«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы Рәсәй Федерацияһы Президентының 2004 йылдың 28 февралендәге 277-се Указына ярашлы булдырыла.
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 28 февраль 2004 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй Украина Беларусь Ҡаҙағстан Молдова Әрмәнстан Үзбәкстан Әзербайжан |
Юғарыраҡ дәрәжә | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы |
Алдағы | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 60 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр |
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы Викимилектә |
2010 йылдың 7 сентябренән миҙал Рәсәй Федерацияһының дәүләт наградаһы булып тормай[1].
Миҙал тураһындағы Положение
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы менән
- 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы хәрби ғәмәлдәрҙә ССР Союзы Ҡораллы Көстәре сафтарында ҡатнашҡан бөтә хәрби һәм ялланған ғәскәри хеҙмәткәрҙәр, Бөйөк Ватан һуғышы партизандары, совет подпольеһында ҡатнашыусылар, ә шулай уҡ «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» , «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгәндәр шулай уҡ «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалына танытмаһы йәки һуғышта ҡатнашыусы танытмаһы булғандар ;
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Өлгөлө хеҙмәте өсөн», «Ленинградты обороналаған өсөн», «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «Одессаны обороналаған өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн», «Кавказды обороналаған өсөн», «Киевты обороналаған өсөн», «Совет Поляр аръяғын обороналаған өсөн» миҙалдарына, шулай уҡ «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе кешегә» билдәһенә йәки «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалына танытмаға лайыҡ булыусылар;
1941 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 9 майына тиклемге осорҙа, дошман оккупациялаған территорияларҙа эшләү ваҡытынан тыш, алты ай дауамында эшләгән граждандар; Икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары ойошторған элекке бәлиғ булмаған тотҡондар өсөн концлагерь, гетто һәм башҡа мәжбүри тотоу урындары;
БДБ илдәре араһына инмәгән, СССР Ҡораллы Көстәре сафтарында, партизан отрядтары составында, подполье төркөмдәрендә, башҡа фашистарға ҡаршы берекмәләрҙә, хәрби милли формированиеларҙа ҡатнашҡан, Бөйө ватан һуығшында Еңеүгә ҙур өлөш индергән сит ил граждандары бүләкләнә.
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм Жуков миҙалынан һуң урынлаштырыла[2].
Миҙалдың тасуирламаһы
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы түңәрәк формала, 32 мм диаметрлы, томпактан эшләнгән. Миҙалдың алғы яғынан өҫтә "Еңеү"ордены һүрәте, аҫта — 1945—2005 һандары. Миҙалдың кире яғында уртала — 60 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 тигән яҙыу, түңәрәк буйлап — лавр ботаҡтары. Миҙалдаң ситтәре күтәренке итеп ҡаймаланған. Бөтә һүрәттәр, яҙыуҙар һәм һандар рельефлы.
Миҙал биш мөйөшлө ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырыла, ҡалып 24 мм киңлектәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫма ситтәре буйлап бишешәр буй: өс ҡара һәм ике ҡыҙғылт һары төҫтәге, һәр береһе 1 мм киңлегендә. Иң ситтәге буйҙар 0,5 мм киңлегендәге ҡыҙғылт һары төҫтәге буй менән ҡаймаланған. Таҫманың уртаһы ҡыҙыл төҫтә[2].
Фотоһүрәттәр
үҙгәртергә-
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» миҙалына танытма
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- Награды Украины
- Медаль «60 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» (Казахстан)
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президента Российской Федерации от 7 сентября 2010 г. N 1099 «О мерах по совершенствованию государственной наградной системы Российской Федерации», п.3
- ↑ 2,0 2,1 Указ Президента Российской Федерации о положении и описании юбилейной медали «60 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» 2012 йыл 19 март архивланған.
Әҙәбиәт
үҙгәртергә- Изотова М. А., Царёва Т. Б. Ордена и медали России и СССР. — Ростов-на-Дону: ООО ИД «Валдис», 2010. — С. 634—637. — 736 с. — ISBN 978-5-9567-0960-3.