Әбү Ғайса Мөхәммәт ибн Ғайса әт-Тирмизи (ғәр. أبو عيسى محمد بن عيسى الترمذي‎; 824, Термез — 892, Шерабад; рус. Абу́ И́са Муха́ммад ибн И́са ат-Тирмизи́) — ислам ғалимы-дин белгесе, хәҙис белгесе һәм фаҡиһ. «Жәми әт-Тирмизи» тигән китап авторы, ул «Сүнән әт-Тирмизи» булараҡ билдәле.

Имам әт-Тирмизи
ғәр. الترمذی, محمد بن عيسى
Рәсем
Зат ир-ат
Гражданлыҡ  Ғәббәсиҙәр хәлифәлеге
Тыуған көнө 825[1][2][3]
Тыуған урыны Термез, Сәмәниҙәр дәүләте
Вафат булған көнө 892[1][4][5]
Вафат булған урыны Термез, Сәмәниҙәр дәүләте
Һөнәр төрө Мөхәддис, юрист, Имам
Эшмәкәрлек төрө Хәҙис ғилеме
Кемдә уҡыған Мөхәммәт әл-Бохари, Мөслим ибн әл-Хажаж, Әбү Дауыт һәм Абу Мухаммад Абдуллах ад-Дарими[d]
Әүҙемлек урыны Термез
Сәнғәт йүнәлеше Сөнниҙәр
Мәзһәб Шәфиғи мәҙһәб
 Имам әт-Тирмизи Викимилектә

Биографияһы

үҙгәртергә

Имам 824 (һижри 209) йылда Амударъя йылғаһының уң ярындағы, Афғанстандың төньяҡ сиктәренән йыраҡ түгел Термез ҡалаһында тыуған(хәҙ. Үзбәкстан).

Мөхәммәт ибн Ғайса башланғыс белемде Хөрәсән ҡалаһында алған. Уның уҡытыусылары араһында әл-Бохари менән Мөслим ибн әл-Хажаж да була. Шулай уҡ белемде Ираҡ һәм Хижәз дини мәктәптәре вәкилдәренән алған. Ул хәтере бик яҡшы булыуы менән айырылып торған һәм Мөхәммәт Пәйғәмбәрҙең тиҫтәләрсә мең хәҙистәрен яттан белгән[6]. Хәҙистәр эҙләп сәйәхәт ҡылған ваҡытында ул шул ваҡыттағы билдәле кешеләр Әхмәт ибн Хәнбәл һәм Әбү Дауыт менән осрашҡан, шулай уҡ Ираҡ һәм Хижәз ҡалаларында булып ҡайтҡан.

Хәҙистәрҙең классификацияһы

үҙгәртергә

Әбү Ғайса әт-Тирмизиғә тиклем хәҙистәр башлыса ышаныслы (сәхих) һәм көсһөҙҙәргә (даиф) бүленә. Хәҙистәрҙе өйрәнеү менән шөғөлләнеп, ул беренсе тапҡыр «хәсән» (яҡшы хәҙис) һәм «ғариб» (Мөхәммәт Пәйғәмбәр сәхәбәләре түгел, ә башҡа кешеләр тарафынан тапшырылған хәҙистар) төшөнсәләрен индерә һәм үҫтерә[6].

Әт-Тирмизи сүнәне

үҙгәртергә

Әт-Тирмизиҙың иң билдәле эше — «әл-Джәми», йәки «Сүнән әт-Тирмизи» хәҙистәр йыйынтығы. Әлеге йыйынтыҡ имам иҫән ваҡытта уҡ абруй ҡаҙана. Уны Хижәз, Ираҡ һәм Хөрәсән ғалимдары юғары баһалайҙар. Был хеҙмәт сөнни хәҙис йыйынтыҡтарынан иң абруйлы алтау исемлегенә инә (Күтүб әс-ситтә).

Ислам фиҡһы принциптарына ярашлы, "Сүнән"гә ингән 3962 хәҙис бүлектәр буйынса системалаштырылған. Бөтә хәҙистәр ҙә "ышаныслы " (сәхих), «яҡшы» (хәсән) һәм « көсһөҙ» (зәғиф) тип классификацияланған[6].

Ғүмеренең һуңғы йылдарында, тәҡүәлектән күп илау сәбәпле, Тирмизи һуҡырая, ләкин хәҙистәр эҙләп сәйәхәт итеүҙән туҡтамай. Ул "Сүнән"ен һуҡыр килеш тамамлай.

Билдәле кешеләрҙең имам әт-Тирмизи тураһында әйткәне

үҙгәртергә
  • «Мин һинең менән аралашыуҙан һин минән өйрәнгәндән күберәк файҙа алдым» (Әл-Бохари).
  • «Имам әл-Бохари вафат булғас, артынан Хөрәсәндә Әбү Ғайса әт-Тирмизи менән ғилемдә, хәтерҙә, тәҡүәлектә һәм тыйылыуҙа тиңләшә алырлыҡ бер кемде лә ҡалдырманы». (Муса ибн Алак)
  • «Мөхәммәт ибн Исмәғил әл-Бохари вафат булған ваҡытта мин Хөрәсәндә йәшәнем. Унан һуң фән өлкәһендә, фиҙакәрлек эшендә Әбү Ғайсанан (Тирмизи) башҡа бер ниндәй терәк ҡалманы. Тирмизи күп күҙ йәштәре түгеү арҡаһында күреү һәләтен юғалтты һәм оҙаҡ йылдар шулай йәшәне» (Әл-Хәким Әбү Әхмәт)

Фильмдар

үҙгәртергә

https://www.youtube.com/watch?v=zMR403dj_kk

https://www.youtube.com/watch?v=eBZWu4LKW3s

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 Deutsche Nationalbibliothek Record #118997599 // Общий нормативный контроль (GND) (нем.) — 2012—2016.
  2. Bibliothèque nationale de France идентификатор BNF (фр.): платформа открытых данных — 2011.
  3. Deutsche Biographie (нем.)München BSB, Historische Kommission bei der Bayerischen Akademie der Wissenschaften, 2001.
  4. Muḥammad ibn ʿĪsā ibn Sawra al-Tirmiḏī // AlKindi (онлайн-каталог Доминиканского института востоковедения)
  5. Muḥammad ibn ʻIsá ibn Sawraẗ al- Tirmiḏī // https://datos.bne.es/resource/XX5453903 (исп.): El portal de datos bibliográficos de la Biblioteca Nacional de España — 2011.
  6. 6,0 6,1 6,2 Али-заде, 2007
  • Али-заде, А. А. Тирмизи Мухаммад // Исламский энциклопедический словарь. — М. : Ансар, 2007. — 400 с. — (Золотой фонд исламской мысли). — 3000 экз. — ISBN 5-98443-025-8  (рус.).

Һылтанмалар

үҙгәртергә