«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы — Рәсәй ФедерацияһыПрезидентының 2009 йылдың 4 мартындағы 238-се указына ярашлы булдырыла.
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы | |
Нигеҙләү датаһы | 4 март 2009 |
---|---|
Дәүләт |
Рәсәй Украина Беларусь Ҡаҙағстан |
Юғарыраҡ дәрәжә | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы |
Түбәнерәк дәрәжә | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы[d] |
Алдағы | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы |
Тәртип буйынса һуңыраҡ килеүсе | «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 70 йыл» юбилей миҙалы[d] |
Лауреаттар категорияһы | Категория:«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән бүләкләнеүселәр |
«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы Викимилектә |
Миҙал тураһындағы Положение
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы менән
- 1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы хәрби ғәмәлдәрҙә ССР Союзы Ҡораллы Көстәре сафтарында ҡатнашҡан бөтә хәрби һәм ялланған ғәскәри хеҙмәткәрҙәр, Бөйөк Ватан һуғышы партизандары, совет подпольеһында ҡатнашыусылар, ә шулай уҡ «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн», «Японияны еңгән өсөн» миҙалдары менән бүләкләнгәндәр шулай уҡ «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн» миҙалына танытмаһы йәки һуғышта ҡатнашыусы танытмаһы булғандар ;
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн», «Хеҙмәт батырлығы өсөн», «Өлгөлө хеҙмәте өсөн», «Ленинградты обороналаған өсөн», «Мәскәүҙе обороналаған өсөн», «Одессаны обороналаған өсөн», «Севастополде обороналаған өсөн», «Сталинградты обороналаған өсөн», «Кавказды обороналаған өсөн», «Киевты обороналаған өсөн», «Совет Поляр аръяғын обороналаған өсөн» миҙалдарына, шулай уҡ «Блокадалы Ленинградта йәшәүсе кешегә» билдәһенә йәки «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында фиҙакәр хеҙмәт өсөн» миҙалына танытмаһына лайыҡ булғандар;
- 1941 йылдың 22 июненән алып 1945 йылдың 9 майына тиклемге осорҙа, дошман оккупациялаған территорияларҙа эшләү ваҡытынан тыш, алты ай дауамында эшләгән граждандар; икенсе донъя һуғышы осоронда фашистар һәм уларҙың союздаштары ойошторған элекке бәлиғ булмаған тотҡондар өсөн концлагерь, гетто һәм башҡа мәжбүри тотоу урындары;
- БДБ илдәре араһына инмәгән, СССР Ҡораллы Көстәре сафтарында, партизан отрядтары составында, подполье төркөмдәрендә, башҡа фашистарға ҡаршы берекмәләрҙә, хәрби милли формированиеларҙа ҡатнашҡан, Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҙур өлөш индергән сит ил граждандары бүләкләнә.
Юбилей миҙалы күкрәктең һул яғында йөрөтөлә һәм «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 60 йыл» миҙалынан һуң урынлаштырыла.
Миҙалдың тасуирламаһы
үҙгәртергә«1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалы томпактан эшләнә, 32 мм диаметрлы, түңәрәк формал.
Миҙалдың алғы яғында — I дәрәжә Дан орденының һүрәте, йондоҙҙоң түбәнге нурҙары араһында — «1945 — 2010» һандары.
Миҙалдың кире яғында уртала — «65 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.» тип яҙылған: «1941-1945 йылдарҙағы бөйөк ватан һуғышында еңеүгә 65 йыл».
Миңалдың ситтәре күтәрмә менән ҡаймалаған. Миҙалдағы бөтә һүрәттәр, һандар, яҙыуҙар ҡабарынҡы итеп эәшләнгән.
Миҙал ҡалыпҡа элмәк һәм дүңгәләк ярҙамында тоташтырылған. Биш мөйөшлө ҡалып ҡыҙыл төҫтәге ебәк муар таҫма менән ҡапланған. Таҫманың киңлеге — 24 мм; таҫма уртаһынан бишешәр буй үтә; өс ҡара һәм ике ҡыҙғылт һары төҫтә, һәр береһе 2 мм. Ситтәге ҡара буйҙар 1 мм киңлектәге ҡыҙғылт һары төҫтәге буй менән ҡаймаланған.
Миҙалдағы үҙләштереүҙәр
үҙгәртергә- «1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 65 йыл» юбилей миҙалдың таҫмаһы «Берлинды алған өсөн» совет миҙалы таҫмаһын ҡабатлай. Таҫма авторы — рәссам А. И. Кузнецов (1945 йыл).
- Миҙалдың алғы яғында совет Дан ордены һүрәте төшөрөлгән. Дан ордены авторы — рәссам Н. И. Москалев (1943 йыл).
БДБ илдәрендә миҙал аналогтары
үҙгәртергәОшондай уҡ миҙалдар БДБ илдәрендә индерелә:
Шулай уҡ ҡарағыҙ
үҙгәртергә- «Берлинды алған өсөн» миҙалы
- Дан ордены
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә егерме йыл» юбилей миҙалы
- «Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә 25 йыл» күкрәккә таға торған билдә
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә утыҙ йыл» юбилей миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә ҡырҡ йыл» юбилей миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә илле йыл» юбилей миҙалы
- «1941-1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Еңеүгә алтмыш йыл» юбилей миҙалы.
Иҫкәрмәләр
үҙгәртергә- ↑ Указ Президента Казахстана от 19 марта 2010 года за № 951
- ↑ Указ Президента Республики Беларусь от 5 января 2010 года № 7 "Об утверждении Положения о порядке награждения юбилейной медалью «65 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.»(недоступная ссылка)
- ↑ Указ Президента Украины № 190/2009 «О награждении юбилейной медалью „65 лет Победы в Великой Отечественной войне 1941—1945 гг.“» (укр.)