Ән-Нәсәйи Сүнәне, Сүнән ән-Нәсәйи, әс-Сүнән әс-Сүғрә йәки Әл-Мөжтәбә (ғәр. سنن النسائي, السنن السغرى, المجتبة‎; рус. Су́нан ан-Наса́и, ас-Сунан ас-Сугра́ или аль-Му́джтаба) — Ән-Нәсәйи авторлығындағы хәҙистар йыйынтығы. «Әл-Мөжтәбә» "һайланмыш, йыйып алынған " тигәнде аңлата, сөнки хәҙистәр Ән-Нәсәйиҙең икенсе йыйынтығы — "әс-Сүнән әл-Күбра"нан һайлап алынған булған. Йыйынтыҡ ән-Нәсәйиҙең уҡыусыларынан тарала.

Ән-Нәсәйи cүнәне
Атамаһы الْمُجْتَبَى
Төп тема Хәҙистәр
Баҫма йәки тәржемә Q115641547?, Q115641625? һәм Sunan al-nisāʼī (al-Maktabah al-Tijārīyah, 1348h)[d]
Автор Ән-Нәсәйи
Әҫәрҙең теле Ғәрәп теле

Китаптың тасуирламаһы үҙгәртергә

Йыйынтыҡта 5758 хәҙис бар, әммә, ҡабатланып килгән хәҙистәрҙе иҫәпкә алмағанда, уларҙың һаны ике тапҡырға кәмей, сөнки бер үк хәҙисте бер нисә бүлектә килтереү ан-Нәсәйи "Сүнән"енең бер үҙенсәлеге булып тора. Сүнән ән-Нәсәйи Күтүб әс-ситтәләге (Алты китап) дүрт сүнән араһында иң эреһе булып тора.

Ән-Нәсәйи башҡа авторҙарға ҡарағанда хәҙистәргә ҡәтғиерәк талаптар ҡуйыуына ҡарамаҫтан, уның хеҙмәте шәрехселәр яғынан көсһөҙ һәм кире ҡағыла торған хәҙистәргә бай Әбү Дауыт һәм әт-Тәрмиә сүнәндәре кеүек иғтибарға алынманы. Ән-Нәсәйиҙең тәржемәләре шулай уҡ, Сәхих әл-Бохари , Сәхих Мөслим һәм Әбү Дауыт менән әт-Тирмиә сүнәндәренән айырмалы рәүештә, бер ҡасан да рус теленә тәржемә ителмәгән.

Әҙәбиәт үҙгәртергә