың Булун район комитетының беренсе секретары итеп һайлана. ВЛКСМ-дың бөтә тарихында ул берҙән-бер партияһыҙ райком секретары була[6].
1969—1971 йылдар — «Север-21» юғары киңлектәге ғилми экспедицияһы етәксеһе. Алынған һөҙөмтәләр Төньяҡ диңгеҙ юлының бөтә оҙонлоғонда трассаны йыл әйләнәһендә файҙаланыу мөмкинлеген нигеҙләргә юл аса. «СП-19» дрейфлаусы станция начальнигы, «СП-22» станцияһы начальнигы урынбаҫары була[7].
1971 йылдан — 17-се совет антарктик экспедицияһының «Беллинсгаузен» антарктик станцияһы начальнигы.
1974—1979 йылдар — Амдерма гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса территориаль идаралыҡ начальнигы.
1979—1986 йылдар — Кадрҙар һәм уҡыу йорттары идаралығы начальнигы, СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының коллегия ағзаһы.
1982 йыл — «СССР — Канада» йәмғиәте президенты.
1986—1992 йылдар — СССР Гидрометеорология һәм тәбиғәт мөхитенә контроль буйынса дәүләт комитетының Рәйес урынбаҫары, Арктика, Антарктика һәм Донъя океаны эштәре буйынса баш идаралыҡ начальнигы. «Сибирь» атом йөрөгөсөндә Төньяҡ полюсҡа фәнни экспедиция һәм Антарктидаға трансконтиненталь осоу етәксеһе.
1999 йыл — Ми-26 вертолетында ғәҙәттән тыш алыҫ араларға осоу етәксеһе.
2002 йыл — Чилингаров бер моторлы Ан-3Т самолётында Көньяҡ полюсҡа осоуға етәкселек итә.
2003 йыл — Чилингаров тырышлығы менән оҙаҡ ваҡыт дрейфлаусы «Северный полюс-32» станцияһы асыла.
2008 йылда Рәсәй Фәндәр академияһының мөхбир ағзаһы итеп һайлана.
2013 йылдың 25 октябрендә Сочиҙағы Ҡышҡы олимпия уйындары сиктәрендә Төньяҡ полюста олимпия утын тоҡандыра[8].
Ғаиләһе
үҙгәртергәМаҡтаулы исемдәре һәм бүләктәре
үҙгәртергәСССР һәм Рәсәй
үҙгәртергә- Рәсәй Федерацияһы Геройы (9 ғинуар 2008 йыл)[10];
- Советтар Союзы Геройы (14 февраль 1986 йыл);
- II дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены (9 сентябрь 2019 йыл)[11];
- III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены (12 июнь 2007 йыл)[12];
- IV дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәр өсөн» ордены (21 июль 2014 йыл)[13];
- Ленин ордены (1986 йыл);
- Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ ордены (1981 йыл);
- «Почёт Билдәһе» ордены (1976 йыл);
- СССР Дәүләт премияһы;
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Почёт грамотаһы (25 сентябрь 2004 йыл)[14];
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Почёт грамотаһы (25 сентябрь 2009 йыл)[15].
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (28 ноябрь 2003 йыл)[16];
- Рәсәй Федерацияһы Президентының Рәхмәте (18 ноябрь 1997 йыл) [17];
- Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең Рәхмәте (6 май 2008 йыл)[18];
- «Поляр Йондоҙ» ордены (Якутия, 25 ноябрь 2002 йыл)[19]
- «Диңгеҙҙәге хеҙмәттәр өсөн» ордены (27 ғинуар 2003 йыл)[20]
- Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған метеорологы (11 февраль 2005 йыл)[21];
- I дәрәжә преподобный Сергий Радонежский ордены (РПЦ, 2014 йыл)[22];
- II дәрәжә изге благоверный кенәз Даниил Московский ордены (РПЦ, 2009 йыл)[23];
- «Почётлы полярник» түшкә таҡмалы билдәһе;
- Рус география йәмғиәтенең ҙур алтын миҙалы (2014 йыл)[24];
- «Фән Символы» миҙалы (2007 йыл);
- «Йыл россияны» милли премияһы (2008 йыл)[25];
- «Мәскәү алдындағы хеҙмәттәр өсөн» отличие билдәһе (24 сентябрь 2009 йыл) [26];
- Санкт-Петербург Закондар сығарыу Йыйылышының Почёт дипломы (16 сентябрь 2009 йыл)[27].
- «Рәсәйҙең аҡ торналары» халыҡтар дуҫлығы премияһының «Рәсәй ғорурлығы» номинацияһындағы лауреаты һәм ордены, 2016 йыл[28]
Башҡа илдәр
үҙгәртергәЙәмәғәт ойошмаларында ҡатнашыу
үҙгәртергә- Полярниктар ассоциацияһы президенты, 1990 йылдан алып.
- Халыҡ-ара Тикшеренеүселәр клубы ағзаһы (АҠШ).
- Британия Король география йәмғиәте ағзаһы.
- Халыҡ-ара гуманитар ярҙам һәм хеҙмәттәшлек фонды рәйестәше.
- «Рәсәй — Әрмәнстан» йәмғиәте ағзаһы.
- РФ Дәүләт думаһы эргәһендәге «Рәсәй парламентарийы» парламент клубы советының рәйесе (2001 йылдан).
- Регби премьер-лигаһы Йәмәғәт советы рәйесе[33].
Уның тураһында
үҙгәртергәИҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Умер Артур Чилингаров — ИТАР - ТАСС.
- ↑ 2,0 2,1 Чешская национальная авторитетная база данных
- ↑ Выборное правительство. Регионы распределены между министрами-единороссами 2011 йыл 18 июль архивланған..
- ↑ Бюро Высшего совета Партии . Единая Россия. Дата обращения: 17 сентябрь 2013.
- ↑ Снежный человек — «Российская газета» — Неделя № 4999 (175) от 17 сентября 2009 г.
- ↑ Российские исследователи Арктики. Артур Николаевич Чилингаров.
- ↑ Дрейфующие станции «Северный полюс». Индекс ВМО ГТС — UFT 2011 йыл 4 декабрь архивланған..
- ↑ Время рекордов: олимпийский огонь на Северном полюсе.
- ↑ Биография Дмитрия Когана
- ↑ Указ Президента Российской Федерации «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2014 йыл 18 май архивланған..
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 9 сентября 2019 г. № 430 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2021 йыл 28 февраль архивланған..
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 12 июня 2007 г. № 511 «О награждении государственными наградами Российской Федерации»].
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 22 июля 2014 года № 511 «О награждении государственными наградами Российской Федерации» 2016 йыл 8 август архивланған..
- ↑ Распоряжение Правительства Российской Федерации от 25 сентября 2004 года N 1229-р «О награждении Почетной грамотой Правительства Российской Федерации Чилингарова А. Н.» 2014 йыл 18 май архивланған..
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 25 сентября 2009 года № 613-рп «О награждении Почётной грамотой Президента Российской Федерации Чилингарова А. Н.» 2014 йыл 6 октябрь архивланған..
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 28 ноября 2003 года № 563-рп «О поощрении»(недоступная ссылка)(недоступная ссылка).
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 18 ноября 1997 года № 476-рп «О поощрении членов Государственной комиссии по подготовке к празднованию 850-летия основания Москвы» 2014 йыл 13 апрель архивланған..
- ↑ Распоряжение Президента Российской Федерации от 6 мая 2008 года № 1793-рп «О поощрении Правительством Российской Федерации депутатов Государственной Думы Федерального Собрания Российской Федерации».
- ↑ Кавалеры ордена «Полярная Звезда» Республики Саха (Якутия) — Список награждённых 2014 йыл 6 октябрь архивланған.
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 27 января 2003 г. № 86
- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 11 февраля 2005 года № 145 «О присвоении почётного звания „Заслуженный метеоролог Российской Федерации“ Чилингарову А. Н.» 2014 йыл 18 май архивланған..
- ↑ Святейший Патриарх Кирилл поздравил члена Совета Федерации ФС РФ, члена-корреспондента РАН А. Н. Чилингарова с 75-летием со дня рождения.
- ↑ В рабочей резиденции в Чистом переулке состоялась церемония вручения Патриарших наград.
- ↑ Заседание попечительского совета Русского географического общества.
- ↑ «Россиянин года» на сайте Российской Академии бизнеса и предпринимательства
- ↑ Указ мэра Москвы № 71-УМ от 24 сентября 2009 года «О награждении знаком отличия „За заслуги перед Москвой“».
- ↑ Решение Законодательного Собрания Санкт-Петербурга от 16 сентября 2009 года N Р-399 «О награждении Почётным дипломом Законодательного Собрания Санкт-Петербурга Чилингарова А. Н.».
- ↑ [1]
- ↑ Известный исследователь Антарктиды Артур Чилингаров стал кавалером чилийского ордена 2012 йыл 12 февраль архивланған..
- ↑ Чилингарова наградили орденом Святого Месропа Маштоца(недоступная ссылка).
- ↑ Указ Президента Республики Южная Осетия от 19 июня 2009 года «О награждении Государственными наградами Республики Южная Осетия» 2009 йыл 4 август архивланған.(недоступная ссылка) .
- ↑ Артур Чилингаров стал кавалером французского ордена Почётного легиона.
- ↑ Общественный совет РПЛ возглавил член Совета Федерации Федерального собрания РФ 2016 йыл 5 март архивланған..
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Сорокажердьев В. В. Они служили в Заполярье: Герои Советского Союза, Герои России 1949—2008. — Мурманск: Типография «Бенефис-О», 2009. — С. 144-145. — 160 с. — 1000 экз. — ISBN 978-5-9900752-3-8.
Һылтанмалар
үҙгәртергә- Чилингаров Артур Николаевич . «Герои страны» сайты.
- Чилингаров, Артур — Лентапедияла мәҡәлә. 2012 йыл.
- Биография 2007 йыл 22 октябрь архивланған..
- Профиль Артура Николаевича Чилингарова РФА рәсми сайтында