Әбү Абдулла Мөхәммәт Ибн Йәзид әл-Ҡәзвини (ғәр. ابو عبد الله محمد بن يزيد القزويني‎; рус. Ибн Маджа) Ибн Мәжа булараҡ билдәле (ғәр. ابن ماجه; 824(0824), Ҡәзвин, хәҙ. Иран28 февраль 886, Ҡәзвин, хәҙ. Иран) - фаҡиһ, хәҙистәр белгесе - мөхәддис. Сөнниҙәрҙең алты төп хәҙистәр йыйынтығы "Күтүб әс-ситтә"нең береһе Ибн Мәджаһ Сүнәне авторы[1].

Биографияһы

үҙгәртергә

Уның тулы исеме: Әбү Абдулла Мөхәммәт Ибн Йәзид ибн Мәжит әл-Раби әл-Ҡазвини. Ҡәзвиндә 824 йылда тыуған.

Хәҙистәр йыйыу өсөн Ибн Мәжа Ираҡ, Хижәз, Шам һәм Мысыр буйлап йөрөп сыға

Әҙ-Ҙәһәби мәғлүмәте буйынса Ибн Мәжа 887 йылдың 19 февралендә Рамаҙандың һуңғы көндәрендә Ҡәзвиндә вафат була [2]. Уның туғандары Әбү Бәкер, ағаһы Әбү Ғабдулла һәм уның улы Абдулла бин Мөхәммәт Бин Йәзид менән бергә ерләүҙе үҙ өҫтөнә алалар.

Хеҙмәттәре

үҙгәртергә

Әҙ-Ҙәһәби Ибн Мәжаның түбәндәге әҫәрҙәрен телгә ала:

  • Ибн Мәжа Сүнәне - хәҙистар йыйынтығы, 1500 бүлектән һәм 4000-гә яҡын хәҙистән тора[1];
  • Китаб әт-Тәфсир - Ҡөрьәнгә аңлатма биреү;
  • Китаб әт-Тарих - тарих буйынса китап, йәки хәҙис тапшырыусылар исемлеге.

Иҫкәрмәләр

үҙгәртергә
  1. 1,0 1,1 al-Dhahabi, Muhammad ibn Ahmad. Tadhkirat al-Huffaz / al-Mu`allimi. — Hyderabad: Da`irat al-Ma`arif al-`Uthmaniyyah, 1957. — Т. 2. — С. 636.
  2. al-Kattani, Muhammah ibn Ja`far. al-Risalah al-Mustatrafah / Muhammad ibn Muhammad al-Kattani. — seventh. — Beirut: Dar al-Bashair al-Islamiyyah, 2007. — С. 12.